Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йөрәк сере
13 Апрель 2025, 14:45

Ҡыҙым да яҙмышымды ҡабатларға уйлай

Шуға ҡыҙыма бер үк яңғыҙ ҡалма тейем. Тыңламай. Ирҙәргә күңеле ҡатты ла ҡуйҙы. Иртән эшкә китә лә, кис ҡайтып бикләнә өйөндә. Хатта һөйләшеп йөрөгән кешеһе лә юҡ...

Ҡыҙым да яҙмышымды ҡабатларға уйлайҠыҙым да яҙмышымды ҡабатларға уйлай
Ҡыҙым да яҙмышымды ҡабатларға уйлай

Күңел түренән

Аптырағас һеҙгә яҙырға булдым. Ошонда оло йәштәге апай-инәйҙәр ултыра, бәлки кәңәш бирерҙәр. Минең ҡыҙым кейәүҙән айрылды. Хәҙер ете йыл үтеп китте инде. Кейәүҙең хыянат иткәнен белеп айрыллы. Кейәү ныҡ ғәфү үтенде, яңылышҡанмын тип тубыҡланып ғәфүйләр үтенде, улыбыҙ хаҡына тип ялбарҙы. Ҡыҙым ғәфү итмәне барыбер.

Ҡыҙыма йәш ғүмереңде яңғыҙ үткәрмә, минең кеүек булма тейем. Ҡыҙымдың атаһы иртә үлде. Миңә 36 ғына йәш ине. Мин башҡа тормошҡа сыҡманым. Үкенгәнем, төндәрен өшөп, мендәрҙе ҡосаҡлап илауым йыш булды. Йөрөмәне түгел йөрөнөләр, бергә йәшәргә тәҡдим иткәндәр күп булды, әммә әллә ниңә ҡыйманым. Яңғыҙлыҡтың ни тиклем ауыр, йән өшөткәс нәмә икәнен яҡшы беләм. Шуға ҡыҙыма бер үк яңғыҙ ҡалма тейем. Тыңламай. Ирҙәргә күңеле ҡатты ла ҡуйҙы. Иртән эшкә китә лә, кис ҡайтып бикләнә өйөндә. Хатта һөйләшеп йөрөгән кешеһе лә юҡ. Улай күңелһеҙ, ауыр бит!

Кейәү ҡыҙыма хыянат итеп тотолһа ла мин уны яманлай алмайым. Сөнки ейәнемде ташламаны, ныҡ ҡарай. Ҡыҙым бер ҡасан да мәктәпкә нисек кейендерәйем, нисек шул нәмәне, был нәмәне алып бирәйем тип ҡаңғырмай. Кейәү ныҡ яҡшы ҡарай баланы. Әле каникул башланыр алдынан алып ҡайтып китте, бөткәс алып килеп ҡуйҙы. Һәр каникулда шулай. Мәктәп собраниеларына ла кейәү үҙе йөрөй. Йәйгеһен төрлө яҡтарға алып сығып китә ял итергә, тулыһынса кейендерә, һорағанын алып бирә. Миңә ҡарата ла кейәү бик ихтирамлы. Тыуған көнөмдә лә, 8 март, яңы йыл, дини байрамдарҙа ла бүләктәргә күмеп китә.

Ҡыҙым да, кейәүем дә яңғыҙ. Үҙ-ара тыныс итеп аралашалар, береһе лә береһен ғәйепләмәй, яманламай. Ҡабаттан ҡушылып, бергә йәшәһендәр тип теләйем. Тик теләгем тормошҡа ашмай. Кейәү ҡыҙыма һөйөү менән ҡарағанын һиҙәм, әммә ҡыҙым әллә ниңә ирерлек түгел. Икеһе менән дә ошо хәл буйынса һөйләшеп ҡарарға маташҡаным бар, икеһе лә был хаҡта һөйләшергә лә теләмәй. Нисек ҡушырға икән уларҙы?

А.

 

Автор:
Читайте нас