Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
10 Декабрь 2022, 13:50

Мөхәббәткә мисәт кәрәкме?

Берәй байрам булдымы, гүзәл затҡа мотлаҡ ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйҙәр. Был бәхет — кейәүгә сығыу, бала табыу, матур ғаилә булдырыу. Ҡыҙ кешегә бала сағынан уҡ быны башына һеңдерәләр. Иргә сыҡмаған­дарға йәлләп ҡарайҙар, яңғыҙ ир-атҡа туҡтау­һыҙ димләйҙәр...

Мөхәббәткә мисәт кәрәкме?
Мөхәббәткә мисәт кәрәкме?

Рәфис менән Гөлфиә уҡыу йортонда осраша башланы. Бер йыл дуҫлашҡандан һуң, икәүләп айырым бүлмәгә күстеләр. Дипломлы булғас та, ике яҡтың да ата-әсәһе көсләшһә лә, йәштәр туй менән ашыҡманы. “Мөхәббәтте иҫбатлар өсөн паспортҡа мисәт ҡуйырға кәрәкмәй”, — тип кенә яуап бирәләр ине. Тәүҙә кеше фатирында торҙолар, аҙаҡ үҙҙәренең ипотекаға алынған йорттарына күстеләр. Балалар менән ашыҡманылар, карьера тип тырыштылар. Әммә ун өс йыл бергә булғандан һуң, улар ҡапыл араларын өҙҙө. Рәсми яҙылышмағас, айырылышыу оҙаҡ һуҙылманы — береһе сыҡты ла китте. Береһе тигәне Гөлфиә булды. Фатир ҙа, ипотека ла Рәфис исеменә яҙылғас, бер нисек тә дәғүә итә алманы. Утыҙҙы үткән ҡатын урамда тороп ҡалды. Мөхәббәт мөхәббәт менән, әммә уға хәҙер Рәфистең ғәҙеллегенә генә ышанырға ҡала...

Яуаплылыҡтан ҡасыу буламы был?


Хәҙерге заманда йәштәр туй алдынан бергә йәшәп, яратҡан кешеһен һынап ҡарай. Көнкүреш тормошта бер-береһенә тап киләләрме? Оҡшамаған ғәҙәттәре юҡмы? Ошо кешегә көн һайын яратып ҡарай алырмынмы? Ғүмер буйы бер-береңде аңламай, юҡҡа-барға ирешеп-талашып йәшәгәнсе, был яҡшыраҡ та һымаҡ. Тик күп осраҡта бындай йәшәү рәүеше оҙаҡ йылдарға һуҙылып китә. Гөрләтеп туй үткәрергә йә барып ҡына яҙылыр өсөн, ысын йә уйлап табылған кәртәләр килеп сығып ҡына тора. Ә дөйөм алғанда, был хәлде яуаплылыҡтан ҡасыу ҙа тип ҡарарға була. Сөнки кеше һәр саҡ еңелерәк, рәхәтерәк юл эҙләй.
Борон ҡайһы бер халыҡтарҙа шундайыраҡ туй йолаһы булған: ауылдаштарын майҙанға йыйып, ошо кешегә өйләндем, тип хәбәр еткергәндәр. Шулай улар йәмғиәт алдында яуап тотҡандар. Рәсми яҙылышҡас та, ике йәрҙә яуаплылыҡ арта. Күп кенә парҙар, ысынлап та, эштән бушамай, хыялдағы туйҙарына аҡса йыйып, рәсми никахҡа инмәй тораларҙыр. Ҡайһылар мисәткә иғтибар ҙа итмәйҙер. “Яҙылышмаһаҡ та барыбер бергә йәшәйбеҙ, ниндәй айырма бар?” — тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Айырма булмағас, ниңә һуң яҙылышмаҫҡа?

Ҡатын-ҡыҙҙарға ғына кәрәкме?


Берәй байрам булдымы, гүзәл затҡа мотлаҡ ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйҙәр. Был бәхет — кейәүгә сығыу, бала табыу, матур ғаилә булдырыу. Ҡыҙ кешегә бала сағынан уҡ быны башына һеңдерәләр. Иргә сыҡмаған­дарға йәлләп ҡарайҙар, яңғыҙ ир-атҡа туҡтау­һыҙ димләйҙәр... Шуға ла кейәүгә сығам тип йәбешеп ятҡан ҡыҙҙар донъя тулы булыуына аптырарға лә кәрәкмәйҙер. Гүзәл заттарҙың үҙ баһаһы, бәхете янында ире булыуҙан тора. Рәсми никахһыҙ йәшәгән ҡатын-ҡыҙ берәр йылдан һуң ипләп кенә иптәшенең башын ашай башлай. Туғандары ла ҡоторта: “ЗАГС-та яҙылмағас, ул һиңә ысын ир ҙә түгел!”
Ир-егет ике йыл эсендә тәҡдим яһамаһа, кәләш итеп алырға уйы юҡ, тиҙәр психологтар. Әммә яңғыҙы ҡалырға ҡурҡҡан ҡатын-ҡыҙ ике йыл да, ғүмер буйы ла көтөргә әҙер. Ире генә булһын! Рәсми никах тураһында туранан-тура һөйләшергә ҡурҡҡандар ҙа бар. Улар: “Өндәшһәм, минән китеп барһа?” — тип борсола, әммә ғүмер буйы билдәһеҙлектә йәшәргә ризалар. Штамп менән ирҙе бәйләп булмаһа, балалар ҙа табалар.
Әммә рәсми никах тик ҡатын-ҡыҙҙарға ғына кәрәк тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Ирҙәргә паспорттағы мисәт бурыстар һәм яуаплылыҡ ҡына түгел, ә яңы статус та бирә. Хәҙер ул ғаилә башлығы. Ирҙәрҙең психологияһы өсөн был бик мөһим — донъялағы урыны, ныҡлы нигеҙе, тотороҡлолоҡ булыуын тойоу үҙҙәренә ышаныс өҫтәй. Ҡатыны, балалары йөҙөндә ул ныҡлы тыл күрә, ғаиләһе ирҙәргә хас булған һыҙаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Ғаилә булып уйнап, кемде алдайҙар?


Рәсми никахһыҙ йәшәгәндәрҙең бер нисә дәлиле бар. Беренсеһе — хистәрҙе, парыңды һынап ҡарау. Хистәрҙе ғүмер буйы тикшерергә мөмкин. Кешенең кәйефе, ғәҙәттәре һәр саҡ үҙгәреп тора. Тормош та әҙәмдәргә яңынан-яңы һынау ебәрә. Әгәр хис-тойғоларға ғына таянып йәшәһәң, тотороҡло бер нәмә лә булмай. Ә кеше күңеле — ҡара урман, тиҙәр бит. Парыңды туйҙан алда бергә йәшәп тә, тулыһынса белеп бөтмәүең бар. Әгәр йәре оҡшамай тип, ташлашһалар, ул яңы пары менән тағы йәшәп ҡараймы? Уны оҡшатмаһа, хәл тағы ла ҡабатланамы? Сөнки бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ булмаған мөнәсәбәттән сығыуы еңел. Һәр береһенең хистәрен, холҡон, ғәҙәттәрен тикшереп бөтөп буламы ул? Улай ҡартайғансы яңғыҙ ҡалырға мөмкин.
Шаһит булғанығыҙ барҙыр, башта ҡыҙ менән егет әллә нисә йыл осрашып йөрөйҙәр, бергә йәшәйҙәр, әммә нимәлер килеп сыҡмай һәм улар ташлашалар. Шунан ярты йыл да үтмәй, икеһе лә башҡа кешеләргә өйләнешеп ҡуя. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Сөнки хистәрҙе тикшереп ҡарарға ғүмер ҙә етмәй, ә идеаль кешеләр юҡ!
Өйләнешкәндәр ҙә бит ғүмерҙәре буйы тойғоларын һынайҙар. Әммә улар үҙҙәрен дә, парын да алдамай. Ғаилә булып уйнамайҙар, ҡыланмайҙар. Улар ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булырға вәғәҙә биреп, өҫтәренә яуаплылыҡ алырға ҡыйыулыҡ итә.
Яҙылышырға ашыҡмаусыларҙың тағы бер дәлиле — мөхәббәткә мисәт кәрәкмәй тигән фекер. Әммә яратҡас, мисәт ҡамасаулаймы? Ул бит, киреһенсә, хистәреңә ышаныуыңды, уларҙың ныҡлығын иҫбатлай ғына түгелме?
Рәсми никахһыҙ йәшәү — ғаилә булып уйнау. Был уйындан һәр саҡ рәхәт кенә сығып була. Шуға ла ғаилә ҡороуҙан ҡурҡҡан кешеләргә былай йәшәү бик уңайлы. Әммә парҙың береһе мотлаҡ киләсәктә ысын ғаилә ҡороуға ышана, өмөтләнә. Кеше йөрәге менән уйнарға мөмкинме икән?

Нисек үҙеңә өйләндерергә?


Статистика буйынса, алдан никахһыҙ йәшәгән парҙарҙың ғаиләһе ваҡытында өйләнешкәндәргә ҡарағанда йышыраҡ тарҡала. Шулай уҡ никахһыҙ йәшәүселәрҙең һирәктәре генә ғаилә ҡора. Бынан бер генә һығымтаға килергә мөмкин: яҙылышмай йәшәп ҡарау — бәхетле ғаилә рецебы түгел.
Оҙаҡ йылдар буйы бергә йәшәп, яратҡанығыҙ менән яҙылышмай, аҙаҡ тишек кәритә янында ултырып ҡалғығыҙ, йәшлек йылдарымды заяға үткәрҙем тип үкенгегеҙ килмәһә, психологтар йәшәй башлар алдынан срок ҡуйырға тәҡдим итә. Мәҫәлән, “Бер йыл бергә йәшәйбеҙ. Йыл үткәс тә рәсми никахҡа инергә әҙер түгелбеҙ икән, артабан бергә булыуыбыҙ һорау аҫтына ҡуйыла”, тип һүҙ бирешергә мөмкин.
Рәсми никах, тәү сиратта, юридик яҡтан һеҙҙе һаҡлаясаҡ. Икенсенән, киләсәккә ышаныс бирә. Әҙме ни бергә йәшәп тә, яҙылышмағас, бала табырға ҡурҡып, аборт яһатҡан ҡатын-ҡыҙҙар? Паспорттағы мисәт — мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы нигеҙе.

Ни өсөн никахты теркәргә кәрәк?


Һаулыҡ мәсьәләһе. Күптән түгел ҡаты ауырыған, реанимацияға эләккән яҡындарының хәлен белешергә килеүселәрҙе индерә башланылар. Һайланма рәүештә, әлбиттә. Әгәр рәсми никахта тормаһағыҙ, бер кем дә реанимацияла ятҡан тормош иптәшегеҙ янына индермәй. Сөнки һеҙ юридик күҙлектән ауырыусыға бер кем дә түгел. Шулай уҡ һеҙ уның һаулығы тураһында мәғлүмәт ала алмаясаҡ­һығыҙ. Ә әгәр ауырыу аңһыҙ хәлдә булып, берәй операцияға ризалығы кәрәк булһа, башҡа яҡын туғанынан һораясаҡтар. Үлеменең сәбәбе тураһында мәғлүмәтте лә һеҙгә хәбәр итмәйәсәктәр.
Һалым. Ҡайһы бер һалымдарҙың әҙерәген үҙеңә генә түгел, рәсми тормош иптәшеңә лә ҡайтарып була. Мәҫәлән, балалар тәрбиәләгән ата-әсәнең эш хаҡынан тотолоп ҡалған һалымды кәметергә мөмкин. Әгәр никах теркәлмәгән икән, был хоҡуҡ менән берәүһе генә ҡуллана ала.
Бүләктәргә һалым. Ҡиммәтле бүләктәрҙән, мәҫәлән, фатирҙан, транспорттан, ниндәйҙер процент һалым алына. Әммә ир рәсми ҡатынына ҙур бүләк яһаһа, һалым алынмай.
Мөлкәт бүлешеү. Айырылышҡанда мөлкәт нисек бүленеүе ҡанунда аныҡ билдәләнгән: яртышар йә никах килешеүе буйынса. Мираҫ йә бүләктәр бүленмәй. Һәр бер осраҡ, әлбиттә, айырым ҡарала. Әммә барыһы яҡынса алдан билдәле.
Ә бына рәсми никахта тормағандарға бер ниндәй ҙә ҡанун юҡ. Мәҫәлән, береһе ипотека түләһә, икенсеһе ашарға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алды, ти. Һөҙөмтәлә, фатир барыбер кемгә яҙылған, шуға ҡала.
Мираҫ. Тормош иптәше — мираҫты алыусы кеше. Никахһыҙ йәшәгән кешегә бер ни ҡалмай. Мәҫәлән, пар бергәләп фатир ала икән, ти. Берәүһе мәрхүм булып ҡалһа, уның өлөшө яҡын туғандары араһында бүленә. Бергә йәшәгән кешегә бер ни эләкмәй.
Атайлыҡ. Яңы тыуған баланың атаһы тип ҡатындың рәсми ире яҙыла. Ә яҙылышмай йәшәгән парға өҫтәмә документтар йыйып, атайлыҡ хоҡуғын танытырға кәрәк була.
Льготалар. Күп кенә ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең ғаиләһенә льготалар бирә. Мәҫәлән, хәрби кешеләрҙең тормош иптәштәре дәүләт ойошмаларына эшкә еңелерәк урынлаша ала.
Пенсия. Әгәр рәсми никахта торған ир йә ҡатындың берәүһе мәрхүм булһа, балалары һәм тормош иптәше пенсия аласаҡ. Рәсми никах булмаһа, дәүләттән ярҙам көтөргә лә кәрәкмәй.
Сәйәхәт. Ҡайһы бер илдәрҙә (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, мәҫәлән) рәсми яҙылышмаған парҙарҙы бер бүлмәгә урынлаштырмайҙар.
Кредит алыу. Ғаиләле кешегә ҙур кредиттарҙы алыу рәхәтерәк. Был ҡағыҙға яҙылған ҡанун түгел. Әммә банк ғаиләле кешеләргә нығыраҡ “ышана”. Сөнки алыусы кеше менән бер-бер хәл булһа, кредитты түләү бурысын тормош иптәшенә йөкмәтергә мөмкин.
Шаһит булыу. Рәсәй ҡанундары буйынса бер кем дә үҙенә, туғандарына ҡаршы шаһит булырға тейеш түгел. Әгәр никахһыҙ йәшәһәгеҙ һеҙ туғандар исемлегенә инмәйһегеҙ. Тимәк, тормош иптәшегеҙгә ҡаршы шаһит булырға тейешһегеҙ. Баш тартыусыларға язаһы ҡаралған.

ХАТТАР:
Ҡыҙым өсөн ҡурҡам...
“Ҡыҙым быйыл уҡыу йортон тамамланы. Өфөлә ҡалып, һөнәре буйынса урынлашты. Ҡыҙҙар менән ҡуртымға фатир ала. Күптән дуҫлашып йөрөгән егете лә бар. Егетенә күсеп ҡуймаһын тип ҡурҡам. Шылтыратып белешеп, һорашып ҡына торам. Бергә йәшәргә теләгәс, егет кеше һоратырға тейештер бит!
Вәсилә, 45 йәш” .

Улай ҙа өйләнешмәгәндәр!
“Улым — бик эшлекле тырыш егет. Әммә ҡыҙҙарҙы һайлай белмәй! Күбеһе уның тулы янсығына ҡыҙыҡһына, шикелле. Бер ҡыҙ менән йылдан ашыу йөрөнөләр. Ниһайәт, бергә йәшәргә булдылар. Ярты йыл да үтмәне, ташлаштылар. Ҡыҙ кеше эшкә ялҡауыраҡ, күңел асыуға шәберәк булып сыҡты. Шул ярты йыл эсендә улым фатир ҙа алғайны. Улай ҙа өйләнешмәгәндәр, тием!
Риф, 51 йәш”.

Уңайлы урынлашты...
“Ауылға был ҡатын бер нисә йыл элек күсеп килде. Уны алда йәшәгән ауылынан, ирҙәрҙе ғаиләһенән алып китә тип, һыйҙырмай, сығарып ебәргәндәр. Ул, ысынлап та, эсергә лә, үҙенә кешеләр йыйырға ла ярата. Башта был ҡатын бәләкәй генә, усаҡлыҡтай өйҙә торҙо. Аҙаҡ бер ҙә өйләнмәгән ирҙе, үҙенә “ҡаратып”, уның иркен һәм ҙур йортона күсеп алды. Икәүләп эстеләр. Шулай ҙа был иргә ике бала тапты. Икенсеһе тыуғас ҡына “загсҡа торҙолар”. Кейәүҙә булһа ла, башҡа ирҙәр менән йөрөп алыуҙан да баш тартмай ҡатын. Ир, уның хыянатын ғәфү итә алмай, аҫылынып ҡуйҙы. Хәҙер инде ул йорт ҡатынға ҡалды, етмәһә атаһыҙ ҡалған балалар өсөн аҡсаһын да ала һәм, әлбиттә, эскелеккә тыға... Бик уңайлы урынлашты.
Айһылыу, 37 йәш”.

Әминә СИРБАЕВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: