Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
20 Декабрь , 20:25

Ә мин аңлай алманым...

Әхирәттәр менән һөйләшһәм барыһы ла “Тапҡанһың аптырар нәмә, онот. Үҙең дә берәйһе менән йөрө. Хәҙер ирең бер һүҙ әйтә алмаясаҡ” - тип аптыраттылар.

Ә мин аңлай алманым...
Ә мин аңлай алманым...

Иремдең хыянат итеүен белдем. Аптыраттың тиерҙәр. Эйе, хәҙер бындай хәлдәр менән бер кемде аптыратып булмай икән. Бәлки, оло быуынды.

Уйламағанда. Ундай хәлдәр һиҙелә тиҙәр. Юҡ, һиҙмәнем. Сөнки башыма ла килтермәй инем ундай нәмәне. Үҙе артымдан бер аҙым ҡалмай эйәреп йөрөп өйләнде. Насар йәшәмәйбеҙ. Ике балабыҙ бар. Улар үҫеп етеп килә.

Әхирәтем “иреңде кафела бер йәш бисә менән күргәндәр” тип әллә нисә әйтте. Ышанманым. Көлдөм дә ҡуйҙым. Унан тағы бер-ике таныш иремдең машинаһына икенсе ҡатынды ултыртып йөрөүен әйтте. Ултырта инде, берәй танышын алып барғандыр тиенм.

Күңелемдә бер шик тә уянманы! Унан баяғы хәл булды.

Ирем оҙаҡ ҡайтмағас, тышҡа сыҡтым. Ҡараһам тыҡрыҡ буйында беҙҙең машина тора. Йәйге ай һәйбәт яҡтырта. Был боҙолоп ултырамы икән тип киттем. Барһам ирем бер нисә өй аша йәшәгән яңғыҙ ҡатын менән. Башыма һуҡҡандай булды кемдер. Ҡарап тик торам. Ирем күреп ҡалғанын аңлағас йүгереп ҡайтып киттем.

Иң аптыратҡаны – ирем быны ғәҙәти хәл тип һанай! Хәҙерге бар ғаиләләр шулай йәшәй ти. Шундай пустяк нәмә өсөн ғаиләне боҙаңмы тей.

Уның өсөн был “пустяк”. Ә мин йәйҙән алып унан ерәнеп йәшәйем. Сығып китергә теләк бар. Үҫмер балаларыбыҙҙы уйлайым. Улар быны нисек кисерер тип уйлайым. Әммә ирем менән дә йәшәрлек түгел. Мин ерәнәм унан. Һәм үҙемде бер нәмә лә эшләтә алмайым. Әхирәттәр менән һөйләшһәм барыһы ла “тапҡанһың аптырар нәмә, онот. Үҙең дә берәйһе менән йөрө. Хәҙер ирең бер һүҙ әйтә алмаясаҡ” тип аптыраттылар.

Кем хыянатты кисерә алғаны бар? Ошондай хәлдән һуң ирең менән йәшәүе мөмкинме һуң? Етмәһә ирем үкенмәй ҙә. Мине буштан-бушҡа сыпраңлауҙа ғәйепләй. Ҡасандан алып ҡатыныңа хыянат итеү ғәҙәти хәлгә әйләнде һуң? Мин аңлай алмайым...

С.  

Автор:
Читайте нас: