Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Декабрь 2019, 17:56

Һатылмаҫ нәмә ҡалманы

“Аҡсалы ханым” булырға теләүселәрҙең иғландары быуа быуырлыҡ. “Исемем – Әлинә, миңә 18 йәш, саф ҡыҙмын, беренсе тапҡыр ҡыҙлығымды ышаныслы, тәжрибәле, бай ир менән юғалтаһым килә, хаҡы – 20 000 доллар”. Йәки тағы береһе: “Исемем –Марина, 19 йәш, сафлығымды 100 000 һумға һатам, осрашыу барышында хаҡын ҡабат килешергә була. Студенттар һәм насар ниәтле егеттәрҙең борсомауын үтенәм”...

Фантастик киноларҙа йыш ҡына бер сюжет осрай: уйламаған-көтмәгән ерҙән бер аҡылһыҙ арҡаһында бығаса етмеш йоҙаҡҡа бикле торған портал асыла. Һәм “теге яҡ”тан кешелекте юҡҡа сығарасаҡ ҡурҡыныс янай башлай... Торған һайын әлеге портал менән интернеттың уртаҡлығында дәлилдәр арта бара төҫлө...
Хәҙер йәштәрҙең интернет аша танышып аралашыуы, осрашыуҙары, хатта ҡауышыуҙары берәүгә лә сер түгел. Егеттәр ҡыҙ эҙләй, ҡыҙҙар егет эҙләй... Никах уҡытып ҡауышҡансы, бергә “йәшәп ҡарау” ғәҙәти хәлгә әйләнеп китте. Ҡыҙҙарҙың саф килеш кейәүгә сығыуы хатта “иҫкелек ҡалдығы” һанала. Сафлыҡ, инсафлыҡ кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙың иң ҙур байлығы һаналған дәүер йыраҡ-йыраҡта ҡалды. Хәҙер ир-егеттәр өсөн ул мөһим түгел. Әлеге лә баяғы шул социаль селтәрҙә бөгөнгө көндә ҡыҙҙарҙың сафлығын баһалайҙармы, тигән темаға һорау алыу үткәргәндәр. 500-ҙән артыҡ кешенең бары тик 176-һы ғына “эйе” тип яуап биргән. Тик әлеге яҙманың төп темаһы был түгел. Аптырап ҡулған ҡәләм алырға мәжбүр иткәне... бөгөн ҡыҙҙарҙың үҙҙәренең сафлығын аҡсаға һатыуы.
“Аҡсалы ханым” булырға теләүселәрҙең иғландары быуа быуырлыҡ. “Исемем – Әлинә, миңә 18 йәш, саф ҡыҙмын, беренсе тапҡыр ҡыҙлығымды ышаныслы, тәжрибәле, бай ир менән юғалтаһым килә, хаҡы – 20 000 доллар”. Йәки тағы береһе: “Исемем –Марина, 19 йәш, сафлығымды 100 000 һумға һатам, осрашыу барышында хаҡын ҡабат килешергә була. Студенттар һәм насар ниәтле егеттәрҙең борсомауын үтенәм”...
Ҙур ҡалаға килеп, уҡырға инә йәиһә эшкә урынлаша алмаған, йәшәр урыны булмайынса берәр күңелһеҙ хәлгә юлығып, фәхишәлек юлына баҫырға мәжбүр булған ҡыҙҙар тураһында һүҙ бармай. Бында аралашсы ла юҡ, ҡоллоҡ та түгел. Бында ҡыҙҙар үҙҙәре мөрәжәғәт итә.
Интернет селтәрҙәрендә саф ҡыҙ менән беренсе төн тәҡдим итеүсе порталдар етерлек. Донъя күләмендә таралған “аукцион” хужабикәһенең береһе үҙҙәрендә ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар бөтөн донъянан тиҫтәләгән видеоролик ебәреүҙәре хаҡында бәйән итә. Австралия, Европа, Африка, Америка, Азия, хатта Ғәрәп илдәренән тәндәрен генә түгел, сафлыҡтарын да һатыусылар йыйылған унда. Ғәйәт үҙенсәлекле булһа ла, бизнестың бер төрө инде был. Әйтергә кәрәк, эшҡыуарлыҡ күҙлегенән шаҡтай килемле лә. Бер төн өсөн алған түңәрәк кенә сумманы ҡыҙҙар йә торлаҡ яҡшыртырға, йә уҡыуға, йә сит илгә сәйәхәткә тотонорға ниәтләй.
Һатыусы булғас, һатып алыусыһы ла бар. Тик күбеһе сафлыҡты ҡыҙҙар тәҡдим иткән хаҡтан түбәнерәк билдәләй. “50 меңгә саф ҡыҙ һатып алам, артабан да аҡсалата ярҙам итеү мөмкинлеге бар”. “Бер төн өсөн саф ҡыҙ эҙләйем, ҡиммәт түләйәсәкмен, был өлкәлә тәжрибәм етерлек” кеүек иғландар байтаҡ.
Барыһы ла ситтән килә. Ҡай саҡ сиктәр ябыҡ булған, кешеләр сит илгә түгел, ауылдан сыға алмай ятҡан замандарҙа бәхетлерәк йәшәгәндер кеүек тойола.
Шаҡ ҡатып ултырһам да, сафлыҡ һатыуҙы донъяла өр-яңы күренеш тип әйтеп булмай. Япониялағы гейшаларҙың беренсе төнөн мөмкин ҡәҙәр ҡиммәткә һатыуы борон-борондан билдәле. Ҡасан әлеге күренеш бөтә донъяны баҫып алған – бына быныһы билдәһеҙ.
Сафлыҡ һатыу осраҡтарының береһе – иң шау-шыу ҡуптарған Бразилия студенты Катарина Мильорини исеменә бәйле. Ул үҙенең был аҙымға барыуын хәйриәлек менән аңлата. Йәнәһе шул аҡсаға хәйерселәр өсөн йорт төҙөтәсәк. Хәйер, уның “изге” ниәте барып сыҡмаған. Һәр хәлдә донъя күләмендә шаулаған ваҡытта. Сөнки һатып алыусы ҡыҙҙың буй-һынын оҡшатмайынса, яҡынлыҡтан баш тартҡан, имеш. Тирә-яҡтағыларҙың аҙғынлыҡта, боҙоҡлоҡта ғәйепләүенә яуап итеп, бер тапҡыр ғына бындай аҙымға барыу фәшихәлек һаналмай, тип аҡланған ҡыҙ.
Әлбиттә, американлылар ҙа был яңылыҡтан ситтә ҡалмаған. Аукцион ойоштороу уларҙан сыҡманымы икән әле?.. Интернетта шаҡтай йылдар элек Массачусетс штатында “алһыу” ҡыҙҙар сафлыҡтарын тәҡдим итеп, халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр һәм аукцион уҙғарғандар тигән хәбәр осраны.
Донъя күләмендә билдәле осраҡ Жизель исемле ҡыҙға бәйле. Ул аукционда ҡатнашып, беренсе төнөн ике миллион евроға һатҡан. Бындай “байлыҡ”ҡа Абу-Даби эшҡыуары лайыҡ булған. Аҙыраҡ сумма тәҡдим иткән Голливуд йондоҙо икенсе урында тора, өсөнсөһөндә – Рәсәй сәйәхәтсеһе. Жизелгә аҡса уҡыуына түләргә һәм сәйәхәт итергә кәрәк булған. Һәм ул быны “нормаль” күренеш тип һанай. Үҙен оятһыҙлыҡта ғәйепләгән кешеләргә иһә: “Минең тәнем: нимә теләйем, шуны эшләйем. Үткәндәргә кире ҡайта алһағыҙ, һеҙ ҙә бик теләп һатыр инегеҙ әле”, – тип яуап ҡайтара.
Донъя матбуғаты италиялы Николь тирәһендә лә күп шаулашты. Ҡыҙ үҙенең сафлығын һөйгәненә бүләк итергә теләп, яҡты хыялдар менән йәшәгән еренән интернетта эскорт-хеҙмәт сайтына тап булған. Шунда ул үҙенең Кембреджда уҡыу һәм ата-әсәһенә йорт алып биреү теләктәрен тормошҡа ашыра аласағын аңлаған. Иң сәйере, ҡыҙ үҙе әлеге ҡарары тураһында журналистарға барып һөйләгән. Шул уҡ ваҡытта был хәбәр атай-әсәһенә барып етһә, уларҙың күтәрә алмаясағын да әйткән. Ә бер нисә көндән интернет селтәрендә Николь һатып алыусы табыуы тураһында мәғлүмәт урынлаштыра. Ниндәйҙер эшҡыуар уның менән төн үткәрер өсөн миллион евро тәҡдим итә. Әммә ҡыҙ һуңғы минутта таныш түгел кеше менән төн үткәреүҙән ҡурҡып, баш тарта. Шуныһы ҡыҙғаныс, ул аҡылына килгәнсе, атай-әсәһе барыһын да белеп өлгөрә. “Улар бер һүҙһеҙ миңә ҡарап тик ултырҙы... Шулай түбән тәгәрәй алыуыма ышана алманылар...”, – тип илай-илай журналистарға аянысын һөйләй ҡыҙ. Был юлы инде ул әлеге алымдан башҡаларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында эшләй. Атай-әсәһе аңлар ҙа, кисерер ҙә. Бәхетенә күрә, иң ҡурҡыныс аҙым яһалмаған бит. Тик бына әлеге хәлде белеп ҡалған иптәштәре, синыфташтары тиҙ генә тынырмы икән? Мыҫҡыллауҙар, көлөүҙәр арҡаһында ҡыҙ стресс кисергән. Әлеге ваҡиға шуның менән тамамланған, Николь аҡылға ултырған тип ышанайыҡ һәм уның миҫалы кемдер өсөн киҫәтеү булыр тип өмөтләнәйек.
Шулай ҙа бындай аҙымға кемдәр бара һуң? Оятһыҙҙар һәм ҡомһоҙҙармы? Әллә ҡыйыуһыҙҙар һәм хәйерсе ҡыҙҙармы? Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тегеләре лә, былары ла етерлек. Улай ғына түгел, ҡайһы берҙәре алынған аҡсаның бер өлөшөн ҡыҙлыҡ пәрҙәһен пластик операция ярҙамында кире ҡайтарыуға ҡулланып, йәнә аҡса эшләй.
Был донъяла бар нәмә лә һатыла, тимәк, һатып та алына тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә шик ҡалдырмаҫлыҡ ҡот осҡос ваҡиға Мәскәүҙә лә булды. Бер ҡатын 13 йәшлек ҡыҙының сафлығын миллион ярымға һатырға килешеү төҙөгән. Ғинуар башында Мәскәү ресторанының береһендә полиция хеҙмәткәрҙәре уны (сығышы менән Силәбенән булған ул) ҡулға алды. Әлеге ҡатын әхирәте менән ҡыҙының сафлығын һатып алырлыҡ байҙы бик оҙаҡ эҙләгән. Шуныһы аптырата, был ғаилә аҡсаға мохтаж хәйерселәр рәтендә түгел. Күршеләре лә уларҙың йылына икешәр тапҡыр сит илгә сәйәхәткә барыуын, яҡшы кейенеүен, күңелле йәшәүен әйткән. Ә бит ирһеҙ ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәй.
Үҫмер ҡыҙ менән һөйләшкән психолог һүҙҙәренә ҡарағанда, ул Мәскәүгә ни өсөн килгәнен яҡшы аңлаған. Бөгөн психологтар уның әлеге хәлгә мөнәсәбәтен үҙгәртергә тырыша. Килеп сығырмы – быныһы билдәһеҙ. Сөнки интернеттағы белдереүҙәрҙең 60 проценты – мәктәп уҡыусыларыныҡы. “Уларҙың күбеһе ҡыҙлыҡты барыбер ҡасан да булһа юғалтаһы, аҡса эшләп ҡалһаң, яҡшыраҡ, тигән уй менән был аҙымға баралар”, – ти психологтар.
Сит ил ҡыҙҙарынан айырмалы рәүештә, беҙҙекеләр аукциондар уҙғарып тормай икән, үҙ хаҡтарын теүәл беләләр, билдәле бер суммаға тәҡдим итәләр ҙә, берәр ҡалын кеҫәле олигарх килгәнен көтөп ултыралар. Килешеү тормошҡа ашырылаһы урынға ла улар үҙҙәре генә китә. “Ҡапсыҡлап” аҡса күтәреп киләһе олигарх урынына енәйәтсе, маньяк, йә иҫерек компания килеп инергә мөмкин булыуы баштарына килмәйме икән?.. Аҡсаға ҡыҙығып, ҡыҙҙар сәләмәтлеген, хатта ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя бит.
Шулай уҡ аҡса аңды томалаған заманмы икән ни әллә? Бәлки, әлеге күренештең башҡа йәшерен сәбәптәре барҙыр? Насар ғаилә, уңышһыҙ беренсе мөхәббәт, аҡыл яғынан берәй тайпылыш...
“Сафлыҡ һатыуҙың бер ниндәй йәшерен сексуаль һәм психологик эстәлеге юҡ, – ти психолог һәм сексолог Наталья Романовская. – Бында һүҙ, һис шикһеҙ, аҡса-тауар мөнәсәбәте тураһында бара. Был аҡсаға яҡынлыҡ ҡылыуҙың бер төрө”.
Тимәк, сафлыҡ һатыу артында бары тик аҡса алыу теләге ята. Психологтар фекеренсә, инсафлыҡ анатомияға ғына түгел, эске торошҡа ла бәйле. Бындай аҙымға барыусы ҡыҙҙар тормоштарын “фәхишәлек – аҡса эшләү, маҡсатыңа ирешеү ысулы” тигән стереотиптан башлай.
Беҙҙең илдә был бизнес ни дәрәжәлә алға киткәндер, теүәл генә әйтә алмайым. Уны контролдә тотоп, статистикаһын алып барыусылар юҡ бит. Тик бына иғландар араһында мосолман ҡыҙҙарының исемдәре лә осрауы күңелде ҡыра. Мосолмандарға элек-электән тыйнаҡлыҡ, инсафлыҡ хас булған. Үҙен берҙән-бере өсөн һаҡлаған йәренә кейәүе лә хөрмәт менән ҡараған, мәһәрен дә ҡыҙғанмаған. Хәҙер хәл башҡасараҡ. Әллә сафлыҡты баһалаусы мосолман ир-егеттәре аҙайҙы, әллә ҡыҙҙар үҙҙәре әҙәптең нәмә икәнен онотто...
Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, беренсе төн өсөн ғәйәт ҙур суммалар тәҡдим итәләр икән, тимәк, сафлыҡҡа ир-ат битараф түгел. Бөгөн модала түгел тип әйтеү ҙә ялған булып сыға.
Әлеге теманы ҡуҙғатҡас, бер апай кеше: “Ә ниңә? Дөрөҫ эшләйҙәр. Барыбер хәҙер кейәүгә сыҡҡансы йөрөмәйҙәр бит инде. Бер-ике рюмка араҡынан һуң бушҡа ятып йоҡлағансы...” – тип әйтмәһенме?! Тормошто күргән, аҡыл туплаған быуын вәкиле шулай тип торғас, йәш-елкенсәктән ни көтөргә? Намыҫ, инсафлыҡ, сафлыҡ төшөнсәләренең мәғәнәһен ҡыҙҙарға әсәйҙәре аңлатып үҫтерергә тейеш түгеме ни? Уның ҡәҙерен улдарына атайҙары төшөндөрөргә бурыслы түгелме ни?
Әлбиттә, ауылда йәшәгәндә әлеге проблема бик йыраҡта, ҡалаларҙа ғына барҙыр кеүек тойола. Әммә бөгөн иң төпкөл ауылда кескәй ҡыҙсығын ҡосағына ҡыҫҡан әсәй ҙә онотмаһын ине: фәхишәлек закон тарафынан тыйылған илдәрҙә лә был күренеште туҡтатыр көс юҡ. Портал асыҡ... Һуңғы өмөт дөрөҫ тәрбиәлә...

Айзирәк.