Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
12 Сентябрь 2021, 12:50

Гөлназ Асаева суд юлында йөрөрме икән?

Дуҫтар, һеҙ бындай кәсепкә нисек ҡарайһығыҙ? Арағыҙҙа ошо шөғөл менән сереп байығандар бармы? Бәлки, отолғандарҙы беләһегеҙҙер... Яҙығыҙ, кәңәш бирегеҙ.

Гөлназ Асаева суд юлында йөрөрме икән?
Гөлназ Асаева суд юлында йөрөрме икән?

Бөгөн күп йырсыларҙың селтәрле бизнеста йөрөүе сер түгел. Берәүҙәре аҡса эшләй, икенселәре һоҫола. Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева ла - ошо кәсептә. Ул инстаграмда  айына 800 мең һум аҡса эшләргә мөмкин булыуы хаҡында яҙа. Шул уҡ ваҡытта Гөлназ  ҡайһы берәүҙәрҙең эшләмәргә теләмәүен әйтә, үҙенең исемлегенә яҙылырға саҡыра.

Әлбиттә, йырсының ошолай аҡса эшләргә саҡырыуын өнәп бөтмәүселәр ҙә юҡ түгел. “Пирамидаға саҡыра. Тиҙҙән һеҙҙе хоҡуҡ һаҡлау органдары алып китер тип өмөтләнәм, — тип яҙған бер юрист. Гөлназ быға: “Яһалып бөтмәгән юрист, пирамиданы селтәрле бизнестан айырырға өйрән тәүҙә», — тип яуаплаған. Юрист иһә:”Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, һеҙгә мәҙәниәтле итеп һөйләшергә өйрәнергә кәрәк. Социаль селтәрҙә кәмһеткән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралган. Судҡа повестка көтөгөҙ”, - тигән.

Дуҫтар, һеҙ бындай кәсепкә нисек ҡарайһығыҙ? Арағыҙҙа ошо шөғөл менән сереп байығандар бармы? Бәлки, отолғандар ҙа барҙыр... Яҙығыҙ, кәңәш бирегеҙ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: