Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
12 Декабрь 2018, 14:08

Шағирҙар улар пәйғәмбәрҙәр затынан...

“Шоңҡар”ға баш мөхәррир булып тәғәйенләнгәс, иң тәүгеләрҙән булып Рауил Бикбаев ҡотланы ла үҙенә саҡырып алды. Ҡулды ҡыҫҡас: “Водителең менән иҙән йыуыусыңды хөрмәт ит”, – тине. Һәм оҙон пауза. Ни әйтергә лә белмәйем. “Ул саҡта башҡаларҙың да ҡәҙерен белерһең”.

Халыҡ шағиры хаҡында һүҙ


***

Мәңгелек менән һин дә мин һөйләшкән кешеләр була. Юҡ, улар ҙа ҡәҙимге тормош менән йәшәй, көндәлек хәстәрҙәрҙе хәл итә. Тик улар барыбер башҡасараҡ фекерләй, башҡасараҡ уй йөрөтә. Ҡараштары, фекерҙәре икенсе, нисектер төплө һәм дә ышаныслы. Шаршауҙы тартып ҡарамайса ла улар иртәгәне күрә. Юҡ, кирәмәтлек түгел был, уларҙағы йыйылған зиһен, бирелгән рух шулай барыр юлды күрһәтә. Бында Хоҙай шауҡымы бар кеүек, нисек кенә булмаһын, улар үҙ артынан халыҡты, айырым дәүерҙе эйәртеп алып китер ҡеүәткә эйә.

Эйе, айырым һүҙ, айырым бер батырлыҡ, йә айырым бер әҫәр тотош дәүерҙе кәүҙәләндерергә, символына әүерелергә мөмкин. Батырлыҡ ҡылыусылар ҙа етерлек, һушты алырлыҡ ваҡиғалар ҙа бар, уҡып зиһен туплар әҫәр ҙә күп. Ләкин ҡырмыҫҡа кеүек ең һыҙғанып көндәлек эш менән янып, өй, ғәм, ил хәсрәтен йөрәге аша үткәреп йәшәүселәр күпме? Халҡыбыҙҙың, дәүер-замандарыбыҙҙың һүнмәҫ һәм ҡабатланмаҫ моңон да, тетрәнеү-һыҙланыуын да, сикһеҙ ғорурлығын да аҡ ҡағыҙға, тарих биттәренә төшөрөүселәр әҙме? Мәңгелек менән мәлде айыра белгән, һәм шул уҡ ваҡытта уларҙың асылын, мәғәнәһен үҙ күңеле аша үткәреп, заман, ваҡыт бизмәненә һалып үлсәй алғандар ҙа бар беҙҙең арала.

Тик шундай илаһи заттар араһында айырым ынйылар ғына үҙ халҡы, үҙ заманаһында үҙ мөхитен тыуҙырып, айырым дәүер хасил итә. Салауаттар, Зәки, Бабич, Мортазалар шундай заттарҙан. Дәүер кешеләре! Мостай шулай ине. Рәми үҙе иҫән сағында ундай уҡ бейеклеккә артыла алмаһа ла, үлеменән һуң һүнмәҫ рух мөхите тыуҙырып, ғәҙел һәм ҡабатланмаҫ һүҙҙең мәңгелек икәнен иҫбатлай алды. Уларҙан һуң Бикбай мәңгелектең ҡәләмен үҙ ҡулына алып, халыҡ аңында, башҡорт рухиәтендә, милләт моңонда үҙ мөхитен, дәүерен булдырҙы.

Халыҡ ана шул дәүер-заттары менән бәхетле лә, ғүмерле лә. Эйе, ғүмерле лә, ул исемдәр йәшәһә, халыҡ та үлемһеҙ.

Күңелгә тулҡын булып бәрелеп, үҙенән-үҙе Бикбайҙың Рәмигә арнап яҙылған шиғырынан таныш юлдар иҫкә төшә:

Был донъяның иркә улы булып

Йәшәүҙәр юҡ беҙгә кинәнеп.

Һиндә – Салауаттың яралары,

Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең...

...Ете-ятҡа төшкән йот-ҡайғыға

Күҙебеҙҙән сыға йәш бәреп.

Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек,

Халыҡ ҡосағында йәшәнек.


***

Күптәрҙең бөйөк шәхестәрҙе күреп һөйләшеп ултырғыһы, бер ҙә булмаһа, автограф булһа ла алыу теләге була торғандыр. Минең дә күп атаҡлы кешеләрҙе күргем килә торғайны. Бәләкәй саҡта хоккейға мөкиббән инем, ҡапҡала һәйбәт торҙом, Третьяк тип йөрөттөләр. Данлыҡлы тренер Тихоновты, Третьякты күрергә яҙһа ине, тип уйлай торғайным. Күреү генә түгел, улар менән фотоға ла төшөргә яҙҙы.

Гагарин, Высоцкий, яҡташым Жәлил Кейекбаевтар менән бер ун минут ҡына булһа ла һөйләшеп ултырһаң ине, тигән теләк, мәңге тормошҡа ашмаҫын белһәм дә, нисектер күңелдә һаман да һүрелмәй. Рәми Ғарипов интернатташым нишләп беҙҙең дәүергәсә йәшәмәне икән, тигән үкенес тә – ғүмерлектер. Шөкөр тим, милләтебеҙ ғорурлығы Мостай Кәрим менән күрешеү генә түгел, өй-фатирында үҙенең ҡулынан сәй эсергә яҙҙы. Заманабыҙҙың ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булған Рауил Бикбаев менән аралашып, юлда йөрөү бәхете лә тейҙе. Өйөндә булып, тормош иптәше Фәриҙә апай бешергән телең йоторлоҡ ғөбәҙиә тәмләү шатлығын да кисерҙем. Илаһи күп кешеләр менән аралашып йәшәргә, уларҙың замандаштары булып юл үтергә яҙған тим, һөйөнөп тә, ғорурланып та.


***

Баш ҡалаға юлы төшкән, Стәрлелә уҡып йөрөгән студент Азамат Юлдашбаев Өфө урамы буйлап, уйға сумып китеп барған шағирҙы – Рауил Бикбаевты, күреп ҡала ла артынан эйәрә. Баҙнат итеп һүҙ ҡушыу ҡайҙа, белә ул, шағирҙың илаһи нурҙы тотҡан мәле, “ул да ғаләм” сағы. Оҙаҡ бара шулай. Һуңынан үҙемде пәйғәмбәр артынан эйәреп барған кеүек хис иттем, күңелемдә яҡтылыҡҡа, илаһилыҡҡа инаныс артты, тип иҫкә алыр ине хәҙер республикала күренекле шәхестәрҙең береһе булған Азамат. Эйе, ысын шағир пәйғәмбәрҙәр затынан шул, кеше менән бергә дәүерҙе, замананы эйәртә ала ундайҙар.

Яҙмыш ҡыҙыҡ: баҙнатһыҙ Азамат һуңынан Яҙыусылар союзында Бикбайҙың урынбаҫары булды, артабан рәйес урынында уны алыштырҙы.

Мин дә шағирҙы студент сағымда осраттым. Ғиниәт ағайым ҡулдан яҙылған фәнни мәҡәләһен Рауил Бикбаевҡа алып барыуҙы һораны. Шағир ул осорҙа иң күркәм һәм затлы урын булған “Башҡортостан” сауҙа үҙәге янында йәшәй ине. Иң иҫтә ҡалғаны шул: Бикбай мине, ғүмерҙә күрмәгән ябай студентты, көтөп алған иң ҙур ҡунағы кеүек ҡаршы алды. Ихлас йылмайыуы, түргә саҡырыуы шундай тойғо ҡалдырғандыр. Шиғыр яҙаһыңмы, тип һорағаны хәтерҙә. Яҙам, тинем. Ул саҡта ауыҙ тултырып улай әйтерҙәй ижадҡа мөкиббән тотонған да юҡ ине. Шағир янында шағир булғым килдеме, сәйе-ер. Шағир фатирынан ҡанатланып сыҡтым.

Был ваҡиғаға сирек быуат ғүмер үтеп, халыҡ шағирының ике томлыҡ “Көндәлектәр”ен ҡулға алып, унда: “19.04.89. Кисә студент егет Ғиниәт Ҡунафиндың ике мәҡәләһен килтереп китте. Беренсе курста уҡый, шиғыр яҙыша икән. Ғиниәттең ике туған ҡустыһы – Мөнир Ҡунафин” тигән юлдарҙы күреп шаҡ ҡаттым. Бәләкәй генә бер үҫмергә, йолҡош ҡына бер курьерға ла шул тиклем иғтибар бирһенсе әле. Шағир өсөн, тимәк, тормошта ваҡ ваҡиғалар юҡ. Һәр мәл, һәр ваҡиға, шағир йөрәгендә яҙылып барып, дәүер тыуҙыра торғандыр.


***
Шағирҙың 75 йәшен билдәләп, Рауил ағай үҙе, Фәриҙә апай, Азамат, мин Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Әбйәлил райондары халҡы менән осрашыуҙар үткәрҙек. Халыҡ Бикбайҙы күтәреп йөрөттө, күрешергә эркелешеп килеп, шағирға ла, әҙип һүҙенә лә оло мөхәббәтен белдерҙе. Кискеһен Рауил Төхфәт улы менән һөйләшеп ултырғанда, йә саф һауала йөрөгәндә уның ҡайһы бер хәтирәләрен, фекерҙәрен тыңлап, теркәп тә барҙым, яҙған булһа тағы ла хәтер китабына нығытып ҡуйылыр.
Бер шулай ул бала сағын хәтерләп ултырҙы.
– Бала саҡ тиһәләр, тыуған ауылым иҫкә төшә. Атайым мәрхүм булғас, 8 йәшемдә ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡунаҡбайға күстек. Латип олатайымдарҙа нисек кенә рәхәт булмаһын, тыуған ауылым һағындырып иҫкә төшә. Һағышым бауырға төшә, түҙә алмай, йүгереп ҡайтам да китәм. Бында мине юғалтып бөтәләр. Әбейемдәрҙән әсәйем үҙе килеп ала. Ҡышын уҡып йөрөгәндә, саңғы кейеп тә “ҡайта һалып” килә торғайным. Шул һағыш әле лә йәшәй, һаман ҡайтҡым килә, һаман...
Халыҡ шағиры шулай бала сағын иҫкә төшөрөп ултырҙы һәм... күҙенән йәштәр атылып килеп сыҡты. Йәштәре – өлкән кешенеке, ә ҡарашы – сабыйҙыҡы... Шундай саф ине.
***
“Һуғыш осоронда аслыҡтан беҙҙе Соран ҡотҡарҙы. Был йылғала шул тиклем балыҡ күп ине. Тоҡтарға тултырып, бәләкәй арбалар менән ташый торғайныҡ. Өлкән ағайҙарға эйәреп, балыҡ һөҙөүҙә ҡатнашам. Бар хеҙмәтем – ярҙа тегеләрҙең күлдәк-салбарын күтәреп йөрөү. Һуңынан кеше һанына ҡарап балыҡтарҙы өлөштәргә бүләләр ҙә, берәү артына әйләнеп тора. “Был өлөш кемгә?” – тип һорайбыҙ. Ул – шуға, был – быға, тип өндәшә. Өлөштәр шулай ғәҙел генә бүленә”.
Һуғыш ауырлығын үткәрергә лә, күтәрергә лә балыҡ менән бергә, ана шул бер-береңә булған ғәҙел һәм миһырбанлы ҡараш та ярҙам иткәндер, Рауил ағай.
***
“Ҡунаҡбай ете йыллыҡ мәктәбендә тәүҙә әсәйем яғынан Рәҡип бабайым, һуңынан Рамаҙан абзыйым директор булды. Бабайым бик тә шиғри күңелле ине. Үҙе яҙған шиғырҙарҙы, бәйеттәрҙе уҡып ауыл халҡын илата ла торғайны, рухын да күтәрә белде. Уға эйәреп күп малайҙар яҙышты. Мин дә. Ана шул мәлдә миндә шиғри осҡон ҡабынғандыр. Ә атайымдың әсәһе Мәүлетбикә өләсәйем шағирә генә түгел, рәссам да булған. Уның майлы буяу менән ишеккә яҙылған һүрәте бөгөн дә күҙ алдымда. Заманы өсөн бигерәк алдынғы ҡарашлы булған түгелме? Ул сығарған бәйеттәрҙе ятлап һөйләп йөрөгән ауыл халҡы. Гөлйыһан апайым унан яҙып алған бәйеттәрҙе миңә күрһәткәс, күңелемә ҡош ҡунып һайраны, өләсәмдең ҡул йылыһын тойғандай булғайным. Минең телем асылған ғына мәлдә ул мәрхүмә булып ҡалған.
Тағы шуныһы, беҙҙең яҡта эпостар күп һаҡланған – ”Алпамыша”, “Аҡһаҡ ҡола”...
Беҙ бала саҡта ауылда Нәзифә исемле һуҡыр әбей йәшәне. Яңғыҙы көн күрҙе. Әсәйҙе өгөтләп, үтенеп, һоранып, күндереп, шул әбейҙе ҡуна саҡыра торғайныҡ. Ә ул кискеһен беҙгә... әкиәт һөйләй. Яттан. Уны тыңлап йоҡлап китәбеҙ. Бер әкиәтте бер төндә генә һөйләп бөтмәй әле ул, икенсе төн дауам итә. Шунан икенсеһенә тотона. Ихлас бирелеп, донъябыҙҙы онотоп тыңлайбыҙ. Тауышы яғымлы... Беҙҙең заман киноһы ошо ине. Артабан икенсе берәү үҙенә саҡырып ала, ҡышты шулай кешелә сыға әкиәтсе әбей”.
Өйҙән-өйгә әкиәт һөйләп йөрөгән әбейҙе күҙ алдына килтерәм дә, ауыҙ-тел ижады һаҡланған ерҙә кешенең күңеле таҙа һәм бейектә була, тип ҡуям. Гәзит-журнал алдырмаған, ғүмер эсендә бер китап тотоп ҡарамаған замандаштарымды йәлләп уфтанам. Һеҙҙең донъяны – әкиәт, үҙенә рәхәт иткән ул, тылсымлы әбекәй. Оло ижадҡа юл ғәҙәттә ана шул әкиәтте ысынбарлыҡҡа әйләндереүҙән башлана ла.
* * *
Союзда булғайным, Ғабдулла Амантайҙың йөҙ йыллыҡ юбилейына сценарий яҙыу мәсьәләһе менән. Урынбаҫары Азаматтың (Юлдашбаев) кабинетына халыҡ шағиры Бикбай килеп инде лә, миңә ҡулын һуҙҙып: “Тәүҙә классиктар менән күрешәйек”, – тине, «Һуңынан генийҙарҙың хәлен беләйек”, – тип Азаматҡа йылмайҙы. Йылмайғанда бигерәк күркәм инде халыҡ шағиры, йөҙөндәге һәр йыйырсығы нур сәсә, хатта һаҡалының һәр төгө серле һәм тыйнаҡ ҡына хәрәкәткә килә. Классикмы беҙ, гениймы, әллә буласаҡтарымы – уныһы башҡа мәсьәлә, шуныһы аныҡ: беҙ Бикбай замандаштары. Ә инде Бикбайҙың ҡулын ҡыҫыуы, урыҫсалап әйткәндә, приятно... все таки рука Поэта с большой буквы.
***
2012 йылдың декабрендә “Шоңҡар”ға баш мөхәррир булып тәғәйенләнгәс, иң тәүгеләрҙән булып Рауил Бикбаев ҡотланы ла үҙенә саҡырып алды. Ҡулды ҡыҫҡас: “Водителең менән иҙән йыуыусыңды хөрмәт ит”, – тине. Һәм оҙон пауза. Ни әйтергә лә белмәйем. “Ул саҡта башҡаларҙың да ҡәҙерен белерһең”. Тағы пауза. Баш һелккән булам. “Илеңә, телеңә, милләтеңә тоғро хеҙмәт итәсәгеңә шигем юҡ. Тайпылмай ғына бар юлыңдан. Һәм ваҡыт юҡлығына һылтанып, ижадыңды онотма!” – фатиха ошоноң менән тамам. Ҡыҫҡа, ләкин тос.
***
Яңыраҡ: “Был тормошта иң ҙур табышығыҙ һәм иң ҙур юғалтыуығыҙ нимә, кем?” – тип һораным шағирҙан. Һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған кеше был турала уйлана торғандыр.
Һорауҙың икенсе өлөшөнә тиҙ үк яуап бирҙе ул. Тешен ҡыҫып: “Улым”, – тине. Беренсе өлөшөнә яуапты тиҙ үк ҡайтарманы, уйланып ултырҙы. Шунан, сәстәрен өҫкә табан һыйпап: “Ғүмеремдә иң ҙур табышым әсәйем булған. Уның сабырлығы, тырышлығы һәр ваҡыт өлгө булды. Уның эшһеҙ торған тын сағын хәтерләмәйем дә мин, – тине. – Яҙмышы ҡыҙыҡ та, хә-әтәр ҙә әсәйемдең.
Ул 18 йәшендә Ҡаран ауылына хәлле кешегә кейәүгә сыға. Үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында уларҙы кулаклыҡта ғәйепләп ғаиләләре менән һөргөнгә ебәрәләр. Архангель өлкәһенә, йәһәннәмдә ятҡан Котласҡа. Ҡайныһы алдынғы ҡарашлы кеше булған, ул унда ла юғалып ҡалмай, колхоз ойоштороп эш йәйелдереп ебәрә. Шуға күрә улай уҡ насар йәшәмәйҙәр. Тик әсәйем тыуған яғын ныҡ һағына һәм ҡасып ҡайтып китә. Тауар поезында эре-эре бүрәнәләр тейәгәндә ҡыуыш урын ҡалдырып, шунда йәшенеп ҡайта. “Бер татар ҡатыны менән тәүәккәлләнек, – ти торғайны. – Үҙебеҙ менән күнәк алған булдыҡ, һыу эсергә тип. Бүрәнәләр шылып, ҡыуыш урынды ҡаплап үлеп ҡалыусылар ҙа күп булды”.
Ҡайтып етеп тәҙрә шаҡый әсәйем. Ишек асырға сыҡҡан атаһы, Латип олатайым, ҡыҙын күреп, “һин тереме ни, ҡыҙым” тип, иҫен юғалтып йығылып киткән.
Ә был ваҡытта күрше ауылда финагент булып эшләгән атайым фырт ҡына кейенеп велосипедта эшкә йөрөгән. Ул Белоруссияла хеҙмәт иткән саҡта ҡатыны үлә, Рәйсә исемле ҡыҙы ҡала. Ә әсәйем ҡайтҡан саҡта ауырлы була, Нәккәр исемле апайым бар. Атайым менән ҡауышҡас, мин тыуам. Һуңынан – ҡустым. Атай мәрхүм булғанда Зөлхизә һеңлем бер айлыҡ ҡына булып ҡулда ҡала. Шулай атайһыҙ-арҡаһыҙ ҡалғанда беҙ биш бала инек. Әсәйебеҙгә утыҙ ике генә йәш. Һуғыш, унан аҙаҡҡы йылдарҙа беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн ғәзизебеҙгә ниҙәр кисерергә тура килгәнен ул үҙе генә белгәндер. Әсәйем бик уңған кеше ине. Эш-ғәмһеҙ ултырыуҙы, көн үтһен тип йәшәүҙе беҙ аңламаныҡ…”
Юғалтыуы ауыр, ысынлап та, шағирҙың. Берҙән-бер улдары Айҙар йәшләй генә фажиғәле рәүештә һәләк була. Ғәлим Дәүләдигә арнап яҙған шиғырында шағир был юғалтыуҙы бар тәрәнлегендә бирҙе.
Ғәлим туған, беҙ атайһыҙ үҫтек,
Ҡартайырбыҙ инде улдарһыҙ...
Шөкөр, бәхеттәренә күрә ейәндәре ҡала. Бөгөн улар Артур ейәненең дүрт балаһын, йәғни дүрт бүлә-бүләсәрен ҡарап кинәнес ала. “Беҙгә килһәләр, шул балаларҙың ҡайтҡылары килмәй бына. Асҡарға хәҙер һигеҙ йәш, шахматта уйнай, күңеле изге, һәр саҡ ярҙам итергә ашыға. Асель ҡыҙыбыҙ бигерәк тормошсан һәм тыныс. Туғандарын ҡараша. Бәләкәйе (исеме) бигерә-әк зирәк инде, белмәгәне юҡ. Битемдең яламаған ерен ҡалдырмай. Сабыйға өс кенә ай әле. Балалар ыңғайына йөрөп барыбер ҙа арыта. Тегендә сабаһың, бында...” – донъя мәшәҡәте, сыр-сыу килгән балалар хәсрәте хаҡында шулай һөйләй Фәриҙә апай. Үҙенсә уфтанған була, ә күҙенән нур сағыла, йөҙөнән тулы тормош көлтәһе һирпелә. Бикбай ишек яңағына тотоноп: “Һөйлә-әй, бер көн килмәһәләр, һағына башлай үҙҙәрен, –тип ҡуйҙы. – Олоғайған көндә Аллаһ Тәғәләнең беҙгә насип иткән бү-ләге улар”.
Юғалтыу-табыштары аша шағир үҙ асылын аса баралыр ҙа. Шағир ғынамы, бар кеше, кешелек... Шуға ла:
Иҫ белгәндән донъяға
Иҫтәрем китә.
Иҫкермәй ул,
Бүҫкәрмәй ул.
Гел хайран итә.
...Еремдең ете ҡатына
Уйылғым килә.
Ете быуыным ишетер
Уй булғым килә! – тип өндәшергә хаҡлылыр ҙа.

Читайте нас: