Яңы айфон һатыуға сығыу менән, магазиндарҙа һыу буйы сират барлыҡҡа килде. Уны тәүгеләрҙән булып ҡулға эләктереү өсөн ҡайһы берәүҙәр икешәр тәүлек түҙергә риза, баҡһаң. Мәскәүҙә бындай тоғро һатып алыусыларға йылыныу өсөн автобустар ҙа бүлгәндәр: яңы телефон фанаттары көҙгө һалҡында һаулыҡтарына зыян килтермәһен, тип борсолғандар. Үҙәк телевидение ла бындай яңылыҡты хәбәр итмәй ҡала алманы. Әммә мине генә әллә ни ғәжәпләндермәне: тап ошо күренеш тулыһынса Рәсәйҙең бөгөнгөһөн сағылдыра түгелме?
Ысынлап та, хаҡы 80 мең һумдан башланған был телефонды һатып алам тип айлыҡ эш хаҡы 15–20 мең һум тәшкил иткәндәр теҙелмәгәнлеге көн кеүек асыҡ. Улар иң тәүҙә, әлбиттә, “алтын йәштәр” – яңы айфонды тәүгеләрҙән эләктереп үҙенең мин-минлеген раҫларға тырышыусылар. Икенселәре, ихтыяж тәҡдим тыуҙыра тигән баҙар ҡануны буйынса эш итеүселәр, йәғни, ҡәҙимге алып-һатарҙар. Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәр унынсы айфонды үҙ хаҡынан ике-өс тапҡырға ҡиммәтерәккә һатып алырға риза. Шулай уҡ йоҡа кеҫәһен ҡалынайтыу маҡсатында тағы бер төр йылғырҙар барлыҡҡа килгән икән – улар сираттағы урындарын һаталар. Ә уның хаҡы иһә Мәскәүҙә айфондыҡынан да артып киткән һәм 120 мең һумға еткән, тип ышандыралар. Бындай майлы ҡалъянан аҡылы бар кем баш тартһын инде? Бары бер аҙ йылғырлыҡ һәм көҙгө һалҡынға түҙеү мөмкинлеге биргән сәләмәтлек кенә кәрәк. Хатта һуңғыһы ла әллә ни кәрәкмәй, сөнки һинең сәләмәтлегеңде ҡайғыртып автобус тиклем автобус ҡыуып килтерәләр. Шуныһы ғына ғәжәпләндерә – был тиклем мәрхәмәтлек ҡайҙан килә? Ни өсөн стенаһындағы буяуҙары ҡубып бөткән поликлиникала сал һаҡаллы ҡартҡа ултырырға эскәмйә юҡ, ҡайһы бер төбәктә балалар белем алыу өсөн күрше ауыл мәктәбенә йәйәү тәпәйләргә мәжбүр, ә бына кемдеңдер ярты йыллыҡ эш хаҡына бәрәбәр телефонға сиратҡа тороусыға йылы автобус табыла? Ошо һорау ғына күңелде тырнап ҡуя. Аҡылы булғанға яуабы ла әҙер инде: бәлки, унынсы айфон артынан сиратҡа тороусылар араһында шул автобусты бүлеүсе чиновниктың ҡәҙерле балаһы ла булғандыр, кем белә? Шунан айфонға сират Рәсәйҙең бөгөнгөһөн сағылдыра тигән менән килешмәй ҡарағыҙ!
Әммә ниңә һәр күренештән яманды ғына эҙләргә? Был сиратта теләге булған яҡшыны ла тойомлай ала. Мәҫәлән, яңы айфонға бөтә ил буйынса теҙелгән сираттар бөгөн Рәсәйҙең тиңдәр араһында тиң икәнлеген дә раҫланы. Эйе, эйе, элек яңылыҡтарҙан АҠШ-та һәм Европала ошондай күренештәрҙе күреп бот сабып аптырай инек. Хәҙер бына үҙебеҙгә лә килеп етте. Артыҡ аптыраусылар ҙа юҡ кеүек. Бары шул тиклем ҡиммәт хаҡҡа телефон һатып ала алғандарға ғына аптырайбыҙ. Әммә хәҙер океан аръяғындағыларҙан бер нәмәбеҙ менән дә кәм түгелбеҙ. Кәмһенеү тойғоһо ла ҡайҙалыр юғалды. Ҡулыбыҙҙа айфон, шул уҡ фейсбук һәм инстаграм менән беҙ ҙә рәхәтләнеп ҡулланабыҙ, “Макдональдс” гамбургерҙары менән ҡорһаҡ тултырабыҙ. Иномаркаларҙа елдерәбеҙ – кредиттың айлыҡ түләүен ҡапларға эш хаҡың ғына етһен! Ә хәтерләйһегеҙме: ҡасандыр колхозсы “Запорожец” автомобилен һатып алыу өсөн һуңғы малын осорорға әҙер ине бит! Шөкөр, ул ҡараңғы замандар тарихта ғына ҡалды. Шуныһы ғына, быларҙың барыһы ла беҙгә ҡасандыр Хрущев олатайыбыҙ йоҙроҡ болғаған АҠШ-тан килгән бит әле. Беҙгә туҡтауһыҙ санкциялар менән янаған һәм сираттағы “һалҡын һуғыш” алып барған донъяның иң ҡеүәтле дәүләтенән.
Тойғанһығыҙмы икән, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә патриотизм тойғоһо үтә лә ныҡ күтәрелеш кисерҙе. “Зәңгәр экран”дан да көн-төн тимәй беҙгә тап ошо турала тылҡынылар. Ысынлап та, бөткөһөҙ санкциялары менән илебеҙҙе бөлдөрөргә тырышҡан сит ил капиталистарына беҙҙең халыҡ бирешмәгәндәй булды. Ватанға һөйөү тойғоһо атай-олатайҙарҙан беҙгә күскән бит. Әгәр шулай булмаһа, Бөйөк Ватан һуғышында ярты донъяны азат итә алыр инеләрме? Бөгөн дә бирешмәҫбеҙ – бик күптәр шулай уйлағандыр. Ысынлап та, хаҡтар ике-өс тапҡырға артты, түләүҙәр күккә тиклем күтәрелде – әммә беҙҙең халыҡ билен биштән быуып күндәм генә көн итеүен белде. Ошо үҙе үк патриотизм түгелме ни? Яңыраҡ билдәле хоккейсы Александр Овечкин хатта “Путин командаһы” хәрәкәтен булдырыуы тураһында иғлан итте. Тик шуныһы ғына – был миллионер хоккейсы күп ғүмерен тап шул АҠШ-та үткәрә. Танылған йырсы һәм Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон да Европа тарафынан шәхсән үҙенә ҡаршы санкциялар ҡабул ителгәнлегенә ғорурланыуын белдергәйне. Әммә ул да һаулығына операция талап ителеү менән Германияға осто. Әйткәндәй, бер мәл үҙебеҙҙең смартфонды булдырыу тураһында иң юғары даирәләрҙә лә һүҙ ҡуҙғатылғайны. Йәнәһе, төрлө айфондарға үҙебеҙҙең лайыҡлы яуап булырға тейеш. Был турала Дмитрий Медведев, Рамзан Ҡадыров кеүек шәхестәр ҙә үҙ фекерен әйтте. Әммә теге смартфон ғына һатыу кәштәләрендә һаман да айфон менән ярыша алмай, һуңғыһының унынсыһын ҡулға алып өлгөрҙөк инде. Шулай итеп, беҙ йәштәребеҙгә “зәңгәр экран” аша һеңдерергә тырышҡан патриотизм тойғоһо ниңәлер яңы айфонға теҙелгән сиратҡа ҡаҡлыға ла ҡуя, буғай.
Бөгөн Рәсәйҙең ҡулланыусылар йәмғиәтенә әүерелеүе бер кемгә лә сер түгел. Айфонға сират ошоно раҫлаусы тағы бер күренеш кенә. Текә телефон, текә автомобиль – бөгөн илдә һинең кемлегеңде күрһәтеүсе билдәләр. Улар бар икән – тимәк, күпселектең ҡарашында (бәхеткә күрә, бөтә йәмғиәттекендә түгел әле) үҙ урыныңды тапҡанһың! Ә космонавт булып йыһанды иңләү, ғалим булып яңы дарыуҙар уйлап табыу – быны бөгөн һинән берәү ҙә талап итмәй. Шуға ла бөгөн яңы айфонға сират теҙелеүенә аптырарға кәрәкмәй. Атай-олатайҙарыбыҙ коммунизмға ынтылғанда аҙыҡ-түлеккә һәм кейем-һалымға сәғәттәр буйы сират торғандар бит. Капитализмда сират булырға тейеш түгелме ни? Тик бөгөн ул үҙ статусыңды раҫлауға ҡайтып ҡала.
Әйткәндәй, был телефондың хаҡы уның үҙҡиммәтенән дүрт-биш тапҡырға юғарыраҡ икән. Тимәк, ҡалғаны “APPLE” компанияһының хужаларының һәм алыпһатарҙарҙың кеҫәһенә инеп ята. Юҡҡа ғына был АҠШ компанияһының капитализацияһы һуңғы көндәрҙә 900 миллиард долларға барып етмәгәндер, күрәһең. Ә бөтә Рәсәйҙең тәбиғи байлығына эйә булған “Газпром”дыҡы – ни бары 60 миллиард тирәһе. Баҡһаң, беҙ унынсы айфонды һатып алып үҙебеҙгә “һалҡын һуғыш” менән янаған АҠШ халҡының яҡты һәм бай киләсәген тәьмин итәбеҙ! Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең газды үҙебеҙгә ат хаҡына һатыусы “Газпром” кеүек компаниялар уның янында һаман да бер йолҡош хәлендә генә...
Эйе, яңы айфон артынан сират Рәсәйҙең бөгөнгөһөн сағылдырған кеүек. Ә унда теҙелгәндәргә автобус ҡыуып килтерелеүе – бер үк ваҡытта илата һәм көлдөрә алырлыҡ ваҡиға. Шуныһы ғына: бөгөн илебеҙҙәге бик күптәрҙә яңы айфонға сиратта тороу ҡайғыһы юҡ. Улар йылдар буйы торлаҡҡа сиратта тора, таң һарыһынан алып киске эңергә тиклем эшләй, балалар үҫтерә, уларҙың лайыҡлы киләсәген тәьмин итергә тырыша. Әлбиттә, эләккәндә кемдәрҙеңдер, бәлки, параллель тормошта, яңы айфонға сиратҡа теҙелеүен “зәңгәр экран” аша тамаша ҡыла...