Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
25 Октябрь 2019, 16:34

Арҙаҡлы түрәләр һәм беҙ

Рәсүл Ғамзатов, Кайсын Кулиев, Михаил Дудин, Сыңғыҙ Айтматов, Давид Кугультиновтар менән бергә мин оҙаҡ йыл­дар буйы дуҫ, татыу йәшәнем. Сәбәбе сыҡҡанда, форсат табып, сәбәп булмағанда яй сығарып, бер-беребеҙҙең иленә йөрөштөк, икмәк-тоҙ татыныҡ. Шул арҡала ер-һыуҙарыбыҙҙы, халыҡтарыбыҙҙы яҡын иттек, яҡын күрҙек. Кавказ­дан килгән мосафир Рәсүл йәки Ҡайсын исеме менән ише­гемде ҡаҡты. Үҙемдең яҡташтарым ул тарафтарға барып сыҡһа, дуҫтарым уларға яҡты сырай, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Мәскәүҙең үҙендәме, Советтар Союзының бүтән ҡалаларын­дамы осрашһаҡ, әңгәмәләр танһыҡ, табындар уртаҡ булды. Бер ҡашыҡтан тигәндәй ашаныҡ, бер касанан эстек. Хәҙергә әле дүртәүебеҙ иҫән. Икәүебеҙ юҡ. Ҡайсын Кулиевты 1985-тең май йәшендәре яндырҙы, унан һуң ун йыл уҙғас, Михаил Дудин декабрь бурандарына инеп юғалды.#Шоңҡаржурналы #МостайКәрим

Рәсүл Ғамзатов, Кайсын Кулиев, Михаил Дудин, Сыңғыҙ Айтматов, Давид Кугультиновтар менән бергә мин оҙаҡ йыл­дар буйы дуҫ, татыу йәшәнем. Сәбәбе сыҡҡанда, форсат табып, сәбәп булмағанда яй сығарып, бер-беребеҙҙең иленә йөрөштөк, икмәк-тоҙ татыныҡ. Шул арҡала ер-һыуҙарыбыҙҙы, халыҡтарыбыҙҙы яҡын иттек, яҡын күрҙек. Кавказ­дан килгән мосафир Рәсүл йәки Ҡайсын исеме менән ише­гемде ҡаҡты. Үҙемдең яҡташтарым ул тарафтарға барып сыҡһа, дуҫтарым уларға яҡты сырай, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Мәскәүҙең үҙендәме, Советтар Союзының бүтән ҡалаларын­дамы осрашһаҡ, әңгәмәләр танһыҡ, табындар уртаҡ булды. Бер ҡашыҡтан тигәндәй ашаныҡ, бер касанан эстек. Хәҙергә әле дүртәүебеҙ иҫән. Икәүебеҙ юҡ. Ҡайсын Кулиевты 1985-тең май йәшендәре яндырҙы, унан һуң ун йыл уҙғас, Михаил Дудин декабрь бурандарына инеп юғалды.

Ул осорҙоң «тоталитар» тигән режимы шарттарында аҙым һайын алан-йолан ҡаранып, ҡурҡып-өркөп йәшәмәнек. Әҫәрҙәребеҙҙә лә күҙ күргән, ҡолаҡ ишеткән актуаль сәйәси күренештәргә шапыртып дан йырлау менән мауыҡманыҡ. Хәйер, ташламалар осрағандыр. Мәҫәлән, үҙемдең «Һаумы, иртәгә!» тигән шиғырымды әйтеп була. Ул, моғайын, минең берҙән-бер шау-шыулы көнүҙәк шиғырымдыр. Ә асылда беҙ ижадыбыҙҙа ысынбарлыҡтың үҙе менән бик йыш бәхәскә индек тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Биш дуҫымдың ижадын танып белгән кеше шуны әйтер: уларҙың береһе лә юғары властарҙың, рәсми даирәләрҙең йәки сәйәси конъюктураның, ҡушыуы буйынса яҙманы. Шулай ҙа беҙ заманыбыҙҙың кил­мешәктәре түгел, үҙ кешеләре инек. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡаҙаныштары ла, табыштары ла, юғалтыуҙары ла беҙҙе сит­ләтеп уҙманы. Беҙ ил менән бергә ҡыуандыҡ, бергә хәсрәт­ләндек. Әйтер һүҙҙәребеҙҙе киләсәккә һаҡламаныҡ, ваҡытында әйттек яҙғаныбыҙҙы «киләсәк өсөн» тип өҫтәл тарт­маһына бикләмәнек. Фекерҙәребеҙҙең хағы ла, хәҙергесә ҡарағанда, нахағы ла, күңелдә яралып, аҡ ҡағыҙға төштө, һәммәһе лә ихлас ҡылынды. Сөнки беҙ заманыбыҙҙың үгәй балалары түгел, үҙ улдары инек. Ватан алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо ла, рух хөрлөгө лә ана шунан килә.
Үҙ республикабыҙҙың етәкселәре менән (улар, әлбиттә, Партия әлкә комитетының беренсе Секретарҙары) күпселе­гебеҙ асылда килешеп йәшәнек. Әммә һәр сөскөргәндәренә: «Йәрхәмбикә, алла!» — тип хуплап торманыҡ.
Бер саҡ үҙәк комитеттың культура бүлегендә ике-өс иптәш менән үҙ-ара былай ғына әңгәмәләшеп ултырғанда Нина Жильцова тигән иптәш миңә һорау бирҙе:
Һеҙ Зыя Нуриевич менән дуҫһығыҙ, буғай. Ҡунаҡҡа йөрөшәһегеҙме?
– Былай дуҫбыҙ. Ләкин ҡунаҡҡа йөрөшмәйбеҙ.
– Ниңә улай?
– Шулай. Обкомға килһәм, батшаға инәм. Быныһы тәби­ғи. Ә инде өйөмә саҡырһам, ҡунағым — батша, уға барһам, хужам батша буласаҡ. Бер үҙемә өс батша. Күберәк бит... — тип аңлаттым.
Бүлмәләгеләр тәүҙә сәйерһенделәр, унан ҡысҡырып көлдөләр. Минең яуабым шаярыу кеүегерәк булһа ла, ирмәк өсөн генә әйтелгән һүҙ түгел ине. Юғары етәкселәр менән мөнәсәбәт ҡағиҙәм шул. Һәм уны мин һаҡлай килдем. Ә инде «бер үҙемә өс батша» һуңыраҡ әлеге иптәштәр араһында шаян һүҙгә әйләнеп китте.
Дуҫтарым тураһында һүҙ ҡуҙғатыуым шунан. Ҡайһы саҡта беҙ ҡыҙмаса баштан ирәйеп китеп, үҙебеҙҙең етәксе­ләргә ҡарата шаянлыҡ ҡына түгел, инсаф ҡағиҙәләренә һыйып бөтмәҫ шуҡлыҡ та күрһәткеләңек. Алтмышынсы йыл­дар уртаһында булыр, Мәскәүҙә РСФСР Яҙыусылар союзы­ның ниндәйҙер йыйылышы КПСС Үҙәк Комитеты Пленумы барған көндәргә тап килде. Беҙ ҙә, республикаларыбыҙ етәкселәре лә «Москва» ҡунаҡханаһында торабыҙ. Бер кисте һуңлатып бишәүебеҙ Рәсүлдең ҙур номерына йыйылдыҡ. Сыңғыҙ был саҡ Мәскәүҙә юҡ ине. Ярты төн ауышып, табын ҡыҙа, һүҙ ҡуйыра төшкәс, хискә тиҙ бирелеүсән тәүәккәл Ҡайсын Кулиев хәтәр тәҡдим яһаны:
– Әйҙәгеҙ, егеттәр, батшаларҙың шағирҙарға булған мөнәсәбәтен һынап ҡарайыҡ!
Беҙ аптырабыраҡ ҡалдыҡ. Ундай һынауһыҙ ҙа бында эш­тәр көйлө бара. Ҡайсын төшөндөрөп бирҙе:
Һәр беребеҙ үҙенең Беренсеһенә хәҙер үк шылтыра­тып, ай-вайына ҡарамай, түшәгенән торғоҙоп, бында саҡыра. Телефондарын беләһегеҙҙер. Килгәне беҙгә хөрмәт күрһә­тер, килмәгәне үҙен күрһәтер.
Ысынлап та, шәп тәҡдим бит! Ҡомарланып киттек. Тәүҙә Кулиев үҙе шылтыратты. Еңел һөйәкле сибек Мальбаков биш-ун минуттан килеп тә етте. Рәсүл Данияловҡа: «Абдрах­ман Даниялович, бында һеҙҙе минең дуҫтарым бик күрергә теләй – исемдәребеҙҙе теҙеп сыҡты – ике ҡулығыҙҙа ла күстәнәс булһа, ишекте тибеп асығыҙ», – тип ишара яһаны. Әлбиттә, йомарт Абдрахман Даниялович буш ҡул менән кил­мәне. Мин Зыя Нуриевичты уяттым. «Тапҡанһығыҙ ваҡыт, Хужа Насретдиндәр, йоҡлай инем бит!» – ти. «Хужа Насретдинды» ул, ғәҙәттә, ғәйепләп түгел, еңелсә хуплап йә саҡ ҡына битәрләп әйтә. Мин табындаштарымды һанап торманым. «Биш шағир ашамай-эсмәй зарығып көтә», – тинем. Күп тә үтмәй йәтеш ҡара костюм кейгән, ап-аҡ күлдәгенә ҡара галстук таҡҡан мөһабәт Нуриев пәйҙә булды. Михаил Дудин Ленинград Секретары Толстиковҡа шылтыратманы ла: «Кү­ңелем ятҡан кеше түгел», – тине. Давид Кугультинов үҙҙәре­нең Городовиковына ике тапҡыр шылтыратты. Вәғәҙә итте, тине. Килмәне. Давид менән аралары ла бик үк һәйбәттән түгел ине, буғай. Званиеһы буйынса генерал-майор булған түрәнең ниндәйҙер шағирҙар менән буталып, ваҡланаһы килмәгәндер, бәлки.
Күпме ултырғанбыҙҙыр, иҫәпләмәнек. Әммә иртәгәһен һәр ҡайһыбыҙ үҙ юлына, үҙ эшенә китте.
Теге саҡта был ҡылығыбыҙға бер шаянлыҡ, бер мәрәкә итеп кенә ҡараныҡ. Әле килеп уйлаһаң, уның мәғәнәһе лә бар кеүек. Йәғни беҙҙең етәкселәребеҙ шағирҙарҙың һүҙен йыҡмағандар. Йығыуҙы урынһыҙ тапҡандар. Хикмәт бында табында түгел, беҙгә булған ҡарашта, мөнәсәбәттә. Ә мөнә­сәбәт эштә лә, ашта ла бер булырға тейеш. Һүҙебеҙҙе йыҡһа­лар ҙа, үпкәләр урын юҡ. Төн уртаһында бимазаланыҡ. Аҡыл­лы Даниилов беҙҙе бөтөнләй ирәйтеп үк ебәрҙе: «Бынау төн уртаһында бер юлы ҡыҙмаса биш шағир менән табындаш булыу тағы кемгә тейә? Шағирҙар өсөн!» – тип бокал күтәрҙе.

* * *

Нуриев эшләгән йылдарҙа төрлө ерҙәге төрлө байрам­дарға хөкүмәт делегациялары бара торғайны. Делегаттар ара­һында йә эшсе, йә колхозсы, йә әҙәбиәт, сәнғәт, фән вәкил­дәре була. 1960 йылдың майында Татарстан Республикаһы­ның 40 йыллығына йүнәлгән хөкүмәт делегацияһы, мәҫәлән, дүрт кешенән тора ине — Беренсе Секретарь Зыя Нуриевич Нуриев (башлығыбыҙ), моторҙар төҙөү заводының эшсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Любовь Волкова, композитор Заһир Исмәғилев, яҙыусыларҙан – мин. Элек беҙҙә эшләп киткән Семен Денисович Игнатьев – хәҙер Татарстан әлкә комитетының беренсе Секретары – беҙҙе айырыуса иғти­бар, хөрмәт менән солғаны. Тантаналар йәмле уҙҙы. Уҙҙы ла китте. Ә бына Зыя Нуриевичтың сабыр ҡылығы ғүмергә хә­терҙә ҡалды.
Байрамдың һуңғы көнөндә Любовь үҙ мәшәҡәттәре менән булды, ә беҙ өсәүебеҙ Лениндың йәшлегенә бәйләнгән иҫтәлекле Кокошкино утарына юл тоттоҡ. Заһир менән икебеҙҙең үтәлмәгән бер вәғәҙәбеҙ бар ине. Шул эсте ҡырып ҡуйҙы. Нәҡи Иҫәнбәт ағай кистән шылтыратып: «Заһир ме­нән икәүегеҙ тупһам аша атлап ҡына сыҡһағыҙсы», – тигәй­не. Машинаға ултырғас, мин был хаҡта етәксебеҙгә бел­дерҙем. «Вәғәҙәне үтәү кәрәк, Нәҡи ағайға иғтибар күрһәтеү тейешле», – тине ул. Шоферға адресын әйттем. Урау ҙа түгел икән. Барып еткәс, Нуриев машинанан төшөргә ашыҡманы. «Әйҙәгеҙ инде», – тигәс тә ҡуҙғалманы. «Мин дә инһәм, оҙаҡ торолор. Барығыҙ, сәләм бирегеҙ ҙә 15–20 минуттан әйләне­геҙ. Минең бындалыҡты әйтмәгеҙ. Нәҡи ағай ебәрмәҫ, юғиһә».
Бер ингәс, ваҡыт һиҙелмәгән дә. Гөлсөм апайҙың мул һыйынан берәм-берәм ауыҙ итмәй буламы һуң? Сәғәткә яҡын ваҡыт уҙғас ҡына Нәҡи ағайға Кокошкиноға барышлай юл ыңғайына һуғылыуыбыҙҙы, урамда Зыя Нуриевич көтөп торғанын әйттек. Ағайыбыҙ беҙгә ныҡ үпкәләне, оло ҡунаҡ алдында оялыуынан беҙҙе оҙата ла сыҡманы. «Ну, Хужа Насретдиндәр, муйынығыҙға сәғәт аҫып ебәрәһе ҡалған икән... Ярай әле имен-аман икәнһәгеҙ», – ти Нуриев. Тауышы ты­ныс., битәр-фәлән һиҙелмәй. «Беҙ ни, һеҙ ял итә төшһөн, тип, йыбандыҡ», – тигән булдым, башҡа дәлил тапмағас.
Ҡунаҡтан күтәренке кәйефтә килеп сыҡҡан композитор менән шағирҙың хәтерен ҡырырлыҡ бүтәнсә ләм-мим һүҙ әйтмәне. Былай һауалы ғына түрәләрҙән булһа ла, ваҡсыл, мыжыҡ кеше түгел ул. Ҙур шәхес. «Түрәкәй» тигән йырҙы яратыуы ла тиктәҫтән түгел. Уның да мәғәнәһе барҙыр, моғайын.
Парлап та ғына парлап ат ектергән, тимен,
Һай турәкәйгенәһе,
Ҡайһы илдәрҙән килгән был түрә?
Был түрәлек, ай-һай, бирелде микән, тимен,
Һай турәкәйгенәһе,
Аҡылдары камилға күрә?
Камил аҡыллылар хатта ахмаҡтарға ҡарата ла мәрхәмәтле, рәхимле булалар.
Кокошкинонан бик күңелле йөрөп ҡайттыҡ.
Читайте нас: