Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
29 Октябрь 2019, 21:04

Аҡса идара иткән замана, йәки насармы был, яҡшымы?

Байлыҡ бер айлыҡ икәнен белһәк тә, нәмә белмәй аҡса артынан сабабыҙ. Элек кешелеклелек, изгелек кеүек сифаттар ҡиммәткә эйә булһа. Хәҙер инде һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан. Һәр кем үҙе һәм аҡса өсөн йәшәй башланы тиерлек. #Шоңҡаржурналы #Заманзаңы

Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра тигән мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Был бигерәк тә беҙҙең заманда актуаль. Сөнки бөтә нәмә аҡсаға барып тоташҡан дәүерҙә йәшәйбеҙ. Әллә күпме налогтарын түләйбеҙ, һыуына ла билдәле хаҡ бар, ҡайһы осраҡта хатта бәҙрәфкә лә бушлай барып булмай. Ашҡаҙан да тәмле аш һорай, кеше араһында матур итеп кейенге лә килә. Балаларҙы ла баҡсаға, йә мәктәпкә әҙерләргә кәрәк. Уйынсыҡтары ла аҡса һорай. Шәхесен үҫтерер өсөн кәрәк булған төрлө түңәрәктәре лә бушлай түгел. Хатта туйға бәғзеләр билдәле сумма аҡса һалыуыңды талап итеп кенә саҡыра. Кеше ҡәҙере лә, ихтирамы ла күп осраҡта кеҫә ҡалынлығы менән иҫәпләнә башланы тиергә була.
Байлыҡ бер айлыҡ икәнен белһәк тә, нәмә белмәй аҡса артынан сабабыҙ. Элек кешелеклелек, изгелек кеүек сифаттар ҡиммәткә эйә булһа. Хәҙер инде һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан. Һәр кем үҙе һәм аҡса өсөн йәшәй башланы тиерлек. Интернет селтәрендә лә аҡса эшләү тураһында мәғлүмәттән күп нәмә юҡ, күпселеге байыу маҡсатында ҡылынған енәйәттәр булыуы аяныслы. Хатта бер туғандар ҙа шул ҡағыҙ өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп ташларға әҙер.
Эйе, аҡса – ул намыҫтарҙы һурып алыр һаҙлыҡ. Аҡсаһыҙлыҡ та үҙәккә үтә. Аҡса һәр заманда, һәр дәүерҙә лә кәрәк булғандыр. Әммә бөгөнгө көндә аҡса культы барлыҡҡа килгән. Уны заман афәте тип атаһаҡ та, хата булмаҫ. Хәҙер бөтәһе лә буштың атаһы үлгән тигән тәғлимәтте бик яҡшы белә. Элеккеләр: “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын,” – тип йәшәһә, хәҙерге кеше өсөн йөҙ һум аҡсалы йөҙ дуҫының булыуы яҡшы.
Ҡасандыр кеше ҡырылып ятҡан эшен тиҙ генә өмә үткәреп эшләткән. Өйөңдө аҡларға кәрәкме, әллә бесәнеңде эшләп ҡуяһы бармы, һарыҡтарың ҡырҡылмай йөрөп ятамы – әйтеүең генә еткән, таныштар, дуҫтар, туғандар өмәләп эшләп тә биргән. Ул замандарҙа намыҫ, изгелек төшөнсәһе беренсе урында торғандыр.

Дауамы журналдың октябрь һанында.

Читайте нас: