Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
14 Май 2022, 21:30

Айгиз Баймөхәмәтов кем булырға теләгән?

Хыялымдан тамам төңөлдөм. Был һүҙҙәрҙән һуң шул тиклем ғәрләндем. Бәлки, ул саҡта аяҡтарым, ысынлап та, кәкре булғандыр. Йылдар үтеү менән, шөкөр, төҙәлде. Ә был күңелде рәнйеткән һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡалды.

Айгиз Баймөхәмәтов кем булырға теләгән?
Айгиз Баймөхәмәтов кем булырға теләгән?

Етенсе класта уҡығанда әртис булам тип хыяллана башланым. Мәктәптә лә, балалар йортонда ла уҙғарылған бер концерттан да ситтә ҡалмайым. Йырлайым, бейейем... Тора-бара ауылдың билдәле “артисы” булып киттем. Кешеләр маҡтағанға ҡыуанып, үҙемдең хыялым хаҡында һөйләп ташлағанмын. Ә мәктәптә ундайыраҡ хәбәр берәүҙең ҡолағына салындымы — бөттө! Хәҙер үк бөтәһенә лә билдәле була.

— Һин көҙгөгә ҡарағаның бармы? — тине бер көн тиҫтерҙәремдең береһе. — Һинең һымаҡ кәкре аяҡты кем унда алһын?
Бүтән “артист булам” тип һөйләнмәнем. Хыялымдан тамам төңөлдөм. Был һүҙҙәрҙән һуң шул тиклем ғәрләндем. Бәлки, ул саҡта аяҡтарым, ысынлап та, кәкре булғандыр. Йылдар үтеү менән, шөкөр, төҙәлде. Ә был күңелде рәнйеткән һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡалды.

Ярай, артист булырға яҙмаған тип уйландым эстән генә. Ә шулай ҙа район үҙәгендәге ПТУ-ла уҡырға теләмәнем. Ул саҡта беҙҙе гелән шунда уҡырға ебәрәләр ине. Һүҙем юҡ, эшсе һөнәре бик хөрмәтле, кәрәкле ул. Әммә күңел ятмағас, ни ҡылаһың...

Ни өсөндөр Өфө ҡалаһы үҙенә ылыҡтырҙы шул саҡ. Инде баш ҡалаға барып, берәй университетҡа уҡырға инәм тип хыяллана башланым. Берҙе ауыҙ бешкәс, шишмә һыуын да өрөп эсәһең, тиҙәр бит. Был юлы университет тураһында берәүгә лә һөйләмәнем.

Шулай хыялланып, әллә ниндәй пландар ҡороп йөрөгәндә, класташым миңә үҙенсәлекле бүләк эшләне. Хотей статуэткаһын бирҙе. Ҡорһаҡлы, ауыҙы йырылған, ҡолаҡтары һалбырап торған бабай һынын күргәнегеҙ барҙыр.

— Был ябай әйбер түгел, — класташым бәләкәй генә һынды усыма һалды. — Хотей тип атала. Уны япондар бәхет килтереүсе Алла тип иҫәпләй. Әгәр берәй хыялың бар икән, Хотей һиңә ярҙам итәсәк. Бының өсөн көн дә ошо статуэтканың эсен 300 тапҡыр ышҡырға кәрәк. Ышҡығанда теләгеңде эстән генә ҡабатлайһың. Аҙаҡ хыялың тормошҡа ашҡанын үҙең дә һиҙмәй ҡалырһың.

Миңә шул ғына етә ҡалды. Хәҙер Хотейҙы ҡулдан төшөрмәҫтәй булдым. Көн дә йоҡлар алдынан шул статуэтканың эсен 300 тапҡыр ышҡыйым. Шул уҡ ваҡытта 300 тапҡыр “университетҡа инә алһам ярар ине” тип ҡабатлайым. Ҡайһы саҡ һандарҙа буталып китәм. Әгәр теүәл 300 мәртәбә эшләмәһәм, хыялым тормошҡа ашмаҫ тип ҡурҡам. Шуға тағы “контрольный” тип яңынан ҡорһағын ыуырға тотонам.

Күпме шулай эшләгәнмендер, хәтерләмәйем. Һәр хәлдә статуэтканың буяуы ҡойолоп, ҡорһағы ашалып, танымаҫлыҡ хәлгә әйләнеп бөттө.

ХI класты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә “Башҡортостан” гәзитенә эшкә алдылар. Журналист булараҡ хеҙмәт юлымды башланым. Тормошом көйләнде... Хыялым барыбер тормошҡа ашты.

Йылдар үткәс, теге класташым менән осраштыҡ.

— Айгиз, үҙеңә бүләк иткән әйберҙе иҫләйһеңме? — тине ул, йылмайып.
— Әлбиттә, хәтерләйем.
— Ә мин бит унда яңылышҡанмын.
— Нисек?
— Хотейҙың эсен көнөнә 300 тапҡыр түгел, ә өс тапҡыр ышҡыһаң да еткән икән...

Кеше тәбиғәте буйынса күп ғәмәлгә ышана. Ниндәйҙер һынға табына, уның ярҙамына өмөтләнә. Бәлки, был яҡшылыр ҙа, сөнки ни тиклем күберәк хыял, юғарыраҡ маҡсаттар менән йәшәйһең, шул тиклем улар тормошҡа ашыусан. Алла ярҙам итәме, кеше үҙе өлгәшәме — быныһы инде икенсе мәсьәлә.

Шуға ҙур хыялдар менән йәшәгеҙ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: