Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: «Иң бай йорт ул бер ниндәй ҙә банк түгел, ә китапхана, сөнки китапханала барлыҡ кешелектең аҡыл хазинаһы тупланған…», - тип әйткән. Ошо фекерҙе үҙҙәренең девизы итеп алып «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре 11 ноябрҙе Китапханалар көнө тип иғлан итте.
Был көндө «Ашҡаҙар» радиоһы эфирында китапханаларға бәйле фәһемле фекерҙәр яңғыраясаҡ. «Радионың алтын фондында» һаҡланған төрлө йылдарҙа әҙерләгән тапшырыуҙарҙы ишетергә мөмкин буласаҡ. Ейәнсура, Хәйбулла, Туймазы райондарының, Өфөнөң 2-се моделле, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк балалар, республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларына арналған тапшырыуҙар эфирға сығасаҡ.
1951 йылда яҙыусы Сәғит Агиш былай тип яҙып ҡалдырған: ««Өфөлә лә айырыуса хөрмәткә эйә булған бик күп учреждение һәм йорттар бар. Хатта был йорттарҙың эргәһенән үткән саҡта ла һин үҙеңде иғтибарлы тоторға тырышаһың. Ана шуларҙың береһе – Республика китапханаһы». 11 ноябрҙә – Китапханалар көнөндә Башҡортостандың Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре журналист Гөлдәр Күзбәкованың, радиотыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирергә әҙер. Әйткәндәй, был китапхана фондында 3,3 миллион берәмек баҫма һаҡлана, документтарҙы реставрациялау һәм консервациялау үҙәге эшләй.
Китапханалар иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Республикала 1580 асыҡ китапхана иҫәпләнә. Шуларҙың икәүһе дәүләт ойошмаһы - Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус китапхана. Республикала 1411 ауыл, 170 ҡала, 15 үҫмерҙәр, 102 балалар китапханаһы бар.
«Халыҡ араһында интернет, телевидение бик популяр заманда китапҡа ла иғтибар кәмемәй. Был бик ҡыуаныслы хәл. Йыл һайын китапханаға яҙылыусылар һаны 74 меңгә барып етә икән. Китапханаларға ихтибарҙы арттырыу ниәтендә беҙ «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Милли китапханаһында «Онотолмаҫ осрашыуҙар» ойоштора башланыҡ. Сараға килгән тыңлаусыларыбыҙ теләһә, теләмәһә лә яңы китаптарға ихтибар итә, газета - журналдарҙы ҡарап сыға», - ти «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Билдәле яҙыусы Ибраһим Абдуллин әйтмешләй «китапхана-изгеханаға» юлды онотмайыҡ, тип өндәшә «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре. Киләһе кесаҙна музейҙар темаһына арналасаҡ.
«Ашҡаҙар» радиоһының тапшырыуҙарын ошо һылтанма аша донъяның төрлө мөйөштәрендә тыңлап була: https://bash.news/ashkadar?lang=bash
Беҙҙең телефон: 8 (347) 2461-482