– Нисек һеҙҙең кеүек гөрләтеп донъя көтөргә икән?
– Йәштәр кис уйынға сыға. Аҙаҡ егеттәр һылыуҙарҙы оҙатып ҡуя, шулай бит? Ҡапҡаһына тиклем бер мәртәбә алып килһәң – әллә нимә түгел, икенсе тапҡыр иһә – сәбәп биргән кеүек, ә өсөнсөгә оҙаттың икән, үҙеңде кейәү тип һанаһаң да була, – тип һөйләп китә ҡарт.
– Мин дә кис, уйын тамамланғас, бер ҡыҙҙы өйөнә тиклем алып барырға булдым. Юлда етәкләп, тегене-быны һөйләп, күңелен күрмәксемен. Ҡәҙимге атлап бара инек, һылыу ҡапыл ҡулын тартып алды. Тәүҙә аптырап киттем, аҙаҡ ҡына күләүеккә төшөп барыуымды шәйләнем. Урап торманым, кисек үттем. Ҡыҙ иһә батҡаҡты ситләп үтте һәм бара биргәс, мине кире етәкләп алды. Сираттағы күләүекте күрһәм дә урап үтмәнем. Һылыу тағы ла, ҡулын ысҡындырып, таҙа ҡалды.
Иртәгәһенә ошо уҡ юлдан икенсе бер ҡыҙҙы оҙатып киттем. Ул да, күләүеккә етһәк, ситкә ырғыны. Өсөнсө көндә лә ошо уҡ күренеш, тик быныһында башҡа ҡыҙҙы оҙатам. Юл буйлап киләбеҙ, әлеге лә баяғы күләүектәр һаман кипмәгән бит. Әммә ни күрәм: ихлас аралашып, көлөшөп барған ҡыҙ ҡулдарын минән ысҡындырырға уйламай ҙа! Хәбәремде артабан тыңлап, бысраҡ аша минең менән бергә атлап тик бара. Ҡараңғыла аңғармай ҡалғандыр, тип сираттағыһына – тәрәнерәгенә – яҡынлайым. Һылыу быныһын да күрмәмешкә һалышты... Бына шул замандан бирле иңде-иңгә терәп йәшәп тик ятабыҙ, ыҙғышмайбыҙ, тормош «күләүектәрен» дә бергә кисеп үтәбеҙ.