43 йәшлек Нәзирә яңғыҙ ҡалды. Уны ире ташлап китте. Була торған хәл тиерһегеҙ. Әммә иренең хыянатынан бигерәк заяға үткән ғүмере йәл уға.
Тәүге ире вафат булғас, өс йәшлек малайы менән тол ҡалған Нәзирә яңғыҙы оҙаҡ йөрөмәне. Һылыу ҡатынды Зариф эләктереп тә алды. Бик матур йәшәп китте улар. Зарифтың ата-әсәһе һәм ағалары уның ҡатыны менән үгәй улын бик йылы ҡабул иттеләр. Тик бергә тороуҙарына ике йыл булды тигәндә, ғаиләгә ҙур бәлә килде. Тәүҙә Нәзирәнең ҡайныһы үлде, күп тә тормай алтмыш йәше лә тулмаған ҡәйнәһен фалиж һуҡты. Һап-һау ҡатын түшәккә ятты. Ул атлай ҙа, үҙен-үҙе ҡарай ҙа алмаҫ хәлдә тороп ҡалғайны.
Бөтә нәҫелдәре ҡара ҡайғыға батып, ни эшләргә белмәй йөрөгән саҡта, Нәзирә бар нәмәне үҙ ҡулына ала. Ҡәйнәһен үҙе ҡарарға була, уға ситтән килгән ҡараусы ялламаҫҡа тәҡдим итә. Бөтәһе лә еңел тын алып ҡуя, ә ҡатын өсөн ауыр көндәр башлана.
Табиптар уларға алдан уҡ әйтеп ҡуя: әбейҙең сәләмәтлеге яҡшы, ул оҙаҡ ҡына йәшәйәсәк. Тик һау сағында унан бер ауыр һүҙ ишетмәгән Нәзирә ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмай. Кешесә булһын тип матурлап ҡәйнәһен ҡарай башлай. Эшенән дә китергә мәжбүр була. Ашата, йыуындыра, подгузниктарын алмаштыра, сәғәт һайын уның урынын күсереп һалып тора.
Ошолай йәшәүҙәренә биш йыл булды тигәндә, ул ире менән араларының насарланыуын тоя башлай. Бер ауырлыҡ белмәгән ир тәүҙә үҙенә иғтибар талап итеп бер була, аҙаҡ иһә бөтөнләй өйҙән юғала башлай. Былай ҙа аҡсаһын ҡыҫып тотҡан Зариф бөтөнләй йәлсенгә әйләнә.
– Эшләмәй өйҙә ятаһың, мин һине ашатам. Ниндәй яңы кейем ул тағы? – тип кенә ебәрә.
Ә ҡатынының үҙен уйламай уның әсәһен ҡарауы тураһында уйлап та бирмәй. Зарифтың ағалары һәм уларҙың ҡатындары әбейҙе үҙенә алырға теләмәй. Айына бер килеп әсәһенең хәлен белешәләр, Нәзирәне үлтереп маҡтайҙар ҙа, шуның менән бөттө, ҡайтып китеп уларҙы онотолар.
Әбейҙең түшәктә ятыуына ун йыл тулғанда Нәзирә иҫ китмәле итеп арый был тормоштан. Иренә әсәһе өсөн ҡараусы яллауҙы талап итә башлай. Тик Зариф ризалашмай.
– Саҡ ҡына түҙ инде. Аҡса ғаиләнән китмәһен, оҙаҡламай фатирҙы һинең исемгә яҙырбыҙ, – тип туҡтата.
Бынан ярты йыл элек, ятыуына 13 йыл булды тигәндә ҡәйнә вафат була. Нәзирә һәм уның туғандары ысынлап иркен тын алып ҡуя ла бит. Тик бер ай ҙа үтмәй, Зариф йортҡа яңы ҡатын алып ҡайта. Үҙенең һуҡырлығына иҫе китә Нәзирәнең. Ире һуңғы алты йыл икенсе ҡатын менән йәшәгән, уларҙың улдары тыуып, үҫеп өлгөргән булып сыға. Ир ҡатынына йыйынып сығып китергә бер аҙна ваҡыт бирә.
Ни эшләһен, китә ҡатын үҫкән улы менән. Ҡуртымға фатир алырға мәжбүр була. Фатирға дәғүә итә алмай, ул Зарифҡа мираҫ буйынса ҡалған булып сыға. Элекке эшенә лә ҡайта алмай, унда уны әллә ҡасан онотоп бөткәндәр. Уҡытыусы булған Нәзирәне 13 йыл буйына тәжрибәһе булмаған, балалар уҡытмаған тип мәктәпкә эшкә алмайҙар. Яңы мәктәпте бөтөп институтҡа уҡырға ингән улын да уҡытаһы бар. Аптырағас, яҡындағы балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә төшә.
Үҙен уйламайынса ире һәм уның әсәһе өсөн ялсыға әйләнгән ҡатын бөгөн бик әсе итеп илай. Йәш саҡ, матур саҡ үткән. Үкенестән башҡа бер нимә лә ҡалмаған...
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.