Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
22 Август 2021, 21:55

Шул сирҙән мандый алманы.

Шығай ауылында Ғәни Нәбиуллин тигән кеше председатель ине. Эшкә йөрөмәгән тип, үс алып, Ғәликәев Әликбайҙы, ҡатыны Зөләйханы малайҙары Рим менән ауылдан ситкә эшкә ебәрттергән. Һигеҙ йыл йөрөп ҡайттылар. Эшселәргә бейәләй тегеп ултырған. Бәҙерниса апай ҡыҙ кеше ине әле, уны ла, Шакирйән тигән ағайҙы ла ебәргән. Улар бөтәһе лә бер ергә эләккән. Һигеҙәр йыл йөрөнөләр ситтә.

Шул сирҙән мандый алманы.
Шул сирҙән мандый алманы.

Хәтер – мәңгелек

Һуғыш балалары һөйләй

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

«Тугушев Хәмзә тигән ағай беҙҙең «Яңы Юл» колхозының председателе ине. Бик уҫал булды. Һәр ваҡыт муйынына мылтыҡ аҫып йөрөттө. Бер ваҡыт көлтә бәйләп йөрөгәндә, өйҙә ашарға булмағас, бойҙай ыуып ашап ултыра инек, был сабып килеп етте лә атып та ебәрҙе. Беҙ ҡурҡыштан бөтәбеҙ ҙә тәгәрәп киттек...»

 

Әсмә Сәйфетдин ҡыҙы ЙОМАҒУЖИНА (әле ҒӘЛИМЙӘНОВА).

1927 йылдың 1 июлендә

Белорет районының Үткәл ауылында тыуған.

Һуғыш башланғанда 14 йәштә була.

 

Урамдан һыбай йөрөп ҡысҡырҙылар «Һуғыш башланған!» тип.

Оло ағайым Зәйнетдин 1939 йылда армияға киткәйне. Ул Сермәндә 7 класс бөткәйне. Шығайҙа секретарь булып эшләне. «Атай-әсәй, рәхмәт инде мине уҡытыуығыҙға. Мин конторҙа ултырам. Иптәштәрем граната, мылтыҡ күтәреп йөрөй. Ҡустым менән ҡәрендәшемде уҡытығыҙ», – тип яҙа ине ул хат һайын. Атайым уҡытманы. «Ана, малайҙар, уҡыны ла китте лә бөттө, ҡыҙ бала, исмаһам, эргәмдә булыр», – тине.

Зәйнетдин ағайымды армиянан тура һуғышҡа алғандар. Украинаның Львов ҡалаһынан «Беҙҙе ҡамап алдылар. Тере ҡалмайбыҙ инде, ямғыр кеүек пуля яуа, күрешә алмаҫбыҙ инде, бәхил булығыҙ», – тип хат яҙғайны.

Икенсе ағайыбыҙ Ҡотдос тәүҙә алтын эҙләүселәр менән Ҡыраҡатауҙа эшләне. Шунан 1940 – 1941 йылдарҙа 4 класс белем менән Сермәндә тракторислыҡҡа уҡып ҡайтты. Ауылға ДТ тракторы менән ҡайтып килде. Беҙ беренсе мәртәбә тракторҙы күрәбеҙ тип, эй, йүгерешәбеҙ.

1942 йылдың авгусына хәтлем ауылда эшләне лә уны ла алып киттеләр һуғышҡа. Ауылдың егеттәре ағайым менән бергә Сәғит Нәбиуллин, Зәйнулла Ғәйфуллин, Фазыл Сафуанов, Зариф Ямалетдиновтар бергә Белоретҡа киттеләр. Үпкәһе насар, тип Зарифты кире ҡайтарҙылар. Комиссияла танышы булған, тинеләр инде аҙаҡ.

Әсәйем уларҙы Шығай аша 25 саҡрымға ат менән алып китте. Беҙ ҙә эйәреп барып, оҙатып ҡалдыҡ. Әсәйем поезға ултыртып, илап ҡайтты.

Ағайым тәүге йылы пехотала. Икенсе йылы кавалерия дивизияһында һуғышҡан. Ауылда менеп йөрөгән Исмаҡ исемле аты эләккән. Хатында: «Атыма пуля тейҙе, тәгәрәне, үҙем иҫән ҡалдым», – тип яҙғайны. Ике йыл разведкала йөрөгән. «Икешәр нимес алып ҡайтам, алтын бысаҡ бүләк иттеләр. Беҙ һуғышҡан ерҙә урыҫ та, татар ҙа юҡ, ниндәйҙер икенсе телдә һөйләшәләр», – тип яҙғайны бер хатында. Ул Эстония ерендә булған. Ҡәбере шунда ята. Иң һуңғы хаты 15 апрелдә килде. Шунан «хәбәрһеҙ юғалды» тигән хат алдыҡ. Ағайым үҙе тураһында яҙылған гәзиттәрҙе лә ебәргәйне. «Ошо гәзиттәрҙе һаҡлағыҙ, унда минең турала яҙылған, шуны алып барып күрһәтһәгеҙ, һеҙгә ай һайын аҡса бирерҙәр», – тигәйне.

Аҙаҡ, һуғыш бөткәс, әсәйем улыма пенсия бирмәйһегеҙ тип, военкоматҡа барғайны. Улар: «Инәй, улыңдың ҡәберен барып күрәһеңме? Ике кеше бирәм», – тигән. «Унда барып илап ҡайтыуҙан ни файҙа, пенсия бирегеҙ», – тигән әсәй. Колхоздан 30 килограмм бойҙай биреп торҙолар ай һайын, пенсия тәки булманы.

...Мин колхоз эшенә йөрөнөм. Ат менән ер һөрҙөм, көлтә бәйләнем. Тугушев Хәмзә беҙҙең «Яңы юл» колхозының председателе ине. Бик уҫал булды. Һәр ваҡыт муйынына мылтыҡ аҫып йөрөттө. Бер ваҡыт көлтә бәйләп йөрөгәндә, өйҙә ашарға булмағас, бойҙай ыуып ашап ултырабыҙ. Был сабып килеп атып ебәрҙе. Ҡурҡыштан бөтәбеҙ ҙә тәгәрәп киттек. «Нишләп ултыраһығыҙ?!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Шығай ауылында Ғәни Нәбиуллин тигән кеше председатель ине. Эшкә йөрөмәгән тип, үс алып, Ғәликәев Әликбайҙы, ҡатыны Зөләйханы малайҙары Рим менән ауылдан ситкә эшкә ебәрттергән. Һигеҙ йыл йөрөп ҡайттылар. Эшселәргә бейәләй тегеп ултырған. Бәҙерниса апай ҡыҙ кеше ине әле, уны ла, Шакирйән тигән ағайҙы ла ебәргән. Улар бөтәһе лә бер ергә эләккән. Һигеҙәр йыл йөрөнөләр ситтә.

Беҙҙең ауылдан улай китеүселәр булманы. Кешеләр бик картуф сәсмәй ине. Ә беҙ сәстек. 20 сутый еребеҙ бар ине. Ауылдыҡылар малайҙарым ас, өс көн ашағандары юҡ, тип илап һорап килеп алалар ине.

Бәләкәс ҡустым Сәләхетдин иптәштәре Ниязбай Сөнәғәтов, Сабирйән Ғәлиастановтар менән бергә бейә көтөргә урманға китәләр. Яҙ көнө бер ҡолоно тәрән һыуға төшөп киткән. Сәмсетдин туғаным ҡолон артынан һыуға төшкән. Һыу эскәндә уны иптәштәре биргән бау менән бәйләп, өҫтәгеләр тартып алғансы байтаҡ ваҡыт үткән. Туғанымдың үпкәһенә һалҡын тейгән. Атайымдан ҡурҡып, Сәмсетдин тура өйгә ҡайтмаған. Яланда көтөүселәр ятып йөрөр өсөн башы һалам менән генә ябылған кирам булған, шунда инеп, иптәштәре Сәмсетдиндең еүеш кейемдәрен сисендереп, үҙен һалам менән ҡаплап, ут яғып йылындырғандар. Шул сирҙән мандый алманы. Йәшләй генә үлеп китте.

....Яҙ булһа, урманға сығып китәбеҙ. Һарына йыябыҙ. Ул картуф һымаҡ була. Йыуабыҙ, ҡырабыҙ, киптереп, таш тирмәндә тарттырып алабыҙ. Ҡатындар 15 саҡрым алыҫлыҡҡа һарына артынан Урал тауына, Рәз ташына тиклем баралар. Тоҡ тултырып йыялар. Атайым шул яҡта етмеш баш йылҡы малы көтә ине. Апайҙарҙың йыйған тоҡтарын атҡа тейәп алып ҡайтып бирә.

Бер ваҡыт беҙҙе Инйәргә сплавҡа ебәрҙеләр. Ҡыҙҙар метр ярым оҙонлоғонда ағас ҡырҡабыҙ, малайҙар оло һыу буйына йыя.

Белоретҡа барһаҡ, урыҫ ҡыҙҙары мине күрҙеләр ҙә: «Был бәләкәс баланы кем ебәргән, әйҙә, үҙебеҙгә алайыҡ», – тип, мине яндарына алды. Улар заводта эшләгәндәр, шуға микән уларға 800 грамм икмәк бирәләр. Ә Бәҙерниса, Мәймүнә апайҙарға – 500-әр грамм. Беҙ торған баракта немец пленныйҙары йәшәгән. Ҡайһыларының туғандары килеп, кәүҙәләрен, һөйәктәрен эҙләп алып ҡайтҡандар. Батҡаҡ туңған, ҡатҡан. Шунда ятып йоҡланыҡ. Һыуыҡ. Ярай, мин куфайка кейгәйнем. Кейем менән ятып йоҡлайбыҙ. Гел һыу булып ҡайтабыҙ. Бер шәшке сәй, шыйыҡ ҡына кәбеҫтә һыуы, картуфы ла икәү-өсәү генә. Икмәкте исемлек буйынса столовыйҙа бирәләр. Ул кеҫәлә генә йөрөй. Йәшәгән урыныбыҙ – Капкалка тигән леспромхоз. Ҡырҡҡан утындарҙы мейестәрҙә яндыралар. 40 мейес. Янған күмерҙе поезға тейәп Уралда ла, Ҡыҙылташта ла яндырҙыҡ. Бөркөттә Хөсниямал инәй, Фәхри, Ҡотләхмәт бабайҙар леспромхозда йәшәне. Улар мейесте һаҡланы. 15 көн унда эшләнек.

Шунан Күҙйылғаға алып киттеләр. Унда 15 көн булдыҡ. Бер көндө Рысыҡай ҡыҙҙары: «Әсмә, йоҡлама! Бөгөн ҡасабыҙ. Юлды беләбеҙ. Сетканы тишеп ҡуйҙыҡ», – тине. Бәҙерниса менән Мәймүнә апайҙар, ил күргәнде күрербеҙ әле, тип ҡалған. Мәймүнә апайҙың ауылда ике балаһы бар ине. Кем ҡарағандыр, күршеләренә ҡалдырҙы микән. Юлда котел менән тас табып, серек картуф бешереп ашаныҡ. Иҙелде кисеп сыҡтыҡ. Бара бирәбеҙ ҙә ултырабыҙ. Рысыҡайға еткәс, ҡыҙҙар, кемгә барырһың икән, ти. Беҙҙең унда туған тейешле Өмөкамал инәйебеҙ бар ине. Унда инеп бер шәшке сәй эсеп, 100 саҡрымдан ашыу атлап ҡайтып еттем. Әсәй үләнгә ятҡырып дауалап алды.

Ауылда ла эш етерлек булды. Ат менән ер һөрҙөк, тырматтыҡ, иген сәстек. Ишбулат Кәримов, Ялмырҙа Сафыев, Баязит Нәбиуллин бабайҙар яланға симәнә ташыны. Беҙ берәр биҙрә бойҙай һалып алабыҙ ҙа ҡул менән һибәбеҙ. Аҙаҡ ағас вал менән арҡан бәйләп, дилбегә менән йөрөтөп игенде баҫырабыҙ. Үҫһә, утайбыҙ. Унда бөтә балалар сыға. Шунан урып, көлтә бәйләйбеҙ. Унар көлтәне бергә ултыртып сығабыҙ.

Һуғыш ваҡытында төндә лә уятып эшкә сығаралар ине. «Шторма!», «За Родину!», «За Сталина» тип эшләтәләр ине. Төндә эҫкерт тә һалдырҙылар, ырҙын табағында ла эшләттеләр. Төндә эшкә сыҡмаһаң, ауылдан ситкә ебәрәләр. Унда ҡайҙа барып эләгереңде белмәйһең.

Иген тау шикелле уңған йылды ла бөтәһе лә фронтҡа китеп торҙо. Беҙгә икмәк юҡ. Яланда эшләгәндә ҡурмас ҡыҙҙырабыҙ шунда, исмаһам, үҙебеҙ ашар өсөн. Мин ҡаҙан болғатам. Берәү тирә-яҡты ҡарап тора. «Ғәлимырҙа Ялмырзин һаҙҙан сығып килә!» – тине ҡарап торған ҡыҙ. Беҙ ҡурҡтыҡ. Ярай, ул беҙҙең янға килмәне. Бойҙай, ат, йомортҡа, картуф, ит, йөн, һары май, ойоҡ, бейәләйҙәр – бөтәһе лә һуғышҡа китеп торҙо. Заем да түләттеләр. Тоҙһоҙ ашаныҡ. Колхоз малдарына фермаға килтерһәләр, шунан урлайбыҙ. Шырпы юҡ. Аҡташты туҙға тотоп ут сығарҙылар. Яндырһалар, һүндермәҫ өсөн күмерҙе көл менән күмеп ҡуялар.

Беҙҙең яҡта бәшмәк күп булды. Халыҡ шуны ашаны. Ит һымаҡ була торғайны.

Колхоз ондо ҡалаҡ менән генә өләшеп бирә. Уны һарына янына һалып ашайбыҙ. Уны йыйыр өсөн ҡараңғынан урманға китәбеҙ. Салыр менән ҡаҙып алабыҙ.

Ныҡ асыҡҡан кешеләр Белоретҡа эшкә китеп бөттө. Унда айырым гаражда станоктар ҡуйылған ерҙә тимерҙән сетка һуҡҡандар, нәҙек, йыуан сымдар эшләгәндәр. Шунда биргән икмәктәрен балаларына алып ҡайтып ашаталар ине. Беҙҙең Ғәлимә еңгә лә шунда эшләне.

Колхоздың йәшелсә баҡсаһы ла булды. Унда һәр кемгә участок бүлеп бирәләр. Кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, шалҡан, малдар өсөн турнепс үҫтереп, хөкүмәткә тапшырабыҙ. Етен менән киндер ҙә сәстеләр. Уларҙы ла үҫтереп, көҙ орлоғон һуғып бирәбеҙ. Әсәйемдәр көлтәләп бәйләй, беҙ туҡмап орлоғон таҙартабыҙ. Ағасын аҙна-ун көнгә күлгә һалып, ҡабығын ағасынан һыҙырабыҙ, һөйәп киптерәбеҙ. Талҡып, килегә һалып төйәбеҙ. Шунан һуң ғына киндер йомшай. Иләрлек була. Кемдең станогы бар, шунда һуғып ала. Әсәйем тоҡ тегә лә складҡа тапшыра. Урынына һоло бирәләр. Ғәйфуллин Абдулла ағай тәүҙә председатель булды.

Атайым ҡалаға утын ташыны. Хөсниямал Иҫәнғәлина, Нәҡиә Иҫәнғәлина, Хәмисова апай, Фатима апайҙар ҙа ҡалаға утын алып барып йөрөнө. Утынды урлап тотолһаң, штраф түләтәләр. Кешеләр кәртәләрен яғып бөттө. Атай мине үҙе менән йөрөттө. Ағасты ҡайһы яҡтан ҡаратып ҡырҡырға, нисек тейәргә, нисек бау менән бәйләргә – бөтәһенә лә өйрәтте. Ағайым бер хатында: «Бында 50 йәшлектәр ҙә һуғышта йөрөй», – тип яҙғайны. Шуға атайым: «Мине лә алып китеп барһалар, өйрәнеп ҡалығыҙ», – тип ат егергә лә барыһын да аңлатырға тырышты.

Ҡыш буйы иген һуғабыҙ. Тәүҙә веялканан үткәрәбеҙ. Шунан – траерҙан. Унда ике төрлө иләк аша үтә. Иң беренсе сортын орлоҡҡа һалалар, икенсе сортын хөкүмәткә тапшыралар. Ҡырҙыҡ тигәнен колхоз малына ашаталар.

...Һуғыш бөткәнен ҡалпаҡ радионан ишеттек. Бесәндән килеп ултырһаҡ, тағы ла һуғыш башланды, тип хәбәр итәләр. Быныһын Япония башлаған тинеләр.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: