Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
8 Март , 19:30

Егетем эҙһеҙ юғалды

Киноға алып барғаны ла булды. Дискотекала ла рәхәтләнеп бейегәйнек. Ҡосаҡлашып паркта йөрөй торғайныҡ...

Егетем эҙһеҙ юғалды
Егетем эҙһеҙ юғалды

“Матур итеп хат алыша инек. Әллә нисә тапҡыр кафела һыйлағайны. Киноға алып барғаны ла булды. Дискотекала ла рәхәтләнеп бейегәйнек. Ҡосаҡлашып паркта йөрөй торғайныҡ... Матур һүҙҙәр һөйләне. Һауанан Айҙы, йондоҙҙарҙы алып бирерҙәй ине! Һыуға төшкән һымаҡ юҡ булды ла ҡуйҙы!”

Егетенең күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сығыуына аптыраған ҡайһы бер ҡыҙҙар өсөн был – көтөлмәгән бәлә. Оҡшатып өлгөргән кешеһен кемдәрҙер интернеттан тәүге көндәрҙә үк эҙләй башлай. “Бәйләнештәр” селтәрендә, “Класташтар”ҙа үҙенең битенә ҡасан, нисәлә инеп сыҡҡан? Кемдәрҙе дуҫлыҡҡа алған? Кем менән бер үк сәғәттә онлайн булған? Ватсап тураһында һүҙ ҙә юҡ. Нисәлә күренгән, ҡара исемлеккә индермәгәнме? Аватаркалағы фотолары алышынмағанмы? Ватсаптағы статуста яңғыҙ күренәме әллә берәй ҡыҙ менәнме? Ошондай төрлө шикле һорауҙарҙан башы ҡайнаған ҡыҙ аҡылдан яҙыр сиккә етә. Ысынлап та, ни өсөн ҡапыл ғына юғалды һуң ул? Әллә берәй насар һүҙ әйтеп ысҡындырҙымы егетенә? Үҙ-үҙендә соҡона торғас, ҡыҙ йоҡонан яҙа. Телефонынан айырыла алмай. Бер секундҡа ла. Һөйгәне шылтырата ҡалһа, телефонды ваҡытында алмаһа, уныһы асыуланыр. Икенсе егет тапҡан, тип уйлар. Ә ҡыҙ бит уны ғына уйлай. Иртән торһа ла, кис ятһа ла. Көндөҙ ҙә башынан сыҡмай егете. Мейеһе бер үк кадрҙарҙы әйләндерә лә әйләндерә. Ауыр уй ҡыҙға уҡыуҙа ла, эштә лә ҡамасаулай. Уйын, аңын томалап алған бит! Ә донъя яҡтырып, дәрт ҡабынып китер өсөн егетенең бер генә һүҙе етә! Ярай, шылтыратмаһын да, ти. Ватсаптан бер смайлик булһа ла ебәрһә ни булған!
Бына шундай ҡоллоҡҡа алып килә ул билдәһеҙлек. Ҡайһы бер егеттәр шундай ысул менән ҡыҙҙарҙы үҙенә тағы ла нығыраҡ йәлеп итә, йәмһеҙ итеп әйткәндә – йәбештерә. Манипуляция, тип атала был. Кешенең баһаһын төшөрә, кәмһетә, түбәнһетә торған насар, аяуһыҙ уйын. Һарыға һабышҡан, тиҙәр бит ғишыҡ утында янған кешене. Әйткәндәй, мөхәббәтте Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы психик ауырыуҙар иҫәбенә индерә. Уның халыҡ-ара шифры – F 63.9. Һөйөү алкоголизм, токсикомания, клептомания кеүек ауырыуҙар менән бер рәттә тора. Уртаҡ симптомдар:
— икенсе кеше тураһында бер туҡтауһыҙ уйлау;
— кәйефтең үҙгәреп тороуы;
— үҙең тураһында юғары фекерҙә булыу;
— үҙеңде йәлләү;
— йоҡоһоҙлоҡ;
— аңһыҙ, импульсив ҡылыҡтар;
— ҡан баҫымының бер күтәрелеүе, бер төшөүе;
— баш ауыртыу;
— аллергик реакция;
— ныҡышмалы идея синдромы.
Ғашиҡтарҙы мөхәббәт уттан алып һыуға һала, берсә ергә атып бәрә, берсә күккә сөйә. Ә манипулятор егет ҡыҙҙарҙы ҡурсаҡ кеүек уйната. Билдәһеҙлек менән ҡаңғыртып, үҙенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Бергә саҡтағы матур ваҡиғаларҙы башында бер туҡтауһыҙ әйләндергән ҡыҙ өсөн һөйгәне донъялағы иң мөһим, иң яҡын, иң ҡәҙерле кешегә әйләнә. Шунан... Көтөп-көтөп көтөк булғас, аңлашып ҡарар өсөн социаль селтәрҙәрҙә хат яҙып ебәрә. Ә егет уның яҙмаһын уҡып та ҡарамай. Ул бит мине генә ярата ине, тимәк, минән башҡаны осратҡан, тип ярһыған ҡыҙ ныҡышып яҙыуын дауам итә. Шылтырата. “Телефонды алмай. Тимәк, уның янында икенсе ҡыҙ бар”, – тигән фекергә килә яуапһыҙ мөхәббәт утында янған ҡыҙ. Ул егет ҡыҙға һулар һауа, эсер һыу кеүек кәрәк була башлай. Бәхет өсөн көрәшәм, ул минеке генә булырға тейеш, миңә ҡарата хисе бар ине бит, тип ҡыҙ уны эҙәрлекләргә тотона. Маҡсаты – егетте киренән үҙенә ҡаратыу, үҙен яраттырыу. Ә яраттырыу өсөн барыһына ла риза ул. Хатта түбәнселеккә төшөп, эйәреп йөрөргә лә, бер-бер артлы хаттар яуҙырырға ла. Ә егетенә ҡыҙҙың былай ҡыланыуы оҡшай микән һуң?
Беҙ, башҡорт ҡыҙҙары, тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ яҡлы. Егет кеше шылтыратырға, тәүләп яҙырға тейеш, тигән фекер ҡаныбыҙға һеңгән. Әммә аралашып йөрөгән йәрең ҡапыл юҡҡа сыҡһа, хәлде асыҡлар өсөн башлап берәй һүҙ яҙып ҡарарға кәрәктер, тип уйлайым мин. “Сәләм! Һинән хәбәр булмағас, борсолам әле. Хәлең нисек?” һымағыраҡ. Артығы кәрәкмәй. Ошо яҙмаң яуапһыҙ ҡалһа, ул смс-ты күреп тә, уҡымамыш булһа, барыһы ла аңлашыла. Һине һанға һуҡмаған әҙәмде, өс тин дәрәжәңде бер тингә төшөрөп әрләү файҙаһыҙ. Ул бит ошо өнһөҙлөгө менән энергияңды һура. Бәлки, һинең генә түгелдер. Донор иҫәбенә йәшәүселәр аҙ түгел был донъяла.
Һәр нәмәлә сама кәрәк, тиҙәр бит. Һарыуың ҡайнағанда ла сабыр булыуың хәйерле. Ҡыҙған баш менән егетеңде дөрөп ташларһың да, аҙаҡ үкенеүең бар.
Ә ир-егет ни өсөн юҡҡа сыға? Психологтар бының сәбәптәрен ошолай аңлата:
һиңә эҫенеүҙән ҡурҡа;
уның икенсе ҡыҙы бар;
уға һинең менән ҡыҙыҡ түгел;
ул ауырып киткән йә эшһеҙ ҡалған. Шуға күрә депрессияға бирелгән;
айырылышҡыһы килә, тик был турала тураһын әйтеүҙән ҡаса.
Егетеңдең бер нимә лә аңлатмайса эҙһеҙ юғалыуы ла уның һиңә ҡарата тамсы ла ихтирамы юҡлыҡты күрһәтә. Ул һине генә түгел, ихлас хис-тойғоларыңды ла һанға һуҡмай. Бында бер кемдең дә ғәйебе юҡ. Тимәк, ул һинеке түгел. Аҙаҡ илаулап кире килһә лә, аралағы мөнәсәбәттәр яйланып китһә лә, ул бер мәл һине илатып, тағы ғәйеп буласаҡ. Юғалған арала үҙ тормошо менән йәшәп, бүтән ҡатын-ҡыҙҙар менән сыуалып, күпмелер ваҡыт үткәс, тағы ишегеңде килеп ҡағасаҡ. Шундай кешегә нисек ышанаһың? Бер ғәфү итеп, уның алдағына ышанып, яҙмышыңды ялғап киттең, ти. Икенсе тапҡыр ул һиңә кире ҡайтты, ти. Күпме йәшәргә була шундай эмоциональ ҡоллоҡта? Уйынсыҡ урынына? Бер аҙ уйнатты ла атып бәрҙе. Иҫенә төшөрҙө лә, соҡоп сығарып, тағы уйната башланы. Юҡ инде, ҡыҙҙар, үҙебеҙҙе бындай хәлгә төшөрмәйек. Баһабыҙҙы беләйек.
Әгәр һин үҙеңдең баһаңды белһәң, юғалған егетеңде эҙәрлекләмәй, уны ысҡындырып, ваҡиғаны үҙ ағышына ҡуйһаң, үҙеңде яратып, тәрбиәләп, тормошоңдо артабан яҡшы, күңелеңде күтәрерҙәй кешеләр менән аралашып, матур дауам итһәң, һөйгәнең нисек яныңа килеп еткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалыр.
Ир-егеттәрҙе холоҡ-фиғеле менән һунарсы, тиҙәр бит. Ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттә лә ул һунарсы булып ҡала. Әгәр һин егетеңә кәрәкмәйһең икән, тимәк, икенсе егеткә кәрәк буласаҡһың. Тимәк, был ишекте ябып, икенсе ишекте асырға ваҡыт. Юғалған егетең һине күҙгә күренмәҫ ептәр менән ысҡындырмай тотоп торһа, һин бер ҡасан да бүтәндәр менән аралашмаясаҡһың. Үҙ-үҙеңдә соҡоноп, һауалағы торнаға ымһынып йәшәйәсәкһең.
Киткән кешең, әйҙә, социаль селтәрҙәрҙә күрһен дә һиңә хайран ҡалһын! Матур яңы кейемеңә, бөхтә буй-һыныңа, янып торған күҙҙәреңә, шаян йылмайыуыңа һоҡланһын. “Их, ниндәй шәп ҡыҙҙы юғалттым... Алйот булғанмын”, – тип үкенһен. Ә һин шундай эгоист, ҡаты бәғерле, хисһеҙ бәндәнән ваҡытында ҡотолоуыңа ҡыуан. Һөймәгәнгә һөйкәлмә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит боронғолар. Көсләп астырған күҙҙең нуры булмай тигән һүҙҙе лә онотма. Һинең бәхетең эргәңдә генә йөрөй ул. Бының өсөн аңыңды, хисеңде ағыулаған кешене ысҡындырыу, унан үҙеңдең дә ысҡыныуың етә.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.


Фото: https://ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас: