Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
23 Ғинуар 2020, 12:08

Терһәкте тешләмәҫлек эшләйек…

Һуңғы йылдарҙа мәктәп йәшендәге балаларҙы ғәҙәти уҡытыу системаһы менән бер рәттән заман методикаларын да өйрәтеү модаға инеп китте. Был хәл байтаҡ атай-әсәйҙәрҙе, шул иҫәптән мине лә, аптырашта ҡалдырҙы. Сөнки мәктәп тупһаһына аяҡ баҫып та өлгөрмәгән улыма әҙерлек дәрестәренән тыш әлеге өҫтәмә түләүлеләрен дә тәҡдим иттеләр. Уларҙың ыңғай һәм кире яҡтарын асыҡларға булдым.

Һуңғы йылдарҙа мәктәп йәшендәге балаларҙы ғәҙәти уҡытыу системаһы менән бер рәттән заман методикаларын да өйрәтеү модаға инеп китте. Был хәл байтаҡ атай-әсәйҙәрҙе, шул иҫәптән мине лә, аптырашта ҡалдырҙы. Сөнки мәктәп тупһаһына аяҡ баҫып та өлгөрмәгән улыма әҙерлек дәрестәренән тыш әлеге өҫтәмә түләүлеләрен дә тәҡдим иттеләр. Уларҙың ыңғай һәм кире яҡтарын асыҡларға булдым.
Журналыбыҙҙың үткән һандарының береһендә шуларҙың береһе, йәғни менталь арифметикам хаҡында бәйән иткәйнек инде. Бөгөн иһә һүҙебеҙ тиҙ уҡыу тураһында барыр. Ысынлап та, балаларҙы бәләкәйҙән тиҙ уҡырға өйрәтеү кәрәкме, ул мәктәп программаһын үҙләштереүҙе еңеләйтергә һәләтлеме? Әллә совет системаһына ышанып, сабыйҙарҙың башына өҫтәмә йөкләмә һалмаҫҡамы?
Нимә һуң ул тиҙ уҡыу?
Әлеге методика текстан мөһим булған мәғәнәүи һүҙҙәрҙе генә айырып уҡыуҙан ғибәрәт. “Уҡыу” тип әйтеү дөрөҫ тә түгел, “ҡарап сығыу” тигән һүҙ урынлы булыр. Ошо ысул ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күләмле текстарҙы тиҙерәк үҙләштерергә мөмкин. Мәҫәлән, әлеге программа буйынса шөғөлләнгән һәр кем бер ай эсендә уҡыу тиҙлеген минутына 300–500 һүҙгә тиклем арттыра ала тип вәғәҙәләй белгестәр.
Тиҙ уҡыу алымы кисә генә барлыҡҡа килеп, популярлыҡ яулаған ысул түгел. Деталдәргә иғтибар йүнәлтмәй, мәғлүмәттең мәғәнәһенә төшөнөүҙе төп маҡсат итеп алған әлеге методика нигеҙендә француз табип-офтальмологы Эмиль Жавалдың күҙәтеүҙәре ята. Ул 1878 йылда уҡыу ваҡытында күҙҙәрҙең “һикереү”енә, йәғни һәр бер хәрефтә түгел, ә бер юлда уртаса 3-4 мәртәбә генә туҡталып китеүенә иғтибар итә. Бынан тыш ул күҙ күременең күпкә киңерәк булыуын да асыҡлай. Матбуғатта баҫылған кешенең уҡыу тиҙлеген арттырыуға булышлыҡ итеүсе мәғлүмәткә нигеҙләнеп, 1925 йылда АҠШ-та тәүге тиҙ уҡыу түңәрәге ойошторола. Шул ваҡыттан алып ул алым билдәле кешеләр араһында киң танылыу яулап өлгөрә. Уның серҙәре Джон Кэннеди, Альберт Эйнштейн, Оноре де Бальзак, Александр Пушкин, Карл Маркс һәм башҡа бөйөк шәхестәребеҙгә мәғлүм булған. Наполеон Бонапарт иһә текстарҙы минутына 2000 һүҙ тиҙлек менән “йотҡан”, ә Теодор Рузвельт иртәнге аш алдынан тотош бер китап уҡып өлгөргән.
Тиҙ уҡыуҙың төп ҡағиҙәләре
– Уҡылған тексҡа кире әйләнеп ҡайтмау. Йыш ҡына беҙ аңлап етмәгән абзац, һөйләмдәрҙе ҡайтанан уҡыйбыҙ. Әммә әлеге методика быны хупламай. Тиҙлекте арттырам тиһәң, аңлашылмаған урындарын ҡәләм менән билдәләп, аҙаҡ эшкәртергә мөмкин.
Эстән уҡымау. Тексты уҡыған ваҡытта эске тауышты яһалма тыуҙырылған ритм менән алыштырырға кәрәк. Мәҫәлән, һыҙғырып йәки туҡылдап, уны “баҫырға” мөмкин.
Периферия күреү һәләтен үҫтереү. Тиҙ уҡыу методикаһының төп үҙенсәлеге – күҙҙәрҙе хәрефтәр буйлап йүгертмәйенсә бер нисә юлға йәки тотош абзацҡа ҡараш ташлап, унан мәғәнәүи һүҙҙәрҙе эҙләп табыу. Уны ҡайһы берҙә диагональ буйынса уҡыу тип тә атайҙар. Был һәләтте махсус күнекмә ярҙамында үҫтерергә мөмкин. Йәғни бер нөктә тирәләй нимә урынлашҡанын “уҡырға” өйрәнергә була.
Текста иғтибар туплау. Уҡыу процесына сит-ят уйҙар, эштәр ҡамасауламаҫҡа тейеш.
Тиҙ уҡый белеү кемгә кәрәк?
Тиҙ уҡырға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған белгестәр, йәшкә ҡарамай, кескәйҙәр менән дә, өлкәндәр менән дә эш алып бара. Һөҙөмтәлә әлеге методика менән танышҡан өлкәндәр уның ни тиклем уңайлы икәнен инҡар итмәй. Шулай булмай ни, бер төн эсендә 500 биттән торған документ, фәнни эштәр менән танышыусыларҙың ғәҙәти алым менән бындай уңышҡа ирешеүе икеле. Шулай уҡ реферат, курс эштәрен тикшергән педагогтар, гуманитар өлкә буйынса белем алған студенттарға ла бик ҡулай. Юғары синыф уҡыусылары ла ыңғай үҙгәрештәр күрә, сөнки әлеге алым уларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпләп күләмле әҫәрҙәр менән танышыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш заман һәр кемдән мәғлүмәтле булыуҙы талап итә, ә бының өсөн туҡтауһыҙ ағымдан кәрәкле, мөһимдәрен айыра белеү зарур.
Тик күптәр өсөн ырамлы тойолған алым бөтәһенә лә тап килмәй, хатта кире йоғонто яһай тип билдәләүселәр бар. Интернет селтәрендәге бер форумда ике бала әсәһенең ошондай һүҙҙәренә тап булдым: ”Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты һәм үҙ тәғәйенләнеше бар. Һис шикһеҙ, тиҙ уҡыу – насар алым түгел. Әммә ул бөтә кеше өсөн дә берҙәй яраҡлы һәм берҙәй һөҙөмтәле була алмай. Мәҫәлән, өлкән синыфта белем алған баламдың өйрәнеүенә ҡаршы түгелмен, сөнки һәр фән буйынса бик күп уҡырға тура килә. Ә ваҡыттың сикле булыуы ихтимал. Ә икенселәге кесебеҙгә уның менән танышыу иртә тип һанайым. Улар өсөн мәктәп программаһын ентекле һәм сифатлы үҙләштереү мөһимерәк”.
Ысынлап та, мәктәптәрҙә үҙебеҙҙең нисек уҡыуыбыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше, дөрөҫ яҙылышы башта ныҡлы һеңеп ҡалғансы күп тапҡыр ҡабатлап, күп тапҡыр яҙа инек. Ә осраған хаталы һүҙ күҙгә ят тойола, уҡыған саҡта тел көрмәлә, шулай бит? Бәләкәй саҡтан хәтеребеҙҙә тупланған һүҙҙәр образынан торған белем һандығыбыҙәле лә беҙгә хата ебәрергә ирек бирмәй.
Ә тиҙ уҡыу методикаһы иһә бөтөнләй икенсе йүнәлеште маҡсат итеп ҡуйған. Ул текстан мәғәнәүи һүҙҙәрҙе айырыуға ҡоролған. Был йәһәттән уларҙың дөрөҫ яҙылыу-яҙылмауын, дөрөҫ әйтелешен асыҡлауға ваҡыт ҡаралмаған. Һөҙөмтәлә сабыйға “йүгерек уҡыу” барышында һүҙҙе нисек күреп өлгөрә, шул рәүешле хәтер һандығына һала барырға тура килә.
Бынан тыш бала тексты асыҡ, тасуири уҡыуҙан азат. Ә тиҙ уҡыу хәрефтәрҙе йотоуға, ул үҙ сиратында телмәргә насар йоғонто яһауына, дикция боҙолоуға алып килеүе мөмкин тип белдерә уҡытыусылар. Шуға ла белгестәр һөйләү телмәре менән тап килгән тиҙлек иң оптималь тип һанай. Йәғни минутына 120–150 һүҙ уҡыған саҡта бала текст эстәлеген сифатлы эшкәртеү мөмкинлегенә эйә. Тиҙлек менән сифат гармонияһына ирешкәс кенә тиҙ уҡыуҙа һынап ҡарауҙың насар йоғонто яһамауы ихтимал.
Әйтәйек, балағыҙ әлеге алым буйынса бер әҫәр уҡып сыҡты, ти. “Йомро икмәк” әкиәтенән ул “ҡамыр”, “һуҡмаҡ”, “төлкө” тигән һүҙҙәрҙе хәтерендә ҡалдырған. Әҫәрҙең эстәлеген дә бер ауырлыҡһыҙ һөйләп бирә, әммә деталдәр “юғалған”. Сюжетын аңлау менән генә тотош әҫәрҙе беләм тип һүҙ йөрөтөп буламы икән?
Хәрәкәт, ваҡиғалар теҙмәһенән торған сюжет ҡына әле әҫәрҙе хасил итмәй бит әле. Яҙыусылар һәр бер хәл-күренеш, ваҡиғаны тәфсирләп һүрәтләү, төрлө образлы сағыштырыуҙар ҡулланып, әҫәрҙең эмоцияларын, хистәрен уҡыусы күңеленә еткерә, тел байлығы менән бүлешә. Баланы тиҙ уҡырға өйрәтеп, хәтерендә ҡоро факттар ғына уйып ҡалдырмайбыҙ, әҫәрҙең сағыу хикәйәләүенән мәхрүм итмәйбеҙме икән? Ә ул киләсәктә үҙ балаларына әкиәтте тултырып, һәр деталгә хис-тойғо өҫтәп уҡый алырмы? Баланың грамотаһы йоҡо алдынан уҡыған әкиәттәренән башланғанын иҫәпкә алғанда, ябай уҡыу алымына өҫтөнлөк биреү файҙалыраҡтыр, бәлки?
Һорауҙар бик күп, әммә һәр кем яуабын үҙе табыр, моғайын. Кемдер, бәлки, минең менән килешер, кемдер юҡ. Минеңсә, тиҙ уҡыу методикаһына өйрәнеү бер ваҡытта ла һуң түгел. Өлкән кластарҙа, грамматиканы өйрәнеп, ныҡлы база туплағас танышыу һөҙөмтәлерәк булыр. Ә кескәйҙәр, әйҙә, әлегә тәмләп, ләззәтләнеп уҡыһындар, даръялай киң һәм мауыҡтырғыс әҙәбиәт донъяһынан мәхрүм булырға ашыҡмаһындар ине.
Читайте нас: