Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
21 Октябрь 2020, 17:45

Үәт был етемдәр!

Был юлы улар ҡайҙа бара?

Башҡорт драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектакле Халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелә

21 октябрҙә III Халыҡ-ара камера спектаклдәре фестивале барышында «Хыялға ҡаршы» спектакле күрһәтелә. Спектакль Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса сәхнәләштерелгән (инсценировка авторы – Ә.Ишбулдина, режиссеры – И.Ҡаҙаҡбаев). Киске сәғәт 5-тә башлана.

Фестиваль 16 сентябрҙән 18 декабргә тиклем Новокузнецкиҙа онлайн форматта уҙғарыла. Спетаклдәрҙе

You-Tube-каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә бушлай ҡарарға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хыялға ҡаршы» спектакле бер нисә тапҡыр төрлө театр фестивалдәрендә ҡатнашты. «Алтан сэргэ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә (Улан-Удэ, Бүрәт Республикаһы, 2016) «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткән һәм яңы театр телен эҙләгән өсөн» махсус призына лайыҡ булды, «Театр яҙы» республика фестивалендә (Өфө, 2017) «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында еңеп сыҡты, «Коляда-plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә (Екатеринбург, 2017) «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында еңеүсе.
Читайте нас: