Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
29 Август , 21:55

Әсәйемә бәйле үкенестәр үҙәкте өтә

Иҫемдә, бер ваҡыт әсәйем: “Бигерәк тиҙгә килгәнһегеҙ” тигәс, мин әйтәм: ”Улайға килгәс тә ярай әле, ваҡытыбыҙ тар бит” - тим. Әсәй аптырап бөткәндер инде, ул ниндәй тормош икән? - тип.

Әсәйемә бәйле үкенестәр үҙәкте өтә
Әсәйемә бәйле үкенестәр үҙәкте өтә

Әсәйем вафат булыуға икенсе йылға 40 йыл тула. Мин инде хәҙер уның ғумеренән арттырып йәшәүемде дауам итәм. Шуға ҡарамаҫтан, йөрәктәге әрнеү бөтөрлөк түгел. Бигерәк тә намаҙҙан һуң уның рухына ла теләктәр теләгәндә, йәш саҡтағы иғтибарһыҙлығымдың эпизодтары иҫкә төшөп, күҙҙән йәштәр сыға.

Был ғазап тамуҡ менән тоташтымы икән әллә, тип уйлап ҡуям. Беҙ әсәйгә (ауылға) шәп-шәп кенә барып кереп, иҙәнен, керен йыуып, кәрәк ризыҡтарҙы алып барып биреүҙе үҙебеҙсә иғтибар тип уйлағанбыҙҙыр инде. Ҡосаҡлашыу ҙа булғаны иҫемдә түгел. Иркәләнеүҙәрҙе белмәнек, сөнки беҙ үҫкән ваҡытта әсәйҙәрҙең дә, беҙҙең дә ҡырыҫ ваҡыттар ине. Уға бит эс-бауырына кереп, уны аңлап, нисек тә ваҡыт табып, күңеле булырлыҡ итеп һөйләшеп ултырырға кәрәк булған. Ә беҙ “сабабыҙ” – көсөргәнешле, яуаплы эш, балалар, үҙ баҡсабыҙ, ҡәйнәмдәрҙең баҡсаһы, бесәне, утыны... Иҫемдә, бер ваҡыт әсәйем: “Бигерәк тиҙгә килгәнһегеҙ” тигәс, мин әйтәм: ”Улайға килгәс тә ярай әле, ваҡытыбыҙ тар бит” - тим. Әсәй аптырап бөткәндер инде, ул ниндәй тормош икән? - тип.

Әсәйем кешегә ярҙамсыл булды. Динде, доғаларҙы күп белгәс, өшкөрҙө, тыны килешә ине. Үҙебеҙҙең ауыл ғына түгел, тирә-яҡтан да килә инеләр. Ҡот та ҡойҙо, үткәрмә ясин менән дә дауаланы, тәрилкә ситенә лә сүрәләр яҙып аш-һыу эсерҙе. Күп кеше ҡабат килеп рәхмәттәр әйткәне иҫемдә. Ә мин, совет балаһы, төшөнөргә лә тырышмағанмын. Күп ваҡыт доғаларҙы үҙ алдына тауыш менән уҡып, минең ҡолаҡҡа кертергә тырышҡандыр инде. Юҡ, булманы. Бик әҙе генә иҫтә ҡалған. Ҡөрьәнде күп уҡығас, ҡалынайып, ситтәре туҙып бөттө. Беҙҙең дингә ылыҡмағаныбыҙҙы күреп, өмөтө өҙөлөп, эстән һыҙылғандыр инде. Шуға күрә аҙаҡҡы йылды Ҡөрьән китабын Аҙнайҙағы бер бабайға биргәнен әйтте. Бәләкәйҙән уны тыңлап үҫкәс, минең үҙемә лә бик ҡәҙерле ине. Шул турала әйтеп, күңелен күрмәгәнмен. Әсәй Ҡөрьәнде кешегә биреүен әйткәс, донъя буш кеүек булып ҡалды. Ул беребеҙгә лә дин тип көсләп, мыжып йөрөмәне. Шулай ҙа пәйғәмбәрҙәр тарихын әкиәт кеүек итеп һүрәтләп һөйләүҙәренәндер, ул ныҡ башта ҡалған.  

Хәлен белеп, уйҙарын һөйләтеп алырға ваҡыт бүлмәүем яндыра йөрәкте. Бик үкенеслеһе шул булды – көҙ көнө мине эштән Мәскәүгә бер айға уҡырға ебәрҙеләр. Һаубуллашырға барғанда әсәй баҡсала картуф алып йөрөй ине, беҙ алышып бөттөк тә, ҡайтып киттек. Әсәйҙең, арҡама һалҡын бәрҙе ахыры тип, тамағы ауыртып тороуын да ҡолаҡҡа алмағанбыҙ. Мин киткәс: ”Был Зәйтүнә ниңә генә китте инде” - тип әрнеп-әрнеп һөйләгән. Ул үҙ хәлен белгән инде (үпкәһенә тейгән булған).

Мин ҡайтҡанда, ул 20 көн Этҡол ауылы больницаһында ятып өйгә ҡайтарғандар, постелдә ята ине. Һөйләшергә хәле булмаһа ла, һәр ваҡыт бөгөн аҙнаның ниндәй көнө икәнен һорай ине (йома көн китһәм ине тип уйлағандыр инде). Беҙ шунда уҡ ҡалаға больнисҡа һалырға тип алып киттек. Икенсе көн врачтар носилкалар менән килгәндә аҙаҡҡы ваҡыттары булған әсәкәйемдең. “Әйтәһе һүҙҙәрем бар ине” - тигәнен дә ныҡышып һорамағанмын, шарттар ҙа юҡ кеүек ине: кеше күп, бар туғандар ҙа белә һалып йыйылғандар, үҙем дә бер аңһыҙ паралич кеше кеүек йөрөнөм. Мин әгәр Мәскәүгә барыуҙы кире ҡаҡһам, бәлки дауалау ысыулдары табыр инек – шул ҙур үкенесем.

Әсәй үткән мәлдә уның менән минең арамда ниндәйҙер күренмәгән ептәр булғанын, шуларҙың берәмләп һыҙлатып өҙөлгәнен тойҙом да, һуңғы минуты килгәнен аңлап, йөрәгемдән ялҡынлы “әнкәй!” тигән һүҙем сыҡты, шунда уның күҙенән йәш күренде лә тыныс ҡына китеп барҙы.

Әсәй минең төшкә баштараҡ йыш керҙе. Иң асығы хикмәтлеһе ике мәртәбә булды. Беренсеһе: 5 ваҡыт намаҙ уҡый башлағас, имеш, әсәйем менән мәсеткә йома намаҙына йыйынабыҙ. Ул аҡтан кейенгән, мине көтөп урамда тора. Ә мин мыштаңнайым, өлгөрә алмайым. Әсәйем: “Ярай, мин барып, кифәйә намаҙы уҡый торам“, - ти. Мин "кифәйә" һүҙен быға саҡлы ишеткәнем дә юҡ ине әле, уның мәғәнәһен аҙаҡ китапта осратып уҡыным (был намаҙҙы билгеле бер шарттарҙа күмәк кеше иҫәбенән бер кеше уҡыһа ла ярай).

Икенсеһе мин хажға йыйынғанда керҙе. Ҡайҙалыр асыҡ матур ерҙә әсәй ап-аҡтан кейенеп (йөн носкиләре лә аҡ) килеп, минең ике иңбаштан йомшаҡ ҡына итеп тотоп: “Иии, ҡыҙымды шул инде...” тип ике мәртәбә ҡабатланы. Уның йөҙөндә хуплау ҙа, йәлләү ҙә сағыла ине (юл ғазабы – гүр ғазабы тип әйтә торған ине).

Әсәйҙе юғалтҡас (41 йәштә инем), әбейҙәргә ҡарашым үҙгәрҙе, әсәй урынына уларҙы йәлләйем, хәйер бирәм, Ҡөрьән аштарына саҡырам, йыл да Мәүлит үткәрәм. Ләкин әсәй юҡ инде.

Әсәйҙәрҙе иҫән сағында ҡәҙерен белеү, хөрмәт күрһәтеү, иғтибарлы булыу тураһында күпме генә әҫәрҙәр яҙылмаһын, барыбер йәш саҡта бының етди икәнен аңлап етмәйбеҙ. Совет тәрбиәһе лә йоғонто биргәндер инде. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.һ. әйтеп ҡалдырған ошо ҡәҙерле дүрт һүҙ ҙә ҡолаҡҡа кермәгән: “Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”.

Авторы – Зәйтүнә Көҫәпова.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: