Күрәҙәләү-фаразға ышанғандар ҙа, ышанмағандар ҙа бар. Кем нисектер, әммә мин төштәргә ышанам. Әгәр уларҙы дөрөҫ аңлай белһәң, һәр ваҡиғаны кемдеңдер алдан иҫкәрткәненә инанаһың.
Бала саҡта мин юлда йөрөргә яратмай торғайным. Ялға апайым менән ағайым мине бергә күрше ауылға алырға булды. Әсәйем “бар” тиһә лә, күңелем тартмай. Бер көн алда төш күрәм, йәнәһе, ниндәйҙер йылға аша үтәбеҙ. Апайым менән ағайым бер ярҙа тороп ҡалған, ә мине тулҡындар ҡайҙалыр алып китә. Һыуға тонсоға башлағанымды тойоп уянып киттем. Әсәйем, ағайым, апайым күпме генә көсләһә лә, барманым. Минең илай башлағанымды күреп, миңә ҡул һелтәп сығып киттеләр. Апайым менән ағайым икенсе кис ғәйепле генә төҫ менән ҡайтып инде. Күрше ауылға барғанда юлды ҡыҫҡартыу өсөн йылға аша сығырға булғандар. Һай күренгән йылғаға инеү менән апайым бата башлаған. Ағайым уны көскә һөйрәп сығарған. Әммә апайымдың өр яңы туфлиҙары йөҙөп киткән. Ағайым миңә ҡарап: “Әлдә һин бармағанһың, нимә булыр ине, уйлауы ла ҡурҡыныс”,-тине. Эйе, апайымды йөҙә белеүе ҡотҡарһа, мин ул саҡта бөтөнләй йөҙә белмәй инем.
Буласаҡ иптәшемде лә төш аша таптым. Студент саҡта бер егет менән дуҫлаша башланыҡ. Үҙемсә мөхәббәт шулдыр инде тип уйлай торғайным. Бер көн төш күрәм: һөйгәнем миңә яҡынлаша, ләкин уны икенсе егеттең күләгәһе ҡаплай. Икенсе, өсөнсө төндә лә ошо уҡ төш ҡабатланғас, аптырай башланым. Сөнки был ниҙер аңлатҡанын йөрәгем менән тойҙом. “Кем һуң һин?”-тигән уй менән йоҡларға яттым. Төнөн аҡ күлдәктәге бер ҡыҙ яныма килеп: “Дуҫына ҡара”,-тине. Аптырап уянып киттем. Кис осрашҡанда егетем дуҫы менән килде. Уны күргәс тә әллә нимә эшләнем дә ҡуйҙым. Уның да миңә күҙҙәрен алмайынса ҡарауын тойҙом. Тиҙҙән беҙ уның менән осраша башланыҡ. Һәм мин бала саҡта төшөмдә күргән туйым булды. Улым менән ҡыҙымдың донъяға киләсәген дә алдан уҡ төштәр донъяһында күрҙем. Әлбиттә яҡшылары булғаны кеүек яман төштәр ҙә була. Улары ла иҫкәртеү өсөн ебәрелә. Ваҡытында аңлап, һаҡланыу сараһын күрергә, доғалар уҡырға кәрәк. Шулай ҙа яҡшы төштәр күберәк була. Әйтерһең дә, кемдер әҙәм балаһын ҡояш яҡтыһында ғына түгел, ә ай нурҙары аҫтында ла һаҡлай.