“Суҡтар ере, ай, ырыҫлы булып сыҡты. Морондарын барлы-юҡлы үләнгә терәп еҫкәнеп йөрөгән ҡуй-һарыҡҡа ни, артығы кәрәкмәй инде. Ҡоролоҡ йылды ваҡ мал һимерә, тигәндәй, саңдауҙағы саң улар өсөн ярап ҡалды…” Шулай уйлап, ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп “Буранбай”ҙы көйләй-көйләй, ун бер йәшлек малай, сыбыртҡыһын итек ҡуңысына һуҡҡылай-һуҡҡылай мурт үләнде утлап йөрөгән һарыҡтарҙы өйөрөп ҡуйырға йүнәлде. 1940 йылдың йәйе был. Бөтә кеше көңгөр-ҡаңғыр килеп донъя көтә, йорт-ерен бөтәйтә, санаңды йәй әҙерлә тигәндәй, ҡыш сығырлыҡ әптер-көптөр йүнәтә. Ә малайға нимә, ул урманда яңғыҙы, ана, көбөһөнән ҡойоп алып әсәһе һыулап биргән айран менән тамаҡ сылатып ала ла, суҡайып торған “Суҡтар” ташына баҫып йырлай ҙа йырлай. Күңеле булып арығансы, һарыҡтары ялан-аҡландан сығып таралғансы…
Ҡараштарын, хәйер, улай тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, тома һуҡыр ҡалған күҙҙәрен, әйтерһең дә, тәҙрә аша үҙе яратҡан, алыҫтан күгәреп күренгән Хәҙисә, Ҡурташ, Шыршы тауҙарына төбәп үткәндәренә әйләнеп ҡайтҡан Абдулла олатай тынып ҡалды. Эйе, бик күрергә теләр ине, тыуғанынан алып бөтә ғүмерен үткәргән Ҡобағош ауылының ер-һыуын, урман-ҡырҙарын. Тормош тигәнең, ай, әсе лә икән, тип, беҙ кешеләр, йәшәйешебеҙҙе һүгә-һүгә көн күрергә өйрәнгәнбеҙ. Был йәһәттән 85-се яҙын яҙлаусы ҡабатланмаҫ тауышлы, боронғо көй-моңдарҙы ата-олатайҙарыбыҙҙың алымы менән башҡарыусы, сит ил сәхнәләрендә башҡорттоң асылын танытыусы халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов һәммәбеҙгә лә өлгө булып тора. Яҙмышына байҡау яһағанда, ғүмерендә бер генә үкенесе барлығын ҡыйыуһыҙ ғына иҫенә төшөрөп ҡуя ул. Был хәл Республикабыҙҙың тыуған көнөн билдәләгән ваҡытҡа тура килә, бер төркөм йырсылар Өфөлә байрамға әҙерлекте тамамлап өйҙәренә таралыша. Солтанов та улар менән бергә үҙе урынлашҡан ҡунаҡханаға ыңғайлай, тик юлды аша сыҡҡанда уны еңел машина төкөп китә. Шул ваҡыттан алып күрмәй икән… Ошо хаҡта һөйләп бөткәс оҙаҡ ҡына тынып ултырғандан һуң, ул: “Әйткәндәй, бының өсөн дә үкенерлек түгел инде, республикабыҙҙың тыуған көнөндә халҡымды ҡотларға йыйынғанда, ил хәстәре менән йөрөгәндә фажиғәгә тарығанмын, тимәк, был үтә ҙур ҡорбан түгел”, – тип ҡуя.
Ғөмүмән, Абдулла олатайҙың тормошо һәүәтемсә, үҙ яйы менән һүтелә бара икән. Нисек йәшәргә кәрәклеген атай-әсәйемдән өйрәндем, тип яҡын кешеләрен иҫкә ала ул. Атаһы йырсы һәм ҡурайсы була. Ҡустыһы Мозафарҙы ла ҡурайсы тип беләләр. “Халыҡ йырҙарын атайымдың тубығына ултырып тыңлай торғайным, үкенескә күрә, йәшләй китеп барҙы, һуғыштан һуң әсәй ҙә мәрхүмә булып ҡалды. Ә бына улар башҡарған “Ильяс”, “Иҫке Урал” йырҙары әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғыраған төҫлө…”
Башлап өйрәнгән әҫәрҙәре “Урал”, “Буранбай” була уның. Ҡайһы бер йыр белгестәренән ишетеүебеҙсә, бөгөн “Буранбай”ҙы төрҙәргә бүлеп, Солтанов вариантын барлыҡҡа килтергәндәр. Иң боронғо, иң дөрөҫ алым тип иҫәпләйҙәр уны. Ауыҙынан һүҙ ҙә тартып алып булмаҫтай олатай йыр-моң тураһында һөйләшкәндә генә йәнләнеп китә. Әңгәмәләшкәндә ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп, үҙ алдына һыҙғырып көйләп тә ебәрә ул. Йырға тоғролоҡ, тигәндәй, биш-алты йәшенән башлана уның халыҡ алдына сығыш яһауы. Беренсе уҡытыусыһы Мәфтүха Суфиянова дәртләндерә уны был аҙымға. Шунан бирле йырҙы ташлағаны ла булмай. Ул бармаған райондар, ауылдар юҡтыр ҙа, хатта сит ил сәхнәләрендә башҡорт моңдарын яңғыратырға тура килә уға. “Колхозда эшләп йөрөгән ерҙән Өфөгә саҡырталар ҙа, сит илгә гастролдәргә ебәрә лә ҡуялар ине. Ул осорҙа ни хат яҙып өлгөрмәйһең, ни башҡа төр бәйләнештең аҡрын сағы, кәләш белмәй ҙә торғайны ҡайҙа сығып киткәнде, колхоз башлығы аша, башҡа етәкселәр менән бәйләнешкә сығып бер-нисә айҙан ғына табып ала ине үҙемде, сит илдә йөрөгән сағымда”, тип көлөп иҫенә ала хәҙер ул саҡтарҙы. Әйткәндәй, олатай бер йыл самаһы элек гүр эйәһе булған ҡатынын һағына, унһыҙ тормошҡа өйрәнә алмайым, тип һүҙһеҙ ҡала.
Үткәндәренә күҙ йүгерткәс кенә ҡарт күңеле йомшарып, яҙылып китте уның. Кәләше менән танышҡанда ла бит, ҡырҙа көтөү көткән сағы була. Бер төркөм ҡыҙҙар, йырсы Абдулланың колхоз малдарын ҡайҙа йөрөтөүен белеп алғас, көн дә сейә йыйырға шул тирәгә килгән икән. Сейә ҡайғыһы булмағандыр инде ҡыҙ-ҡырҡында, анауындай сибәр, һыу һөлөгө кеүек егет Ҡара биҙәү тауы таштарын дер ҡалтыратып йырлағанда. Шулай таныша улар буласаҡ ҡатыны таҡмаҡсы – Нәҙибә Ҡотоева менән.
– Тауышымды һаҡларға тырыштым. Барыһы ла һоҡланды, яратты бит. Көнсөлдәр ҙә табыла торғандыр инде. Бер ваҡыт күрше ауылдан үҙемдән өлкәнерәк йырсы мине киске уйынға саҡырҙы. Ун алты-ун ете йәштәр самаһы ине, маҡтай-маҡтай, көсләшә-көсләшә һалҡын һыра эсерҙе, ти ул.
Шул ваҡыт уның тыны быуыла һәм ике-өс ай буйы йырлау түгел, һөйләшә лә алмай. Бәхеткә күрә, Абдулланың тауышы кире ҡайта. Был ваҡиға уға ғүмерлек тормош һабағы ла бирә. Шунан бирле ул иҫерткес эсемлектәр ҡабул итмәй. Дәрәжәһенә күрә, ниндәй генә ҡунаҡтарға саҡырылмай әммә бер ҡасан да эсеп, шайылдап ултырмай. “Тауышҡа хилафлыҡ килтереү халҡыма хыянат булыр ине, тауыш минеке түгел, ә халыҡтыҡы икәненә төшөнөп өлгөргәйнем инде”, тип ғорурлыҡ менән һөйләй хәҙер. Тәмәкене лә йәне һөймәй. Бәләкәй сағында, әле уның нимә икәнен аңламаған мәлендә, малайҙар ыңғайына ҡағыҙға мүк урап тартып ҡарай, төтөнөнә быуылып сәсәгәс, тауышҡа зарар булып ҡуймаһын тип, уныһына ла ҡул һелтәй.
Ә иң ҡыҙығы, ул бер ҡасан да техника йөрөтмәй. Минең эшем түгел ул, тип кенә ҡуя. Янында тоғро аты менән эте булһа шул еткән уға. Тик тыуған еренән, Миндәк буйҙарынан, Ҡобағошонан ғына айырмаһындар үҙен. Заманында Өфөгә филармонияға эшкә саҡырып йөҙәткәндәр икән. “Баш ҡаланан килгәндәрен ишетһәм, урманға сыға ла ҡаса торғайным. Учалынан китһәм, таш урамдар, таш йорттарҙа йәшәй ҙә алмаҫ инем, банкеттан-банкетҡа, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөп, байтаҡ һәләтле шәхестәр кеүек эсеп харап була инем”, ти ул. Ысынлап та, килешмәй ни сарабыҙ, ысын башҡорт ҡына шулай итә алалыр. Алданмай йырсы ҡаланың ялтыр-йолтор заман техникаларына, матур һүҙҙәр, маҡтау-дәрәжәләргә. Дан артынан сапмай, яратҡан ҡара атында көн дә иртән малҡайҙарын ғына урманға ҡыуыуын белә.
Абдулла олатайҙың баһаһын белеп тә бөтмәйбеҙҙер, ахыры, тәбиғәт балаһы тибеҙ. Минеңсә, тәбиғәт уның тауышында сағылыш таба: шишмәләрҙең сылтырап ҡына ағыуҙары, йылғаларҙың ярһып шашыныуы, ҡаяларҙың берҙәм шаңдауы, тауҙарының үкһеп ауаз һалыуҙары, һомғол ҡарағайҙарҙың ғорур аһәңе, һабантурғай һайрауы, имәндәренең оҫҡоп ирәйеүе, Урал ҡаялары өҫтөндәге бөркөттәрҙең саңҡыуы… Шулайҙыр, юғиһә тауыш күрһәткесе буйынса ике октава юғары алынған күкрәк төпкөлөнән ағылған моң сит ил тамашасыларын да аяғүрә баҫтырып, таң ҡалдыра алмаҫ ине. Ҡабат-ҡабат сәхнәгә һорап сығарыуҙар, данлы башҡорттоң йәшәйешен һыҡрап та, ғорурланып та йырҙары аша асып биргән Абдулла Солтанов өсөн иң тетрәндергес мәлдәр була. “Сит ерҙәрҙә башҡа милләттәр йырҙың һүҙҙәрен аңлап та етмәй, әммә илап тыңлай ине. Тимәк, халҡыбыҙ тормошон сағылдырған йыр-көйҙәренән бөйөгөрәк нәмә юҡ бөгөн. Оҙон көйҙәр йәшәй икән, милләтебеҙҙең данлы тарихы ла тере буласаҡ, үҙебеҙ ҙә бирешмәбеҙ. Шуның өсөн йырлағыҙ, егеттәр-ҡыҙҙар, һеҙ ҙә минең кеүек, ябай ауыл балаһы бит, әллә ниндәй шайтан һыуына, шайтан уйындарына әүрәп йөрөгәнсе, тау-урманға сығығыҙ ҙа йырлағыҙ”, – тип бөгөнгө йәштәргә үтенесен дә белдереп алды.
Ысынлап та, беҙ бит ауыл балалары, тип ҡыуанышһаҡ та, тәбиғәттән ни тиклем алыҫ икәнебеҙҙең аңланым мин Абдулла олатай эргәһендә. Ә бит уның үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа ауырығаны булмай. Ана шул ауылдың саф һауаһы, тәбиғи дауаһы тәьҫиренәндер бөгөн дә, тауышы йәш егеттәрҙеке кеүек гөрөлдәп сыға. Үҙе бик теремек, һау-сәләмәт көн күрә. Тик шул күкрәк төпкөлөнән урғылған, юғары ноталарҙан алынған йырҙар ғына, тыштан һиҙҙермәһә лә, эстән быуындары тарамышланған өлкән кеше икәнен һиҙҙерә күрәһең, бер-нисә йырҙы йырлағас та ҡан баҫымы күтәрелеүенә генә зарланып ала. Шулай ҙа, артыҡ бер нәмәгә лә өмөт итмәй генә йәшәгән Ғабдулла Солтанов тормошонан риза. Әйткәндәй, уны һәр ваҡыт сәхнәгә Абдулла Солтанов тип саҡырһалар ҙа, ғүмер буйына атаһы ҡушҡанса Ғабдулла булып йәшәй ул.
Башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ та, көнләштерерлек тә итеп тормош көтә белгән олатай, ә үҙенә бит дүрт синыфты тамамлағас бүтән уҡыу ҙа эләкмәгән. Ат менән, йә булмаһа етмеш-һикһән саҡрым алыҫлыҡтағы райүҙәккә йәйәү йөрөп белем алалар. Һуғыш башланып киткәс уныһынан да яҙалар, бөтәһе лә колхоз эшенә егелә, кемеһе мал көтә, кемеһе баҫыу эштәрен башҡара. Эйе, бала-сағы ауыр осорға тура килә бөгөн хөкүмәт тарафынан бирелгән йылы ҡала фатирында, йомшаҡ диванда ултырып хәбәр һөйләгән ир-уҙамандың. Әммә ниндәй заманда йәшәһә лә, йырҙарынан айырылмай. Үҙенең бит музыка буйынса белем алыу мөмкинлеге лә булмай. Үҙ аллы йыр-моң мәктәбе үтә ул. Атаһының нисек йырлағанын тыңлап, шул рәүешле һүҙҙәрҙе ятлап алып, йөрәгендә эшкәртеп сығара ул халыҡ моңдарын. Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Башҡортотандың халыҡ йырсыһы тигән данлы исемгә лә тап төшөрмәй Абдулла олатай.
Абдулла Солтановты күрергә тип барғанда ҡыш ине әле. Бына яҙ етер, ҡарҙар ирер, ә беҙ ҡалалағы өйҙө ташлап ауылға, Ҡобағошҡа күсеп ҡайтырбыҙ, тип балаларса бер ҡатлылыҡ, сабырһыҙлыҡ менән яҙҙы көтә икән үҙе. Әле бергә көн күргән Гүзәл апай ҙа түбәндәгеләрҙе әйтә биреп ҡуйҙы:
– Такси саҡыртып ҡайта ла китә, ауылға, унда һыуыҡ тип, кире килтерәбеҙ. Эй, ярата бит ул Ҡобағошон. Ике һүҙҙең береһендә ауыл. Шунан һыҙғырып, йырлап ебәрә, – тип йылмая.
Былай күңелһеҙ йәшәмәй улар. Телевизорҙан, радиоалғыстан йыр-моң ағылып тора. Бер нисә башҡорт баҫмаһын алдыралар. “Донъянан артта ҡалыу ҡайҙа ти инде, киреһенсә, алда барабыҙ шикелле”, тип ҡыуанышалар. “Хәҙер Интернет тигән нәмә әүҙемләшкән икән, Йәштәр бер төндә бешле-сейле йыр әүәләй ҙә, икенсе көнөндә үк шунда сығарып һалып та ҡуя тиҙәрсе. Йырлағас-йырлағас уны халыҡ йырҙарынан башлайҙар, оҙон көйҙән”, – тип, ризаһыҙлығын да белдереп ала ул ана шул йырлай белмәгәндәрҙең шаҡы-шоҡо менән халыҡты алдауынан ҡурҡып.
Күп һөйләп бармауын, һүҙгә һаранлығын, хатта бер аҙ ҡырыҫыраҡ та булыуын телгә алып үткәйнем инде. Шуға ла уңайһыҙланғандай итеп, ваҡыты-ваҡыты менән: “Кешеләргә әйтеремде йырҙар аша ғына аңлатып өйрәнгәнмен”, – тип ҡуя. Ә беҙ аңлайбыҙ, Абдулла олатай һине, һөйләмәһәң дә, күңелеңдә ниҙәр ҡайнағанын, үҙеңдең генә түгел атай-олатайҙарыбыҙҙың ниҙәр кисергәнен төшөнәбеҙ: тауышыңдан, һағышыңдан, ым-ишараңдан.
Бына, Абдулла олатай тәҙрә төбөнә килеп баҫты һәм һүҙен йомғаҡланы, байтаҡ тын тороҙо – уҙған ғүмерен байҡаны, ахыры. Минең күҙҙәрем дә алыҫтағы офоҡтарҙан сыбыртҡыһын һөйрәп бөтә ғүмерен йырға һәм малҡайҙарына бағышлаған кескәй малайҙы эҙләне. Күкрәк ситлеген йыртырҙай булып дәһшәтләнеп урғылған тауыш бер килке йөрәгем ҡылдарында ҡағылып-һуғылып торҙо ла, асырғанып һауаға атылған ҡошсоҡтай талпынды, аңым ата-бабамдың әбей батша һалдырған Себер юлына бығауҙарҙан һарҡып тамған ҡанына буялды, ҡолағыма Буранбайҙың хаҡлыҡ өсөн көрһөнөп сыҡҡан эҫе тыны килеп бәрелде… Ирендәрем иһә: Абдулла олатай, мәңге йәшә, үлмәһен һинең йырҙарың, үлмәһен халҡым тарихы, тип кенә шыбырлай алды…