Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
28 Август , 12:09

Апайым да әсәйемдең яҙмышын ҡабатлай

Апайыма нисек ярҙам итергә икән тип аптыранам. Бәлки, кәңәш биреүселәр табылыр...

Апайым да әсәйемдең яҙмышын ҡабатлай
Апайым да әсәйемдең яҙмышын ҡабатлай

Кешеләрҙең юҡ ҡына проблемаға көйөп йәшәүе аптырата. Ул ысын бәлә күрмәгәндәр генә шулайталыр ул. Аҡсаң булмаһа, тырышып эшләргә була. Ҙур аҡсаға өмөт итмәһәң инде. Мин бик яҡшы кешелә тормоштамын. Яратыу, һөйөү тип сыҡманым. Просто, өйҙән ҡасыр кәрәк ине. Сөнки беҙ үгәй атай менән үҫкән ҡыҙҙар бының ни тиклем ҡурҡыныс икәнен белеп үҫтек. Әсәйем ниңәлер айырылманы. Ә үгәй атай уны ла, беҙҙе лә туҡмай ине. Шуға күрә күрше урамдан егет тәҡдим яһағас сыҡтым да киттем. Сөнки ғаиләләрен ситтән күреп йөрөнөм. Ҡайным-ҡәйнәм бик яҡшы кешеләр, мине ҡыҙындай күрәләр. 

Тик бына апайымды еҙнәйем үгәй атай кеүек үк ныҡ ыҙалата, ҡул күтәрә. Мин уны айырылырға өгөтләйем. Апайым асыулана миңә, теш ҡыҫып түҙә. Әсәйем дә кеше көлдөрөп айырылып йөрөмәй инде ти. Ә апай шулай ыҙалап йәшәргә тейешме ни? Мин уның өсөн бик ҡурҡам. Әсәйҙең яҙмышын ҡабатлай бит. Әсәйебеҙ йәш көйөнсә әбейгә әйләнгәйне, һаулығы ла юҡ. Миңә нисек апайыма ярҙам итергә икән? 

Зиләйлүк. 

Автор: Гузель Салихова
Автор:
Читайте нас: