Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
14 Октябрь , 21:57

Рәхмәт әйтер урынға...

Хәҙер ошо ир бар донъяға әхирәтемде яманлап йөрөй. “Мин уның ҡурҡыныс фигураһына иғтибар итмәй, уның бергә йәшәргә ризә, ә ул рәхмәт тә әйтмәне”, -ти икән.

Рәхмәт әйтер урынға...
Рәхмәт әйтер урынға...

Күңел түренән

Рәхмәт әйтер урынға!

Әхирәтем студент йылдарынан тулы булды. Кейәүгә сыҡҡас бөтөнләй һимереп китте. Әммә был уға килешә ине! Ә уның бешергән бәлештәре! Телең йоторлоҡ. Ябай макаронды ла меңгә төрләндереп бешерә. Һәм шул тәмле-тәмле аҙыҡтарын үҙе лә ашарға ярата. Уның ләззәтләнеп китеп ашағанын ҡарап, әй, рәхәт булып китә ине.

Кейәүҙә ул бер ҡыҙ тапты. Ире яратам тип өйләнһә лә, әхирәтемле кәмһетә башланы. Минең өсөн ул кәмһетеү һымаҡ ине. Ә әхирәт көлә лә ҡуя. Мәҫәлән, өҫтәл артында ул әҙерләгән тәмле һыйҙы ашап ултырабыҙ. Шул саҡта ире бөтә кеше алдында “ииий, минең туймаҫ тауығым” йәки “һуғымға һуйыр ваҡытың етеп түгел, үтеп тә китте бит” тиер ине. Һәм улай ғына түгел, ҡатыраҡ әйткән һүҙҙәре булыр ине. Мин әхирәтемде һәр саҡ яҡлаша инем, ә ул мине тыйҙы.

Ҡыҙҙары үҫә башлағас, фигураһы әсәһенә оҡшағаны беленде. Ул да йәһәт кенә түңәрәкләнә башланы. Быны күргән ата кеше асыулана башланы. 8 йәшлек балаға иренең: “Нимә әпсәң кеүек сусҡа булырға уйланыңмы?! Туҡтауһыҙ ашайһың! Әйҙә, икәүләшеп мырҡылдап йөрөгөҙ!”-тип ҡысҡырғас, әхирәтем тәү мәртәбә уйланды.

Ул ҡыҙын алып, сығып китте. Ир кеше быға ҡыуанды ғына. Сөнки уның күптән һөйәркәһе булған икән. Ул шул ҡатынды алып ҡайтып йәшәй башланы. Әхирәтем иренән айырылғас нисектер матурайып, тынысланып китте. Ныҡ ябыҡмаһа ла, фигураһы ла матурайып, һыны турайып ҡалды. Ипотекаға фатир алып, ҡыҙы менән рәхәтләнеп йәшәне лә китте. Бала ла тынысланды.

Ә ирме? Һөйәркәһе менән бер аҙна йәшәгәндән һуң ул уға зарлана башланы. “Бешергән бер нәмәһен ашап булмай! Малға әҙерләнгән кеүек. Ниндәй бәлеш? Һалма ла ҡырҡа белмәй! Иҙән йыуылғаны юҡ!”

Ирҙең был һүҙҙәрен ишеткәс уға: “Һин бит һөйәркәм килеп тороп матур, фигураһы модель һымаҡ ти инең. Ҡыуан, зарланма!”-тинем.

Ир һөйәркәһен баҫтырып сығарған да, әхирәтемә килгән. “Әйҙә, бергә йәшәйек. Һинең менән ғүмерем буйы йәшәргә ризамын!”тигән. Тик әхирәтем йылмайып ҡына “ә мин һинең менән риза түгелмен йәшәргә” тигән.

Хәҙер ошо ир бар донъяға әхирәтемде яманлап йөрөй. “Мин уның ҡурҡыныс фигураһына иғтибар итмәй, уның бергә йәшәргә ризә, ә ул рәхмәт тә әйтмәне”, -ти икән. Ябығып, йонсоп киткән, күҙҙәренең нуры һүнгән иргә һый тулы өҫтәл артында ҡайҡайып китеп ашанып ултырғаны төшөнә инәлер инде хәҙер...

Г. Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: