Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
20 Ғинуар 2018, 11:50

Баланың бәхете атай-әсәйгә бәйле

Өфө ҡалаһынан коуч Мәрйәм ХӘЙҘӘРОВА әйтеүенсә, үҙенә баһаһы түбән булған ҡатын-ҡыҙ бәхетһеҙлеккә дусар. Тормошта күп яңылыша, аҙаша. Тормош иптәшен дөрөҫ һайламай. Йыш ҡына эскесе ир ҡулына эләгә. Ә үҙбаһа кимәле ғаиләлә һалына...


Тормошта аҙашып киткән саҡтар була. Ҡатын-ҡыҙ донъя йөгөн, бала-саға мәшәҡәттәрен елкәһендә һөйрәп барһа ла, албырғап, аптырап ҡалған мәлдәре аҙ түгел. Һәр кем килеп тыуған мәсьәләһен үҙенең үҫеш кимәленә, аңына ярашлы хәл итә. Кемгәлер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шешә төбөнән йыуаныс табыу иң ҡулайы һымаҡ күренә. Ауырлыҡты яғалашып, әрләшеп, бүтәндәрҙе ғәйепләп еңергә маташҡандар ҙа байтаҡ. Үҙ эсенә йомолғандар, ҡабырсағына ҡапланғандар ҙа бар. Ҡыйын хәлгә тарыуының сәбәбен аҡыллы китаптар, психолог, коуч ярҙамында асыҡлаусылар ҙа юҡ түгел.

Үрҙә һанап үтелгәндәр араһынан ошо һуңғы юлды һайлаусылар үҙен үҫтерергә ынтылыусыларҙан тип әйтергә булалыр. Шул уҡ ваҡытта улар иртәме-һуңмы тормошо өсөн кеше үҙе яуаплы икәнен аңлай. Эргә-тирәбеҙҙәге хәлдәрҙең сағылышы – үҙебеҙ булғанын самалайҙыр.
Өфө ҡалаһынан коуч Мәрйәм ХӘЙҘӘРОВА менән әңгәмәләшеү ваҡытында һүҙ, ысынлап та, тик кешенең үҙенә барҙы ла төртөлдө. Дөрөҫөрәге, уның үҙбаһа кимәленә. Мәрйәм әйтеүенсә, үҙенә баһаһы түбән булған ҡатын-ҡыҙ бәхетһеҙлеккә дусар. Тормошта күп яңылыша, аҙаша. Тормош иптәшен дөрөҫ һайламай. Йыш ҡына эскесе ир ҡулына эләгә. Ә үҙбаһа кимәле ғаиләлә һалына. Хатта тәрбиәлә генә тип тә әйтеп булмай. Баланың ниндәй булып үҫеүе, өйҙә генә түгел, мәктәптә, тиҫтерҙәре араһында ла нисек аралашыуы атаһы менән әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбәтенә бәйләнгән икән.

Һүҙҙең айышына төшөнөү өсөн Мәрйәм менән осрашыуға килгән бер ҡатын менән әңгәмәнән өҙөк:

– Балам тиҙ ҡыҙа, ярһый, илай башлаһа туҡтай белмәй…

– Ирегеҙ менән әрләшәһегеҙме?

– Эйе.

– Әрләшмәгеҙ.

– Юҡ, һеҙ аңламанығыҙ. Минең балам ярһый, тиҙ генә ҡыҙып бара...

Был ҡатын балаларының хәл-торошо, кәйефе һәм үҙен тотоуы ире менән мөнәсәбәтенә бәйле икәнлеген аңламай.

Мәрйәм ана шулай үҙенә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон дөрөҫ һуҡмаҡҡа төшөрөп ебәрергә ярҙам итә. Күптәргә мәлендә күрһәтелгән юл, үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ мөһим. Ул үҙе лә ҡатын-ҡыҙҙың серҙәше, күңелде дауалаусы ролен ҡапыл ғына һайламаған. Барыһы ла бала саҡтан һалынған.

“Һәр кемдең үҙ юлы бар. Бәләкәй сағымда мине ололар ярата ине. Сәй эскәндә хәбәр һөйләйҙәр, ә мин бер нәмә аңламаһам да, тыңлайым ғына, – тип һөйләй Мәрйәм. – Бер мәл уҡытыусы ла эс серҙәрен сисә башланы. Ире, балалары хаҡында теҙә. Үҙемә, уҙа ҡалһа, ун бер-ун ике йәш тирәһелер. Класташ ҡыҙҙар ҙа минең менән сер бүлешә ине. Аралағы хәбәрҙе ситкә сығармайһың, матур кәңәш бирәһең, тип әйткәндәре хәтеремдә. Уҡыуҙы тамамлағас, психология факультетына барырға теләгәйнем, кире уйланым. Педагог булырға ла уҡталып ҡуйҙым, ә медицина юлын һайларға ҡурҡтым. Иң яҡшы белгән фәнем химия ине – ошо фән буйынса юғары белем алдым. Уҡыуҙы тамамлағас, “Роснефть” компанияһында эшләнем. Әммә һәр кемдең үҙ тәғәйенләнеше үҙенә тарта бит ул, ҡалдырмай.

Шул осорҙа эргәмдә йәштәр туплана башланы. Яңы ғына юғары уҡыу йорто тамамлаған егеттәр-ҡыҙҙар менән киноларға, боулингка йөрөйбөҙ. Нисектер бер-беребеҙгә ылығып, өйрәнеп киттек. Шул саҡта үҙемә кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороу, аралашыу ҡыҙыҡ икәнлеген аңланым”.

Кейәүгә сығып, бала табып, өйҙә ултыра башлағас, аралашыуһыҙ нисек ҡыйын икәнлеген тоя Мәрйәм. Форумдарҙа, сайттарҙа йәш әсәйҙәр менән ҡатнаша башлай. Яйлап уларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирә, килеп тыуған мәсьәләләрен сисеүҙә ярҙам итә. Шул саҡтарҙа ғына кешеләрҙең тормошон еңеләйтеү оҡшағанын аңлап ҡала ла инде.

Мәрйәмгә ҡараһаң, унда ниндәйҙер сер бар кеүек. Янып торған йәшкелт-күкһел күҙҙәре ябай ғына түгел һымаҡ. Кешене үтәнән-үтә күргәндәй тойолоп китә. Баҡһаң, уға ауыр хәлдә ҡалғандарға ниндәй кәңәш биреү, ниндәй юл күрһәтеү ысулы ҡайҙандыр өҫтән килә икән. Үҙе лә аңлап етмәгән белем ярҙам итә.Тәбиғәттән бирелгән һиҙгерлеге бар. Кешегә ҡарай ҙа, ниңә уның тормошонда шундай хәлдәр килеп сыҡҡанлығын белә. Әлбиттә, Өфөлә һәм Мәскәүҙә коучинг буйынса махсус белем дә алған.

Бер ҡатын психологка хәлен белдерә. Нимә эшләргә, бөтәһенә лә йәнем көйә, әрләшәм, бер ваҡытта ла кәйефем юҡ, хатта иремдән ҡаса башланым, ти. Психологтың яуабы ошолай: был гормональ үҙгәрештәр, ҡабул итегеҙ, ирегеҙгә аңлатығыҙ. Ә Мәрйәмдең һиҙгер күңеле бер нисек тә улай булырға тейеш түгеллеген аңғарта. Был ҡатын ниҙәндер ҡурҡа йә ире өмөттәрен аҡламаған. Ысынлап та, уның йөрәге тыумыштан сирле икән һәм бала табырға ярамай, табиптар операция эшләргә лә ҡурҡа. Ире һиңә тиклем дә бала тапҡандар, бер нәмә лә булмаҫ, тип артыҡ бошонмай ҙа. Ә ҡатын ҡурҡа һәм төшөнкөлөккә бирелгән.

Айырылышыр сиккә еткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мөрәжәғәт итә Мәрйәмгә. Күпмелер ваҡыт үткәс, сәскә кеүек асылып китәләр. Ирҙәре бүләк бирә башлай. Улар ни бары үҙҙәре өҫтөндә эшләй һәм икенсе яртылары менән дөрөҫ мөнәсәбәт төҙөргә өйрәнә.

“Күптәр үҙ ояһында нимә күреп үҫкән, шуны үҙ ғаиләһендә ҡабатлай. Элекке ирҙәр хәҙергеләрҙән ныҡ айырыла бит ул. Беҙҙең атайҙар баҫалҡыраҡ, тынысыраҡ ине. Хәҙергеләрҙә ҡатын-ҡыҙ һыҙаттары өҫтөнлөк итә. Әммә шундай сифаттары булһа ла, үҙҙәрен ир итеп күтәреүҙе хуплай, көтә. Ир кешелә үҙ-үҙеңә баһа биреү һыҙаттары булырға тейеш түгел. Беҙ гел тышҡы ҡиәфәтебеҙгә, эшләгән ғәмәлебеҙгә баһа бирәбеҙ. Ә ир кеше иһә миңә нисек кәрәк, шулай эшләйем, тип йәшәргә тейеш. Һәм ул шул ваҡытта ғына үҙен ысын ир итеп тоясаҡ. Ә хәҙерге ирҙәр үҙҙәренә баһа бирә. Баһа биреү – ул үҙеңде икенсе кеше менән сағыштырыу. Ҡатын-ҡыҙ үҙ сиратында шул ирҙең баһаһын күтәреп, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырырға тейеш тә бит… Беҙ, киреһенсә, унан көтәбеҙ. Һөҙөмтәлә, ир үҙен ышанысты аҡламаған һымаҡ тоя башлай. Һөйгәненең үҙе менән ҡәнәғәт түгеллеген һиҙеп, үҙбаһаһы төшә. Шунан башлана ла инде иң “ҡыҙығы”: үҙен өҫкәрәк күтәрер өсөн ҡатынын кәмһетә башлай. Баш булырға теләй, әммә нисек икәнлеген белмәй, ғаиләһендә лә өлгө алырҙай күренеш күреп үҫмәгән”, – тип күптәр баш ватҡан мәсьәләнең айышына төшөндөрҙө Мәрйәм.

Уға мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙ ире менән мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнә. Үҙеңде нисек тоторға, нисек һөйләшергә кәрәклеген асыҡлайҙар. “Хәҙерге ҡатындар ир затынан ҡурҡҡан һәм шуға күрә лә уны яҡлаусы итеп тоймай. Ә үҙ ирен яҡлаусы итеп тоймағас, бәхетле була алмай. Был тормошта уларҙың ышанысы юҡҡа сыҡҡан”, – ти ул.

Ғаиләлә ир менән ҡатындың тынсып йәшәй алмауы балаларына ла күсә.


- Әгәр ҙә өйҙә атай-әсәй әрләшһә, бала ныҡ тынғыһыҙлана. Туҡтауһыҙ илай, әсәһенә һуға, эш боҙа. Шул ваҡытта ҡатынға ярҙам итергә кәрәк. Тимәк, ҡатын кешенең өмөттәре селпәрәмә килгән, – ти Мәрйәм.

Мәрйәм үҙе лә ваҡытында ир кешенән ныҡ ҡурҡҡан булған. Шуға күрә лә уларҙы тормошона яҡын килтермәгән. Үҙ ваҡытында һәйбәт психотерапевт менән танышып, уның менән ана шул ҡурҡыуҙы алыр өсөн бик оҙаҡ эшләргә тура килә. Тап шул саҡта позитив психология тураһында белеп ҡала ла инде. Йәғни ниндәй ниәт менән йәшәйһең, ана шул алдыңа килә. Мәрйәм буласаҡ тормош иптәшен тулыһынса күҙ алдына килтереп, үҙенең хыялындағыса ҡағыҙға яҙып һалып ҡуя. Теүәл өс йылдан кейәүгә сыҡҡас уҡып ҡараһа, тап үҙенең ирен тасуирлаған икән!

Мәрйәм әйтеүенсә, кейәүгә сыҡмай оҙаҡлап киткән ҡыҙҙарҙың иң тәү сиратта ҡурҡыуын алырға кәрәк. Мөнәсәбәт ҡороуға тыйыу йә атайҙан, йә әсәйҙән килә. Әсәй кеше еткән ҡыҙы ауырға ҡалып ҡуймаһын тип ҡурҡа ла, ул-был хәл сыға ҡалһа, өйҙән ҡыуыу менән янай, йә йыш ҡына ир кешегә бер генә нәмә кәрәк тип хафаландыра. Һөҙөмтәлә, ҡыҙ егет менән артабан да мөнәсәбәт ҡуйыртмай. Йә яңылышып кейәүгә сыға.

Шулай ҙа нисек бәхетле булырға һуң? Ситкә тайпылыуҙар, яңылышыуҙарҙың төп сәбәбе нимәлә икән?

“Бәхет – ул үҙеңде яратыуҙа һәм үҙеңде матур тормошҡа лайыҡлы тип ышаныуҙа. Йыш ҡына күп ҡатындар яҡшы тормошҡа лайыҡ түгелмен, үҙем шундай ирҙе һайлағас, түҙеп йәшәргә тейешмен тип һанай. Әгәр ул миңә лә ихтирам менән ҡарарға тейештәр, кешеләр ҙә ихтирамға лайыҡ, тип һанай икән, бәхетле була ала.

Үҙбаһа тәрбиәнән килә йә ҡайҙалыр баланы һындырғандар: балалар баҡсаһында, мәктәптә. Ситтә баланы ҡыйырһыталар икән һәм ул өйҙә лә таяныс тапмаһа, үҙен яҡлауһыҙ итеп тоя.

Бер миҫал. Ир ҡатынын кәмһетә, беленмәҫлек кенә итеп туҡмай. Әсәһе илап шылтырата. Тормошо ниңә улай икән, уны яратып үҫтерҙек, бөтә ғүмеремде һалдым уны тәрбиәләүгә, ти.

Ә ҡыҙ һөйләүенсә, улар уға иғтибар бирмәгән, бары тик уңыштары менән генә ҡыҙыҡһынған. Насар билдә алып ҡайтһа, тубығын борсаҡта тотҡандар. Әрләмәгәндәр, һуҡмағандар, әммә шым ғына яза биргәндәр. Шуға күрә лә тоталитар ир ҡулына эләккән. Һуҡһа ла, башҡа ирҙәрҙән яҡлай бит.

“Үҙеңде дөрөҫ баһалау бала саҡтан килә. Атай-әсәй ниндәй күҙҙәр менән ҡарай, шул саҡта бала үҙенә ышана.

Тормошон матур ҡорһон өсөн баланы мөхәббәт менән тәрбиәләргә кәрәк”, – ти Мәрйәм Хәйҙәрова.

Кешенең бәхете, тормошон дөрөҫ кенә итеп ҡороуы уның үҙбаһа кимәле, атай-әсәйенең ниндәй мөнәсәбәттә йәшәүе менән ҡайһылай тығыҙ бәйле икән!


Читайте нас: