Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
24 Август 2018, 11:45

Ҡарттарҙы хөрмәт итмәгән дәүләттең киләсәге икеле (№7, 2018)

Ошо көндәрҙә бер яңылыҡ ишетеп, тетрәндем. Эсеп йөрөп туҡмалған буйҙаҡ ир, зыярат кәртәһе эргәһенә барып етеп, ятып үлгән...


Ошо көндәрҙә бер яңылыҡ ишетеп, тетрәндем. Эсеп йөрөп туҡмалған буйҙаҡ ир, зыярат кәртәһе эргәһенә барып етеп, ятып үлгән. Бахырың, кешесә ерләһендәр, тип өмөтләнгәндер инде...


Футбол буйынса донъя чемпионаты башланыуын байрам иткән Рәсәй халҡының балына Дмитрий Медведев хөкүмәте “бер ҡалаҡ дегет” ташланы: дәүләт Думаһына пенсияға сығыу йәшен арттырыу тураһындағы закон проектын индерҙе. Был сара бынан сирек быуат элекке ваучер приватизацияһын хәтерләтә. Халыҡтың ялда булғанын иҫәпкә алып, Борис Еьцин 1992 йылдың 14 авгусында үҙенең указын ҡабул итте. Рәсәйҙең тарихында был халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән ҙур диверсия булып ҡалды. Хәҙер ошо сценарий буйынса яңы ҡарар бойомға ашырыласаҡ. Футбол байрамы менән мауыҡҡан халыҡ хөкүмәттең был сараһына ҡаршы сыҡмаҫ тигән өмөт менән алдан уйланылған әлеге планды үтәү өсөн халыҡта популяр булмаған Д.Медведевты ҡабаттан хөкүмәт етәксһе итеп тә ҡалдырҙылар. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы рәйесе Валерий Фадеевты “Ҡатын-ҡыҙға 55 йәштә пенсияға сығыу оят”, Һаҡлыҡ банкыһы етәксеһе Герман Грефты “хәҙер 55 йәштә ҡатын-ҡыҙ бала таба”, тип әйтергә мәжбүр иттеләр шикелле. Бынан алдараҡ әҙерлек маҡсатында һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова “балалыҡ йәшен 25-30 йәшкә тиклем оҙайтырға кәрәк”, тигәйне. Ә министр Максим Топилин “кеше тиҙҙән 200 йәшкә тиклем йәшәйәсәк”, тип гәп һатты.

Яңы Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе итеп һайланған Алексей Кудрин, был һорау уның компетенцияһына туранан-тура инмәһә лә, пенсияға сығыу йәшен арттырмайынса булмай, тип иғлан итте. Был план буйынса ир-егеттәр пенсияға – 65, ә ҡатын-ҡыҙҙар 63 йәштән сығасаҡ. 1959 йылдан һуң тыуған ир-егеттәр менән 1964 йылдан һуң тыуған ҡатын-ҡыҙ өсөн Рәсәй президентын һайлау уларҙың “йәшерен” өмөттәрен аҡламаны. Был ниәт бигерәк тә көслө зат өсөн ҙур юғалтыу булып торасаҡ. Быға тиклем уларҙың күпселеге ошо пенсия йәшенә етә алмай ҡырылып торҙо. Уларҙың утыҙ-ҡырҡ йыл буйы Пенсия фондына түләп барған аҡсалары “дәүләт ҡорһағында” юҡҡа сығып торҙо. Алған ҡул биргән ҡулдан оҙонораҡ була тиеүҙәре юҡҡа түгелдер. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙҙәге пенсия системаһының етешһеҙлектәре күп булды: мәҫәлән, уртаса 12 йылға оҙағыраҡ йәшәгән ҡатын-ҡыҙ пенсияны көслө заттан 17 йылға күберәк “ашаны”. Был “ғәҙелһеҙлек” Рәсәй ир-егеттәренең былай ҙа мөшкөл хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итмәне... Был хәлде ағинәйҙәр хәрәкәтендә яҡшы күреп була. Күпме генә тырышмаһындар, ир-егеттәр араһында ошондай эште йәнләндереп булмай. Бының төп сәбәбе булып беҙҙең илдә барған ир-егеттәрҙе дискриминациялау тора. Бөгөнгө статистика буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны ир-егеттәрҙекенән 10 миллионға күберәк. Был айырма башлыса пенсия йәшенә тура килә. Ауылдарға килһәң, хәл тағы ла киҫкенерәк тора. (Ауыл ерендә йәшәгән 37,5 млн кеше араһындағы 8,3 млн пенсионерҙың 2,4 миллионы ир-ат булһа, 5,86 миллоны – ҡатын-ҡыҙ). Мал һуйырлыҡ ҡына түгел, ҡош-ҡорт салырлыҡ ир-егет бөтөп бара. Яллап ваҡ-төйәк эште эшләтергә кеше табып булмай башланы. Тиҙҙән ҡәбер ҡаҙырлыҡ кеше табыу ҙур проблемаға әйләнәсәк. Әҙәм бәндәһе өсөн бынан да аяныс киләсәкте күҙ алдына ла килтереүе ҡыйындыр.

Президенттың яңы май указында халыҡтың уртаса ғүмерен 80 йәшкә тиклем еткереү планын тормошҡа ашырыуы бик икеле. 2012 йылғы май указдары тейешенсә үтәлеп бөтмәне бит әле.

Статистикаға күҙ ташлайыҡ (таблицаны ҡарағыҙ):


Билдәле булыуынса, ауыл кешеһе, экологик йәһәттән яҡшы шарттарҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡаланыҡынан уртаса 5–10 йылға иртәрәк китә. Саф һауа, таҙа һыу, тәбиғи ашамлыҡтарҙың файҙаһын юҡҡа сығарыусы факторҙар һуңғы быуатта ауыл кешеһе өсөн кире йоғонто яһаған. Бының ҡатын-ҡыҙ өсөн тәьҫире һиҙелерлек булмаһа, ир-егеттәр өсөн ауыл тормошо бигерәк тә “зыянлы” булып тора. Кемдер шунда уҡ “әҙерәк эсһендәр, тартһындар”, тип әйтер. Ризамын, әммә ауылдағы ауыр тормош шартары ир-егеттең ғүмерен ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә. Беренсенән, даими эш булмауы бәкәлгә ныҡ һуға. Оҙон ҡыш ир-егет өсөн әллә ни ауыр эш булмаһа, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ваҡыты менән сикләнмәгән алһыҙ-ялһыҙ ауыр физик эш һаулыҡты ҡаҡшата. Был эштә алынған яра-йәрәхәттән тыш, күҙгә күренмәгән стресс нервы системаһын, йөрәкте бөтөрә. Балаларҙы кейендереү, уҡытыу өсөн киткән сығымдарҙы ҡапларлыҡ лайыҡлы эш хаҡы булмауы ҡайғыны йыш ҡына сифатһыҙ алкоголь менән баҫыуҙы талап итә. Ауыр эштән һуң телевизорҙан башҡа ял итеү сараһы юҡ бит. Хеҙмәт кешеһенә социаль гарантиялар юҡ кимәлендә. Ир-егеттәрҙең рәсми эш хаҡы булмағас, пенсия тураһында уйларға ла ярамай. Уларҙың күптәренең хеҙмәт кенәгәһе лә юҡ. “Больничный” тигән нәмә лә юҡ... Рәсми эш урыны булмағас, ялыу яҙыуҙың да мәғәнәһе юҡ. Эшһеҙлек буйынса пособие алыу өсөн кәртәләр йырып бөтмәҫлек. Сараһыҙҙан күптәре, балаларына пенсия түләүҙәренә өмөт бар тип, башын элмәккә тығырға мәжбүр Был шарттарҙа 65 йәшкә түгел, 60-ҡа етһәң шөкөр. Ир-егеттең яҙмышы тәртәлә үлгән аттыҡы менән бер. Уның иртә үлеменә халыҡ өйрәнеп тә бөттө инде.

Оптималләштереү процестары ауыл өсөн бигерәк тә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Күп фельдшер-акушер пункттары ябылды, участка ғына түгел, район дауаханалары мөшкөллөккә төштө. ФАП асыу өсөн ауылда кәмендә 300 кеше йәшәргә тейеш. Ә унан бәләкәйерәк ауылдарҙа йәшәгән кешегә медицина ярҙамы юҡ хәлендә. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2000–2015 йылдарҙа төрлө һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һаны ике тапҡырға кәмене: 10,7 меңдән 5,4 меңгә тиклем, койкалар һаны – 1671,6 меңдән 1222 меңгә тиклем. Был күрһәткес РСФСР-ҙың 1932 йылдағы хәленә тиң. Мәктәптәрҙе оптималләштереү ҙә ауыл балаларына сифатлы белем алырға ҙур ҡамасаулыҡтар тыуҙырҙы. 1995 йылда Рәсәйҙә йәмғеһе 67 мең мәктәп булһа, 2016 йылда ни бары 42,6 мең генә ҡалды. Ябылған мәктәптәрҙең бөтәһе лә тиерлеге ауыл еренә тура килә. Берҙәм дәүләт имтиханы ҡала менән ауыл уҡыусылары өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырһа ла, алған белемдәре буйынса ауыл балаларының хәле күпкә ҡайтыш. Был бала-сағаның ҡалаларға күпләп китеүенә алып килә. Ә ауылда йәшәгән ир-егеттәр өсөн яҡты перспективаның булмауы яҡын киләсәктә ауылдарҙың бөтөүенә алып барыуына шик юҡ.

Дмитрий Медведев хөкүмәтенең пенсия реформаһын ниндәйҙер уртаса кеше өсөн үткәреүе Рәсәй ауылының тамам бөтөүенә алып киләсәк. Уртаса 64,7 йәше булған ауыл ир-аттарына пенсияға сығыу йәшен 65-кә еткереү – Рәсәй реформаторҙарын сираттағы “халыҡҡа төкөрөүе” тип ҡабул итергә кәрәктер. Ауыл кешеһен яҡлар бер генә лә сәйәси фирҡә юҡ. Башын эйгәндең елкәһенә менеп ултырыуы еңелерәк бит...

Рәсәй дәүләтенең был сараһы пенсия системаһының төп проблемаһын хәл итмәй. Ун бер нисә йылға ғына кисектерелеп торасаҡ. Үҙенә күрә “каникул” формаһы ғына. Ни өсөндөр төп иғтибарҙы тик пенсия йәшенә генә йүнәлтәләр. Пенсияға сыҡҡас, халыҡтың нисә йыл йәшәгәнен күрмәмешкә һалышалар. Әйтәйек, шул уҡ Швейцарияла пенсия йәше (64 – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн, 65 – ир-егеттәр өсөн) бер иш булһа ла, ундағы халыҡтың уртаса ғүмере 83 йәш булһа, беҙҙең Рәсәйҙә ни бары 71,6 йәш кенә. Тимәк, унда пенсияла беҙҙән 11 йылға оҙағыраҡ булалар. Ә пенсия аҡсаһының дәүмәлен сағыштырып та тормайым.

Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙе йылдар буйы “пенсия – эш хаҡының формаһы”, тип ышандырып килделәр. Йәғни, уның кимәле кешенең алған эш хаҡы менән бәйле. Был дөрөҫкә тап килмәй булып сыҡты. Йыш ҡына эшләмәгән кешенең алған пенсияһы ғүмер буйы эшләгәндекенән артығыраҡ була торғайны. Хәҙер, иһә, бөтә пенсионерҙар ҙа тиерлек, пенсияны бер тиң ала. Эш хаҡың уртасанан күберәк булһа, 1,2 тигән коффициент ҡулланып, һинең пенсияңды алған эш хаҡынан тамам айырып, уны ҡартлыҡ буйынса пособиегә әйдәндерҙеләр.

Дәүләт етәкселәре яҡынса 20 миллион эш кешеһенең бер ниндәй ҙә һалым түләмәүе тураһында хәбәрҙар булһа ла, быны бер нисек тә ошо пенсия системаһы менән бәйләгеһе килмәй. Ошо 20 миллион кешенең, пенсия алырына өмөтөн өҙөп, һалым түләгеһе килмәүе тураһында уйлаған сәйәсмәндәр беҙҙә юҡ. Әгәр йәш быуындың күпселеге пенсия фондына түләүҙән баш тартһа, Рәсәй дәүләтенең киләсәге тураһында ныҡлап уйлана башларҙар. Бәлки?!



Читайте нас: