Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
19 Август 2022, 16:50

Улғынам

Гөлнур ҠЫУАТОВА (хикәйә) "Эй-й, кеше күңелендә нимә ятҡанын ҡайҙан беләһең инде! Ана, ғүмер баҡый күрше йәшәгән Лилиә кисә йәнемде көйҙөрҙө. “Ярты йыл буйы тыныслана алмайһың, Фәрит ағай. Үҙеңде ҡулға алырға кәрәк. Өйҙә үҙ балаларың ултырғанда үгәй малайың өсөн өҙгөләнәһең”, – ти. Асыуымдан саҡ һалып осорманым. Һин миңә үтә лә ҡәҙерлеһең, балаҡайым. Ошонда килһәм дә, күңелемә еңел булып ҡала..."Фәрит шулай һөйләнә-һөйләнә бер нисә ҡәберҙе таҙартты. Аҙаҡ, кәртәгә һөйәлеп, хәтирәләргә бирелде. 

Улғынам
Улғынам

Фәрит сынаяғындағы сәйен ҡоролай ғына эсеп ҡуйҙы ла, ҡатынының “Амин” тотҡанын да көтөп тормай, өҫтәл артынан ҡуҙғалды. Миңлегөл иһә исем өсөн генә тигәндәй, тоноҡ тауыш менән:
– Ашаһаңсы, – тип ҡуйҙы.
– Ашаным. Мин тегендә барып киләйем... Ер ҡарҙан асылды, таҙартырға кәрәк.
– Яңы йортҡамы?
– Юҡ. Унда ни эш ҡасмаҫ. Руслан янына, тим...
Ҡатыны тертләп китте. Алдындағы сәйен ҡабаланып эсергә тотондо:
– Аҙ ғына көт. Мин дә барам.
– Бөгөнгә йөрөмә. Ҡәберен, тирә-яғын таҙартып ҡайтайым да, иртәгә йәки кесе йомала икәүләшеп барып, сәскәләр, шыршы үҫентеһе ултыртырбыҙ, – эйәреп ҡуймаһын тигәндәй, Фәрит ҡабаланып өйҙән сыҡты ла, матайына ултырып, ауыл осона табан елдерҙе.
Зыярат ҡапҡаһын асып инде лә үҙҙәренең араһы ятҡан яҡҡа үтте.
– Һаумы, улғынам. Бына, бөгөн дә килдем әле. Һағындыраһың бит, түҙер әмәлдәр ҡалманы, – сәстәре саллана башлаған ир бер ҡәбер янына барып сүгәләне лә, бағанаға беркетелгән фотоға ҡарап, һөйләшә башланы. – Үткән аҙнала ла, кисә лә килгәнде әсәйеңә әйтмәнем. Ул да бик бөтөрөнә. Ошо арала икәүләп килербеҙ әле. Бәлки, Сәлимә һеңлеңде лә алып килербеҙ. Ә бөгөнгә яңғыҙым килдем. Тынлыҡта ултырайым, тим. Һинең менән һөйләшә-һөйләшә ҡартайың менән Хәмзә олатайыңдың ҡәберен таҙартайым. Быйыл көҙгөлөккә һиңә ҡәбер ташы ҡуйҙырырға һөйләштек. Класташтарың, ярҙамдан булһын тип, аҡса алып килгәйне. Мулла ла гүр хәйереңде алыуҙан баш тартты бит. “Бигерәк йәшләй китте, фәрештә йәнле бала булды. Һеҙҙең дә сығымлы сағығыҙ. Өйөгөҙҙө эшләп бөтөрөгөҙ, бер-бер артлы тағы өс балағыҙ үҫеп килә. Ҡулығыҙ оҙайғас, һарыҡ алып, ҡорбан салдырырһығыҙ”, – тине. Тик һиңә тип инселәгән аҡсаны башҡа эшкә тотонғо килмәй, шуға ҡәбер ташы эшләтербеҙ. Эй, балаҡайым, етешмәгән донъя артынан ҡыуып, һиңә әллә ҡасан уҡ вәғәҙәләгән планшетты ла алып булманы бит. Иҫке ноутбук менән йөрөгәнгә курсташтарың көлмәнеме икән? Үҙең дә зарланырға яратманың шул. Былай ерләргә килгәндәрендә ҡарап торҙом, иптәштәрең бик итәғәтле, аҡыллы балалар кеүек күренде. Һинең үлемеңә ныҡ ҡайғыралар. Эй-й, кеше күңелендә нимә ятҡанын ҡайҙан беләһең инде! Ана, ғүмер баҡый күрше йәшәгән Лилиә кисә йәнемде көйҙөрҙө. “Ярты йыл буйы тыныслана алмайһың, Фәрит ағай. Үҙеңде ҡулға алырға кәрәк. Өйҙә үҙ балаларың ултырғанда үгәй малайың өсөн өҙгөләнәһең”, – ти. Асыуымдан саҡ һалып осорманым. Һин миңә үтә лә ҡәҙерлеһең, балаҡайым. Ошонда килһәм дә, күңелемә еңел булып ҡала...
Фәрит шулай һөйләнә-һөйләнә бер нисә ҡәберҙе таҙартты. Аҙаҡ, кәртәгә һөйәлеп, хәтирәләргә бирелде. Бынан 18 йыл элек бер туған Айгиз ағаһы менән күрше районда йәшәгән таныштарына мунса бураһы эшләргә ялландылар. Бесән башланғансы, тип барып, эш башлап ебәрҙеләр. Йәш, дәртле саҡтары. Көнө буйы балта тотоп йөрөһәләр ҙә, йәшлек үҙенекен итә.
– Апай, ауылда клуб бармы? Киске уйындар үтәме?
– Клуб ни, бар инде ул. Тик киске уйын үткәрерлек йәштәр юҡ шикелле. Аҙна аҙағына ситтә уҡығандар ғына ҡайтһа, бер аҙ музыка доңғолдата торғандар.
– Күңелһеҙ икән...
– Ярай, эш менән булғанда былай ҙа арыйһығыҙ. Аҙна аҙағында күршеләргә мунса яғырмын, клубҡа ла сығырһығыҙ.
Тик аҙна аҙағына Фәриттә бөтөнләй клуб ҡайғыһы ҡалманы. Урмандан тәүге йөк ағасты алып ҡына ҡайтҡайнылар. Сәй эсеп сығыуҙарына трактор янында 3 – 4 йәштәге бот буйы малай тора ине.
– Ағай, мине лә ултыртып йөрөт әле. Әтеү башҡа малайҙар көн һайын йөрөй. Ә минең бер тапҡыр ҙа ултырғаным юҡ.
Айгиз ағаһы балаға бөтөнләй иғтибар итмәй үтеп китте. Ә Фәрит сөм-ҡара етек сәсле, янып торған ҡарашлы малайға битараф ҡала алманы.
– Исемең кем?
– Руслан. Күрше малайы.
– Бына нимә, күрше малайы. Беҙ бөгөн урманда көнө буйы булабыҙ. Улай оҙаҡҡа ата-әсәйең дә ебәрмәҫ. Ә бына иртәгә йыҡҡан ағастарҙы ташыйбыҙ. Шунда бер тапҡыр ултыртып алып барырмын, йәме.
– Ярай. Тик һин онотма!
– Вәғәҙә бирәм!
Иртәнсәк йоҡонан тороп сығыуға бәләкәй малай ҡапҡа төбөндә тора ине инде.
– О, урмансы, һин әҙерме? Тамаҡ ялғаныңмы һуң?
– Эйе. Әсәйем беҙгә урманда ашарға бәлеш менән ит тә һалды әле.
– Афарин. Беҙ хәҙер әҙерләнеп сығабыҙ.
Руслан көнө буйы уларға эйәреп йөрөнө. Кәрәкмәгән ергә ҡыҫылманы, һорамаһаң, һүҙ ҙә ҡушманы. Бары тик трактор йөрөткән саҡта ғына ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирә ине.
– Ағайҙар, ә был тракторҙың 100 ағасты бер юлы һөйрәтергә көсө етәме ул?
– Ә буксовать итһә, ерҙе ныҡ соҡоймо?
– Юлһыҙ ерҙән йөрөй аламы?
– Салауат ҡалаһына ошо трактор менән барып етеп буламы? Нисә көн барырға?
Шул көндән Фәрит Русланға эйәләште лә китте. Тегеһе лә көнө буйы уның янында ураланды. Айгиз дә яйлап ирене, тәүге осорҙа:
– Аяҡ аҫтында буталма әле! Башыңа ағас юнысҡыһы бәрелһә, беҙгә бәлә булаһың бит, – тип ҡысҡыра ине. Хәҙер иһә малай оҙаҡ ҡына яндарына килмәһә: – Теге ҡыҫтырылғыс ҡайҙа юғалды әле ул? – тип тирә-яғына ҡарана башланы. Клуб ҡайғыһы китте, Фәрит эштәрен тамамлағас, ҡараңғы төшөп, күрше йорттан: “Русла-а-а-ан!” – тигән ҡысҡырыу ишетелгәнсе малайҙы һөйләндереп ултырыр булды.
Хужалар ҙа ул малайҙы әллә ни итеп тора. Төшкө йә киске аш мәле етһә, уны ла табынға саҡыралар. Өйҙәрендә бер кем булмаһа, баш тартмай. Ә башҡа ваҡытта:
– Өләсәй менән ҡартатай, минһеҙ сәй тәмле булмай, тиҙәр. Өйгә ҡайтып ашайым. Һуңыраҡ тағы килермен, йәме? – тип сығып китә. Бер көн Фәрит тәмәкегә тип магазинға барҙы ла Русланға тип күпләп тәмлекәстәр алып ҡайтты. Яңы танышы был юлы ла уны шаҡ ҡатырҙы:
– Рәхмәт. Тик бындай ризыҡты артыҡ күп ашарға ярамай. Тәме лә, ҡәҙере лә китә. Саҡ-саҡлап, һағынып ашаһаң ғына тәмле була ул. Шуға эшләгән аҡсағыҙҙы икенсе юлы әрәм итмәгеҙ, берәр һағыҙ менән лимонад алһағыҙ, етер.
Айгиз ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Был аҡылды һиңә кем өйрәтте? Эләккән саҡта күп итеп ашап ҡалырға кәрәк!
– Юҡ инде. Күп итеп икмәк менән ит, бутҡа ашарға кәрәк. Файҙаһы күберәк. Был турала “Йома” тапшырыуында һөйләнеләр.
– Ничесе! Һин әллә “Йома” тапшырыуын да ҡарайһыңмы?
– Эйе, доғалар ҙа уҡыйым. Өләсәйем өйрәтте. Ауылда мәсет юҡ, булһа, унда ла барыр инем.
– Әтеү үҫкәс мулла булаһыңмы?
– Юҡ, агроном булам.
– Ашлыҡ үҫтерәһеңме?
– Эйе. Тағы ла дарыу үләндәре үҫтергем килә. Кү-ү-үп итеп.
– Уныһы нимәгә инде?
– Олатайым менән өләсәйемде дауаларға. Атайым да бит ауырып үлде.
– Һинең атайың юҡмы ни?
– Юҡ шул. Шуға тракторҙа ла йөрөгәнем юҡ ине, машинала ла. Олатайҙың аты бар ул, тик яландан тотоп алып ҡайтыуы уға ауырыраҡ.
– Улайһа, һиңә агроном түгел, табип булырға кәрәк. Ауырыуҙарҙы улар дауалай бит.
– Улар атайыма ярҙам итә алмаған шул. Ә дауаға яраҡлы шифалы үлән беҙҙең яҡта булмаған. Себерҙә генә үҫә, ти. Ә мин үҫкәс, уларҙы өйҙә үҫте­рәсәкмен.
Йәлләү тойғоһонанмы, әллә ололарса фекер йөрөткән малайға һоҡ­ланыу­ҙанмы, Фәрит көнө-төнө тигәндәй Руслан тураһында ғына уйлана башланы. Бер көндө кис хужаларҙан күршеләр тураһында ныҡлап һорашырға тотондо.
– Бик һәйбәт кешеләр. Тик Миңлегөл ире менән өс йыл ғына йәшәп өлгөрҙө, яман ауырыуҙан мәрхүм булып ҡалды. Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр ине, ата-әсәһе янына кире күсеп ҡайтты ла балаһын кеше итәм тип тырышып-тырмашып эшләп йөрөй. Тегендә кеше фатирында йәшәгәнсе, бында, исмаһам, үҙ өйөбөҙ, ти. Тик ауылдың эш хаҡы ла ауылса ғына бит инде. Төшкә тиклем мәктәптә ашарға бешерә, төшкән һуң магазинда һатыусы булып эшләй. Әлдә малайы аҡыллы. Әллә етем булғанға үҙен кәм тоямы, әллә үҙе шулай сабырмы – бер шаярып, эш боҙоп йөрөмәй, – Айгөл күршеләре тураһында насар һүҙ әйтмәне.
Эштәре тамамланыуға табан бара ине инде, Фәрит менән Айгиз янына бер көндө уртаса матурлыҡтағы 30-ҙы үткән ҡатын килеп һүҙ ҡушты:
– Һеҙҙең менән танышайым тип килдем әле. Минең малайҙы әсир иткән ниндәй Фәрит менән Айгиз ағайҙар икән, тим. Руслан һеҙҙе көн һайын аптыратып бөткәндер инде. Кешене бимазалама, тип әйтеп тә ҡарайым, тик үҙем өйҙә булмағас, ҡарап тороп булмай, көнө буйы ошонда бутала.
– Һис кенә лә аптыратмай, – Фәрит йылмайып ебәрҙе. – Ул килһә, беҙгә, киреһенсә, күңелле. Ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Бигерәк аҡыллы улығыҙ бар.
– Аллаға шөкөр. Күҙ генә теймәһен инде. Берҙән-бер йыуанысым бит ул. Ҡасандан бирле, тракторҙа йөрөгөм килә, тип ауыҙ һыуы ҡорой ине. Рәхмәт инде һеҙгә. Шуға бөгөн сәйгә инегеҙ, тип әйтергә индем. Мунса ла яғырмын. Әтеү күршеләр рөхсәт һорап ҡына яға, көн һайын һорарға уңайһыҙ­ланаларҙыр. Эш менән йонсоған кешегә мунса дауа бит ул.

Кискеһен шулай итеп егеттәр Русландың ғаиләһе менән танышты. Эштәрен тамамлап, үҙ ауылдарына ҡайтҡас, Фәрит күңеленә йәм таба алмай йонсоно. Клуб юлын да онотто. Йәш дуҫын һағына ине ул. Бер көндө ағаһының машинаһын алды ла, күрше районға юл тотто. Ҡапҡанан барып инеүгә, Руслан йүгереп килеп ҡосағына атылды:
– Фәрит ағай! Мин һине ныҡ һағындым бит ул! Уйнағым да килмәй, ашағым да килмәй. Һине уйлап тик йөрөйөм...
– Мин дә, улғынам, мин дә... – бүләккә алып килгән тракторын малайға тотторҙо ла, – Әсәйең өйҙәме? – тип һораны.
– Эйе. Картуф утап йөрөй.
– Әйҙә янына барабыҙ. 
Уларҙы күргәс, Миңлегөл аптырап китте:
– Бәй, ҡунаҡ бар икән! Тағы ла берәйһенә мунса бурарға килдегеҙме әллә? Әйҙәгеҙ, сәй эсергә өйгә инәйек. Ҡунаҡ көтмәгәйнек, әлбиттә...
– Эш менән дә йөрөмәйем, ҡунаҡҡа ла килмәнем. Тура һиңә тапҡырланым инде, – Фәрит яңы ғына башына килгән фекерен әйтеп һалды. – Һине үҙемә кәләшлеккә димләргә килдем.
Миңлегөл тамам аптырап, ҡатып ҡалды:
– Нисек? Беҙ бит бер-беребеҙҙе бөтөнләй белмәйбеҙ. Бер генә күрешеп, өйләнешеп булмай инде. Яратышмай, нитмәй тигәндәй...
– Йәшәй-йәшәй өйрәнербеҙ. Ҡаҡмаҫмын, һуҡмаҫмын. Русланды ла яҡын күрҙем. Иң мөһиме шул бит... – ир артығыраҡ ысҡындырғанын аңланы. Кәләш алырға килгән, ти берәү. Үҙең оҡшайһың, тиер урынға улыңды яҡын күрәм, тип тор инде...
Әммә ҡатын ул турала уйланманы ла.
– Ҡайҙа, кем менән йәшәйәсәкбеҙ? Һинең үҙ донъяң бармы ул? Ҡайҙа эшләйһең? Ҡара әле, бер беребеҙ тураһында бөтөнләй белмәйбеҙ бит!
– Мин ата-әсәйем менән йәшәйем. Өйләнмәгән ағайым да бар. Дөрөҫөн әйтәм, улар минең ниәтте әлегә белмәй. Әгәр ҡаршы килерҙәй булһалар, бында килеп йәшәргә лә ризамын, ситкә сығып китергә лә. Иң мөһиме – беҙ бергә булырға тейеш.
– Ярай улайһа, һин үҙеңдекеләр менән һөйләш, кәңәшләш. Әгәр уйыңдан кире дүндермәһәләр, ҡабат килерһең. Беҙҙекеләргә шунан ғына хәбәр итербеҙ. Ә хәҙер, әйҙә, сәй эсергә инәйек.
Ысынлап та, кесе улдарының ағаһынан уҙып, етмәһә үҙенән ете йәшкә оло балалы бисәгә өйләнергә теләүен белгәс, атаһы менән әсәһе оло дауыл ҡуптарҙы.
– Үткән айҙа ғына ауылда, һине үрге остан Розалия менән йөрөй, тигән һүҙ сыҡҡайны. Анауындай сибәр, йәш ҡыҙҙы ташлап, кем бисәгә өйләнә? Сихырлағандыр ул. Ағайың әйтте инде, сәйгә саҡырҙы, мунса индерҙе, тип. Тиккә булмаған икән... – тип сеңләй башлаған әсәһен егет ҡаты ғына итеп туҡтатты:
– Етте, әсәй! Аңды-тоңдо белмәйенсә һөйләнмә. Мин өйләнергә хәл иттем. Уйымдан кире ҡайтмайым. Ауылда ҡаламмы әллә өй кейәүе булып күсеп китәмме – һеҙҙән тора. Башҡаһын үҙем хәл итәм.
Һыҡрана-һыҡрана ғына күнде әсәй менән атай кеше. Улдарының балалы бисә алыуы ауылдаштары алдында бер оятлы итһә, ҡаршы тороуҙарына үс итеп Фәрит өй кейәү булып, бисә йортона китһә, мәңгелек рисауай булырбыҙ, тип ҡурҡты улар.
– Кәләш алыуыңа беҙ риза, – тине ғаилә башлығы тешен ҡыҫып ҡына. – Тик бер нисә йыл никах менән, яҙылышмай ғына йәшәйһегеҙ. Ҡарайыҡ, һынайыҡ, тигәндәй, аҙаҡ ҡарарбыҙ.
Икенсе аҙнаһына егет тағы күрше районға юлланды. Тик бында ла бер үҙ һүҙле бабай бар ине. Дамир ҡарт ҡыҙының, кейәүгә сығам, тигән һүҙен ҡабарған күркә кеүек ҡабул итте:
– Үҙең теләһә нимә тип хәл ит, ҡаршылығым юҡ. Әммә ете ят әҙәмгә эйәртеп, сит яҡҡа баланы ебәрәһем юҡ. Руслан минең менән ҡала. Үҙем иҫән саҡта берҙән-бер ейәнемде үгәй ҡулына бирәһем юҡ!
Фәрит аптырап ҡалды. Бер аҙ фекерен төйнәп ултырҙы ла (яңылыш ҡына бала өсөн генә өйләнәм, тип әйтеүҙән ҡурҡты ул), ипләп кенә әйтә ҡуйҙы:
– Өйләнһәм, бала менән алам. Әгәр Руслан бында ҡала икән, Миңлегөлдө лә алып ҡайтмайым. Ғаилә тормошон сабый баланы илатып, икеһен ике ерҙә ҡайғыртып башламайбыҙ инде. Әллә ул әсәһенән айырылыуҙы еңел генә үткәрер, тип уйлайһығыҙмы? – Шуны ғына көткән кеүек, Руслан уның алдына килеп ултырҙы. – Йә, улым, беҙгә барырға ризаһыңмы?
– Ҡунаҡҡамы?
– Юҡ, бөтөнләйгә. Әсәйең менән беҙ бергә йәшәй башлайбыҙ.
– Һин минең атайым булаһыңмы?
– Әгәр һин ҡаршы килмәһәң, булам.
– Юҡ, ҡаршы түгелмен. Барам...
Башҡаса ҡаршы һүҙ һөйләүсе булманы. Нүрзиә әбей менән Кәрим бабай ҙа килендәрен матур ҡаршы алды. Һөйкөмлө һөйәк – Руслан уларҙы тәү ҡараштан әсир итте.
– Һеҙҙе лә өләсәй менән ҡартатай, тип йөрөтһәм буламы? Беҙгә Мәрфүғә тигән инәй килеп йөрөй, шул мине күргән һайын: “Өләсәһе менән ҡартатаһы булған бала теүәл бәхетле, аҡыллы була ул”, – тип ярата торғайны. Хәҙер атайлы ла булдым. Бәхетем ысынлап теүәлләнде, – тип хәбәр һөйләгәйне, Кәрим бабай тубығына ултыртып та алды.
– Беҙҙең бала! – тиер ине мәрхүмкәй ҡунаҡ-маҙар килһә лә, урамға сыҡһа ла. 
Улын үҙ күргән ғаиләгә Миңлегөл сәсе менән иҙән һеперерҙәй булып тырышты. Ҡайны-ҡәйнәһенә лә, иренә лә, башҡа туғандарына ла яраны. Фәрит тәүге осорҙа Русланды араларына һалып йоҡлай ине. Яратыуын, һағыныуын баҫа алмай йонсоно. 2 – 3 ай ваҡыт үткәс кенә ҡатыны менән аулаҡ ята башланылар. Яйлап аралары эҫенде, яратыу ҙа барлыҡҡа килде. Ҡатын был иренә лә өс бала табып бирҙе. Тик Фәрит барыбер Русланды нығыраҡ яратты. Үҙенекеләр күберәк әсәләре ҡарамағында булды. Ә ҙурын көтөү көтһә лә, урманға барһа ла, йылға буйына балыҡҡа төшһә лә эйәртеп ала торғайны.
Руслан яратмаҫлыҡ та түгел ине шул. Кескәй саҡтан ололарса фекерләгән бала ҙурайғас бигерәк аҡыллыланды. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, аграр университетҡа уҡырға инде. Эскелек, тәмәке тартыу кеүек яман ғәҙәттәргә битараф булды. Эшкә лә шәп ине. Атаһы менән һәр эште кәңәшләшеп башҡарҙы. 8-се класты тамамлағас, Фәрит янына килеп ултырҙы ла:
– Атай, Дамир ҡартайымдарға мине эҙләп, үҙ атайымдың туғандары килгән. Улар менән аралашыуға һин ҡаршы түгелме? – тип һораны. Тәүҙә ир аптырап ҡалды, нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ килде.
– Әллә инде. Һинең тормошоң бит, үҙең хәл ит...
– Һин бит уны алыштырҙың. Шуға һинән рөхсәт һорайым. Ҡурҡма, атай, мин һине ташламайым, – тине.
Рөхсәт бирҙе Фәрит. Мөнәсәбәте боҙолмаҫмы, тип оҙаҡ ҡына ҡурҡып та йөрөнө. Бәхеткә күрә, барыһы ла элеккесә ҡалды. Үҙ атаһының туғандары Мәскәүҙә йәшәй икән, Башҡортостанға һирәк ҡайталар. Шуға артабан аралашыуҙары башлыса телефон аша дауам итте. Ҡартатаһының өйөн һатҡас, вариҫ булараҡ Русланға ла өлөш сығарҙылар. Ул 400 мең һумға яҡын аҡсаны алып ҡайтып, атаһы менән әсәһенә тапшырҙы.
– Нимәгә тотонһағыҙ ҙа ризамын. Минән һораһағыҙ, яуабым шундай. Университетты бөткәс, йәшәргә ауылға ҡайтам. Шуға өй башлаһаҡ та була. 
Ике йәйҙе Фәрит менән Рөстәм төҙөлөш менән үткәрҙе. Быйыл йәй диплом алырға, эш башларға һәм яңы йортто туйларға ниәтләнә ине. “Ә кәләш?” – тип һорауҙарына, ул йылмайып: “Уныһы икенсе йылға ҡала”, – тип яуапланы. Тик быларҙың барыһы ла уға насип булмаған икән. Декабрь урталары ине. Ауыл хакимиәтендә эшләгән Айгиз ағаһы килеп инде. Йәшләнгән күҙҙәренә, ҡара янған йөҙөнә ҡарап, Фәрит нимәлер булғанын һиҙенде.
– Ҡустым, сығып тор әле. Килен менән һөйләшеп алайыҡ...
– Нимә булды?
– Һине аҙаҡ саҡыртырмын. – Фәриттең күңелен шом баҫты. “Руслан, улғынам...” – мейеһен шунда уҡ ошо уй ярып үтте.
– Улыма нәмә булған?!
– Ғәфү ит, ҡустым. Ауыр хәбәр алып килдем. Мейеһенә ҡан һауған, ти. Бөгөн иртәнсәк вафат булған. Университеттан шылтыраттылар. Барырға кәрәк. Йыйына тороғоҙ, берәр сәғәттән юлға сығырбыҙ.
Артабан нимәләр булғанын Фәрит яман төш кеүек кенә хәтерләй. Документтар юллау, ерләү мәшәҡәттәре, Ҡөрьән ашы, килгән-киткән туғандары, дуҫтары... Күңеле ҡатҡайны, илай ҙа алманы. Бары тик Русландың йәшәгән дөйөм ятаҡ бүлмәһенән әйберҙәрен алырға барғас ҡына, түгелеп-түгелеп илай алды. Бергә йәшәгән Урал тигән егет: “Ағай, быны ерләргә барғанда алып барырға онотҡанмын. Һеҙҙең туған көнөгөҙгә тип, үлер алдынан ғына Руслан алғайны”, – тип төргәк бирҙе. “Донъялағы иң яҡшы кешегә” тип яҙылған ҡумта эсенә тәмлекәстәр тултырылғайны. Ә бәләкәй генә открыткаға: “Бәхеттең тәме лә, ҡәҙере лә сикһеҙ” тип Руслан үҙ ҡулдары менән яҙып ҡуйған.
Бына әле лә улы тураһындағы хәтирәләрҙән, Фәриттең күҙҙәренән йәштәр аҡты ла аҡты. Бер аҙ күңеле бушанғас, ул тырмаһы менән һәнәген кәртә ситенә һалды ла, ҡайтырға йыйынды.
– Ярай, улғынам, мин ҡайтайым. Ошо көндәрҙә тағы килербеҙ. Шап-шаҡтай йөрөп, ҡапыл ғына вафат булдың да ҡуйҙың шул. Ышанғы ла килмәй. Сабыр итеүҙән тыш әмәлдәр юҡ. Бергә йәшәгән 18 йыл 18 көн кеүек үткән дә киткән икән. 23-дө лә тултырмай китеп барҙың. Үҙ баламдай яраттым, һаман да яратам, улым. Моғайын, риза булып киткәнһеңдер. Ә мин һинән риза: үтә лә бәхетле атай иттең...
Зыярат ҡапҡаһын сығып барған 44 йәшлек ирҙең сал сәстәренә, ҡайғы баҫҡан яурындарына ҡарап, яҙғы болоттар ҙа илай башланы. Әммә ул ямғыр тамсыларын да һиҙмәй, ҡапҡа тышына ҡуйған матайын да онотоп, ауыр аҙымдар менән ауыл яғына ыңғайланы.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: