үлер сиккә етеп сарсағанда, шәрбәттән татлы шишмә һыуын эсеп көс-ҡеүәт ала. Йәй етһә, болон-туғайҙарында ҡолас ташлап бесән саба, ирәйеп иген игә.
Мең төрлө хуш еҫле үләндәренән сихәтле дарыу яһай, бихисап сәскәләренән бал һыға. Ҡоштар һайрауы нескә күңелдәренең рухын тибрәтә, илһам эйәләре хатта шуларға эйәреп көйҙәр ижад итә. Ҡояшы яҡтырта, йылыта. Еле бар ул тәбиғәттең: болоттар алып килә, ә улары ямғыр, ҡар булып ергә түгелә. Күп тә үтмәй, емеш-еләге, мең һан ризығы, тупраҡ йыртып сығып, ашъяулығыбыҙға килеп ята.
… Нимәһен генә алма был донъяның - күҙ күрмәҫ бәләкәсенән алып аң иңләмәҫ ҙурына саҡлым - барыһы ла фәҡәт кеше өсөн яратылған да баһа. Ә һин, кеше? Нимә етмәй һиңә? Анау бомбаларын ни өсөн һәм кем өсөн ижад иттең һин?