Коронавирус инфекцияһы белем биреү өлкәһенә лә етди үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итте. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт белдереүенсә, 2020 йылда төп дәүләт дөйөм белем һәм урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн төп дәүләт имтиханын һәм БДИ-ны тапшырырға кәрәкмәй. Аттестат барлыҡ сығарылыш класс уҡыусыларына йыллыҡ һөҙөмтәләр буйынса биреләсәк. Быйыл шулай уҡ төп дәүләт имтиханы үткәрелмәй.
2020 йылда БДИ-ны имтихан һөҙөмтәләре вузға инеү өсөн кәрәк булған уҡыусылар ғына тапшырасаҡ. БДИ һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелә. БДИ бөтә ил өсөн берҙәм расписание буйынса уҙасаҡ. Барлыҡ сығарылыш класс уҡыусылрына кәрәкле юғары уҡыу йортона инеү өсөн һайлп алынған имтихан тапшырырға мөмкинлек буласаҡ. Имтихандар исемлеге менән юғары уҡыу йорттарының мәғлүмәти базаларында танышырға мөмкин.
Имтихан биргән ваҡытта барлыҡ ойоштороусолр һәм уҡыусылар термометрия уҙасаҡ, аудиториялар алдан дезинфекцияланасаҡ. Аудиторияларҙа ултыртыу 1,5 метрҙан да кәм булмаған дистанцияны иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Аудиторияла кешенең күпләп йыйылыуын булдырмаҫ өсөн рус теле буйынса БДИ ике көнгә бүлеп үткәреү күҙалллана.