Күңел түренә кирткән.
Ер ҡыртышы ни генә ул -
Ер ҡаҙығын ҡырҡалар.
Шахтау тик һүрәттә ҡалған
Ергә һеңгән торҡалай.
Ҡуштау ҡош булып осормо -
Ҡуш күренә байҙарға.
Тиҙҙән ҡул һуҙыр был нәфсе
Ҡояш менән айға ла.
Аллаһ яралтҡанды ботап,
Хозурлыҡты ваталар.
Һабаҡ түгел тик ниңәлер
Кешелеккә хаталар.
Аманат итеп тапшырҙым
Тауҙарымды Мәүләмә -
Ҡырып-һепереүгә юҫыҡ
Алып тора әйләнәм...
торҡа * һуғышта кейә торған ҡорос баш кейеме, шлем,
Мәүлә - Аллаһ (Покровитель)