Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
26 Июль 2018, 18:35

Кешеләрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй!.. (№3, 2018)

Яңыраҡ билдәле Рәсәй актеры Алексей Серебряков: “Рәсәйҙең милли идеяһы өсәүгә – көскә, оятһыҙлыҡҡа һәм тупаҫлыҡҡа нигеҙләнгән”, – тип белдерҙе...


Яңыраҡ билдәле Рәсәй актеры Алексей Серебряков: “Рәсәйҙең милли идеяһы өсәүгә – көскә, оятһыҙлыҡҡа һәм тупаҫлыҡҡа нигеҙләнгән”, – тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Мәскәүҙән ни бары 70 саҡырымға алыҫлашыу менән үткән быуаттың болғансыҡ 90-сы йылдарынан ҡалған күренештәргә осрарға була. Актерҙың был интервьюһы бөтә Рәсәйҙе ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡуҙғытып ебәрҙе. Ә һеҙ был фекер менән килешәһегеҙме?



Кәртә артынан яҡшыраҡ күренәме?


Үҙең ашаған табаҡҡа төкөрмә, тигән боронғолар. Әлбиттә, йәмғиәттә актерҙың был һүҙҙәрен ҡолас йәйеп ҡаршы алманылар. Әммә йәмәғәтселек тарафынан ниндәй генә көслө баҫым булмаһын, актер үҙенең әйткән һүҙҙәренән баш тартманы. Интервьюһында ул шулай уҡ Рәсәй халҡын американлылар менән сағыштырҙы. “Улар тота ла эшләй, сөнки психологияһы башҡа – уңыш, карьера психологияһы. Минең хоҡуғым бар, үҙ теләгемде тормошҡа ашырыуға иркем бар, ғүмерем өсөн дә тик үҙем яуаплы. Бына ошо американлы психологияһы. Ә беҙҙә ҡайһы саҡ телевизорға күҙ һалыу ҙа етә: кешеләр бер-береһенә аҡыра, бер-береһен ишетмәй, хәлдәре етһә өҙгөләп ташларға әҙер кеүектәр. Сөнки тормошобоҙҙа ла шулай”, – тип белдерҙе. Бындайҙы хатта уның хеҙмәттәштәре лә күтәрә алманы кеүек. Уға ҡарата ҡаты тәнҡит менән сығыш яһаусылар араһында актер һәм режиссерҙар – Михаил Пореченков, Карен Шахназаров, Владимир Бортко, яҙыусы Сергей Лукьяненко һәм башҡалар булды. Уның был һүҙҙәрен иҫәрлек һәм әшәкелек тип кенә билдәләнеләр. Ә ЛДПР ағзаһы һәм Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев “Рәсәйгә ҡаршы булған актерҙарҙы дәүләт тарафынан финансланған фильмдарҙа уйнарға саҡырмаҫҡа” тәҡдим итте. Әлбиттә, актерҙың Канадала көн итеүе лә күҙ уңынан ситтә ҡалманы.

Ысынлап та, Рәсәйҙе көс, оятһыҙлыҡ һәм тупаҫлыҡ кеүек сифаттар менән һүрәтләгән актер, баҡһаң, бөгөн ғаиләһе менән Канадала йәшәй икән. Әммә ниңәлер үҙе һүккән Рәсәйҙә фильмдарға төшә, бында эш хаҡы ала. Үҙенең ни өсөн был илгә йәшәргә киткәнлеген дә төшөндөргән. “Мин балаларымдың башҡа көнкүреш идеологияһында тәрбиәләнеүҙәрен теләнем. Белемдең, эшһөйәрлек кеүек сифаттарҙың, ысынлап та, ҡайҙалыр баһалана икәнлеген төшөнһөндәр, тинем. Терһәктәрең менән төртөп үҙеңә юл ярыуҙың, тупаҫ булыуҙың мотлаҡ түгеллеген, кешеләрҙән ҡурҡырға кәрәкмәгәнлекте аңлатҡым килгәйне. Цивилизациялы һәр илдең урамында – бер-береңә ҡарата изгелекле мөнәсәбәт, сабырлыҡ. Ошо сифаттар бөгөн беҙҙә етмәй. Үкенескә ҡаршы, нисек кенә теләһәм дә, балаларымды бындағы тупаҫлыҡтан һәм агрессиянан ҡурсалай алмайым”, – тип белдерҙе. Аптырамаҫ урындан аптырарһың: һуңғы йылдарҙа сит илгә күсеп китәләр ҙә Рәсәйҙе яманлай башлайҙар. Әллә кәртә артынан яҡшыраҡ күренәме икән?

Илебеҙҙең бөгөнгөһө тураһында тәнҡит һүҙҙәре әйтеүсе бер Алексей Серебряков ҡына түгел. Мәҫәлән, билдәле кинорежиссер Кирилл Серебрянников Рәсәйҙе “ҡоллоҡтан ҡотола алмаған ил” тип атағайны. Йәнәһе лә, беҙҙең илдә йәшәүселәр азатлыҡтың ҡәҙерен белмәй, улар – “бер нәмә лә белергә һәм хәл итергә теләмәгән ҡурҡытылған кешеләр”. Әлбиттә, был һүҙҙәрендә режиссер бөгөнгө ил етәкселегенә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен күрһәтергә теләй ҙә бит. Әммә бөтә халыҡты ҡолдар менән тиңләүе генә ғәжәпләндерә. Әйткәндәй, бөгөн уға ҡарата хоҡуҡ һаҡлаусылар тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған – режиссерҙы дәүләт аҡсаһын урлауҙа ғәйепләйҙәр. Бында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡтыр, тип ышанғы килә…


Гламур өлгөһө Ксения менән бәйҙән ысҡынған Владимир


Рәсәйҙең халыҡ артисынан илебеҙҙең идеологияһы тураһында бындай фекер ишетеү бик күңелһеҙ, әлбиттә. Шуға ла уны “Ватанын һатырға әҙер һатлыҡ йән” тип атаусылар ҙа артыҡ ғәжәпләндермәне. Алексей Серебряковтың фекере менән килешергә һәм килешмәҫкә була, әммә беҙҙең илдә бер түпәләнгәнде түпәләргә әҙер тороусылар, бик булмаһа, сәүек эт кеүек артынан өрөп булһа ла ҡалыусылар байтаҡ икәнлеген беләбеҙ. Рәсәй империяһында ла, Совет осоронда ла, Сталин идара иткән ваҡытта ла ундайҙар етерлек булған, бөгөн дә байтаҡ ҡына, күрәһең. Әйткәндәй, быны беҙҙең илебеҙгә генә хас һыҙат тип ҡарарға кәрәкмәй, ундайҙар Ер шарының башҡа төбәгендә лә етәһе.

Әммә быныһы мөһим түгел. Шул борсой мине – актерҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бармы? Ошо әшәке сифаттар бөгөнгө Рәсәйҙең милли идеологияһына әйләндеме ни? Был турала хатта федераль телеканалдарҙың тупһыҙ ток-шоуҙарында ла әрләшеү ойоштороп өлгөрҙөләр. Берәүҙәр, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына актерҙы яҡлаған булды, йәнәһе лә, дәүләт тураһындағы тәнҡит һүҙе Ватаныңа ҡарата дошманлыҡты аңлатмай, икенселәр төкөрөктәрен сәсә-сәсә иһә тап ошоно раҫланы. Ә ысынында нисек һуң?

“Рәсәйҙең милли идеяһы өсәүгә – көскә, оятһыҙлыҡҡа һәм тупаҫлыҡҡа нигеҙләнгән”, – тигәйне Алексей Серебряков. Тимәк, иң тәүҙә ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме-килмәйме икәнен күҙ уңынан үткәрергә кәрәк. Ә һеҙҙең урамда йә ғаиләлә ошо өс сифат менән күҙгә-күҙ осрашҡанығыҙ булдымы? Йыш осрашырға тура киләме?

Үҙем менән булған бер хәлде бәйән итеп китәйем әле. Был актерҙың интервьюһынан һуң ғына булған ваҡиға. Өфөнөң дәүләт учреждениеларының береһендә сиратта торабыҙ. Минән алда биш-алты кеше, бер йөклө ҡатын, икенсеһе кескәй сабый менән. Шул ваҡыт ишектә ир менән ҡатын пәйҙә булды. Ниндәй милләттән икәндәрен раҫлай алмайым, әммә ирҙең ҡуйы һаҡаллы булыуын һәм Кавказ халыҡтарына оҡшағанлығын ғына үҙемә теркәп ҡуйҙым. Тиҙҙән быларҙың сиратһыҙ үтергә теләүҙәре асыҡланды – баҡһаң, иртәнсәктән алып ошо тирәлә йөрөйҙәр икән. Әлбиттә, берәүҙең дә уларҙы сиратһыҙ үткәрергә теләге юҡ ине, шау-шыу ҡупты. Бигерәк тә йөклө ҡатындың иренең асыуы йөҙөнә сыҡҡайны, әммә былар ҙа аптырап ҡалманы. “Беҙҙең дә балабыҙ өйҙә яңғыҙ ултыра”, – тип яуапланылар. Теге һаҡалтай иһә тауышын күтәрә башламаһынмы?! Ниндәй йәмһеҙ һүҙҙәр яңғырағанын теҙеп тороуҙың кәрәге юҡ, иң әҙәплеһе, моғайын, “әтәс кеүек ҡысҡыраһың” булғандыр инде. Һаҡта ултырған бабайға ҡайҙандыр Башҡортостанға күсеп килеп, бында сиратһыҙ үтергә күнеккән һаҡалтайҙы бик оҙаҡ тынысландырырға тура килде. Әлбиттә, ата-әсәһе менән торған кескәй балаға был йәмһеҙ хәлде ҡурҡыу менән күҙәтеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Хәҙер әйтегеҙ инде, ошо хәл үҙе үк оятһыҙлыҡтың һәм тупаҫлыҡтың туранан-тура миҫалы түгелме? Иманым камил, беҙҙең халыҡ бындай күренеш менән көн һайын булмаһа ла, йыш ҡына осраша. Һис юғы телевизор экранынан шуға тамаша ҡыла.

Эйе, һис тә яңылышманығыҙ. Элегерәк Дәүләт Думаһы депутаттарының бер-береһенә йоҙроҡ менән ташланыуын тамаша ҡыла торғайныҡ. Хәҙер иһә күберәк Украинаның Радаһындағы шундай ваҡиғаларҙы күрһәтәләр. Әммә күптән түгел Рәсәй Президентына кандидат булып теркәлгән икәү Алексей Серебряковтың милли идеология тип атаған тупаҫлыҡ өлгөһөн беҙгә танытты. Гламур өлгөһө булған Ксения Собчак та Владимир Жириновскийҙың бәйһеҙ һүҙҙәренә түҙмәне – тынысландырыу өсөндөр инде, уны стакандағы һыу менән ҡойондорҙо. Шуныһы ҡурҡыныс, уларҙың икеһе лә Рәсәй кеүек ҙур дәүләт менән идара итергә йыйынған әҙәмдәр! Әммә оятһыҙлыҡ менән тупаҫлыҡтары үҙҙәренән алдараҡ йөрөй. Мәҫәлән, ЛДПР етәксеһенең Уралда иң аңһыҙ һәм эскесе халыҡ йәшәй, ауылдан йүнле кеше сыҡмай, тигән интервьюһын Интернет селтәрендә генә миллионлаған кеше ҡараған. Әммә әҙәпле һәм тәртипле кеше шундай фекер сағылдырыр инеме? Әйткәндәй, тап уның партияһы Дәүләт Думаһында Алексей Серебряков кеүектәрҙе башҡаса дәүләт ҡатнашлығындағы фильмдарҙа төшөрмәйек тигән тәҡдим менән сығыш яһаны бит әле. Был ваҡытта, башҡаны яманлағансы, иң тәүҙә көҙгөгә ҡарарға кәрәк, Владимир Вольфович, тип кәңәш итке килә…


Күңел таҙалығы 81 кешенең ғүмерен ҡотҡара


Эйе, бындай миҫалдарҙы барлай башлаһаң, Алексей Серебряковтың һүҙҙәрендә әллә ғәҙеллек бармы, тип уйлана башлайһың. Ысынлап та, яңылыҡтарҙан йүнле хәбәр ишетмәҫһең, сираттарҙа бер-береңә бүре мөнәсәбәте, хатта президент булырға йыйынған әҙәмдәр ҙә һуғышыр сиктә. Туҡта, туҡта, беҙҙең халҡыбыҙҙың башҡа сифаттары ла бихисап бит әле…

Бындай ваҡиғаны онотоп булмай – шуға һеҙгә лә бәйән итәм. Үтә лә һыуыҡ көндә оҙон юлға сығырға тура килде. Моғайын, термометр минус ҡырҡ менән утыҙ араһын күрһәткәндер. Әммә бәхетһеҙгә юл ҡаршы тигәндәре дөрөҫтөр, юлда иҫке генә машинам һүнде лә ҡуйҙы. Эй соҡоған булам тегене, файҙаһыҙ, ә бындай һыуыҡта туңып үлеүе лә оҙаҡ түгел. Юлдаштарым дер ҡалтырап өшөй ҙә башланылар инде. Шул ваҡытта ҡайҙандыр машина пәйҙә булды һәм беҙҙең яныбыҙҙа туҡтаны. Эсенән әзмәүерҙәй өс егет килеп сыҡты һәм ярҙам итешә лә башланы. Тегеләрҙең машинаһында алмаш-тилмәш йылынабыҙ. Был хәлдең аҙағынан минең кешелеккә ышанысымдың нисек артҡанын күрһәгеҙ! Юлдаштарым да уларҙы фәрештәләрҙең үҙе менән сағыштырырға риза ине!

Эйе, бындай ваҡиғаларҙы ла юҡ-юҡта ишетеп торабыҙ. Мәктәп балаһы берәүҙе янғындан һөйрәп сығара, егет ташҡын ҡосағында яңғыҙ ҡалған этте алып сыға, полиция хеҙмәткәре балкондан ҡолаған баланы ҡотҡарыу өсөн ҡолас йәйеп ташлана. Бындай видеояҙмалар бөгөн Интернет селтәрендә бихисап йөрөй. Уларҙы ҡарайһың да күңелгә йылы йүгерә һәм был яҡты донъя тағы ла яҡтырып киткән кеүек тойола башлай. Шундай кешеләр булғанда нисек яҡтырмаһын инде! Мәҫәлән, Коми Республикаһында йәшәгән Сергей Сотников урындағы аэропорт ябылғандан һуң да 12 йыл дауамында уның осоу полосаһын таҙалыҡта тота. Әлбиттә, бының өсөн уға берәү ҙә аҡса түләмәй, үҙе лә һуңынан быны “полосала тәртип булһын өсөн башҡарҙым – күңелем талабы ине” тип аңлата. Әммә 2010 йылда һауала бәләгә тарыған ТУ-154 самолеты тап ошо полосаға ултыра һәм уның бортында булған 81 кешенең барыһы ла иҫән ҡала! Бына бит беҙҙең заман геройы! Әйткәндәй, уның Нуриман районында үҫкәнен белгәс, икеләтә ғорурлыҡ кисерерлек!

Эйе, бындай миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, дәүләт үҙ ҡаҙнаһынан мөмкинлек таба алмағанға күрә, тап беҙҙең халыҡ бөгөн бергәләшеп ҡот осҡос сирҙәрҙән яфаланыусыларҙы дауалау өсөн аҡса йыя. Ошондай кеше бәләһенә битараф ҡалмағандарҙың тырышлығы менән күпме ғүмерҙәр ҡотҡарылды! Бынан һуң да халҡыбыҙҙы яман һүҙҙәр менән ғәйепләргә кемдең ҡыйыулығы етер?


Беҙҙең идеология башҡасараҡ

Мәскәүҙән ни бары 70 саҡрымға алыҫлашыу менән үткән быуаттың болғансыҡ 90-сы йылдарынан ҡалған күренештәргә осрарға була, тип раҫлай Рәсәй актеры Алексей Серебряков үҙенең күптәрҙе йоҡоһонан яҙҙырған “уҫал” интервьюһында. Ысынлап та, бындай яман күренештәр осрайҙыр. Әммә улар бөгөн беҙҙең илебеҙҙең милли идеологияһына әйләнде тигән фекер менән бер нисек тә килешеп булмай. Юҡ, әйләнмәне. Һөмһөҙҙәр һәм тупаҫтар беҙҙең илебеҙҙең йөҙө түгел һәм булмаясаҡ та. Улар барыбер аҙсылыҡты тәшкил итә. Бында хатта Алексей Серебряков менән бәхәсләшергә лә була – ундайҙарҙың күпселеге, бәлки, илебеҙҙең баш ҡалаһында тупланғандыр. Мәскәү яңылыҡтарына күҙ йүгертеү менән шунда уҡ быға инанырға була. Бик булмаһа, Ксения Собчак менән Владимир Жириновский кеүектәр инандырасаҡ. Шулай ҙа улар түгел, ә тап ошо Сергей Сотников кеүек шәхестәр бөгөн халҡыбыҙҙың яҡты йөҙөн билдәләй. Беҙҙең Рәсәйҙең Совет осорондағы кеүек рәсми идеологияһы юҡ, шулай уҡ АҠШ-тағы кеүек шәхси уңыш һәм үҫеш идеологияһы ла беҙгә әллә ни ерекмәне. Әммә халҡыбыҙға ғына хас бер-береңә битарафһыҙлыҡ, берҙәмлек, миһырбанлылыҡ, ҡыйыулыҡ бөгөндән илебеҙҙең төп идеологияһына әйләнә ала. Иманым камил, әйләнер ҙә. Шуға ла Канадала йәшәп тә, Рәсәйҙә фильмдарҙа төшөүсе актер, ниндәй генә маҡсаттан сығып был фекерен әйтмәһен, төптө яңылыша.



Читайте нас: