Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
2 Декабрь , 15:39

"Үҙ улыңдан ғәрләнәһеңме, әсәй? Шул кәрәк һиңә!"

Ошо һөйләшеүҙән һуң ҡатын сиргә нығыраҡ бирешә, үҙ-үҙенә йомола, ә бер көн һуҡранмай, киреһенсә, йомшаҡ, хәлһеҙ тауыш менән: “Кисер мине, улым, зинһар. Уҡытыусы булһам да, үҙ балама дөрөҫ тәрбиә бирә белмәгәнмен шул. Ауыр йөк баҫа йөрәгемде”, – ти, улының ҡулдарынан тотоп.

"Үҙ улыңдан ғәрләнәһеңме, әсәй? Шул кәрәк һиңә!"
"Үҙ улыңдан ғәрләнәһеңме, әсәй? Шул кәрәк һиңә!"
Танышым миңә бер күршеһенең ғибрәтле яҙмышы тураһында һөйләп, бик ныҡ уйланырға мәжбүр итте. Кемгәлер, бәлки, һабаҡ булыр, йә булмаһа, берәйһен яңылыш аҙымдан һаҡлап ҡалыр тигән уй менән уны һеҙгә лә яҙам.
 
...Илһам ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫә. Әсәһе – уҡытыусы, абруйлы зат, атаһы – тракторсы, ауыл ерендә иң кәрәкле кеше. Ошо кәрәклелеге уны харап итә лә инде: йәш көйө тамам эскесегә әүерелә. Ғаиләне боҙмайым, малайҙы атайһыҙ үҫтермәйем тип, әсәһе яңғыҙы тырышып донъя көтә, мәктәп менән өй араһында йүгерә. Ә Илһам, өйҙәге ыҙғыштан ҡасып, күп ваҡытын урамда үткәрә, тиҙ генә ялған дуҫтар ҙа табыла, һәм яңылыш юлға баҫҡанын үҙе лә белмәй ҡала: алдашырға, тартырға, эсергә өйрәнә.
 
Берҙән-бер бөртөгөнөң насар яҡҡа үҙгәреүе әсәне шаңҡыта, ауырыуға һабыштыра. Уҡыусыларының ата-әсәһе араһында, үҙеңдең балаңды бел, тиеүсе яман теллеһе лә табыла. Өйҙә улы менән етди һөйләшеү йыш ҡабатлана, Илһам шым ғына тыңлай, әммә һуңғыһында: “Үҙең ғәйепле, дөрөҫ ғаилә ҡора белмәгәнһең, хәҙер неудачник улыңдан ғәрләнәһеңме? Шул кәрәк һиңә!” – тип ҡысҡырып ишекте шарт ябып сығып китә. Бала тип бөтәһенә лә күнеп йәшәгән, уны яҡшы кеше итеп үҫтереү маҡсатын ҡуйған әсәнең кисерештәрен тик әсә генә аңлар.
 
Ошо һөйләшеүҙән һуң ҡатын сиргә нығыраҡ бирешә, үҙ-үҙенә йомола, ә бер көн һуҡранмай, киреһенсә, йомшаҡ, хәлһеҙ тауыш менән: “Кисер мине, улым, зинһар. Уҡытыусы булһам да, үҙ балама дөрөҫ тәрбиә бирә белмәгәнмен шул. Ауыр йөк баҫа йөрәгемде”, – ти, улының ҡулдарынан тотоп.
 
Шул һөйләшеүҙән һуң оҙаҡ йәшәмәй әсәһе, ауырыуы көсәйеп, ғазапланып, мәңгелек донъяһына күсә. “Әсәйем үҙен ғәйепле һанап китте, ә мин уның үлемен тиҙләтеүҙә үҙемде ғәйепле тоям. Һуңғы әрнеү тулы ҡарашы һәр ваҡыт күҙ алдымда тора. Әсәкәйем алдындағы ғәйебемде юйып бөтә алмаҫмын инде”, – был Илһамдың яңыраҡ әйткән һүҙҙәре. Ә әсәһен ерләгәндән һуң ул ныҡ ҡайғырҙы, бөтөрөндө, ҙур тетрәнеү кисергәндер инде, күп тә үтмәй, бөтә насар ғәҙәттәренә үс итеп, намаҙға баҫты. Хәҙер көн дә әсәһе мәрхүмәгә бағышлап аят-доғалар уҡый...
 
Атаһы юҡ һымаҡ һөйләйһең бит, тигәс, танышым: “Малай аҡтығынан йүнле әҙәм сығыр тип уйлайһыңмы, тип мыҫҡыллап ауыҙын ҡыйшайтҡас, минең өсөн атай юҡ, тип Илһам ҡырт киҫкән, тиҙәр, әле лә аралашмайҙар”, – тине.
 
Яҡшы юлға баҫыр өсөн иң ғәзиз кешеһенең – әсәһенең үлеүе кәрәк инеме икән был егеткә? Ярай әле, теге донъяла булһа ла әсәнең рухы шатланып яталыр, тынысланғандыр. Ә улы берәй ваҡыт йән тыныслығы таба алырмы, әллә ғәйеп тойғоһо ғүмеренең аҙағына тиклем кимерерме – Илһамды йәлләнем дә, әсәһенең ҡәҙерен белмәгән өсөн йәнем дә көйҙө, шул уҡ ваҡытта үҙ балаларымдың иманлы, тәүфиҡлы булыуҙарын һораным Хоҙайҙан.
 
Күптән билдәле булған хәҡиҡәтте үҙемә яңынан астым: баланың күңелен бөтөн итеп үҫтереү өсөн парлы булыу ғына етмәй шул, аңлашып, мөхәббәттә йәшәү мөһим.
Автор:
Читайте нас: