Моңһоу ғына апайҙың борсолоуҙарын аңлап тыңлайым. Сөнки беренсе мәртәбә ишетмәйем был проблема хаҡында. Мәҙинә апай етмеш йәшкә яҡынлай. Бына уның борсолоуҙары:
- Иремде бер йыл элек юғалттым. Үҙемә лә оҙаҡ ҡалмағандыр. Сөнки һаулығым юҡ. Мине балаларым борсой. Улым һәм ҡыҙым. Юҡ-юҡ, улар насар холоҡло түгел! Тәртипле, аҡыллы, икеһе лә юғары белемле, эшләп йөрөйҙәр. Икеһе лә ҡырҡ йәшкә яҡынлай. Тик тормош ҡорорға ашыҡмайҙар. Ҡыҙымдың кейәүгә сыҡҡыһы килмәй, улымдың өйләнгеһе килмәй. Бар яуап : “Нимәгә кәрәк ул?”
Аптырап: “Минең дә ейәндәр һөйгөм килә”,-тием. Хәҙерге заманда кешеләр бала табамы, тей ҙә ҡуялар. Һуң һуғыш ваҡытында ла, аслыҡ ваҡытында ла тапҡандар бәпестәрҙе. Хәҙер бит барыһы ла бар. Нимә эшләргә икән, белмәйем. Шулай йөрөп, яңғыҙҙары ҡартайырмы? Элек яусылар, димселәр клубы эшләй ине бит. Хәҙер ишетелмәй. Шуларҙы тергеҙеп булмаймы? Сөнки минең балалар үҙҙәренең фатирынан сыҡмай. Миңә генә килеп китәләр. Ҡыҙым күберәк бесәйе менән булыша, улым компьютер менән мауыға, машинаһында йөрөй. Ҡайҙа аралашырға уларға? Эштәрендә барыһы ла ғаиләле, өлкәндәр.
Бәлки, берәйһе балаһын димләп өйләндергәндер, кейәүгә биргәндер? Миңә кәңәштәрегеҙҙе яҙығыҙ, зинһар! Тыныс үлгем килә, балаларымды урынлаштырып.