Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
22 Июнь 2018, 14:03

Рәсәй кешеһеҙ ҡалмаһын, тиһәк... (№2, 2018)

Ғаилә йылы иғлан ителеүенең һөҙөмтәһе шунда уҡ булмаһа ла, бер аҙҙан һиҙелә башланы. Ниһайәт, 2013–2016 йылдарҙа үлемгә ҡарағанда тыуымдың артыуын теркәнек.



Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан 2018 йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Бөгөн был йәһәттән хәл ителеүҙе көткән мәсьәләләр бихисап. Моғайын, иң тәүҙә шулар күҙ уңында тотолғандыр ҙа инде.




Рәсәй халҡы тағы ла кәмей башланы
2008 йылда Рәсәйҙә Ғаилә йылы иғлан ителгәйне. Әлбиттә, ил етәкселеген быға иң тәүҙә демографик хәлдең үтә лә мөшкөл булыуы этәргәйне. СССР тигән дәүләт донъя картаһынан юғалғандан һуңғы ун биш йыл дауамында беҙҙең халыҡ һаны 7 миллионға кәмегәйне һәм 149 миллиондан ни бары 142 миллион кешегә тороп ҡалғайны! Был яҡынса Дания, Финляндия, Швеция кеүек Европа илдәренең кешеһеҙ ҡалыуына бәрәбәр. Ысынлап та, саң ҡағырлыҡ шул!

Ғаилә йылы иғлан ителеүенең һөҙөмтәһе шунда уҡ булмаһа ла, бер аҙҙан һиҙелә башланы. Ниһайәт, 2013–2016 йылдарҙа үлемгә ҡарағанда тыуымдың артыуын теркәнек. Икенсе бала тапҡан өсөн Әсәлек капиталы тапшырылыуы, ете бала үҫтергәндәр өсөн “Әсәлек даны” миҙалының тергеҙелеүе, бала тәрбиәләгән ғаиләләргә аҡсалата ярҙам күләменең үҫеүе – быға тәүге аҙым ғына булды. Әлбиттә, бында миграция сәйәсәтенең “йомшарыуы” һәм Рәсәйҙә байтаҡ ҡына сит халыҡтарҙың төпләнеүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмағандыр. Әммә демографик хәл шул осорҙан күҙгә күренеп яҡшыра башланы. 2016 йылда Рәсәй халҡы һаны торғонлоҡ осоронан һуң 146 миллион кеше тәшкил итте.

Әммә тынысланырға иртәрәк булған икән. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр 1,42 миллион тыуымға 1,54 миллион үлем теркәлгән. Тимәк, Рәсәй халҡы тағы ла кәмей башлаған. Белгестәр ҙә шуны фаразлай. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, илдәге демографик хәлде “ауыҙлыҡлауы” бик ауыр буласаҡ, сөнки бөгөн илебеҙ XX быуаттағы афәттәрҙең эҙемтәһен кисерә. Уларҙың күҙаллауҙарына ярашлы, алдағы ун йыл дауамында ғына 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ һаны 4 миллион кешегә кәмейәсәк. Шулай уҡ йөрәк-ҡан тамыры сирҙәре һәм онкология бөтә Рәсәйҙе ялмаған афәткә әүерелде, балалар үлеме һәм автотранспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар һаны ла үҫешкән илдәрҙән кәмендә бер нисә тапҡырға ҙурыраҡ күләмдә. Мәҫәлән, Рәсәй юлдарында йыл һайын Германияныҡы менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк кеше һәләк була. Демографтар фекеренсә, әгәр ҙә былай дауам итһә, 2050 йылда Рәсәй халҡының һаны ни бары 70 миллион кеше тәшкил итеүе лә ихтимал…

Ә Башҡортостанда был йәһәттән хәлдәр нисек? Баҡһаң, беҙгә лә борсолорға урын етерлек. Мәҫәлән, үлем менән сағыштырғанда тыуым һуңғы осорҙа ғына 12 процентҡа кәмегән. Шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙарҙың үлеме буйынса ла республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Ғаиләләрҙең ныҡлығы буйынса ла маҡтана алмайбыҙ – мәҫәлән, 2016 йылда мең никахтың 618-е айырылышыу менән тамамланған! Сағыштырыу өсөн: үткән быуаттың 80-се йылдарында мең никахҡа 231 айырылышыу тура килһә, тиҫтә йылдан һуң 293 айырылышыуға еткән. Үкенескә ҡаршы, бөгөн иһә һәр икенсе никах айырылышыу менән тамамлана тиергә була.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ – бөгөн бик күп ҡатын-ҡыҙ 30 йәштән һуң ғына әсә булырға теләй. Мәҫәлән, үткән быуаттың 90-сы йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар нигеҙҙә 20–24 йәштә бала тапһа, 16 проценты ғына 30–34 йәштә әсә булған. Ә бына былтыр әсәләрҙең төп өлөшө 25–29 йәшлек ҡатын-ҡыҙға тура килгән (38 процент), 30–34 йәшлектәр – 26 процент һәм ни бары 19 процентын 20–24 йәшлектәр тәшкил иткән. 35 йәштән һуң әсә булғандар һаны ла һуңғы йылдарҙа ҡырҡа артҡан.


Яңы тыуған бала ипотека күләмен кәметеү мөмкинлеген бирә
Демографик хәл – ил хәүефһеҙлеген тәшкил иткән төп нигеҙҙәрҙең береһе. Бындай мәлдә ғаилә мәсьәләләренә иғтибар итмәү аҡылһыҙлыҡҡа бәрәбәр булыр ине. Республика етәкселеге, моғайын, тап ошоно күҙ уңында тотҡандыр. Әлбиттә, Рәсәй кимәлендә лә был мәсьәләләргә иғтибар бүленә. Ә быйылғы йылда ғаиләләр ниндәй ташламаларға өмөтләнә аласаҡ? Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр балаларға өҫтәмә пособиелар юллай аласаҡ. Икенсе һәм өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләр алты процентлыҡ ипотека менән торлаҡ алыу хоҡуғына эйә – ҡалғанын дәүләт субсидияһы ҡаплаясаҡ. Был маҡсатҡа 600 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән дә инде. Бөгөн ипотека яҡынса 10–14 процент тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, был һәр ғаилә өсөн һиҙелерлек ярҙам булмаҡсы. Әйткәндәй, дәүләт тарафынан бөгөндән ипотека кредиты түләгән балалы ғаиләләргә лә уны 6 процентҡа тиклем кәметеү (рефинанслау) мөмкинлеге ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, был сара торлаҡ һатып алыусы ғаиләләргә йәмғеһе 800 мең һумға тиклем аҡсаһын экономиялау мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ Әсәлек капиталы программаһы ла 2021 йылға тиклем оҙайтылды, алдағы ике йылға уның күләме 453026 һум тәшкил итәсәк. Әйткәндәй, уны ҡулланыу даирәһе лә быйылғы йылдан киңәйә – мәҫәлән, хәҙер уны балаға йәш ярым тулғансы айлыҡ аҡсалата түләү рәүешендә алырға була. Бары уның күләме төбәктәге йәшәү минимумынан, йәғни 8892 һумдан артмаҫҡа тейеш. Әсәлек капиталын балаға ике ай тулыу менән балалар баҡсаһы сығымдарын ҡаплауҙа ла ҡулланырға була икән.

Быйылғы йылдан һәр ғаилә ағзаһының килеме 1,5 йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә тәүге бала өсөн пособие түләнә башлаясаҡ. Мәҫәлән, Башҡортостанда был пособиеға эш хаҡы 42 мең һумдан артмаған өс кешелек ғаилә дәғүә итә ала. Уларға 8893 һумлыҡ пособие түләнәсәк. Был аҡса балаға йәш ярым тулғансы биреләсәк. Башҡортостан ҡаҙнаһында был маҡсатҡа 500 миллион һум аҡса һалынған. 8483 һумлыҡ пособие өсөнсө балаға ҡаралған. Уныһы балаға өс йәш тулғансы түләнә. Әммә бында ла ғаиләнең килеме 42,5 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, тәүге бала өсөн 300 мең һум күләмендә социаль түләүҙе дауам итеү ҙә ҡаралған. Уға торлаҡ һатып алыуға сиратта торған мохтаж ғаиләләр дәғүә итә ала. 2019 йылға ҡәҙәр был сертификат менән ике меңдән ашыу ғаилә ҡулланыр тип көтөлә. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 650 миллион һум бүленгән.

Етемдәргә ярҙамға ла байтаҡ ҡына аҡса бүленә – үткән йылда ғына яҡынса 100 миллион һум ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Бер тапҡыр түләнә торған 450 мең һумлыҡ пособие 226 ғаиләгә бирелгән. Был аҡсаны ла торлаҡ һатып алыуға йә төҙөлөшкә ҡулланырға рөхсәт ителә.

Әлбиттә, тыуымды арттырыуҙа төп маҡсаттарҙың береһе – сабыйҙар үлеме һанын һәм аборттарҙы кәметеү, шулай уҡ бала табырға теләгән ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Мәҫәлән, быйыл республикала ЭКО буйынса квота күләме мең ярымға тиклем арттырылған.


“Кинйә ҡыҙыбыҙ тыуғас та, ятаҡтағы түләү мең һумға артты”

Эйе, быйыл ғаиләләребеҙгә дәүләт тарафынан ярҙам һиҙелерлек булмаҡсы. Уларҙың һәр мохтажға барып етәсәгенә һәм көнитмешебеҙҙе саҡ ҡына булһа ла яҡшыртасағына өмөтләнге килә. Үҙҙәренә тейешле ярҙамды ла ала алмағандар бар бит арабыҙҙа. Мәҫәлән, былтыр тәүге балаға 300 мең һумлыҡ пособие түләнә башлағас, был закон тормошҡа ашырылғансы атай һәм әсәй булып өлгөргән бик күптәр мәхрүм ҡалды. Шулай уҡ бала тыуғандан һуң ярты йыл эсендә мөрәжәғәт итеп өлгөрмәгәндәр ҙә был ярҙамдан ҡолаҡ ҡаҡҡан, баҡһаң. Йәғни улар үҙҙәренә тейешлеһен дә ала алмағандар. Ошондай ҙа күңелһеҙ хәлдәр була икән…

Баш ҡаланың тиҫтәләгән дөйөм ятағының берәүһендә бәләкәй генә бүлмәлә көн иткән бер ҡатын менән аралашып торорға тура килгәйне. Үкенескә ҡаршы, исемен атамауҙы үтенде. Ире менән өс бала үҫтерәләр. Тормош иптәше ошоғаса төҙөлөштә эшләгән, әммә эш урынында рәсмиләштермәгәндәр. Был ҡатын кинйә ҡыҙы менән декрет ялында ултыра. Ире иһә “оҙон аҡса” артынан Себергә юлланырға мәжбүр булған. “Ирем 30 мең һум тирәһе аҡса эшләй, әммә өс баланы тәрбиәләү өсөн уны ғына бер нисек тә еткереп булмай. Шуға ла ялға ҡайтыу менән бында ла иртә таңдан ҡара төнгә тиклем тир түгә. Ике балабыҙ мәктәптә уҡый – уның сығымдарын үҙегеҙ төшөнәһегеҙҙер. “Миловский парк” микрорайонынан, арзан тигән булып, “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһы буйынса ипотекаға фатир һатып алғайныҡ – бәхетһеҙлеккә ҡаршы, уныһының төҙөлөшө туҡталып ҡуйҙы, ә беҙ ай һайын 20 мең һумдан ашыу кредит түләргә мәжбүрбеҙ. Өс бала менән алданған өлөшсө булып ултырабыҙ үҙ илебеҙҙә! Шуға ла дәүләттән берәй ҡасан ысын ярҙам алырыма ышанмайым. Балаға йөҙ һумдан саҡ ҡына артығыраҡ айлыҡ пособие өсөн бер ҡосаҡ ҡағыҙ талап итәләр. Ирем ошоғаса рәсми рәүештә эшләмәгәс, уныһын да юллап ала алманыҡ. Ә ятаҡта йәшәү өсөн ай һайын ете мең һумдан ашыу түләйбеҙ. Кинйә ҡыҙыбыҙ тыуғас та, түләү мең һумға артты – күҙ алдына килтәрәһегеҙме? Йәнәһе, ошо сабый өсөн электр утын, йылыны һәм һыуҙы күберәк ҡуллана башлаясаҡбыҙ! Дәүләт ғаилә тураһында уйлаһа, ошо түләү, киреһенсә, кәмергә тейеш түгелме ни? Беҙ бит, исмаһам, үҙ йортобоҙҙа ла йәшәмәйбеҙ, ә бер душы һәм дүрт бәҙрәфе булған дүрт ҡатлы дөйөм ятаҡтың бер бәләкәй генә бүлмәһендә көн итергә мәжбүрбеҙ”, - тип әсенеп һөйләп торғайны ул. Ысынлап та, бындай һүҙҙәрҙе ишеткәс ирекһеҙҙән уйланып ҡуяһың. Бәлки, ҡолас-ҡолас документтар талап итеп ниндәйҙер пособиелар түләгәнсе, йәш ғаиләләргә өйөлгән сығымдарын ғына кәметергә ярҙам итергә кәрәктер…


Өмөт йәшәтә, тиҙәр

Нисек кенә булмаһын, Ғаилә йылы яҡшыға өмөтләндерә: яңы ғаиләләр артыр, гөрләп бихисап туйҙар үтер, күп сабыйҙар яҡты донъяға килер, айырылышыуҙар һаны кәмер, торлаҡһыҙ йонсоғандар үҙ йортона инер тип ышанайыҡ. Дәүләтебеҙ иһә мохтаждарға, ысынлап та, ярҙам ҡулы һуҙһын ине. Трибуналарҙан ғаилә ҡиммәттәрен данлап ҡына демографияны алға ебәреп булмаясағы көн кеүек асыҡ, бының өсөн һәр ғаиләне борсоған мәсьәләләргә иғтибар бүлеү талап ителә. Шул саҡта ғына, бәлки, хәлебеҙ бер аҙ яҡшырыр…



Читайте нас: