Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
23 Август 2021, 16:35

IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатына әҙербеҙ!

Бөгөнгә ҡарата өс меңдән ашыу кеше Өфөгә килеп тә еткән һәм урынлашҡан. Улар өсөн 60 ҡунаҡхана, отель һәм төрлө категориялы апартаменттар һайланған. Кешеләрҙе 200-ҙән ашыу автобус йөрөтәсәк. Чемпионатта 37 төбәктән 1100 ирекмән эшләй, улар ярышыусыларға һәм ҡунаҡтарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.

IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатына әҙербеҙ!
IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатына әҙербеҙ!

Был аҙнала Башҡотостанда  IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты башлана. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә  Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, был чемпионат төбәктең үҫеше өсөн тағы бер сағыу этәргес.

– Милли чемпионат финалы – WorldSkills стандарттары буйынса үҙенсәлекле һөнәри оҫталыҡ ярыштары ул. Унда 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм уны тамамлаусылар ҡатнаша. 76 төбәктән 1800 ҡатнашыусы, 1500 эксперт килеүе көтөлә. Бынан тыш, 30 меңдән ашыу тамашасы һәм 6000 мәктәп уҡыусыһы һөнәри ориентация зонаһына киләсәк, – тине ул.

Вице-премьер белдереүенсә, конкурстар һәм эшлекле саралар барлыҡ эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойоштороласаҡ. Һәр павильонда һәм залда дезинфекторҙар ҡуйылған, ингән урында һәр кемгә шәхси һаҡланыу саралары биреләсәк, бөтә майҙансыҡта ла битлек режимын үтәү контролдә тотоласаҡ. Клининг компаниялары көн һайын биләмәне санитар эшкәртеп торасаҡ.

Бөтә ерҙә лә температура контроле ҡаралған, бейдждар 72 сәғәт алдан эшләнгән ПЦР тесты булғанда ғына биреләсәк. Әгәр кемдеңдер тестының срогы үтһә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәр нөктәлә экспресс тест ойоштора.

– Чемпионат мәлендә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – төп өҫтөнлөк. Шуға күрә майҙандарҙа медицина һәм янғынға ҡаршы хеҙмәттәр эше ойошторолған, йәмәғәт тәртибе контролдә тотоласаҡ, кинологтар ҙа эшләйәсәк, – тине Рөстәм Моратов.

Бөгөнгә ҡарата өс меңдән ашыу кеше Өфөгә килеп тә еткән һәм урынлашҡан. Улар өсөн 60 ҡунаҡхана, отель һәм төрлө категориялы апартаменттар һайланған. Кешеләрҙе 200-ҙән ашыу автобус йөрөтәсәк. Чемпионатта 37 төбәктән 1100 ирекмән эшләй, улар ярышыусыларға һәм ҡунаҡтарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.

Ярыштар 105 компетенция буйынса үтәсәк. Уларҙың иң ҙур өлөшө – 93-ө, Йәш профессионалдар паркында урынлаша. Бында 87 мең квадрат метр майҙанда ярыштар урыны ойошторолған. Бынан тыш, БСК технопаркы һәм Пилотһыҙ осоу аппараттары павильоны эшләйәсәк. Төп биләмәнән тыш, саралар “Мега” һәм “Декатлон” сауҙа үҙәктәре алдында ла үтәсәк.

Башҡортостандың йыйылма командаһы финалда 102 компетенция буйынса көс һынашасаҡ. Командаға 498 кеше инә, уларҙың 280-е - конкурсанттар һәм 218 эксперт.

Чемпионат 25 августа, 20.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында асыласаҡ. Уның программаһы бик бай һәм төрлө. 29 августа мөһим сара ошо уҡ урында ябыласаҡ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: