Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
28 Ноябрь , 17:11

Хәҙер бер нәмә лә эшләп булмай шул...

Балалары әсәләрен күптән саҡырмай ине. Йә ремонты килеп сыҡты, йә күсенеүҙәр — мең сәбәп табылды. Үҙҙәренең балаларын ҡарарға кәрәк, эштәре күп.

Хәҙер бер нәмә лә эшләп булмай шул...
Хәҙер бер нәмә лә эшләп булмай шул...

Ауылда был ҡатынға барыһы ла көнләшеп ҡараны. Ныҡ, ныҡ көнләште.
Бер үҙе ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе ул. Ире йәшләй генә, эсеп, һыуға батып үлде. Балаларын үҫтерҙе, уҡытты. Башта ҡыҙы, һуңғараҡ улы ҡалаға уҡырға керҙе. Әсә кеше балаларына аҡса, аҙыҡ-түлек ебәреп торҙо, фермала эшләне, баҡса үҫтерҙе, малын ҡараны. Ауыр ине, әлбиттә, ярҙам итеүсеһе лә булманы, әммә ул бирешмәне.

Һәр ял һайын, ҡалаға, майын, ҡаймағын, йәшелсә-емешен һатырға йөрөнө. Һәм, балаларында ҡунаҡта ҡалды. Бер улында, бер ҡыҙында ҡунды, ә улар һаранланманы. Матур яулыҡтарын да, пальтоһын да, итеген дә бүләк итеп торҙо. Тәмле-татлы итеп ашаттылар, театрҙарға, концерттарға йөрөттөләр.

Бына шулай — әсә кеше, балаларына күрһәткән хәстәре һәм мөхәббәте емешен татып йәшәне. Үҙенең юл йөрөүҙәре тураһында ул ғорурланып һәм шатланып һөйләр ине. Бүләктәрен күрһәтте.

Кеше көнләште, көнләшерлек тә шул! Барыһының да балалары ошолай һоҡланғысмы?! Әсәләре тип өҙөлөп торалар, балаларынан уңды ул!

Тик, балалары ауылға бер ҙә ҡайтманы — бында нимә эшләйһең инде. Хәйерсе һәм бысраҡ ауылда. Ейән-ейәнсәрҙәре сит илдәрҙә, дингеҙ буйында ял итте, өләсәләре үҙе уларға ҡунаҡҡа йөрөнө. Шулай — яҡшыраҡ та. Ҡайтҡан һайын бүләктәр алып ҡайтты, йылмайып ҡына йөрөнө. Көнләшерлек ине!..

Һуңынан уға көнләшмәй башланылар. Ҡарсыҡ ауырып китте. Һыйыры баҡырҙы, күршеләре килде. Малына һыу, үҙенә дарыу бирҙеләр. Врач саҡыртырға тырыштылар. Шунда уҡ балаларына шылтыратырға теләнеләр. Тик, әсә кеше риза түгел ине. Ҡуй, борсомағыҙ уларҙы, тине. Ул аңын юғалтҡас, әлбиттә, шылтыраттылар. Һәм... шул ваҡытта күп нәмә асыҡланды. Күңелһеҙ әйберҙәр асылды...

Балалары әсәләрен күптән саҡырмай ине. Йә ремонты килеп сыҡты, йә күсенеүҙәр — мең сәбәп табылды. Үҙҙәренең балаларын ҡарарға кәрәк, эштәре күп. Әсәләре шылтыратһа, уға ваҡыт юҡ, тип яуап бирҙеләр. Һуңғараҡ, әсәй, һуңғараҡ шылтырат.

Әсәләрен улар ташламаны, әлбиттә, Яңы йыл менән ҡотланылар, тыуған көнөнә матур открыткалар ебәрҙеләр. Барыһы ла яҡшы ине, тик һирәк күрештеләр.

Ә бүләктәрҙе: яулыҡ, күлдәктәр, йөҙөктәр, итектәрҙе, әсә кеше үҙенә үҙе ала ине шул... Үҙ-үҙен балаларса алданы ул. Балалары тураһында — балаларса алдашты. Балалары яҡшы, тип әйтһендәр өсөн, алдашты. Һин уларға барыһын да бирҙең, ә улар, ана ниндәйҙәр, тип әйтмәһендәр өсөн, алдашты. Һәм, ысынлап та, унан береһе лә көлмәне бит...

Инәйҙе һуңғы юлға оҙатҡанда күптәр иланы. Балалары ла иланы. Ҡайттылар. Үҙҙәре "бүләк иткән" бүләктәрен күрҙеләр.

Илаштылар. Тик хәҙер бер нәмә лә эшләп булмай шул...

Автор:
Читайте нас: