Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
13 Сентябрь 2021, 12:45

Ғәфү ит, әсәкәйем!

Бер көн Сәриә эшләгән ял йортона Ҡаҙағстандан күрәҙәсе әбей килде. Им-томсоға теҙелгән оҙон сиратты ла үтте Сәриә. Уныһы ла: “Ихлас һораһаң, Хоҙай Тәғәлә ишетер... – тине. – Һорап ҡына ҡалма, сәбәп ит”, – тип тә өҫтәне. Иртәгәһенә, хикмәтле әбейҙең яуабы бик серле, анығыраҡ һорайым әле, тип барһа, уның бүлмәһендә олпат бер ирҙең сырхаулап ятҡанын күрҙе. Теге ир:— Һеңлекәш, мин Себерҙән, климат алмашыуын шулай ауыр кисерәм. Быйыл бигерәк ауыр, олоғайыу билдә­һе­лер, — тине, ятҡан килеш хәлһеҙ генә.

Таңһылыу Ғәйнуллина
Ғәфү ит, әсәкәйем!

Сәриә әбей өйлә намаҙын уҡып ултырған мәлдә, лап-лоп атлап инеп килеүсенең кем икәнен һиҙемләне. Доғаларын теүәлләй алмай ҡалды. Шулай һәр ваҡыт йәнем тыныс булмаҫмы икән ни, тип таныш аҙым тауышынан зиһене буталды, башы әйләнде, бөтә тәне ауырайып, урынынан тора алмай аҙапланды. Күҙ алдары ҡараңғыланғас, ишек асылғанын абайламаны ла...Улы ҡапыл: “Үләм, әсәй, баш төҙәтерлек кенә бир...” тине. “Эй, Хоҙайым, пенсия аҡсаһын ҡайҙа һалдым әле”, — тип ике ҡуллап башын тотто әсә. Вәлит әсәһенең төртәләнгәнен көтөп тә торманы, өҫтәл япмаһын асып, күпме бар, шуны кеҫәһенә һалып, сығып та китте. “И-и, ошо көндәрҙе күрер өсөн көнө-төнө эшләгәнмен икән дәбаһа. Ғәрлеге ни тора! Ер тишегенә инеп юғалырһың. Пенсиямдың башына ризыҡ-маҙар алып өлгөрмәнем, аҙағынаса шулай осоп бөтөр инде”, — тип өҙгөләнде Сәриә. Элегерәк ололарҙың “Яңғыҙ улым яуҙан ҡаты” тигәндәрен ишетһә, берҙән-бер балам ниңә улай булһын, булмаҫ, ти торғайны үҙенсә...
...Зәп-зәңгәр күҙле, ҡара бөҙрә сәсле, ап-аҡ шалҡан һымаҡ малайын бөтә ауылды таң ҡалдырып, көнләштереп, күҙ ҡараһындай һаҡлап үҫтерҙе Сәриә. Ни теләһә, шуны ашатты, ни теләһә, шуны кейҙерҙе. Уның ҡулында һәр ваҡыт башҡалар күрмәгән, бүтәндәр тотмаған уйынсыҡтар, тәмлекәстәр... Бер мәл шулай әсә улына ҡаланан үҙйөрөшлө уйынсыҡ машина менән ебәк йөнлө ап-аҡ эт һатып алып ҡайтты. Улы Вәлит, машинаһына ултырып, этен өрҙөрә-өрҙөрә урамға сыҡты. Малайҙар ғынамы ни, ололар ҙа Вәлиткә ҡарап иҫтәре китте. Тик күршеһе Зәмзәлиә: “Беҙҙең һымаҡ биш бала тәрбиәләһә, арт һабағы уҡылыр ине. Ғәйептән берҙе тап та, әллә кем булып йөрө, имеш”, — тине һәр саҡ таныш-тоношона, күргән-белгәненә.

Бындай һүҙҙәрҙе ишетеп күнеккәнгә, артыҡ иғтибар бирмәне Сәриә. Өрмәгән ергә ултыртмай, өф итеп ир еткерҙе улын. Уҡыуға һәләте булһа ла, артыҡ тырышманы, урта мәктәпте саҡ-саҡ тамамланы. Вәлитенең диңгеҙ флотына хеҙмәткә алыныуын ауыр кисерҙе әсә. Йыш ҡына төштәрендә океанда карап бата, бауыр итем шунда икән, тип ете төн урталарында ҡурҡып уянып, төш икәнен төшөнгәс, ҡыуанған саҡтары аҙ булманы. Улынан биш ай самаһы хат килмәй торғас, хатта намаҙға ла баҫты. Иң бәхетле көндәренең береһе улының әрменән өйгә ҡайтыуы булғандыр, әммә ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылманы. Әрмегә тиклем спиртлы эсемлектәрҙең, тәмәкенең ни икәнен белмәгән егет, ауылдағы эшһеҙ ирҙәргә ҡушылып, хәмер ҡолона әүерелде. Үҫмер сағында яҙмышы уңышлы булмаҡсы ине лә бит.


Ауылдың иң егәрле, иң һылыу ҡыҙы менән бик оҙаҡ дуҫлашты улы. Сәриәгә буласаҡ килене оҡшай ине. Көндәрҙең бер уңайлыһын һайлап, әсәһе: “Ҡыҙ баланың исеме ҡыл өҫтөндә, ҡыл өҫтөнән төшһә, ауыл өҫтөндә. Саҙиҡаның да йәше уҙып бара, туйға әҙерләнәйек...” — тине. Яуап һәр ваҡыттағыса бер төрлө: “Борсолма, әсәй, беҙгә былай ҙа бик уңай...” Саҙиҡа еңел-елпе мөнәсәбәттән арыны, ахырыһы. Кинәт кенә бөтөнләйгә ситкә сығып китте ауылдан. Ул ваҡиғаға ла байтаҡ ваҡыт уҙған...

— Кеше балалары ата-әсәһенә ярҙам итә, ана күрше Зәмзәлиәнең малайҙары гөрләтеп донъя көтә. Ике улы фермер, ҡалғандары ҡалала йәшәй. Ҙур түрәләр йөрөй торған машиналарҙа елдереп килеп инә улар ауылға. Ниңә шуларҙан бер аҙ фәһем алмайһың, улым? — Тегеләйтеп тә, былайтып та, төрлөсә ялбарып әйтеп ҡараны әсә. Ишетмәне Вәлите. Хәҙер әсә үҙен ғәйепләй башланы: әллә улының атаһы яғынан килгән ҡан тауышы, нәҫел ауырыуы булдымы икән? Кем белә, бәлки...

Нисек йәшәһәң дә, ғүмер уҙа. Сәриә әбей һикһәндең өҫтөндә хәҙер. Көс-ғәйрәте бөттө, кәре юҡ. Ауылдың иң олоһо ул бөгөн. Сит-ят ерҙәрҙән килгәндәре лә, ауылдың йәше-ҡарты ла хәйер-саҙаҡаны Сәриә әбейгә килтерә.

Бер көн шулай Вәлит, өйгә аҙарынып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, һуҡмыш ҡайтып инде лә әсәһенән һәр ваҡыттағыса аҡса таптырҙы:
— Ауырыйым, үләм, аҡсаң йәлме, әллә минме? — Өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙе. Эҙләнә торғас, әсәһенең хәйергә төшкән, доға ҡылынып алынған аҡсаларын табып алды ла шунда уҡ ҡайҙалыр сығып юғалды.

— Пенсияны тотоноп бөттөк бит инде. Бөгөнгө намаҙымдың береһен дә рәтләп уҡый алманым,— тип көйәләнде әбей.
Шул саҡ ишек шаҡынылар.

— Мөмкинме?
Беҙҙең яҡтың кешеләренә һис тә оҡшамаған ир менән һылыу ханым түргә уҙҙы.

— Һаумыһығыҙ!
Оҙон юлға сығыр алдынан хәйер биреү — борондан ҡалған ырым. Сәриәнең уң тубығына бер меңлекте һалды мөләйем ҡатын. Әйтерһең дә, аяҡ-ҡулын яндырҙы хәйергә төшкән аҡса.

— Юҡ, юҡ, алмайым. Йә, Раббым, алған хәйерҙәрем өсөн теге донъяла нисек яуап бирермен? Аллам һаҡлаһын! Аҙаҡ ҡибла тарафтарына ни йөҙөм менән боролормон?

Матур ханым:
— Инәй, танымайһыңмы? Был мин — Саҙиҡа. Былары — ирем Диего һәм улым. Баламдың атаһы испан милләтенән. Бик итәғәтле, яҡшы кеше.
Алдында ике тамсы һыуҙай улы Вәлитенә оҡшаған бик матур, күрмәлекле ир бала баҫып тора ине. Аяҡтары мамыҡ булды әбейҙең, хәлһеҙ килеш урындыҡҡа ултыра төштө. “Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, Хызыр Ильяс юлдаш булһын”, — тине лә йөҙөн ҡапланы... “Эй, был донъяның хикмәттәре, тағы ниҙәр күрергә яҙғандыр”, — тип һөйләнде үҙ алдына.

Ошо көндән алып Сәриә, хәйер алмаҫ өсөн, ҡапҡаһын бикләп ултырмаҡсы булғайны, әммә уйы тормошҡа ашманы.

Улының айнығанын саҡ көтөп алды ул. Шулай бер көн әсә һаҡ ҡына:
— Саҙиҡа улы менән килеп китте. Улы хас һин.

— Нисек инде мин?

— Ундай ҙа оҡшашлыҡ булыр икән. Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәт.

— Ни әйтергә теләгәнеңде аңланым, әсәй. Тиҙҙән бөтә Ҡырым-Ҡытайҙан ҡайтҡандарҙың балаларын да миңә оҡшата башларһыңмы икән?
— Әсә күңеле һиҙгер... Әйттем күргәнемде...

Вәлит һуңғы йылдарҙа бөтә нәмәгә битараф йөрөһә лә, ҡайҙа баҫып торған, шул урынға ултыра төшөп, уйға батты. Әллә инде йәшлектәге Саҙиҡаға булған хис-тойғоһон, кисерештәрен иҫенә төшөрҙө. Ҡулдарын бер-береһенә шаплата һуғып, ҡыштырлатып ыуа-ыуа һыпырҙы үҙенең йөҙөн. Бер ихатаға сыҡты, бер өйгә инде. Боҙло һыу һиптеләрме ни Вәлиткә. Шаңҡыны кинәт. Ваҡытында әйтелгән һүҙ ҡиммәт, тип уйланы әсә. Хәбәрҙе бөтөнләй икенсегә бороп: “Һабаҡташың Урал әрменән ҡайтыу менән ат ҡарарға кереште. Йылҡы үрсетә, ике ҡатлы йорт һалды, донъяһы түңәрәк, һинең дә ике ҡулыңа бер эш булһа”, — тип һүҙ башлағайны, Вәлитенең асыуы ҡабарҙы ла китте. Бер-бер артлы теҙҙе хәбәрҙе: “Эш юҡ ауылда, кешегә ялсы иткең киләме мине...” Сыҙай алмаҫлыҡ ауыр һүҙҙәрҙе ишетмәҫ өсөн, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе әсә.

Урамға ла сыҡмаҫ, аят аштарына ла йөрөмәҫ сиккә етте. Өнөндә лә, төшөндә лә ауыр йөк булып иңенә ятҡан уйҙары тик Саҙиҡаға һәм уның малайына бара ла төйнәлә. Нисек сисергә? Кешесә йәшәп булманы был ғүмерҙә, тип үҙен дә һүкте Сәриә. Ә һуңғы ваҡыттарҙа күңеленә тыныслыҡ эҙләп, йәшлек йылдарын һағынды, ҡат-ҡат иҫенә төшөрҙө.



Бәхетле саҡтары ла булманы түгел, булды әсәнең. Әле лә шул мәлдәрҙең сатҡыһындағы сарпыуынан йылынып йәшәй кеүек.
Эйе, ул бик яратып сыҡты кейәүгә. Мөхәббәттәре матур бер йырға тиң ине. Тик балалары булмауы хафаға һалды Сәриәне. Ғәйеп кемдә? Ире ҡарап тороуға ғәйрәтле лә, дәртле лә. Үҙенең борсоулы хәлен күңеле тартҡан дуҫ-иштәренә һөйләне, табип-гинеколог­тарҙың да тупһаһын күп тапаны инде йәш сағында.

Бер көн Сәриә эшләгән ял йортона Ҡаҙағстандан күрәҙәсе әбей килде. Им-томсоға теҙелгән оҙон сиратты ла үтте Сәриә. Уныһы ла: “Ихлас һораһаң, Хоҙай Тәғәлә ишетер... – тине. – Һорап ҡына ҡалма, сәбәп ит”, – тип тә өҫтәне. Иртәгәһенә, хикмәтле әбейҙең яуабы бик серле, анығыраҡ һорайым әле, тип барһа, уның бүлмәһендә олпат бер ирҙең сырхаулап ятҡанын күрҙе. Теге ир:
— Һеңлекәш, мин Себерҙән, климат алмашыуын шулай ауыр кисерәм. Быйыл бигерәк ауыр, олоғайыу билдә­һе­лер, — тине, ятҡан килеш хәлһеҙ генә.

Икенсе көндә Сәриә бүлмәләге гөлдәргә һыу һибергә, иҙән йыуырға ингәндә, урынынан тормайынса ғына: “Ашхана еҫен күңелем яратмай, тәғәм ризыҡ ҡапҡан юҡ. Себергә ҡайтырға хәлде ҡайҙан алырға?” — тип зарланды теге сирле өрлөктәй ир.

Был әҙәм йәл тойолдо Сәриәгә. Киске аш мәленә тәғәйенләп, уға бишбармаҡ һурпаһы, ҡорот, ҡымыҙ, ҡояшта бешкән ҡаҙылыҡ килтерҙе лә:
— Һеҙ шикләнә күрмәгеҙ, сырхаула­ғанда кеше ризығынан ауыҙ итһәң, йүнәләһең дә ҡуяһың ул ҡайһы саҡта. Яйлап тау-урмандар буйлап йөрөрһөгөҙ, күлдә йөҙөрһөгөҙ, беҙҙең яҡтың һауаһы ла дауа ул, — тигән булды үҙенсә.

Был хәлдән һуң ҡабат күрешкәндә Сәриә уны таныманы ла. Әйтерһең дә, уның ҡаршыһында теге сирле кеше түгел, ә ҡырҡ өҫтөндәге ир-азаматы. Мәтрүшкә, ер еләге һалып, сәй ҡайнатып ебәрҙе бүлмә хужаһы. “Үҙебеҙҙең Ирәндек сәйе береһенә лә тиң түгел, телде йоторлоҡ, йәнгә сихәт өҫтәй”, — тип өҫтәлгә әйҙүкләне үҙен тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыусыны. Сәриә: “Юҡ-юҡ, рәхмәт, мин бит бүлмә йыйыштырырға индем”, — тине, уңайһыҙланып. Ял иткән ир: “Сәй эскән өсөн эштән ҡыумайҙар, әйҙәгеҙ”, — тип ҡыҫтаны.


Ирәндектән ҡырҡып алынған үлән ҡурайында айырыуса бер ихласлыҡ, рухи күтәренкелек менән уйнап ебәрҙе ул. “Эй, башҡорт көйҙәренең аһәңлеге, умыртка һөйәге буйлап ҡатҡан төйөндәрҙе яҙа шул”, — тине Сәриә. Бик осраҡлы булған сәй табыны һүрәнләнгән, ҡорғаҡһыған күңелдәрҙе бер-береһенә яҡынайтып, таныш-белешлек хистәренең нығыныуына башланғыс ине был.

Тағы күпмелер ваҡыт үткәс, ашханала осрашты был икәү. Теге мөһабәт кәүҙәле, көр тауышлы ир:
— Бөтә донъямды онотоп ял иттем. Иртәгә алыҫ Себергә юлға сығам. Әйткәндәй, балыҡтың иң шәбен тоттом, һурпаһына саҡырам, — тип ҡаршыланы Сәриәне. Дөрөҫөн әйткәндә, былай ғына, һүҙ ыңғайында, һөйләшеүҙе йәнләндереү өсөн ҡыҫтырғайны шикелле ул тәҡдимен.
Сәриәнең дә башына килмәне хушлашырға барыу уйы. Әммә төймә ебе өҙөлгәндәй, кинәт күңеленең ете йоҙағы бер юлы асылды. Ышаныслы, яғымлы, иғтибарлы, ышыҡ булырҙай кеше менән әңгәмәләш булһа, эсендәге йомолоп ҡатҡан һыҙланыуҙары ҡойолор төҫлө ине. Кискә табан аяҡтары үҙенән-үҙе атланы саҡырылған урынға.

Күпте күргән олпат ирҙең алдында бөтөнләй башҡа зат: кисәге ҡара халатлы йыйыштырыусы тимәҫһең, яһанған-төҙәнгән, күлдәге лә иҫ китмәле килешле. Нәҙекәй билле 25—27 йәштәге ҡыҙмы ни!

Бүлмә хужаһы, йәш кеше һымаҡ, телһеҙ ҡалды. Һаҡлыҡҡа алып ҡуйылған шампан шарабы ла өҫтәлгә ҡунаҡланы. Был юлы яҡшы таныштар түгел, ә оҙаҡ йылдар бер-береһен зар-интизар булып көткәндәрме ни?! Уйлап ҡараһаң, яҙыҡмы ни осрашыу?


Ул иҫтәлекле көндә тәү тапҡыр эскән шарап тәме әле лә Сәриәнең телендә. Икеһе лә белде: башҡа һис ҡасан да осрашмаясаҡтар. Тик төн бик ҡыҫҡа булды улар өсөн.

Ике ай ваҡыт уҙғас, буйға уҙғанын тойомланы Сәриә. Ни уйларға белмәне, үҙ-үҙенә һорау бирҙе: мин кем? Уйнашсымы, хыянатсымы, аҙғынмы? Минең бит үлеп яратҡан ирем бар. Шулай ҙа ҡайһылай рәхәт үҙ-үҙең булыу. Донъя менән хәйләләшеп, мәкерләшеп йәшәһә лә, киләсәге өмөтлө, үҙенең дауамы, иң яҡыны тыуасаҡ... Күңелендә шундай еңеллек.

Табиптар күҙәтеүендә Өфө дауаханаһында ҡуна ятып тултырҙы ул туғыҙ айын. Операциянан һуң аңына килгәс, “Балам ҡайҙа?” булды тәүге һорауы. Ғүмер буйы көткән сабыйын күргәс, илап ебәрҙе. Шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе эскә бикләп булмай икән ул, барыбер тышҡа бәреп сыға.

Бәпесенең атаһы ире түгеллеген бер кемдән дә йәшермәҫкә ҡарар итте. Әсәһе Гөлйыһан апай: “Кейәүҙе йәллә, ана нисек, улым тыуҙы, тип йүгереп йөрөй. Ҡайһы берҙә әйтер һүҙең дөрөҫ булһа ла, өндәшмәүең — мең алтын. Һәйбәт ирҙе хәсрәткә батырма, был донъяла бөтә ҡылған эштәребеҙ өсөн хаҡ түләйбеҙ, язаһы ауыр тартыр”, — тине. Үҙһүҙлеләнде Сәриә. Был турала йәмһеҙ рәүештә иренә: “Бала минеке генә, атаһы һин түгел...” — тине. Был һүҙҙәрҙе күтәрә алманы ире, ташлап сығып киткәненә лә ни ғүмер...

Ҡәҙерләп, яҡты өмөттәр бағлап үҫтергән берҙән-бер ғәзизе әсәһен хөрмәтләйме, ихтирам итәме, йәлләйме? Бер-береһенә оҡшамаған ауыр-ауыр һорауҙар мейеһен тишерҙәй итеп сүкене лә сүкене. Күңеле тыныс түгел, сыҡмаған йәнен көнөнә бер нисә тапҡыр өлпөлдәп, туҡтайым-туҡтайым, тип тибеп, саҡ торған йөрәге тота. Үҙе әйтмешләй, донъя рәхәтен тик доғаларҙа таба.

Йәй көндәре ахшам намаҙын Көнсыуаҡ тауы итәгендә уҡырға ғәҙәтләнгән Сәриә. Картуф баҡсаһы тамамланғас та тау итәге башлана, бик яҡын ул йәнгә-тәнгә шифалы урын. Һәр үҙәне уның — намаҙлыҡ. Бәлки, шунда табыр йәненә тыныслыҡты. Сайҡала-сайҡала тау итәгенә ыңғайланы әсә.

“Бәхет табыу һәм шул бәхетең менән аҙашмау — хәҡиҡәт юлында йөрөүселәр өлөшөнә төшөр уңыштыр. Әммә минең кеүек тәкәбберләнеп, үҙ хәләленең өҫтөнән осраҡлы кешенән бала табыу — фатихаһыҙ, хәйерһеҙ, гонаһлы аҙым. Шуға ла Хоҙай Тәғәлә һәр боролош һайын аҙаштыра, үҙ язаһын бирә”, — тип тауға ҡарап илап ебәрҙе әсә. Ни хәтлем тауышланып илаһа ла, бөртөк тә күҙ йәше тәгәрәмәне, ул күптән кибеп бөткәндер инде. Баҫып ҡараны намаҙға. Буталды. Шомло уйҙар баҫты күңелен. Ниңәлер йәне томан эсенә тартылды. Бер ҡасан да ҡолағына салынмаған ҡурҡыныс ят тауыштар ишетте. Сәждәгә китә алмай аҙапланды, сөнки тауҙың һелкенеүен, алыҫтағы урмандан дейеүгә оҡшаған ҡоштар осоуын, ә тау башынан ғүмер буйы иҫенән сыҡмаған хәләле ҡул болғауын күрҙе, һин бит инде күптән мәрхүм, тип әйтеп ҡараһа ла, саҡыра, ҡулын болғай...

Шул ваҡыт әсәһе Гөлйыһандың тауышы тау ҡаяларын яңғыратты: “Ир рәнйеше ебәрмәҫ, ҡарғыштан ҡаты була, тигәйнем бит теге ваҡытта”. Әсә күҙен йомоп, ҡолағын баҫты, илап-һыҡтап ғәфү итеүен һораны иренең рухынан... Ғәҙәттәге, әлеге олоғайыу билдәһенең психик тайпылышы булдымы, әллә үҙен һәр ваҡыт “гонаһлымын” тип йөрөү һөҙөмтәһендәге ышаныу шауҡымымы — ни булһа ла, әсәнең донъяны бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡабул итеүгә күсеүе ине был.

Йәнә сәждәгә эйелгән булды. Тау эсендә Саҙиҡаның улын күрҙе. Күҙҙәре зәп-зәңгәр, ҡараңғылыҡты яҡтыртып, ҡулдарын һона. Ҡотҡар, ал мине!.. Сәждәнән тороп баҫһа, тау битендәге буш шешәләр өҫтөнән ер һелкетеп, лап-лоп атлап иҫерек улы килә. Бер ни аңламай әсә. Уның улы берәү ине лә. Бында Көнсыуаҡ битен йөҙәрләгән иҫерек ҡаплаған. Барыһы ла — үҙенең улдары. Был ни хәл: аҡса һорап ҡулдарын һоналар... Күҙҙәрен ике ҡулы менән ҡапланы Сәриә әбей. “Юҡ-юҡ, миңә берегеҙ ҙә кәрәк түгел, тик тау эсендәге улымдың улын һөйгөм килә...” Ҡырсынташлы тау юлынан көнбайышҡа, ҡараңғылыҡҡа атланы ла атланы. Ваҡыт та, көн менән төн дә, улы ла юйылды иҫенән... Уға бер кем дә, бер нимә лә кәрәкмәй...

Артынан ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгергән улын ишетһәсе...

— Әсәй, әсәй... — Ҡыҙыл эңерҙәге көслө тауыш, мәғрур ҡаяларға бәрелеп, тирә-йүнде һиҫкәндереп яңғыратты. — Мине эҙләп китеп барышыңмы-ы-ы? Хәҙер, хәҙер булырмын эргәң-дә-ә-ә-ә...

Ул бик тиҙ ҡыуып етте әсәһен. Туҙған аҡ сәстәрен һыйпап төҙәтте, матурлап, уңайлап яулығын ябындырҙы. Өҫтөндәге костюмын сисеп, әсәһен бала һымаҡ урап алды ла, уны күтәреп, ауылға табан атланы. Улы:
— Әсәй, бәхетеңде туҙҙырыусы булғанмын мин. Бынан ары бәхетеңде тыуҙырыусы, яҡлаусы булырмын. Тик мине ғәфү ит, әсәкәйем!
Юл ыңғайында, тау итәгенән төшкәс, уң яҡҡа боролған ерҙә: “Ике ҙур эҫкерт бесәнде мин ултырттым, күрәһеңме, әсәй. Ҡышҡылыҡҡа мал да туҡ, миңә лә эш етәрлек буласаҡ”, — тине. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс: “Мин үҙ аҡылымдамы, улым? — тип һораны Сәриә. — Беҙҙең малыбыҙ юҡ таһа...”

Улы:
— Булмаһа, булыр.

Әсә:
— Әллә күҙемә күренәһең? Улым, мейем шаулай шикелле. Бая һин тегеләй инең, әле тап, минеңсә...

— Үҙ аҡылыңдаһың, әсәкәйем. Һине тойоп, күтәреп килеүе миңә мең тапҡыр рәхәт. — Улының һүҙҙәренең моңо ҡолағын иркәләне, һәр һүҙе гипнозға әүерелде. Әйтерһең дә, Сәриәнең борсолоуҙары, ҡайғы-хәсрәттәре булмаған бер ҡасан да. “Үҙ ҡанымдың йылылығын тойғас — тынысмын. Ә бына зиһенемә Саҙиҡа менән ейәнемде йомғанмын. Йәшәүемдең мәғәнәһе улар”, — тине улының ҡулында бәүелеп барған әсә.

— Әсәй, мин бит мөхәббәттең ниндәй икәнен йәш саҡта уҡ татыным. Үҙемдең тайғаҡ юлға баҫыуым арҡаһында юғалтҡайным уны. Ә бөгөн килеп яратыуҙың ниндәй илаһи көскә эйә икәнен аңланым. Илама, тик ғәфү ит мине, әсәкәйем. Ә Саҙиҡа һәм минең улым беҙҙе өйҙә көтә.
 
Ғәфү ит, әсәкәйем!
Ғәфү ит, әсәкәйем!
Автор:
Читайте нас: