Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
11 Ноябрь 2021, 22:55

Замана кейәүе Хикәйә Гөлшат Вәлиева

Ә кейәүе, бүре тиреһен элгән хәйләкәр төлкө, ҡайныһының ҡыҙарып, йомшарып алған сағынан файҙаланып, күстәнәс итеп бирәм, тип көсләп тағып ҡайтарҙы.  Хәҙер шул үҙенең бешмәгәнлеге, аңһыҙ сысҡан кеүек кейәүенең тоҙағына эләккәне өсөн эсен бесәй тырнаһа ла, Тимерйән өндәшмәне.

Замана кейәүе  Хикәйә  Гөлшат Вәлиева
Замана кейәүе Хикәйә Гөлшат Вәлиева

Замана кейәүе

 Хикәйә

      – Әйҙә, кейәү, әйҙә, ҡәйнәң  тәмле итеп ҡоймаҡ ҡойҙо, берҙе сәй эсмәй сыҡма!

        Тимерйән ҡарт ишектән ары үтергәме-юҡмы тигәндәй икеләнеп торған кейәүен ай-вайына ҡуймайынса түргә әйҙүкләп, өҫтәл артына ултыртты.

       –  Сәй эсеп ваҡытты бушҡа уҙҙырмаҫҡа ине ул, – тине һыңғырлап Рәфил, ә үҙе бер түгел, өс ҡоймаҡты йомарлап ҡаймаҡҡа сумдырып-сумдырып ауыҙына һондо. – Ней, инеүемдең сәбәбе шул инде, теге ваҡыт күстәнәскә бал тотторғайным бит, шуға мең ярым бурысыңды ғына ҡайтарһаң, мин остом.

         Ҡайны ҡартының ҡапҡан ҡоймағы саҡ тамағына арҡылы торманы. Бер-ике минут шаңҡып ултырғандан һун, иҫенә килеп, түш кеҫәһенән ҡулъяулыҡҡа төрөп һалынған аҡсаһын ҡалтыранып алып кейәүенә тотторҙо. Үәт, ҡарт иҫәр! Ауылдың теге яҡ осонда элек мәктәптә тарих уҡытҡан берәү шул уҡ өс литр балды күпкә осһоҙғараҡ һата, уныҡын етмәһә бар ауыл маҡтай, ысын йүкәнеке, тиҙәр. Йүкә урманы араһында йәшәгәс ни, был яҡта балға ат хаҡы һорамайҙар. Ә солоҡсолоҡто кәсеп итеп алғандарҙың йомартлығы! Ҡарттарға хәйергә тип һәр береһе бер аҙ ғына  килтерһә лә ҡыш буйына эҫе мунсанан һуң мәтрүшкәле сәйгә ҡушып эсерлек бал йыйыла. Аҡтыҡ пенсияңды елгә елгәреп  бал һатып алыуҙың хәжәте лә юҡ һымаҡ...

       Әлеге лә баяғы, әбекәйе әрләгәнсә, был “ыштанһыҙ тәре”нең, онотҡанда бер ҡыйыш тейәй торған ғәҙәте бар шул. Ә кейәүе, бүре тиреһен элгән хәйләкәр төлкө, ҡайныһының ҡыҙарып, йомшарып алған сағынан файҙаланып, күстәнәс итеп бирәм, тип көсләп тағып ҡайтарҙы.  Хәҙер шул үҙенең бешмәгәнлеге, аңһыҙ сысҡан кеүек кейәүенең тоҙағына эләккәне өсөн эсен бесәй тырнаһа ла, Тимерйән өндәшмәне. Тешен ҡыҫты. Үҙ кейәүеңә  асыуланып та нимә ҡыраһың инде! Ундайҙарҙы көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә ауыл ерендә табып булмай хәҙер.

         Ә кейәүе абруйлы эштә. Шәхси эшҡыуар! Совет тәрбиәһе алып, бер алманы бишкә бүлеп  йәшәп ғәҙәтләнгән ҡарттарҙың уның ифрат ҡомһоҙлоғо ҡайһы сағында күнелдәрен болғатһа ла, заманы шул бит, кейәүебеҙ йүнсел, емертеп донъя көтә тип, ҡыуанып бөтә алмайҙар. Ҡыуанмаҫһың, Хоҙайҙан теләп-теләп, саҡ йүнле кейәүгә тарыны бит улар!

        Беҙҙең яҡ халыҡ телендә, ни аллаға, ни муллаға, йәғни ике донъя бер мөрйә тип ҡатын елкәһендә йәшәргә өйрәнгән, көмөшкә мискәһенән башын алмаған  эшлекһеҙ иренән айырылып, ике балаһы менән йәш кенә өйләнмәгән егеткә ике лә уйлап тормайса кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы шул ҡыҙҙары. Кеше һүҙе тип тә торманы. Тәүҙә ауыл гөрләне, әлбиттә. Уҫалыраҡ инәйҙәргә ғәйбәт өсөн тере ем булды.

        Әммә егеттең ата-әсәһе килендәренә йөҙө менән боролғас, ауыл ғәйбәтселәре лә тынды. Беренсе иренән дә, ҡәйнәһенән дә уңмаған ҡыҙҙары, ниһайәт, был юлы тегеһенән дә, быныһынан да буйтым уңды. Ә кейәү тигәнең төҫкә-башҡа нисауа, туған – тыумасалары хәлле, тамырҙары ныҡлы, данлы заттан. Дөрөҫ, йәшерәк сағында әрме хеҙмәтенән Өфөнән үк ҡасып ҡайтып бар ауылды көлдөрҙө-көлдөрөүен. Әммә ғәҙел йәшәп өйрәнгән ата-әсәһе: “Олатайың Берлинға етеп һуңғы фашисты атып йыҡмайынса өйгә ҡайтмаған, ҡартайың Мәскәүгә дошманды индермәҫ өсөн яралы башы менән дошманға ташланған. Уларҙын хәтеренә тап төшөрәһең”, – тип дөмбәҫләп, аҡылын дөрөҫ йүнәлешкә бороп, әрмегә кире оҙаттылар. Ю-у-уҡ, һис кенә лә мейеһе шыйыҡ түгел ине Рәфилдең! Ике туған ағалары кеүек элиталы ғәскәрҙәрҙә түгел, ә стройбатта шыбыр тиргә батып әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та, ауылдың фыртыраҡ егеттәренән ситтән көлөп йөрөнө ул.

       Колхоздарҙың һунғы көндәрен туйлаған осор ине. Чечня, Тажикистан, Абхазия сиктәрендә ысын һуғыш төтөнө еҫкәп ҡайтҡан егеттәр эш ҡәҙерен белде,  ҡайһыһы – комбайнда, тракторҙа майға сумып, туған колхозына бил бөкһә, икенселәре  ырҙында саңға борхоп, алтын бөртөктәренә тиң һуңғы колхоз игенен елгәрҙе, икенсе яҙға сәсеүлек запасты ҡайғыртты... Рәфилдең башы ике түгел, батып барған карапҡа йүнһеҙҙәр йәбешеп ятһын әйҙә, өҫтәүенә, бер тинһеҙгә! Ата-әсәһенең ғүмер буйы колхозға тир түгеп ғүмер баҡый аҡса еткерә алмағандарын күреп үҫте ул. “Мин хәйерсе йәшәмәйәсәкмен!” тигән девиз ҡуйып алдына, ниһайәт, үҙ хыялын, дөрөҫөрәге, хәйләһен, бойомға ашырыу өсөн ғүмерҙә беренсегә үҙ  аллы аҙымдарын эшләне.  Күрше ауылда изгелекле, үтә лә кешелекле ҡортсо бабай йәшәне. Тирә-яҡта унын исемен дә бик һирәктәр белгәндер, барған һәр береһен кәрәҙле балы менән һыйлаған өсөн бөтәһе өсөн ул йомарт “бал бабай” булды. Колхоздың ҡорт баҡсаһы уның ҡарамағында, етмәһә, ихатаһында 50 – 60 баш ҡорт. Йылы ергә йылан эйәләшә тигәндәй, башҡа егәрле йәштәр дәүләткә файҙа килтерәбеҙ тип, ә ысынбарлыҡта иһә, һаман туя белмәҫ колхоз рәйесенә “иномарка” алыр өсөн колхоз баҫыуында ыштан туҙҙырһа, заман елдәренең ҡайһы яҡҡа иҫкәнен тойған һиҙгер егет, әрһеҙләшеп, ҡортсо бабайҙың ҡуйынына һылышты. Тора-бара уның ҡул алмашсыһы, аҙаҡ законлы ярҙамсыһы булып китте. Нәҡ Рәфилебеҙ эштең айышына төшөнөп бөткәндә, хөрмәтле 70-енә аяҡ баҫырға торған колхозды “банкрот” тип иғлан иттеләр. Үҙенең бар ғүмерен ҡорт баҡсаһында бал бабайға:”Һин пенсия йәшендә. Дилбегәне йәштәргә бирәһең”, – тип ҡәтғи иҫкәртеү яһанылар. Миҙал да аҫманылар, рәхмәт әйтеүсе лә булманы.

       “Был ҡарттың сәләмәтлеге әле айыуҙай, ҡорт баҡсаһына хужа булып ҡаламмы-юҡмы” тип баш ватып йоҡоларға китеп, ҙур ҡалаҡ менән ҡортсоноң мискәһенән бал һоғонғанын төштәрендә күреп уянған мәлдәрендә гел байлыҡҡа юрай торғайны Рәфил. Юрағаны юш килде бит бына! Таланып, ыштанһыҙ малай кеүек шыр-яланғас ҡалып килгән хужалыҡҡа нәҡ шул мәлдә егеттең еҙнәһен рәйес итеп ҡуйҙылар. Һандуғастай матур һайраған етәксегә һуңғы өмөт бағлағайны ауыл кешеләре, ә быныһы, һайрай-һайрай колхоздың һунғы мөлкәтен һатып, үҙенә район үҙәгендә батша һарайы һалдырып ултыртты. Уның ҡарауы, ниһайәт, Рәфилдең күптән көтөп зарыҡҡан йондоҙло сәғәте һуҡты! Еҙнәһенең йөнтәҫ ҡулдары, алтын аҡылы менән ҡорт баҡсаһын үҙ ауылына күсереп алып, рәсмиләштереү бер ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Шулай итеп, егеттең исеме район тарихына ауылдың беренсе эшҡыуары булып инеп ҡалды.

         Тәүҙәрәк, намыҫ һаҡлап, үҙен ҡортсо яһаған, ғүмерлеккә эшле иткән бал бабайҙың хәлен белешергә күрше ауылға барғылап йөрөнө, аҙаҡ уның барлығын  бөтөнләй онотто. Бал бабайҙың, ҡорттар йомарттарҙы ярата, туғандарыңа күстәнәскә бал өләшеп тор, тигән васыятын унда-һанда иҫкә алды алыуын. Ҡайһы берәүҙәр мәрәкә күреп, Рәфил үҙенең ата-әсәһенә лә балды һатып бирә икән, тигән хәбәрҙе лә таратты. Мәктәптә туғыҙ туғыҙың нисә булғанын белмәһә, хәҙер инде атаҡлы эшҡыуар бал һатҡан кешеһенән туғыҙ тәңкә аласағы булһа ете төн уртаһында ла ишек шаҡып бурысын таптырып ала торғанға әүерелде.

         Үткән ҡышта ҡайны ҡарт менән кейәү араһынан саҡ ҡына ҡара бесәй үтеп китмәне. Бесәнлек өсөн күмәртәләп аҡса түләгәнсе, һөт-ҡаймаҡты магазиндан һатып алһаң осһоҙғараҡ төшә, тип ярты ауыл халҡы мал ҡарауҙан баш тартҡанда, Рәфил киреһенсә малын ишәйткәйне. Ҡатын-ҡыҙ эше тип һайланып тормай, һыйырына ҡәҙәр үҙе һауырға маһирланып алды. Мәктәптә эшләгән кәләшенең нәзәкәтле ҡулдарына ауыр эш тейҙермәй ул.             ...Ҡыҫҡаһы, ҡыҙығыҙға яңы тун алам, өҫ бөтәйтеп алырға кәрәк, тип ике үгеҙ һуйҙырҙы кейәүе. Ҡайныһы, инде һикһәнгә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, йүгергеләп йөрөп тиреһен һалдырып, итен һатыуға әҙерләп ваҡлап сапты, эске ағзаларын  бөхтәләп айырып һалды. “Бер-ике килолай алам әле, әбейең менән кәтлит бешереп ашарға” тигән татлы уйҙар менән һум итен юнып ҡына алыуы булды – кейәүе йәшен тиҙлегендәй ҡулына ҙур үлсәүен тотоп, тыпылдап эргәһенә килеп тә баҫты. Тимерйән ҡарт башы менән тәүҙә кейәүен шаярталыр тип уйланы. Юҡ, суҡынғыры! Тегеһе бик етди рәүештә: “Килоһы 350 – нән, һинән, ҡайным, 700 һум!” – тип иғлан итмәһенме! “Әллә итен манлайына төбәп бәрәйемме”,  тигән уй үткәйне ҡарттың башынан, саҡ бер йүнсел иргә тарыған ҡыҙын иҫенә төшөрөп, тағы өндәшмәне, сабырлығын эшкә екте. Ана бит ҡыҙына яңы тун алам, тип өтәләнеп йөрөй, ә мәктәп эшенән һис айнымаған, биш минутҡа, исмаһам, ҡайтып та урай алмаған бәғер киҫәге мал һуйыусыларға мәй түгел – ҡайнар сәй эсеп йылыныу бәхетен дә тәтетмәне. Һуғымдың бит ҡыҙығы ла шунда – яҡындарың менән күрешеп, һыйланып, ихлас күңелдән һайрашып алыу. Кейәүенә үс итеп, Тимерйән үҙе һымағыраҡ ябай совет ҡалдығынан башмаҡ итен килоһы 250 – нән генә ун килограмм күтәреп ҡайтты аҙаҡ, ҡыуанып ашанылар, табаҡлап кәтлитен бешереп кейәүен дә һыйланылар. Йомшаҡ та, осһоҙ ҙа булды тип кейәүен намыҫҡа килтерергә тырышып ҡараһа, Рәфиле асыуланып: “Сит кешене байытҡансы, күпләп минән алһағыҙ булмай инеме”, – тип яуапланы.

... Бына, хәҙер ҙә, нисек кейәүенә ул балды кире тоттороп сығараһың, аҡсаһы барыбер күҙ ҡараһылай ҡәҙерле ҡыҙҙары, ике ейәненә ҡайта бит, Рәфил өсөн улар – сит бала, ярай уларҙы һис ситкә типмәй, минең улдарым тип, йән атып тора үҙе. Берүк матур йәшәһендәр. Аҙ туҡмалдымы балалары эскесе ирҙән, ә быныһының ауыҙына “зәм-зәм”эләкһә, киреһенсә, һөйләп хәбәре бөтмәй, уғата эскерһеҙ ябай кешегә әйләнә лә китә. “Атайымдан да яҡыныраҡ һин”, – тип ҡайныһын тупылдығын сығып яратһынмы, ҡәйнәһенең битенән супылдатып үпһенме... Ҡарт кешеләр ни, ирей ҙә китә. Тик кейәүҙәренең ундай изгелекле мәлдәре йылына теүәл бер тапҡыр ғына ҡабатлана – шуныһы йәл.

         Соландан оҙатып сыҡҡанда, Рәфил ҡайныһының ҡул башын дуҫтарса ҡағып:

       – Алдағы ялда һуғым бар, ҡышҡылыҡҡа итте минән алырһығыҙ, ситтәрҙе байытҡансы, – тине.

       Тимерйән, үткән ҡыштағы һуғым картинаһын күҙаллап, ауыр һулап ҡуйҙы, шулай ҙа:

   – Үәт, замана кейәүе! – тип ихлас көлдө.

       Был донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған ҡарттың көлөүендә кейәүенә ҡарата эске ғорурлыҡ та, эс бошорғос тәрән һағыш та бар ине.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Күгәрсен районы.  

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: