Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
16 Октябрь , 13:43

Ғашиҡ булып өлгөргәйнем шул...

Әллә оҡшамайыммы икән тиһәң, ҡыҙыҡһыныуын тоям. Шуға бер көн, бар ҡыйыулығымды йыйып, фатирыма саҡырҙым. Егетем шунда асылып китеп, хәлен һөйләп бирҙе. Баҡһаң, ул өйләнгән һәм ҡыҙы бар икән. Тик ҡатыны... төрмәлә...

Ғашиҡ булып өлгөргәйнем шул...
Ғашиҡ булып өлгөргәйнем шул...

Бындай хәлгә тарырмын тип ғүмерҙә лә уйламағайным...

Илнур менән осраҡлы рәүештә бер табында таныштыҡ. Был сабыр, тыныс ир тәү күреүҙән оҡшаны. Уның да миңә ҡарап-ҡарап алғанын тойҙом. Аҙаҡ әхирәтемдең ҡолағына ошо ирҙең оҡшауы тураһында бышылданым. Ул иһә ҡапыл тертләне, бер аҙҙан “тығылмаһы бар уның” тип ҡуйҙы. Был һүҙҙәрҙе аңламаным.

Миңә әле утыҙ ҙа тулмаған, ир-егет менән етди мөнәсәбәттәрем дә булманы. Тырышып уҡыным, аҙаҡ эшкә урынлашҡас, карьера тип яна башланым. Төҫкә йәмһеҙ ҙә түгелмен, тик артымдан егеттәрҙән сиратҡа теҙелеп торғанын хәтерләмәйем. Шуға әлеге табында Илнурҙың иғтибары, ысынлап ҡыҙыҡһыныуы күңелемде елкендерҙе.

Шул кистә һөйләшеп киттек, ул мине оҙатып ҡуйҙы. Яйлап аралаша башланыҡ. Дуҫлашып йөрөгәнгә бер нисә ай үтте, тик ул яҡынайыуға бер ниндәй ҙә етди аҙымдар яһаманы. Әллә оҡшамайыммы икән тиһәң, ҡыҙыҡһыныуын тоям. Шуға бер көн, бар ҡыйыулығымды йыйып, фатирыма саҡырҙым. Егетем шунда асылып китеп, хәлен һөйләп бирҙе. Баҡһаң, ул өйләнгән һәм ҡыҙы бар икән. Тик ҡатыны... төрмәлә... Илнур уны яратмауын, төрмәнән сығыуы менән айырыласағын әйтте. Өс йәшлек ҡыҙы башлыса ирҙең ата-әсәһе менән йәшәй икән. Илнур ҙа уларға күскән тиерлек, буш ваҡытын балаһы менән үткәрә. Ошо сәбәптәргә бәйле миңә яҡынайырға ҡурҡҡан, әммә ныҡ оҡшатыуын әйтте.

Шул саҡта араны өҙөргә булған да бит... Ғашиҡ булып өлгөргәйнем шул. Яйлап ҡыҙы Ләйсән менән таныштым. Миңә тәүҙә ҡырағайыраҡ ҡараған бала күп тә үтмәй ирене. Уға әсә наҙы етмәгәне күренеп тора ине. Үҙем дә эҫендем шул балаға, яйлап әсәлек хисе барлыҡҡа килде. Ҡыҙҙы Илнурҙың ата-әсәһенән алып, бергә йәшәй башланыҡ. Әйткәндәй, ҡайны-ҡәйнәм дә мине үҙ итте. “Их, ни эшләп Илнур менән алдараҡ осрашманығыҙ икән?” – тип әйтәләр ине.

Ләйсән әсәһен хәтерләмәй ҙә тиерлек. Миңә ныҡ тартылды, янымдан китмәне. Уны уҡырға, яҙырға өйрәттем, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөтәм. Унда бөтәһе лә беҙҙе әсәле-ҡыҙлы тип уйлай. Ҡыҫҡаһы, бергәләп бик матур итеп йәшәп киттек.

Шул саҡтан өс йыл ваҡыт үтеп тә китте. Илнурҙың ҡатыны тураһында онотоп та бөткәйнек, ул үҙе тураһында белгертте. Яҡшы тәртибе өсөн быйыл йәй сыға икән. Быны ишеткән ирҙең кәйефе бик төштө. Ҡатыны уға шылтыратып, оҙаҡламай сығып өйөнә ҡайтасағы, балаһы, ире менән бергә йәшәргә теләүе тураһында белдергән. Илнур ни эшләптер минең турала әйтмәгән, айырылышыу тураһында ла өндәшмәгән.

Был ҡатындың ни өсөн ултырыуы тураһында белмәйем. Илнур ҙа, ата-әсәһе лә өндәшмәне. Тик уға иремде лә, баланы ла биргем килмәй. Мин уларҙы ныҡ яратам, Ләйсән дә минһеҙ ни эшләр? Иң йәнемде көйҙөргәне - Илнур бөтөнләй өндәшмәҫ булды. Һине яратам, барыһын да хәл итермен тигән була, тик тауышы ышаныслы түгел. Яңыраҡ белеп ҡалыуымса, төрмәләге кеше менән уның сыҡмауын көтөп тормайынса ла айырылырға мөмкин икән. Илнур ниңә быны эшләмәгәндер, аңлашылмай. Әллә хистәре ҡалғанмы? Нимә уйларға ла, ни эшләргә лә белмәйем...

(Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Альфия Мингалиева

Автор:
Читайте нас: