Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
12 Июнь 2021, 14:50

Торма менән бал иммунитетты нығыта

Ғалимдар иммунитетты нығытыу өсөн торма ҡулланырға кәңәш итә. Ул эсәклек, бөйөрҙәр, үпкәләр, лимфа төйөндәре, тирегә лә файҙалы.

Дарыуханаларҙа иммунитетты нығыта, вирустар һөжүменән һаҡлай торған төрлө препараттар һатыла. Әммә синтетик препараттарҙың тиҫкәре тәьҫире лә булыуы мөмкин. Ғалимдар иммунитетты нығытыу өсөн торма ҡулланырға кәңәш итә. Ул эсәклек, бөйөрҙәр, үпкәләр, лимфа төйөндәре, тирегә лә файҙалы.
Торма витаминдарға, айырыуса аскорбин кислотаһы һәм В төркөмө витаминдарына бай. Унда калий, кальций, натрий, магний, фосфор, тимер, баҡыр, цинк күп.
Инфекцияларҙан һаҡланыу өсөн дарыуҙы былай яһайҙар. Торманың эсен ҡалаҡ менән алырға, унда бер нисә ҡалаҡ бал һалырға һәм бер нисә көн тоторға. Баллы торма һуты ҡан әйләнешен көйләй, организмдың ауырыуҙарҙан һаҡланыу көсөн яҡшырта.
Читайте нас: