Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
23 Апрель 2022, 09:40

“Тапҡанһың һөнәр, фотограф тигән эш буламы?

Әйткәндәй, бөгөн журналыбыҙҙың тоғро дуҫы, талантлы фотограф Динис Ялмырҙиндың тыуған көнө. Дуҫыбыҙҙы ихлас күңелдән байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхетле ғаилә тормошо, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.  Әйткәндәй, һеҙ фотограф һөнәренә нисек ҡарайһығыҙ? Был һөнәр менән ғаилә ҡарап буламы? 

“Тапҡанһың һөнәр, фотограф тигән эш буламы?
“Тапҡанһың һөнәр, фотограф тигән эш буламы?

Фотограф булыу — ваҡытты туҡтатып, матурлыҡты тотоп ҡалыу һәләте. Был һәләткә эйә булыусы Динис ЯЛМУРЗИНдың ижад емештәрен беҙҙең журнал тышында ла күргәнегеҙ бар. Тәүҙә эштәрен күрһәтһә, бөгөн Динис эске донъяһын да асты.

 

“Һуғышырға ла яраттым...”

Бала саҡ мажаралы үтте. Хатта миңә 5 тапҡыр операция яһанылар, әллә нисә тапҡыр һөйәктәрем һынды. Хәтирәләр күп инде. Үтә әүҙем бала булмаһам да, төрлө хәлдәргә йыш тарый инем. Ҡайһы саҡ һуғышырға ла яраттым. Сөнки тыуған ҡалам Магнитогорскиҙа — мин башҡорт, сит ер кешеһе, ә ауылда, ҡартатай-ҡартәсәйҙәрҙә — ҡала балаһы, шуға һәр саҡ үҙемде яҡларға тура килә ине.
Магнитогорск ҡалаһында тыуһам да, Әбйәлил районына йыш килеп йөрөгән ҡунаҡ мин. Унда атайым яғынан — ҡартәсәй менән ҡартатай һәм әсәй яғынан өләсәй йәшәй ине.
Иң йылы хәтирә — ҡартатай менән ат егеп, арбаға ултырып ауыл урамдары, яландар буйлап йөрөүҙәр. Туғандарымдың тәҙрә янында ғына бай баҡсаһы булды. Ҡыйыҡ башына менәһең дә рәхәтләнеп шул баҡсанан алынған емеш-еләкте ашайһың! Ҡартатай менән бесәнгә йөрөргә лә яраттым. Ундағы эш үтә оҡшамаһа ла, яландағы аштың тәме, сәйҙең хуш еҫе әле булһа ла тел осонда кеүек. Ошо мәлдәр күңелемде йылыта.
“Әсәйем таңдан төнгә
тиклем эшләне...”

Ғаиләлә беҙ өс бала — мин, ҡустым Максим һәм һеңлем Динара. Мин бәләкәй саҡта атай менән әсәй айырылышты. Тормошта төрлө хәлдәр була шул. Әсәй үҙе генә беҙҙе тәрбиәләне. Таңдан төнгә тиклем эшләп, аяҡҡа баҫтырҙы. Гүзәл заттар ҙа көслө һәм ғәйрәтле булғанына уға ҡарап инандым.
Әсәйем Гүзәл Ҡадир ҡыҙы — алтын кеше. Оҙаҡ йылдар ул ябай урам һепереүсе булды. Хеҙмәтенә күрә хөрмәт тигәндәй, эшендә уны барыһы ихтирам итә. Беҙҙең йортта йәшәүселәр айырыуса ныҡ ярата. Мине һәр ваҡыт әсәйемдең эшенә ҡарата тоғролоғо аптыра ине. Уйлап ҡараһаң, рәхәт эштән түгел, әммә әсәйемдең мөнәсәбәте — һүҙһеҙ!
Атай менән айырылышҡан мәлдәрҙә лә әсәй бойоғоп ултырманы. Балалар менән яңғыҙ ҡалған ҡатын-ҡыҙға еңелдән булмағандыр. Үҙе фатир төҙөнө. Эйе, төҙөнө. Өс йыл дауамында ул йорттоң холында төҙөлөшкә ризалыҡ һорап, тупһалар тапаны. Әллә нисә “юҡ” һүҙен ишетеүҙән һуң, уға, ниһайәт, ризалыҡ бирҙеләр һәм хәҙер иҫ киткес матур фатиры бар.
Ҡәҙерле кешем оло йөрәкле лә. Өс йыл элек беҙҙең подъезда йәшәүсе ғаиләлә фажиғә булды: әсәһе үлгәндән һуң улы өләсәһе менән генә ҡалды. Ул инәй, ауырып, саҡ йөрөй. Әсәйем был малайҙы уллыҡҡа алды. Шулай мин ҡустылы булып киттем. Әсәйемдең изгелеге һәр саҡ өлгө булыр!

 

“Яңы дуҫтар тормошома яңы төҫтәр бирҙе...”

Йәшереп тормайым, мәктәптә “өслө”ләр ала инем. Белемгә ынтылыш булды, шулай ҙа ҡайһы бер дәрестәр ҡыҙыҡ тойолманы. Мәҫәлән, һуңғы дәрес урынына беҙ күберәк футбол уйнаныҡ, уҡыу ваҡытында ла тап ошо спорт төрө тураһында журналдар ҡарай инем.
Мәктәптән һуң мин Магнитогорск технология колледжына ашнаҡсыға уҡырға индем. Бешеренеү оҡшай, шуға ла был йүнәлеште һайлағайным. Колледжды тамамлағас та, армияға тиклем һөнәрем буйынса эшләнем, секцияларға йөрөнөм, ярыштарҙа ҡатнаштым. Ҡыҫҡаһы, Магнитогорскиҙа йәшәгәндә ижад тураһында уйларға ваҡыт та булманы. Армияға барып ҡайтҡас, Өфөгә күсергә ҡарар иттем. Ошо мәлгә тиклем үҙемде камиллаштырыу хаҡында бөтөнләй уйламаным, үҙемә барыбер ине. Әммә Өфөлә яҡшы кешеләр менән аралашып киттем. Дуҫың кем икәнен әйтһәң, һинең кем икәнеңде әйтәм, тигәндәй, яңы дуҫтар менән минең тормошома яңы төҫтәр килеп инде. Беҙ үҙебеҙҙең хәйриә берләшмәһен булдырҙыҡ, балалар йортона йөрөнөк. Яйлап фотографиялар менән ҡыҙыҡһына башланым. Әле ул мәлдә мин Өфөнөң ресторанында эшләй инем. Йыл ярымдан һуң супергеройҙарҙың битлеген эшләгән оҫтаханаға сыҡырҙылар. Был битлектәр бар донъя буйлап тарала. Шул мәлдә мин аңланым: сиктәр — тик минең башта, мөмкин булмаған бер нәмә юҡ. Бының өсөн дуҫыма, Айҙар Миһрановҡа, ҙур рәхмәт. Аҙаҡ мин был оҫтахананан киттем. Хәҙер мин тик фотограф булып эшләйем. Әле үҙебеҙҙең фотостудияны үҫештерәбеҙ.

“Фотограф тигән эш буламы?”

Фотоаппаратты ҡулға алғас та, коллективтағы бер ҡыҙ: “Тапҡанһың һөнәр, фотограф тигән эш буламы? Һин ир кеше, ғаиләңде ҡарарға тейешһең, теләһә нәмә менән шөғөлләнмә”, — тип ҡаты ғына тәнҡитләп ташланы. Был һүҙҙәрҙе күңелемә шул тиклем яҡын алдым, әммә ваҡыт үтеү менән кеше фекеренә иғтибар итмәҫкә өйрәндем. Шунда ғына алға ҙур бер аҙым яһауымды тойҙом.
Дөрөҫөн әйткәндә, күп кенә туғандарым шөғөлөмдө етди ҡабул итмәй. Был аңлашыла ла инде, үпкә юҡ.

Беҙҙең халыҡтың күбеһе эшсе, уларға фото төшөрөп тә аҡса эшләп булырын аңлатыуы ҡыйын. Минең әсәйем, мәҫәлән, әле лә аңлап бөтмәй. Уны ла аңлайым, әсәй бит ғүмер буйы бил бөгөүҙе талап иткән ауыр хеҙмәттә йөрөнө. Пандемия ваҡытында эшем туҡтап ҡалды, ә минең бит ғаиләм бар, шуға ла аҡса эшләүҙең яңы ысулдарын табырға тура килде.
Дөйөм алғанда, мин ижад һәр кемдең тормошонда булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ижад бит кешене бер урында тапаныуҙы яратмай, һиңә һәр саҡ камиллашырға кәрәк, үҙең дә быға ынтылаһың. Шуның өсөн мин шөғөлөмдө яратам. Үҫешмәһәң, һине шунда уҡ үтеп китәсәктәр.
Ижадта күңелеңә ятышлы юлды табыу ҙа мөһим. Мин үҙемдең жанрымды таптым тип әйтә алам. Хәҙер сағыу һәм тере фотоһүрәттәр эшләйем, айырыуса парҙарҙы төшөргәндә ләззәт алам. Бер-береһенә һөйөү тулы күҙҙәре менән ҡараған ғашиҡтар фотоһы айырым бер сергә эйә кеүек. Һуңғы арала шулай уҡ күҙҙәрендә осҡон балҡыған портреттар төшөрөүҙән илһам алам, был жанр шулай уҡ күңелемә яҡын. Аҙаҡ бигерәк тә кешеләрҙең төшөрөлгән фотоларға тәьҫораттары оҡшай. Был һүрәтләп биреп булмаҫлыҡ тойғо.
Фотоны иң тәүҙә кешенең харизмаһы, шунан һуң ғына фотограф яҡшы иттерә. Икеһен бергә матур итеп бәйләһәң, иң яҡшы һөҙөмтә булыр. Кешелә харизма булмаһа, үҙе ҡыҙыҡлы булмаһа, фото ла шулай килеп сыға. Был хәҡиҡәт.

 

“Ул да минең кеүек матур...”

Кәләшем Гөлназ менән фотоға төшөргәндә таныштыҡ. Ғәҙәти яңғыраһа ла, беҙҙең арала осҡон тәүге секундтарҙан барлыҡҡа килде. Әммә шунда уҡ осрашып китмәнек, хатта аралашыу ҙа аҙағыраҡ башланды. Гөлназдың минең кешем булыуын шунда уҡ аңланым. Беҙҙә бер үк ғәҙәттәр, уйҙар. Ике тамсы һыу кеүекбеҙ, ул да минең кеүек матур. Шаяртам, әлбиттә. Тормошҡа ҡараштарыбыҙ тап килеүе лә иҫ киткес. Беҙҙең мөнәсәбәттәр тураһында мемуарҙар яҙырға була: ҡыҙыҡ, экспрессив, әммә ысын.
Гөлназ — модель, “Һомай” моделдәр мәктәбендә дефиле уҡытыусыһы, “Лучшая версия себя” автор курсын алып бара, күп кенә матурлыҡ бәйгеләре финалисы. Ҡырғыҙ режиссерының фильмында ла төштө. Унда Гөлназ төп геройҙың һеңлеһен уйнаны. Йырларға ярата, үҙе лә яҙа. Әҙерәк фото ла төшөрә. Минең менән туйҙарҙы төшөрөргә йөрөй. Ҡыҫҡаһы, сибәр ҙә, аҡыллы ла, әүҙем дә, һөйкөмлө лә.

“Көтөлмәгән хәлдәрҙе яратам...”

Киләсәккә пландарым ғәйәт ҙур. Мин, үкенескә күрәме, шатлыҡҡа күрәме, бер маҡсаттан икенсеһенә туп-тура атлаған кеше түгел. Маҡсаттарыма ирешмәйем тип тә әйтмәйем, әммә мин романтик, ҡапыл, көтөлмәгән хәлдәрҙе яратам.
Әлеге тормошом менән ҡәнәғәтмен, бала саҡта һоҡланып ҡараған кешеләр менән эшләйем, иҫ киткес! Әммә бер урында тапанып торорға уйламайым. Хатта ҡасан үҙемдең уңыштарым менән тулыһынса риза булырмын икәнен дә белмәйем. Ошо мине алға этәрә лә инде.
Камиллыҡтың сиге юҡ!

Автор:Загида Мусина

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: