Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
2 Ноябрь 2017, 20:39

Беҙгә башҡа һыйыныр урын юҡ...(№11, 2017)

Рәсәй халҡы һәр проблеманы килеп тыуһа ғына хәл итергә күнеккән шул. Әммә тәбиғәтебеҙгә янаған бөгөнгө хәүефте иғтибарға алмау мөмкин түгел ине...

Рәсәйҙә Экология йылы аҙағына ла яҡынлашты. Уны иғлан итеүҙең тәбиғәтебеҙгә файҙаһы булдымы? Экологиябыҙҙың хәлен саҡ ҡына булһа ла яҡшырта алдыҡмы? Эйе, һорауҙар бихисап. Әммә төп уңыш – йылдан-йыл киҫкенләшкән был мәсьәләгә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеүгә өлгәштек. Был үҙе үк бөгөн еңеү кеүек тойола.

Был өлкәләге йылдар дауамында тупланып килгән барлыҡ проблемаларҙы бер йыл дауамында ғына хәл итеү – тормошҡа ашмаҫлыҡ ғәмәл икәнлеге һәр кемгә асыҡ, әлбиттә. Әммә уларҙы хәл итеүгә тотоноу, ошо маҡсатҡа ниндәйҙер аҙымдар яһау, уға йәмәғәтселектең һәм чиновниктарҙың иғтибарын йәлеп итеү – бына тап ошоларҙы көткәйнек беҙ ағымдағы йылдан.
Ысынлап та, йәшерен-батырын түгел, бөгөн экологиябыҙ бик мөшкөл хәлдә. Ғөмүмән, был күренеш бөтә донъя буйынса күҙәтелә. Быны “Шоңҡар” журналы ла ошо мәсьәләгә арналған мәҡәләләрендә билдәләп үткәйне. Шуныһы – Европа илдәрендә был йәһәттән эҙмә-эҙлекле программалар тормошҡа ашырылһа, беҙҙә быға тиклем әллә ни иғтибар һиҙелмәне. Рәсәй халҡы һәр проблеманы килеп тыуһа ғына хәл итергә күнеккән шул. Әммә тәбиғәтебеҙгә янаған бөгөнгө хәүефте иғтибарға алмау мөмкин түгел ине. Экология йылының иғлан ителеүенең төп сәбәбе, моғайын, ошонда булғандыр…

Мәҫәлән, эсәр һыу мәсьәләһе. Ысынлап та, ошо ваҡытта Ер шарының төрлө нөктәһендә көн иткән һәр алтынсы кеше эсәр һыуға мохтажлыҡ кисерә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылға планеталағы дәүләттәрҙең кәмендә яртыһы бындай мохтажлыҡ менән осрашасаҡ. Ә XXI быуат уртаһына кешелектең дүрттән өс өлөшө һыуһыҙ интегәсәк. Беҙгә зарланырға сәбәп юҡ кеүек – Рәсәй эсәр һыу күләме буйынса донъяла Бразилиянан ҡала икенсе урынды биләй. Эске ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн илебеҙҙәге һыу һаҡламдарының ни бары ике проценты артығы менән етә! Әммә бөтәһе лә ал да гөл түгел шул. Мәҫәлән, йылғаларға сәнәғәт ҡалдыҡтарының ағыҙылыуы, һөҙөмтәлә унда тереклектең күпләп юҡҡа сығыуы тураһында бөтәбеҙгә лә йыш ишетергә тура килә. Бындай миҫалдар аҙым һайын. Хатта экология йылында ла бындай ҡаза урап үтмәне: йылғаларыбыҙға нефть эләгеүе тураһында хәбәрҙәр ишетелеп торҙо. Мәҫәлән, Дыуан районында йылғаға ҙур күләмдә нефть түгелеүе урындағы халыҡты хафаланырға мәжбүр иткәйне. Шуға күрә ҡайһы бер ғалимдар беҙҙәге күп һыу ятҡылыҡтарының эсергә яраҡлылығына шикләнә. Рәсәй йылғаларының һәм күлдәренең күҙгә күренеп тигәндәй һайығыуы, хатта ҡайһы саҡта бөтөнләй ҡороуы ла хәүефләндермәй ҡалмай. Мәҫәлән, Башҡортостандың төп йылғаһы булған Ағиҙелдең йылдан-йыл һайығыуы тураһында ялҡау ғына һөйләмәгәндер. Һөҙөмтәлә бер заман беҙҙә лә эсәр һыуға ҡытлыҡ тыумаҫ тип раҫлап булмай, әлбиттә.

Һауабыҙҙың бысраҡлығы ла борсолорға мәжбүр иткән төп мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөн Ер шарында йәшәүсе ун кешенең туғыҙы ағыулы һауа һуларға мәжбүр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы тикшеренеүҙәрендә асыҡланыуынса, һауа бысраныуҙан йыл һайын донъяла 5,5 миллион кеше һәләк була! Табиптар раҫлауынса, бысраҡ һауа менән тын алыу йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үпкә сирҙәренә, инсультҡа, яман шешкә, башҡа бихисап ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Ҙур ҡалаларҙа көн итеүселәр – төп зыян күреүселәр. Быға заводтар, электр станциялары эшмәкәрлеге һәм, әлбиттә, автомобиль һанының артыуы булышлыҡ итә. Рәсәйҙә һауаны бысратыусы төп сығанаҡ – әлбиттә, химия һәм нефть химияһы, ҡара һәм төҫлө металлургия заводтары. ТАСС мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, һауаһы үтә лә бысраҡ ҡалаларҙың яртыһынан күберәге Уралда һәм Себерҙә урынлашҡан. Уның иҫәбенә Магнитогорск, Силәбе, Златоуст, Екатеринбург, Каменск-Уральск, Краснотурьинск, Түбәнге Тагил һәм башҡа ҡалалар инә. Был ҡалалар һауаһының бысраҡлығы бензапирен концентратының үтә лә юғары күләмдә булыуына бәйле.

Республикабыҙҙа ла был йәһәттән хәлдәр әллә ни шатландырмай. Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының докладына ярашлы, 2015 йылда уҡ Башҡортостан Волга буйы федераль округында һауаны иң ныҡ бысратыусы төбәк тип табылған. Мәҫәлән, атмосфераны бысратҡан ағыулы матдәләр күләме һуңғы биш йыл дауамында ғына 720,7 мең тоннанан 886,6 мең тоннаға еткән. Әлбиттә, ”Башнефть”, ”Башкирэнерго”, “Сода” кеүек сәнәғәт предприятиелары төп зыян килтереүселәр иҫәбендә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында ғына һауаға сығарылған ағыулы матдәләр күләме 48 мең тонна тәшкил иткән. “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә генә 500 меңдән ашыу кеше зыянлы сәнәғәт йоғонтоһона дусар.

Эйе, хәл ителеүҙе көткән һәм кешелеккә хәүеф менән янаған экологик мәсьәләләр бихисап. Шуларҙың береһе – сүп-сарҙың күпләп тупланыуы. Бөгөн уның тау-тау булып йә тегендә, йә бында өйөлөп ятыуына күнегеп тә бөттөк, шикелле. Ә ошо сүп-сар тауҙарының ғүмеребеҙгә хәүеф менән янауы, сәләмәтлегебеҙгә ҙур зыян килтереүе тураһындағы уй башыбыҙға инеп тә сыҡмай.

Бөгөн Рәсәйҙәге көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары дүрт миллиондан ашыу майҙанды биләй, йәғни Нидерландтар (4,15 млн га) һәм Швейцария (4,12 млн га) кеүек илдәрҙең биләмәһенә тиң. Рәсәйҙә бөгөн 31 миллиард тоннанан ашыу ҡалдыҡ тупланған һәм йыл һайын ул 60 миллион тоннаға арта. Тәбиғәт ресурстары министрлығында белдереүҙәренсә, илебеҙҙең һәр кешеһе йылына ғына 400 килограмға яҡын сүп-сар сығарып түгә. Иҫәпләү палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә бөгөн меңдән ашыу көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм 15 меңгә яҡын сүплек эшләй. Шулай уҡ рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән 17 меңдән ашыу сүплек һәм 13 меңгә яҡын сүп-сар ҡалдырыу урыны бар. Әлбиттә, ысынбарлыҡ был рәсми мәғлүмәттәрҙән ҡырҡа айырыла. Ил кимәлендә бындай йөҙәр меңләгән сүплек барлығына шик юҡ. Волга буйы федераль округында ғына биш меңдән ашыу сүп-сар тауҙары билдәле (Пермь крайы, Нижегород һәм Киров өлкәләре, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары был йәһәттән “алдынғылар” иҫәбендә). Башҡортостанда иһә ике мең гектар дөйөм майҙанды биләгән өс меңдән ашыу сүплек иҫәпләнә. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙың йөҙ гектарға яҡын майҙанды биләгән көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында бөгөн 7 миллион тоннанан ашыу ҡалдыҡ тупланған. Илебеҙҙең ҙурлығы ғына беҙҙе ҡотҡарып килә кеүек – бөтә Рәсәйҙе (дөйөм майҙаны – 1700 075 400 га) сүплек зонаһына әйләндереү өсөн әүәлге тиҙлек менән яҡынса 7 мең йыл талап ителәсәк. Әллә был мәсьәләне хәл итеүҙә ығышлығыбыҙ ошоға бәйлеме икән тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән.

Ысынлап та, экология йылы хәл итеүҙе көткән мәсьәләләрҙең байтаҡ икәнлеген тағы бер ҡабат раҫланы. Урмандарҙың ҡырағайҙарса ҡырҡылыуы, браконьерлыҡ – ошоноң сираттағы дәлиле генә. Шуныһы – бөгөнгө хәлебеҙ киҫкен ҡарарҙар көтә. Бының өсөн миҫалдарҙы һауанан эҙләргә кәрәкмәй, Европаға күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, экология нормаларынан ситләшкәне өсөн автомобиль етештереүсе Volkswagen концернына миллиард долларҙар менән иҫәпләнгән штраф “сәпәнеләр”. Шулай уҡ бөгөн был ҡитғала яғыулыҡ ҡулланыусы автомобилдәр урынына электромобилдәргә өҫтөнлөк биреүселәргә бөтә уңайлыҡтар булдырылған, төрлө ташламалар ҡаралған. Ни тиһәң дә, автомобиль төтөнө лә һауабыҙҙы ағыулаусы төп сәбәптәрҙең береһе. Мәҫәлән, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа атмосфераны 93 процентҡа тап шул бысрата. Йылына 15 мең километр үткән автомобиль яҡынса 1,5–2 тонна яғыулыҡ һәм 20–30 тонна кислород яндыра. Шулай уҡ автомобиль барлыҡҡа килтергән саң туҙаны менән һауаға кремний, тимер оксиды, барий кеүек ағыулы матдәләр ҙә күтәрелә. Бынан тыш атмосфераға яҡынса ун килограмм резина оҙатыла. Әммә беҙҙең юлдарҙа бындай электромобилдәрҙе һаман да бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Әлбиттә, тәбиғәтте ҡурсалау буйынса закондарҙың үтәлеше лә мөһим. Был йәһәттән дә үҫешкән илдәр беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Уларҙа ҡағыҙ, металл, быяла, пластмасса һәм биоҡалдыҡтарҙың һәр береһенең айырым контейнерҙарға йыйылыуы ғәҙәти күренеш. Мәҫәлән, Швейцарияла яраҡһыҙ урында ҡалдырылған батарейка өсөн 6 мең евро штраф ҡаралған. Ә Японияла бындай боҙоҡлоҡтар менән көрәшеүсе махсус полиция бар. Йәғни ҡануниәт үҙе үк тәртип талап итә. Ябай халыҡҡа шундай талаптар ҡуйылғас, ҙур завод һәм предприятиелар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Беҙгә был йәһәттән уларҙан өйрәнергә лә өйрәнергә әле…

Әммә экология йылының һөҙөмтәһе булманы тип ҡырт киҫергә сәбәп юҡ. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының “Йәшел стандарттар” рейтингына ярашлы, республикабыҙ беренсе урында икән. Был өлкәлә халыҡтың әүҙемлеге буйынса ла беҙ иң алдынғылар иҫәбендә. Йыл аҙағына экологияға һалынған аҡса күләме 8 миллиард һумға етәсәк. Баҡһаң, шул иҫәптән был аҡса газ, нефть һәм химия тармағында эшләүсе предприятиеларға таҙартыу ҡорамалдарын алыуға йүнәлтеләсәк. Һулаған һауабыҙҙың саҡ ҡына булһа ла таҙарасағына өмөт бар.

Үкенескә ҡаршы, әҙәбиәт йылында ҡайһы бер китапханаларҙың ябылыуына шаһит булырға тура килгәйне. Экология йылында ла шундай күңелһеҙ күренештәрҙән ҡотола алманыҡ. Мәҫәлән, сентябрь һәм октябрь айҙарында Силәбе өлкәһендә радиация күләменең рөхсәт ителгәндән 900 тапҡырға артыуы тураһында мәғлүм булды. Әйткәндәй, был турала тәүҙә сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларынан ишеттек, сөнки уның “ҡойроғо” хатта Европа илдәрендә лә еткән икән. Әммә радиацияның ҡапыл артыуының сәбәбе һаман да билдәһеҙ килеш ҡала. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, бында ядро яғыулығын эшкәртеүсе “Маяҡ” комбинаты ғәйепле. Икенселәр ғәйепте атмосферала яныуға дусар булған спутниктан күрҙе. Шуныһы ғына ҡурҡыныс – “Гринпис” экологтар ойошмаһында әйтеүҙәренсә, радиацияның эҙемтәһе кеше организмында ярты йылдан һуң ғына беленә башлай.

Шулай ҙа яҡшыға өмөт итәйек, йәмәғәт! Экология йылы бушҡа үтмәһен – тәбиғәтебеҙ тәбиғи хәленә ҡайтһын, радиация тураһында мәғлүмәт яңылыш булып сыҡһын, саф һыулы йылғаларыбыҙға башҡаса нефть аҡмаһын. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш өсөн махсус йыл иғлан итеү ҙә мотлаҡ түгел. Бары бер-беребеҙгә һәм, әлбиттә, Ер-әсәгә иғтибарлыраҡ булыу ғына кәрәк. Бөтәбеҙ ҙә шуның йылы ҡуйынында көн итәбеҙ бит. Йыһанда башҡаса беҙҙе һыйындырыр урын юҡ.
Читайте нас: