Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
21 Декабрь 2021, 19:33

Осраҡлыҡмы, әллә яҙмышмы?.. (Йөрәк сере)

Ҡайтҡанда, ышанаһығыҙмы, юҡмы, уның менән бер вагонда тура килдек! Мин уны шунда уҡ таныным.

Осраҡлыҡмы,  әллә яҙмышмы?.. (Йөрәк сере)
Осраҡлыҡмы, әллә яҙмышмы?.. (Йөрәк сере)

Бына нисәнсе көн инде һөйөү утында янам. Үлеп яратам, ҡыҙҙар, егеттәр! Көнө-төнө уның тураһында ғына уйлайым, хыялыйҙар булам.
Мин уны мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ яраттым. Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу тиҙәр бит әле, тап шул инде. Тик ул минән ун йәшкә ҙур. Өлкән апайымдың класташы. Улар кластары менән уҡыуҙы бөткәс тә ныҡ дуҫ булдылар, әленән-әле күрешеп-аралашып торҙолар, шуғалыр ҙа инде мине улар бәләкәй сағымдан яҡшы белде һәм үҙ һеңлеләре кеүек күрҙе. Миңә уларҙың шаярғанын күҙәтеү, хәбәрҙәрен тыңлап ултырыу шул тиклем оҡшай ине, әле һаман һағынып иҫләп алам шул мәлдәрҙе.
Миңә уның оҡшауын һиҙеп ҡалғас, апайым шул тиклем асыуланғайны. “Башыңдан алып ырғыт был уйыңды, ҡарт ул һинең өсөн!” – тип ҡыҙып алып киткәйне хатта, нимәләр генә әйтеп бөтмәне. Тәүҙә үҙемде яҡлап маташтым, ахырҙа беҙҙең был әйткеләшеү илаш менән тамамланып ҡуйҙы. Ул ваҡытта минең танауға яңы еҫ инә генә башлағайны, ун бер-ун ике йәш тирәһе булғандыр. Апайым шунан һуң мине ысынтылап контролгә алды, былар һөйләшеп ҡуймаһын, тип күҙәтеп кенә торҙо. Апайымдың һүҙҙәре шулай ҙа миңә ныҡ тәьҫир итте, шунан һуң уға күтәрелеп ҡарарға ла ҡыйманым, әммә миндәге уға ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуҙы арттырып ҡына ебәрҙе. Уның тураһында йышыраҡ уйлай башланым. Осрашырға, һөйләшергә юлдар эҙләнем. Әммә ул ғына миңә һаман бала-саға итеп ҡарауын дауам итте... Аҙаҡ, егеттәр менән дуҫлаша башлағас, үҙем дә һиҙмәҫтән уға оҡшағандарын һайларға тырышҡанымды һиҙҙем. Үҫмер саҡтағы хис шул тиклем дә күңелгә инеп ултырған булған икән.
Әле мин университетта икенсе курста уҡып йөрөйөм. Яңыраҡ Мәскәүҙә йәшәгән әлеге апайыма ҡунаҡҡа барғайным. Шул класташына булған мөхәббәтемде иҫләп: “Ну шунда ҡурҡытҡайның, әйтерһең, уның менән ысынлап йөрөп китәһең дә, шуға кейәүгә сығаһың”, – тип көлөп алды. Бик шәп, башлы егет икән, тик әле һаман буйҙаҡ. Утыҙға етеп бара бит инде!
Ҡайтҡанда, ышанаһығыҙмы, юҡмы, уның менән бер вагонда тура килдек! Мин уны шунда уҡ таныным. Апайым менән дә уның тураһында һүҙ булғанғамы, йөрәгем дөпөлдәне генә үҙен күргәс. Ул ысынлап та үҙгәргәйне, үҙемсә уға оҡшатҡан егеттәрҙе күҙ алдыма килтереп, көлөп ҡуйҙым. Алдымда торған егеткә тамсы ла тап килмәйҙәр.
Ул минең янға күсеп ултырҙы һәм беҙ, һөйләшә-серләшә торғас, ҡайтып еткәнсе яҡын кешеләргә әйләндек. Телефон номерҙарын алышып, тағы күрешергә һүҙ биреп айырылыштыҡ. Ул минең турала нимә уйлағандыр, әммә мин уға яңынан үлеп ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Беҙҙең көтмәгәндә шулай осрашыуыбыҙ, юл буйына икәүҙән-икәү ҡайтыуыбыҙ, нимә: осраҡлыҡмы, әллә яҙмышмы икән?..

Ләлә.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=девушка%20в%20вагоне%20в%20окно&from=tabbar&p=1&pos=61&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Ffocusequip.org%2Fwp-content%2Fuploads%2F2020%2F12%2Fa-woman-sitting-on-a-bus.jpg

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: