Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
22 Июнь 2022, 09:40

Балалар йорто миңә тыуған йортомдо алмаштырғандай булды...

Ғәйнуллина Фатима Ғәйнулла ҡыҙы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй сәнғәт фестивалдәренең I, II дәрәжә дипломаты. 1975-1982 йылдарҙа Бөрйән районын мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Районда бейеү сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес. Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Әлфиә Юлсуринаның әсәһе. 

Балалар йорто миңә тыуған йортомдо алмаштырғандай булды...
Балалар йорто миңә тыуған йортомдо алмаштырғандай булды...

Фатима Ғәйнулла ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА.

1937 йылдың 8 мартында

Әбйәлил районының Теләш ауылында тыуған.

Һуғыш башланғанда 3 йәштә була.

 

...Һуғыш йылдарының бер көнө. Әсәйем усаҡҡа яғып кәртүк бешергән.

Минең берҙән-бер бөртөк күлдәгемде көл тоноғонда тап-таҙа итеп йыуып, усаҡ алдында торған урҙаға киптерергә элде. Мине үҙенең кәстүменә төрөп, һандыҡ эргәһендәге түшәккә бәләкәй яҫтыҡ һалып, күлдәгем кипкәнсе тип ятҡырып торҙо. Миңә 3,4-4 йәштәр самаһы.

Бөгөн беҙҙең тыуған ауылыбыҙ Теләштән әсәйҙең ике туған ағаһы килергә тейеш. Атай үлгәс, беҙ үҙебеҙҙең ауылдан Салауат тигән ауылда, шунан Таштимерҙә, аҙаҡ тағы ла Салауатта йәшәнек.

Ғиззәт ағай кис килмәне, ә иртәгәһенә таң менән килеп инде. Һуғышҡа китеп барышлай беҙҙе күреп китергә ингән. Шул китеүҙән ул һуғыштан ҡайтманы.

Миңә дүрт-биш йәш тирәһендә әсәйем дә ауырып китте. Беҙ ул ваҡытта тағы ла Салауат ауылында йәшәй инек. Ауырыу булһа ла, Михайловкалағы урыҫ белештәренә барып эшләй ҙә, ризыҡ менән йә үҙе ҡайтып китә, йә кеше артынан миңә ашарға биреп ебәрә.

Шулай йөрөй торғас, әсәйем Сафия ныҡлап ауырып китә. Инде ҡарарлыҡ хәле булмағас, мине балаҫҡа төрөп, бер ағайҙың ат санаһына ултыртып, Тупаҡ ауылында йәшәүсе атай яғынан туған Фәйрүзә апаһына ебәрҙе. Ашарға бер нәмә лә булмағанлыҡтан, бер ус ҙурлығындағы мал тиреһен өтөп, шуны ашатты.

Ул ағай Тупаҡ ауылына еткәс, мине Фәйрүзә апайҙарҙың землянкаһы эргәһендә ҡалдырып, уларға индереп, әйтеп тә тормайынса, аты менән ары ҡуҙғалып китте лә барҙы.

Был 1943 йылдың яҙы ине. Ҡар күп яуған. Аҫҡа шыуып төштөм дә ишектәрен асырға буйым етмәй торғанда Фәйрүзә апай ишекте тибеп ебәреүгә ул шар асылып китте лә, мин ситән солан мөйөшөнә барып яттым. Фәйрүзә апай ике ҡулының устары менән битен ҡыҫып, ҡысҡырып илап ебәрҙе лә, мине күтәреп өйгә алып инде. Плитәгә яҙғы бойҙай киптерергә түшәлгән ине, мине шуның өҫтөнә һалды. Мин туңыр сиккә етеп өшөгәйнем.

Фәйрүзә апайҙың ире Хисаметдин ағай ҙа һуғышта ине. Улы Йәнйегет менән генә йәшәйҙәр. Өйҙәре бәләкәй генә, ситәндән үрелеп, балсыҡ менән һылап ағартылған.

Фәйрүзә апай колхозда эшләй. Үҙе ат егә, ат менән эшкә китә. Ҡараңғы төшөүгә генә ҡайтып инә. Йәнйегет менән икебеҙгә берәр стакан һөт, ҡайнаған һыу, ике телем икмәк ҡаралды араһына ҡалдырып китә. Мин икмәккә туймайым. Ҡайһы саҡта Йәнйегеттең икмәгенә лә тейәм, һөтөн дә әҙерәк эсеп, урынына һыу ҡойоп ҡуям. Апайым был хәлде белгәс, ҡар иреп бөтөүгә мине өйҙә ҡалдырмай, тышта йоҡларға сығарып ебәрҙе. Мин атайым менән әсәйем тектереп биргән тире тунына төрөнөп, кеше өйҙәре алдында йоҡлап йөрөй башланым.

Күп кешеләр ҡар аҫтында ятып ҡалған игенде сүпләп алып ҡайтып, ишек алдарына, ҡайһылары урамға тәҙрә алдарына ҡояш төшкән ергә йәйеп һалып киптерергә ҡуялар. Мин хужалары күрмәгәндә шуны услап алып, йәшереп ашап тамаҡ туйҙырам.

Бер көндө йоҡлап ятҡанда Хәтирә тигән апайым килде лә. осамдан һөйөп уятып: «Әсәй үлде», – тине лә ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы. Үҙе күп тә тормай сығып китте. Ҡайҙа киткәндер, мин уны башҡаса күрмәнем.

Май байрамында Теләш ауылынан Зәйтүн һәм Миҙәхәт ағайҙар Фәйрүзә апайға ҡунаҡҡа килде. Шул көндө байрам уңайынан тип колхоздың үлгән атын өлөшләп ауыл халҡына бүлеп биргәндәр ине. Фәйрүзә апайға ҡарыны ғына тейгән. Шунда ағайҙарым Ташбулат ауылында балалар йорто асылыуын хәбәр итте һәм мине шунда урынлаштырыу хаҡында һөйләштеләр. Фәйрүзә апай теге ҡарынды кистән алып таңға хәтле ҡаҙанда ҡайнатып бешереп ашатты. Ҡайнаған һыу. ике телем икмәк биреп, Миҙәхәт ағайға эйәртеп, Ташбулат балалар йортона ебәрҙе. 15 саҡрым тирәһе араны 11 йәшлек ағайым мине берсә күтәреп, берсә йөкмәп, йә атлатып, атлай ҙа алмайһың исмаһам, тип бик интегеп алып барып еткерҙе. Силсәүиткә алып инде. Шунда яҙалар ине. Мин иҙәндә ятҡан йыуа төпсөктәрен күреп, тиҙ генә сүпләп ашай һалдым.

Балалар йортоноң яңы асылған сағы. Төрлө йәштәге балалар йыйылған. Миңә 6 йәш тә тулмағайны. Ҙурыраҡтар төрлө эштәр башҡара. Кесерткән йыйып килтереп, ҙур өҫтәлдәрҙә балта менән тураҡлайҙар, шунан ҡайнап торған ҡаҙанға һалалар. Ваҡ ҡына кәртүктәрҙе йыуып та тормай, кесерткәнгә ҡушып болғап аш бешерергә ярҙам итәләр. Иртәнсәк 100 грамм ҡара икмәк, төш – 50 грамм, кис 100 грамм икмәк бирәләр. Һәм шул кесерткән ашы – бөтә ризығыбыҙ шул.

Балалар йорто эргәһендәге бер һарайҙа аслыҡтан шешенеп үлгән балаларҙы йыйып, Күсем руднигына китә торған тимер юл эргәһендәге зыярат соҡорона алып барып ташлап, арлы-бирле күмеп ҡуялар.

Ташбулат балалар йортона килгәндә аяҡ балтырҙарым, беләктәрем ҡурай нәҙеклеге ине, эсем бик ҙур, күҙем эскә батҡайны. Мине лә үлер тип уйлағандар. Ашау бик әҙ һәм бер төрлө. Балаларҙың эстәре китеп, ҡан ярау итеп ауырыны. Мин дә шулай сирләнем. Тамаҡ туймағас, бесәй үләненең төймәләрен, киндер орлоҡтарын, юл буйҙарындағы төрлө үләндәрҙе йолҡоп ашайбыҙ. Аш-һыу түккән соҡорҙа кәртүк ҡабыҡтары, кишер төпсөктәре, кәбеҫтә япраҡтарын сүпләп, шул көйө йыумайынса ашай инек. Бетләнек. Ятып йөрөгән тачанкалар тас ҡандала. Ҡыш һыуыҡ. Олораҡтар тау битләүҙәренән утын һөйрәп килтереп яға.

Шул көҙ мин Ташбулат ете йыллыҡ мәктәбенең беренсе класына уҡырға барҙым. Мәктәп ергә ныҡ инеп киткән, бик иҫке һәм тәпәш. Һыуыҡ көндәрҙә бәләкәс уҡыусылар мейес тирәләшеп һырынып, баҫып тороп уҡый инек.

Кейем етешмәй. Ҡыҙҙарға яулыҡтан костюм тегеп кейҙерҙеләр. Аяҡҡа, өлкәндәр уҡып килгәс, уларҙың ҙур ботинкаларын һөйрәп китәбеҙ. Пальто булмағас, ҡыш көнө мәктәптә одеял ябынып ултырған саҡтар ҙа булды.

Минең тәүге уҡытыусым Рауза Ситдиҡова апай бик матур ине. Уның туғаны Мәүлиҙә апай Ситдиҡова тәрбиәсе булып эшләне. Ул да сибәр, һәр ваҡыт йылмайып һөйләште.

Бөтә класҡа бер китап, уныһы ла – уҡытыусыныҡы. Бер ҡәләмде биш кешегә бүлеп бирәләр. Тотош класта бер йә ике балала ғына ҡара һауыты була. Шунда һәр береһе килеп, «шалт» итеп тауыш сығарып манып ала.

Дәфтәрҙе берәрҙән генә өләшеп бирәләр. Уларҙың тыштары ла юҡ. Бик һаҡлап, ҡәҙерләп, буш урын ҡалдырмайынса яҙырға тырышабыҙ. Уныһы тулғас ҡына икенсеһен бирәләр. Уҡытыусы таҡтаға яҙып аңлатҡанда гәзит битендәге буш ҡалған аҡ юлдарға яҙабыҙ.

Бер ваҡыт алдымда тышһыҙ китап ята ине, иң тәүге битендә Сталин һүрәтен күрҙем дә: «Бына ошо кеше шул тиклем ҡурҡыныс, кешеләрҙе үлтерә, ти», – тип әйттем. Шул саҡ бер малай эргәмә килде лә: «Һине был һүҙҙәрең өсөн төрмәгә ултырталар. Ул беҙҙең юлбашсы! Улай тип әйтергә ярамай», – тине. Мин уның әйткәндәрен бик ҡурҡып ҡабул иттем һәм ғүмер буйы шомло бер төш һымаҡ иҫемдән сығарманым.

Мин гел яҡшы уҡыусылар иҫәбендә йөрөнөм. Беҙҙең класта төрлө йәштәге балалар уҡый ине, хатта ҙур ғына апай-ағайҙар ҙа булды. Мине ҙурҙарға гел өлгө итеп ҡуялар. «Ана, бәләкәс кенә ҡыҙ ҡысҡырып, шыма итеп уҡый, таҙа яҙа. Һеҙ ниндәй ҙурһығыҙ, ижекләп тә уҡый белмәйһегеҙ», – тип уҡытыусының әрләгәне иҫтә. Уларҙы күп ыҙалатмай, ФЗО-ға ебәреп бөтөрҙөләр. Һәйбәт уҡығандарға бүләктәр ҙә бирәләр. Яҡшыраҡ кейемдәр ҙә һәйбәт уҡығандарға эләгә. Уҡыу насар, тәртипһеҙерәктәргә өҫтәлмә эш ҡушалар ине.

Бик тиҙ, шыма уҡый тип шиғыр ятларға бирә башланылар. Байрамдарҙа, концерттарҙа шиғыр һөйләй инем.

Оҙаҡламай Ташбулат балалар йортона Өфөнән дә, унан ары ерҙәрҙән дә балалар килтерҙеләр. Шулар араһында Том исемле татар малайы бар ине. Ул бик оҫта итеп «Бабайҙар бейеүе»н башҡара торғайны. Мин уны бер ҡарауҙа отоп алдым да үҙ алдыма костюмдар эшләп, концерттарҙа бейей башланым. Ошо бейеү менән ҡышҡы айҙарҙың бер көнөндә толопҡа урап, Асҡарға олимпиадаға алып барҙылар.

Балалар йортонда ҡыҙҙарҙың сәстәрен дә алалар ине. Клубҡа барып ингәс, бабайҙар кейемен кейеп, билбауҙы тағып, сәхнә буйлап йөрөп ятҡанда, залдағы халыҡты ҡарайым тип, шаршауҙы аса биреп ҡарап торғанда яңылыш сәхнәнең ситенә яҙа баҫып, халыҡ ултырған яҡҡа ҡолап төштөм дә киттем. Ҡысҡырып илап ебәрҙем. Мәктәптәрҙе, балалар йорттарын тикшереп йөрөүсе Билалов тигән бер ағай мине күтәреп алды ла: «Егет кеше иламай», – тигәйне, беҙҙекеләрҙән берәү: «Ул егет түгел, ҡыҙ», – тине. «Ә-ә, ҡыҙ икән, егет булып кейенеп алған, бына маладис!» – тип мине маһайтып та ебәрҙе. Шунан алып мине балалар йорто исеменә ҡуйылған бер концерт, эстафета-смотрҙан да ҡалдырманылар.

Бер ваҡыт Ташбулат ауылына Баймаҡ артистары килде. Улар Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» драмаһын ҡуйҙы. Бер нисә номер концерт та күрһәттеләр. Беҙҙе көндөҙ стройға теҙеп алып барҙылар. Хәрби кейемдәге Зөбәйеров тигән ағай шаршау алдына сығып беҙҙең менән һөйләшеп алды. Төрлө тормош ваҡиғаларын һөйләп, «ҙур үҫкәс, һеҙҙең аранан да артистар сығыр, тырышып уҡырға, тәртипле булырға кәрәк», тине.

Спектакль менән концерт бөткәс, артистарҙың сығышының тәьҫиренән арына алмай, клубтан ҡайтмай, иң аҙаҡҡа ҡалып, уларҙың ҡайтып киткәненә ҡайғырып, ҡасан Баймаҡ артистары килер икән, мин дә шулар менән китәм тип, илаулап йөрөй башланым.

...Балалар йортондағы тағы бер ваҡиға ныҡ иҫемдә ҡалды. Ҡарабалыҡлы күленән столовыйға һыу ташыйбыҙ. Берәүһенең ҡулында бейәләйе булмағас, минең нәскиҙе биреп тороуымды һоранылар. Мин ҡаршылашып тормайынса аяғымдағы нәскиемде систем дә бирҙем. Уны кемгә кейҙергәндәрҙер, белмәнем дә.

Иҙәндә түңәрәк яһап ашап ултырғанда иптәштәр араһынан берәү тәрбиәсегә шул хаҡта әйтеп, ошаҡланы. Бүлмәгә килеп ингән тәрбиәсе Сәриә апай аяғындағы быймаһы, өҫ кейемендә килеш балаларҙы ашаҡлап, үҙенең уң ҡулы менән минең уң ҡулымдан тотоп алып өҫкә күтәрҙе лә ишеккә табан бырғатты. Был бәреүҙән ишек асылып китте, һәм мин коридор уртаһына барып яттым. Ялан баш, яланаяҡ, өҫтә ситса күлдәк кенә. «Илап торған була!» – тип, Сәриә апай мине елтерәтеп тышҡа сығарып, ҡар өҫтөнә баҫтырып ҡуйҙы. Ҡышҡы һыуыҡ көн. Группалағы бөтә балаларҙың ҡысҡырып илағаны ишетелә. Күпме ваҡыт торғанмындыр, белмәйем.

Балалар йортона Теләш ауылынан Сәйфулла һәм Сәйфелмөлөк ағайҙар ат менән утын ташый ине. Шул көндө Сәйфулла ағай килгән булған. Утын килтереп бушатып торғанда мине күреп, балалар йорто директорына китте. Улар кире килеп, мине бүлмәгә индергәндә илауҙан һенем ҡатып, бер нимә лә һиҙмәй инем...

Төрлө яңылышлыҡтарыбыҙ өсөн Сәриә апайҙан ҡаты яза көтә ине. Яҙға ҡарай ул балалар йортонан китте. Беҙ иркен тын алып ҡалдыҡ.

Сәриә апайҙың киреһе кеүек апайҙар ҙа булды. Мәҫәлән, Зәлиә инәй көндөҙ колхоз эшендә йөрөһә, төнгә балалар йортонда төнгө ҡарауылсы булып килә. Ул йәтим балаларҙы йәлләй, яҡын күрә. Төндә балалар йортоноң тирә-яғын ҡарауыллап инә. Бәләкәйҙәр ятағында уға ятып йөрөү өсөн урын да әҙерләп ҡуйылған. Шнда инеп ятҡылап ала. Балалар менән дә һөйләшә, тышҡа сығарып алып инә. Зәлиә инәй кеүек ипле һүҙлеләр, йомшаҡ күңеллеләр беҙҙең әсәйҙәребеҙҙе алмаштырып, иң яҡын кешеләребеҙгә әйләнде. Тура килгәндә беҙ берәмләп уларҙың өйҙәренә барып, ҡулдан килгәнсе ярҙам да итә инек. Ҡыҙы Хәтирә лә беҙҙең янда йыш була. Уның менән дуҫлашып алдыҡ.

Уларҙың өйҙәрендә бер нәмә лә юҡ тиһәң дә була. Гәзитте төрлөсә һүрәттәр яһап киҫеп, тәҙрәләренә ҡорған итеп элгәндәр.

Әммә хеҙмәт көнөнә биргән 200 грамм бойҙайының яртыһын ҡурмас итеп ҡыҙҙырып, шуны һәр береһенең алдына берәр ағас ҡалаҡ менән бүлеп һалып, шунда яртышар ҡалаҡ һөт өҫтәп, самауырҙан ҡайнар һыу ағыҙғас, мине лә сәй эсергә саҡыра торғайнылар...

...Балалар йорто миңә тыуған йортомдо алмаштырғандай булды...

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. 

 

Автор:
Читайте нас: