Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
18 Апрель 2022, 09:30

"Минең хеҙмәт династияһы" конкурсы старт ала

Ә һеҙҙең арала ошондай данлы хеҙмәт династиялары бармы? 

"Минең хеҙмәт династияһы" конкурсы старт ала
"Минең хеҙмәт династияһы" конкурсы старт ала

 Башҡортостан һәм студенттар һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары өсөн  «Минең хеҙмәт династияһы» республика конкурсы старт алды.

- Конкурс бер нисә тиҫтә йыл дауамында эшләүсе  династияларҙы асыҡлау, уларҙың ҡаланың, төбәктең, республиканың иҡтисады һәм социаль төҙөклөгө үҫешенә индергән өлөшөн билдәләү, шулай уҡ ғаилә хеҙмәт традицияларын яҡтыртыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә ярҙам итеү өсөн үткәрелә. Төбәктә бындай династиялар күп, беҙ студенттарҙың да улар менән ғорурланыуын теләйбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Беренсе этапта ғариза һәм аңлатма яҙыуы бирергә кәрәк. Унда һөнәри өлкәлә династия ағзаларының дөйөм хеҙмәт стажы, дәүләт бүләктәре, шулай уҡ династияның барлыҡ вәкилдәренә тапшырылған урындағы үҙидара органдары бүләктәре; хеҙмәт династияһы ағзалары тәҡдим иткән уйлап табыуҙар томы, рационализаторлыҡ тәҡдимдәре; һөнәри оҫталыҡ, йәмәғәт эше конкурстарында ҡатнашыуы күрһәтелә. Икенсе этап Ишембай нефть колледжы базаһында үтә, унда  конкурс эштәрен яҡлаясаҡтар.

 Был сара  Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү" проектының дөйөм дәүләт проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: