Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
26 Май 2022, 20:15

КЕЙЕЛМӘГӘН БАЛДАҠТАР...

Сәлимә сәсен йолҡоп илаһа ла, бәхетле минуттарҙы кире ҡайтарып булмай ине.

КЕЙЕЛМӘГӘН БАЛДАҠТАР...
КЕЙЕЛМӘГӘН БАЛДАҠТАР...

Сәлимә менән Ғайса оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәс, өйләнешергә ҡарар итте.

 Бөтә кәрәк-яраҡ алынды. Икеһе лә эшләгәс, аҡсалары мул ғына. Сәлимә иң матур күлдәк һайлағанда, Ғайса һөйгәненә тәү күргәндәй һоҡланып ҡарап торҙо. Бигерәк сибәр шул буласаҡ кәләше. Үҙенә лә костюмдың бына тигәнен һайланылар.

 Туйға бер көн ҡалғас, Ғайса йәнә Өфөгә барып ҡайтырға булды. Йәнә ниндәйҙер ваҡ-төйәк алырға кәрәк ине. Бар йомошон хәстәрләп, егет тыуған яғына ҡарай юл тотто. Радионан матур көй ағыла. Шул мәл йырсының:

“Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан

Көнләшеп тә үләрлек“, - тип йырлауынан һуң Ғайсаның кәйефе тағы ла күтәрелде. Туйҙан һуң диңгеҙгә барып, матур итеп ял итеп ҡайтасаҡ улар. Юлламаны алып та ҡуйған инде. Әле был хаҡта кәләше белмәй. Туйҙан һуң сюрприз эшләйәсәк.

 Матур уйҙар менән ул юл буйындағы Туғайлы ауылына еткәнен һиҙмәй ҙә. Бәй, бында армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫ егете йәшәй бит. Ашығыс булмағас, Ғайса уларға инеп сығырға ниәтләне. Егеттәр ҡосаҡлашып күреште. Дуҫы осрашыу хөрмәтенә бер аҡбашты килтереп сығарҙы.

 Ғайса: "Юҡ, сығарма, мин юл кешеһе", - тип ҡаршылашһа ла, хеҙмәттәше ишетергә лә теләмәне:

 - Ярай, ҡайтып еткәнһең тиерлек бит. Был тирәлә полиция йөрөмәй.

 Ысынлап та, ҡайтып етергә күп ҡалмағайны. Ошо ауылдан һуң бер тауҙы артылһа, уларҙың тыуған ауылы. Ни бары егерме километр самаһы булыр. Егеттәр шаҡтай һөйләшеп ултырҙы. Әллә ни күп эсмәһә лә, Ғайса ла йотҡоланы. Улар хушлашҡанда ҡаранғы төшөп килә ине. Күп эсмәгән кеүек тойолһа ла, шайтан һыуы егеттең зиһенен бер сама томалағайны. Ул тауҙы төшкәндә тиҙлеккә иғтибар итмәне. Ун минуттан өйҙә буласаҡ, кәләше көтөп торалыр...

 Әммә буласаҡ кейәүгә имен-аман килеш йортона ҡайтып инергә насип булманы. Бер артылышта руль һалмыш егеттең ҡулдарына буйһонмайса, тәгәрмәстәр текә юлдан икенсе яҡҡа ҡарай тәгәрәне. Ярҙамға кешеләр килеп еткәндә, Ғайса донъя менән хушлашҡайны ине...

 Бына шулай эскелек сираттағы йәш кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Матур хыялдар, шатлыҡтар бер минутта селпәрәмә килде. Сәлимә сәсен йолҡоп илаһа ла, бәхетле минуттарҙы кире ҡайтарып булмай ине. Өйҙә иһә туйы күлдәге, матур костюм, ике алтын балдаҡ бер тапҡыр ҙа кейелмәгән килеш ҡалды...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: