Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
3 Ноябрь , 17:19

"Ваҡытты кирегә өйрөлтөп булһа икән..."

Тау түбәһенә менеп еткәс, өндәшмәй генә аҫҡа төртөп күрһәтте: ә унда - ҡанлы кәүҙә. Ныҡ ҡурҡтым, шулай ҙа нисектер тиҙ генә эргәһенә барып, мәйеттең йөҙөнә ҡараным: ул минең ирем ине...

"Ваҡытты кирегә өйрөлтөп булһа икән..."
"Ваҡытты кирегә өйрөлтөп булһа икән..."
Һис көтмәгәндә, уйламағанда танышымдың ире үлеп ҡалды. Кисә генә һап-һау йөрөгән 45 йәштәрҙәге ирҙең үлемен ишетеү аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте беҙгә. Ә бына мәрхүм менән хушлашырға барғанда ҡатынының ҡайғыға бирешмәгән кеүек йөрөүе йәнә аптыратты .

Тол ҡалған ҡатын яңыраҡ, ҡырҡын үткәргәс, ауырып киткән икән. Хәлен белә барғанда: "Мин бит алдан һиҙеп йөрөнөм уның менән нимәлер булырын, әллә гел шул турала уйлап, иремдең үлемен үҙем яҡынайттыммы икән?" - тип аптыратты.

"Ваҡытты кирегә өйрөлтөп, ваҡиғалар ағышын үҙгәртеп булһа икән! Яңылышлыҡты төҙәтеп, хата аҙымдарҙан, бәлә-фажиғәләрҙән, мәғәнәһеҙ йә аңһыҙ үлемдәрҙән яҡындарыбыҙҙы һаҡлап ҡалып булыр ине микән? Күңелемде бер туҡтауһыҙ үкенес ҡорто кимерә...

Ә бит фажиғә булырҙан өс-дүрт ай алдан иҫкәртеүле төш күрҙем мин. 15 йыл элек гүр эйәһе булған өләсәйем мине етәкләп бейек тау башына алып менде. Тирә-яҡ шомло, иҫкән еле осороп алып китерҙәй. Түбәһенә менеп еткәс, өндәшмәй генә аҫҡа төртөп күрһәтте: ә унда - ҡанлы кәүҙә. Ныҡ ҡурҡтым, шулай ҙа нисектер тиҙ генә эргәһенә барып, мәйеттең йөҙөнә ҡараным: ул минең ирем ине... Ҡысҡырып илаған үҙ тауышыма үҙем ҡурҡып уянып киттем дә оҙаҡ тыныслана алмай яттым ул саҡта. Был ваҡытта ирем Себерҙә вахтала эштә ине. Әлеге төш бер ҙә иҫемдән сыҡманы, көн дә тертләп яман хәбәр көттөм. Ярай ул саҡта иптәшем иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Барыбер ҙә ҡурҡыныс төш бер генә мәлгә лә онотолманы. Онотолоу түгел, хәүефле тойғоларҙы тағы ла нығыраҡ күңелгә батырҙы ғына. Алйот, ниңә насарға юрайым әле тип үҙемде әрләп тә, кешене үлгән тип күрһәң, ул оҙон ғүмерле була, тип тыныслындырып та ҡарайым. Юҡ, һис күңелдән китмәне шул төш. Ҡурҡа-ҡурҡа уның тағы вахтаға китер көнөн һананым, ҡабат барма ла ҡуй, бында яңғыҙыма ҡыйын, тип алыҫҡа йөрөүҙән төңөлдөрөргә тырыштым, йәнәһе лә, уны һаҡлап алып ҡалам инде. Ә хәүеф-хәтәр әллә ҡайҙағы Себерҙә түгел, эргәлә генә һағалаған икән...

Иптәшем ялға ҡайтҡан ваҡыттарында бер ҙә тик ятмай ине, ауыл ерендә йәшәгәс, төрлө эш-мәшәҡәт етерлек. Ул ҡайтҡанында күршеләр ағас ҡырҡышырға барыуын һораны, әлбиттә, риза булды, уларҙың да ярҙамын күп күрәбеҙ бит. Шул көн гел күҙ алдында. Күңелдәге хәүеф тойғоһо ҡалҡып сығып, әллә ял итәһеңме, берәй һылтау табып тороп ҡалаһыңмы, тинем сығырға торғанында. Шул тиклем ебәргем килмәй ине, ныҡышаһы, юлына арҡыры ятаһы булған да бит шул саҡта, эх ... Ә ул көлдө генә...
Төш мәлендә үк ҡобараһы осҡан күрше ҡатын килеп инде лә бер һүҙ ҙә әйтә алмай стенаға һөйәлде. Быуындарым йомшарып ултыра төштөм: "Рәмилме? Нисек итеп?" тип һорағанымды иҫләйем. Аңғармаҫтан ағас баҫҡан... Үҙебеҙҙең яҡындағы урманда ғына...

Ни ғәжәп: ҡайҙан көс алғанымдыр, тыныс, һалҡын ҡанлылыҡ менән ерләү эштәрен ойошторҙом. Яҡындарымдың, улымдың, иремдең туғандарының миңә ҡарап аптырап ҡалған йөҙҙәренә тиклем аңғарып йөрөнөм. Шундай уҡ тыныслыҡ менән өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәрҙем. Ҡырҡына тиклем генә шул халәт дауам итте, бына әле күңелдә - әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бушлыҡ, һыҙланыу, ҡулға бер эш тә бармай, шулай ятам инде. Йоҡом йоҡо, ашым аш түгел.

Теге төш тураһында ҡабат-ҡабат уйланам. Мәрхүмә өләсәйем иҫкәрткән бит, ҡотҡарып булмаҫ инеме икән, ниңә генә шул көндө нығыраҡ торманым, ялға ҡайтҡан кешене ебәрмәҫкә лә була ине бит тип һаман өҙгөләнәм", - тип һөйләне ул.

Яңыраҡ ҡына таныштың төшөн 90-ға етеп барған әсәйемә һөйләгәйнем. "Эй бахыр ғына, әруахтар, бигерәк тә олоғайып киткәндәре, шулай иҫкәртеп инә. Ҡапыл йығылмаһын, бирешмәһен тип алдан әҙерләгән инде уны. Тәҡдирҙән ҡасып булмайҙыр, күрәһең...", тип һығымта яһап ҡуйҙы ул. Шулайҙыр. Бындай осраҡта үҙен ғәйепле һанап үкенгән, ҡайғыһынан арына алмаған бисара ҡатынды нимә тип йыуатһаң да урынһыҙ кеүек. Яҙылғаны шул булғандыр инде, рухы тыныс ятһын, йәне йәннәттә булһын ирҙең.

Фото:lifeisphoto.ru
Автор:
Читайте нас: