Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
26 Август , 11:25

Апайым ҡарғап ыҙалата...

Олоғая килә шул апайыбыҙҙың холҡо бигерәк ныҡ үҙгәрә башланы. Элек тә берәй яҡшы әйбер алһаҡ, ҙурыраҡ эш башҡарһаҡ, яратмай торғайны. Бер мәл өр-яңы машина һатып алдыҡ та, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға тип ауылға ҡайттыҡ.

Апайым ҡарғап ыҙалата...
Апайым ҡарғап ыҙалата...

“Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ, бер малай үҫтек. Ағайыбыҙ йәш саҡта уҡ Себер тарафына эшкә китеп, шунда төпләнде. Ҡыҙҙарҙан өлкән апайым – ауылда, уртансыһы район үҙәгендә йәшәй. 

Һүҙем шул өлкән апайым тураһында. Бәләкәй саҡтан беҙгә ныҡ ҡаты булды. Әсәй-атай күрмәгәндә тос йоҙроғо ла күп эләкте. Ошаҡлашһаң, икенсе юлы тағы ла нығыраҡ эләгә, йәки бер кем дә күрмәгәндә беләкте ауырттырғансы бороп семтеп китә торғайны.
 
Олоғая килә шул апайыбыҙҙың холҡо бигерәк ныҡ үҙгәрә башланы. Элек тә берәй яҡшы әйбер алһаҡ, ҙурыраҡ эш башҡарһаҡ, яратмай торғайны. Бер мәл өр-яңы машина һатып алдыҡ та, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға тип ауылға ҡайттыҡ.
 
Беҙ ҡайтыуға ҡыуанған оло йәштәге атай-әсәй: “Апайҙарыңды ла саҡырып алайыҡ, машинағыҙҙы күрһендәр”, - тигәс, табын әҙерләп, ашҡа әйттек. Матур итеп аралашып ултырып, кискә ҡарай Өфөгә ҡуҙғалдыҡ. Һуңынан уртансы апай һөйләгән хәбәр шаҡ ҡатырҙы. Беҙ ҡапҡа алдынан ҡуҙғалып киткәс, ситтәрәк баҫып торған оло апайҙың “әллә кем булышып йөрөп яталар, берәй ерҙә ауып ятырҙар әле” тип һөйләнеүен ишетеп, хайран ҡалған. “Ни эшләп улай тип әйтәһең?” - тип арыу ғына һүҙгә килешкәндәр. Нисек инде юлға сыҡҡан бер туғаныңдың артынан ундай һүҙҙәр әйтергә мөмкин икән? Ошо хәлдән һуң аралар бөтөнләй һыуынды.
 
Атай-әсәй мәрхүм булды. Ауылға юл өҙөлдө. Йәше 60-ты үткән оло апайҙы байрамдарҙа, тыуған көнөндә шылтыратып ҡотлайым. Әммә был аралашыуҙар һәр ваҡыт әр-битәр менән тамамлана. “Хәҙер кеше булғас, мин кәрәкмәйем инде. Атай менән әсәй һине ғүмер буйы айырып ҡараны, һине генә уҡытты!” (Минең китапхана техникумын тамамлауымды, һөнәрем буйынса эшләүемде мәңге оҡшатманы).
 
Йыл артынан йыл үтә торғас, холҡо тағы ла ауырланды. Хәҙер асыҡтан-асыҡ ҡарғай, әрләй. Ниндәй генә насар һүҙҙәр ишетмәйбеҙ, беҙҙең үлемде теләй ураған һайын.
 
Район үҙәгенә барһа, уртансы апайға инеп сәй эсә лә аҙағынан берәй нәмәгә бәйләнеп, сәбәп табып, эт итеп әрләп сығып китә, ти. Икәүләшеп аптырайбыҙ, ни эшләп беҙҙең апай улай икән тип... Әсәйебеҙ әйтә торғайны: “Ҡарт ҡәйнәм тап ошолай холоҡло булды, шул тиклем төҫө менән дә, холҡо менән дә шуға оҡшаған”. Әллә берәй кешенең холоҡ-фиғеле шулай нәҫелдән-нәҫелгә биреләме икән?
 
Араны бөтөнләй өҙөргәме, шылтыратмаҫҡамы, шылтыратһа – алмаҫҡамы икән әллә, тип уйланам. Уның ҡарғап әйтән һүҙҙәренән йән әсей. Икенсе яҡтан уйлағанда – бер туған апайыбыҙ... Шул тиклем ҡыйын, нимә эшләргә лә белмәйбеҙ...”
 
Өфө ҡалаһынан Рәмзилә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән.
 
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: