Байлыҡ бер айлыҡ икәнен белһәк тә, аҡса артынан сабабыҙ. Элек кешелеклелек, изгелек кеүек сифаттар ҡиммәткә эйә булһа, хәҙер инде һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан. Һәр кем үҙе һәм аҡса өсөн генә йәшәй башланы тиерлек. Интернет селтәрендә лә аҡса эшләү тураһында мәғлүмәттән күп нәмә юҡ, күпселеге байыу маҡсатында ҡылынған енәйәттәр булыуы аяныслы. Хатта бер туғандар ҙа шул ҡағыҙ өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп ташларға әҙер.
Эйе, аҡса – ул намыҫтарҙы һурып алыр һаҙлыҡ. Аҡсаһыҙлыҡ та үҙәккә үтә. Аҡса һәр заманда, һәр дәүерҙә лә кәрәк булғандыр. Әммә бөгөнгө көндә аҡса культы барлыҡҡа килгән. Уны заман афәте тип атаһаҡ та, хата булмаҫ. Буштың атаһы үлгән тигән тәғлимәтте хәҙер бөтәһе лә бик яҡшы белә. Элеккеләр йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тип йәшәһә, заман кешеһе өсөн йөҙ һум аҡсалы йөҙ дуҫың булыуы яҡшы.
Ҡасандыр кеше ҡырылып ятҡан эшен тиҙ генә өмә үткәреп эшләткән. Өйөңдө аҡларға кәрәкме, әллә бесәнеңде эшләп ҡуяһы бармы, һарыҡтарыңдың йөнө ҡырҡылмай йөрөп ятамы – әйтеүең генә еткән, таныштар, дуҫтар, туғандар өмәләп эшләп тә биргән. Ул замандарҙа намыҫ, изгелек төшөнсәһе беренсе урында торғандыр. Кеше бер-береһенә бурыслы булғаны өсөн түгел, ярҙамсыллыҡ тойғоһо кисергәнгә ярҙам иткәндер. Хәҙер инде күптәрҙең бушлай ҡыл да ҡыбырлатҡыһы килмәй. Өмәләргә йөрөү күптәр өсөн бары тик үткәндәрҙә тороп ҡалған яҡты хәтирә генә булып һаҡлана. Аҡса түләмәһәң, һирәктәр генә ярҙам йөҙөнән эшеңде эшләшәсәк. Бер яҡтан бер кем дә һиңә бурыслы ла түгел һымаҡ. Икенсе яҡтан, ярҙамсыллыҡ, ихласлыҡ тойғоһон юғалта барабыҙ түгелме?
Ир-егеттәребеҙҙең эшләгән эшен хәмер менән үлсәгән ваҡыттар ҙа булды, әлбиттә. Ялҡау ҙа түгел ине ул ир заттары. Көс түктеләр, эшләнеләр. Әммә эш хаҡын араҡылата алдылар, бер яртыға алдандылар. Хәҙер кемделер сәкүшкәгә генә алдаштырыу еңел түгел. Хеҙмәтенә хаҡты араҡылата алыусылар һирәк. Шуныһы ҡыуаныслы.
Күптәр ниндәйҙер кимәлдә түккән көсөн, хеҙмәтен баһаларға өйрәнде тиһәк тә була. Яҡшымы был, насармы – аныҡ ҡына яуап биреүе лә ауыр. Ярлылыҡтан, ялҡаулыҡтан арынып, донъя көтөргә, матур итеп кешесә йәшәргә тырышыу, һис шикһеҙ, яҡшы. Әммә бөтә нәмәне тик аҡсаға ғына ҡайтарып ҡалыу, шул ҡағыҙҙарҙы яратыуҙы табыныу кимәленә еткереү, кешелек сифаттарын юғалта барыу – һәйбәт күренеш түгел.
Хәҙерге көндә бөтә нәмәнең дә хаҡы бар. Хатта кәңәштәр ҙә һатыла. Ҡайһы бер осраҡта ни өсөн сөскөргәнеңде, башың ауыртҡанын, йә температураң күтәрелгәнен белеү өсөн дә аҡса түләргә кәрәк. Ауырып китергә яҙмаһын, тип теләргә генә ҡала. Яҡшы мөнәсәбәт тә аҡса менән иҫәпләнә бит хәҙер. Ауырып дауаханаға эләкһәң, күп осраҡта кемгәлер аҡса төрткәндә генә яҡшы мөғәмәләгә өмөт итергә була. Аҡсаң юҡ икән, табиптарҙың тупаҫ мөнәсәбәтенә әҙер бул.
Табиптарҙың да ашҡаҙаны ашарға һорай. Уныһын аңлайбыҙ. Һәр кем үҙенсә тырышып-тырмашып йәшәй. Әммә ауырыуға тарымауың, түләүле медицина менән ҡулланмауың хәйерлерәк. Түләүле клиникаға барһаң, әллә булған, әллә булмаған ауырыуҙарың килеп сығасаҡ, анализдар тапшырыу кеҫәңә ныҡ ҡына һуғасаҡ, бөлгөнлөккә төшөрәсәк.
Үҙебеҙ йәшәгән заманды тырыштар һәм состар заманы тип атап та булалыр. Ана шул тырыштар һәм состар һәр яңы нәмәне эләктереп алып, аҡса эшләй, донъя көтә белә. Быға тиклем хатта кәңәштәрҙең дә һатылыуын телгә алып үткән инек. Кешенән ҡайһы бер осраҡта бушлай кәңәш тә ала алмайбыҙ шул. Әллә ниндәй тренинг, вебинарҙар күбәйҙе хәҙер. Уларҙа “Иргә нисек ярарға?”, “Нисек һаулығыңды нығытырға?”, “Балаларҙы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә?”, “Нисек матур булырға?” һәм башҡа һорауҙарға яуапты аҡсаға алырға мөмкин. Интернетта аҡса эшләү буйынса материалдар ҙа һатыла. Ошондайыраҡ һорауҙарға яуаптар, “кәрәкле” төрлө мәғлүмәттәр интернет селтәрендә тулып ята кеүек тә. Әммә ҡайһы бер әҙергә-бәҙер йәшәп өйрәнгән замана кешеләре эҙләнергә иренә. Бар нәмә лә еңелләштерелгән, ваҡыт уйылып ятҡан заманда йәшәйбеҙ ҙә кеүек. Әммә, йәнәһе лә, эҙләнеп ултырырға ваҡыт етмәй. Кемдер, кәңәштәр биреп, буштан ғына аҡса эшләй. Кемдер, ялҡаулығына һалышып, бушҡа аҡса түгә. Әлбиттә, кәңәш менән һатыу итеүселәрҙе лә тәнҡитләп булмай. Улар ҙа бит ҡасандыр мәғлүмәт табыу һәм туплау өсөн көс түккән. Буштан аҡса эшләй белеү ҙә – һәләт.
Ҡасандыр һауыт тотоп, күршеңә әсетке, йә ойотҡо һылтауы менән инеп, һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер булған. Хәҙер күптәр күршеһенең балаларының исемдәрен дә белмәй. Кемгәлер инеп, һөйләшеп ултырыу ҙа сәйер кеүек. Сөнки аңыбыҙға, кеше һәр ваҡыт үҙ файҙаһын ғына эҙләй, бушҡа ғына йөрөмәй, тигән ҡараш ныҡлы һалынған. Хәйер, хәҙер ҡомалаҡ әсеткеһе лә ҡалаҡлап һатыла һәм уның хаҡы бар. Насармы был, яҡшымы – һорауҙы асыҡ ҡалдырайыҡ. Ни тиһәң дә, һәр замандың – үҙ заңы.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.