Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
28 Октябрь 2019, 13:51

Сатнамаған ҡояш ҡалдырам

Мостай ағай оло аҡыл эйәһе ине. Республикабыҙҙа ваҡиғаларҙы уның һымаҡ дөрөҫ күҙаллаған башҡа берәүҙе белмәйем. Сәйәсмәндәрҙең дә бик һирәгенә хас был зирәклеккә шағир күңеленең һиҙгерлеге лә ҡушылғандыр... Кеше булараҡ, ул идеалға яҡын ине. Кемдең кемлеген билдәләүсе сифаттарҙың иң тәүгеһе итеп ул намыҫты һананы. Намыҫыңа хыянат итһәң, Алланан ярлыҡау һорауҙа ла мәғәнә юҡ, тип иҫәпләне.#МостайКәрим #Шоңҡаржурналы

Мостай ағай оло аҡыл эйәһе ине. Республикабыҙҙа ваҡиғаларҙы уның һымаҡ дөрөҫ күҙаллаған башҡа берәүҙе белмәйем. Сәйәсмәндәрҙең дә бик һирәгенә хас был зирәклеккә шағир күңеленең һиҙгерлеге лә ҡушылғандыр.

Кеше булараҡ, ул идеалға яҡын ине. Кемдең кемлеген билдәләүсе сифаттарҙың иң тәүгеһе итеп ул намыҫты һананы. Намыҫыңа хыянат итһәң, Алланан ярлыҡау һорауҙа ла мәғәнә юҡ, тип иҫәпләне.
“Донъялар шундай болғансыҡ заманда үҙеңдең бәләкәс кенә яланғас йөрәгеңә, ҡараңғылы-яҡтылы аҡылыңа, аяҙлы-болотло өмөтөңә таянып, тормоштоң мәңгелек асылына нисек тоғро ҡалырға инде. Ә ҡалырға кәрәк”, - тип яҙғайны ул 1990 йылда сыҡҡан “Ғүмер миҙгелдәре” китабына инеш һүҙендә. Ниндәй генә ғәрәсәтле дәүерҙә йәшәп, ер тетрәүгә тиң йән тетрәнеүе аша үткәндә лә быға тиклем инанған төп ҡиммәттәреңә тоғролоҡ һаҡлауҙың һоҡланғыс өлгөһө булды әҙиптең артабанғы көндөре.
Үҙгәртеп ҡороу өйөрмәләрендә бәғзеләр көслө ел төрлө яҡҡа һипкән сүп кеүек ҡаңғырыша башланы. Көслө шәхестәр ул балала ла үҙ урынын тапты. Мостай Кәрим дә , мөһим мәсьәләләр хәл ителгәндә, Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле халҡы күҙ терәп торған абруйлы ил ағаһы дәрәжәһен төшөрмәне.
Мостай ағай – тотош Ер шарында ла ғәжәйеп асыштарға ғына түгел, бығаса күрелмәгән фажиғәләргә лә юл асҡан XX быуат балаһы. XX быуаттың Фирҙәүсийе, Пушкины, Моцарты юҡ. Йөрәккә ҡарағанда, аҡыл менән иҫәп алдараҡ йөрөнө. Был да үҙенсә һәйбәттер. Әммә әҙәбиәт йөрәк менән яҙыла.
Ҡан ҡойғос һуғыш аша үтеп, күңелендә мөлдөрәмә шиғыр алып ҡайтыу – үҙе үк оло ҡаһарманлыҡ. Йәшәгән заманы, күргән-кисергәндәре бихисап шиғырҙарҙан, поэмаларҙан тыш, “Ай тотолған төндө”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедияларын, “Диктаторға ат бирегеҙ!” сәйәси памфлетын тыуҙырҙы, “Ярлыҡау” повесы, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” яҙылды. Был әҫәрҙәр ул саҡтағы икһеҙ-сикһеҙ Советтар союзы аша киң донъяға ынтылды. Трагедияларын Берлин студенттары өйрәнһә, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”ҡа һоҡланыуын Мостай Кәримдең дуҫы, Ҡытай шағиры ... былай тип белдерҙе: “Шағир булмышынан түгелгән был прозаны кинәнеп уҡып сыҡтым. Гүйә, Башҡортостандың йәшел болондары аша үттем, саф һәм таҙа йылғаларын кистем”.
“Ай тотолған төндө”ләге Аҡман сәсәндең әйткәнен яҙыусының васыяты тип ҡабул итәм:

Ҡолдар булыу яман түгел, ҡоллоҡ яман.
Еребеҙҙә бөтөр ҡолдар берәй заман.
Ҡолдар бөтөр. Рухыбыҙға батша булып,
Йән түрендә тәхет табыр ҡоллоҡ һаман.
Рухтарҙы шул бахыр иткән ҡоллоҡ яман.

Үҙенең XX быуаттың һоҡланғыс мәлдәрен дә, аяныслы хәлдәрен дә йөрәге тибеше аша ҡағыҙға күсереп, әҙип кешегә нисек кеше булырға, тигән мәңгелек һорауға яуабын уҡыусылары менән бүлешә. Шуға ла был әҫәрҙәр килер быуындарҙың да күңеленә тереһыуҙай өмөт бөркөр ҡөҙрәткә эйә.
Мостай ағайҙың көндөлектәрендә уйландырылыҡ бер сюжет бар. Уны “Йәйәүле Мәхмүт”те яҙыуҙан алда теркәп ҡуйған. “Юлдан йәйәүле бар. Ямғыр яуа. Арттан килгән еңел машина, мөһабәт кәүҙәле ошо ир тәңгәленә еткәс, батҡаҡҡа бата. Йәһәт кенә этеп сығара. Машина эсендәгеләр һөйләшә:
- Ултырайыҡ...
- Итектәр бысраҡ бит...
Ҡуҙғалып китәләр. Йәйәүле иһә ярҙам итә алыуына ҡыуаныуҙан ҡул болғап оҙатып ҡала”.
Беҙҙең яҡшылыҡты, сафлыҡты рәнйетеүҙән ҡурҡмауыбыҙҙың миҫалы был. Изгелек, паклыҡ бөгөн айырыуса ҡурсалауға мохтаж.
XXI быуат тағы ла ҡаты бәғерлерәк. Уға әҙәбиәтәге тәрәнлек кәрәкмәй. Хатта Толстой, Достоевский ише мәшһүр һүҙ оҫталары мираҫын фильмдар, спектаклдәр аша көнкүреш кимәленә төшөрөргә ынтылыш бара.
Башҡортостан тупрағында тыуған, халҡыбыҙҙың меңәр йылдар дауамында ижад ителгән булмышынан яралған бөйөк шағирыбыҙҙың һүҙ сәнғәтен ҡәҙерләп һаҡлау, аманат итеп киләсәккә тапшырыу – һәммәбеҙҙең уртаҡ бурысы, тип әйтергә йөрьәт итәм.

Яҙмыш даръям! Һинең соңғолдарҙа
(Үҙем генә беләм) аҙмы хата,
Аҙмы шик-шомдарым,
Әрнеүҙәрем,
Аҙмы ғәйеп-үкенеүҙәр ята?!
Өйөрөлә выждан ғазаптарым
Өйөрөлмәктә, аҫта, төпкөлдәрҙә...
Ирмен, тиһәң, шунда тура ҡара
Ҡара төндә,
Ҡара
аҡ көндәрҙә!

Мостай ағай үҙенең күңеленә лә, бүтәндәрҙең күҙҙәренә лә тура ҡарап, иң тәүҙә үҙ намыҫы алдында һынау тотоп йәшәне. Ҙур шағир ғына түгел, ҙур кеше лә ине ул.

Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр һеҙгә
Нимә ҡалдырам тип ҡаңғырам,
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған Ҡояш ҡалдырам.

Ғаләмдә, һыуыҡ бушлыҡта, йөрәк кеүек һулҡыған Ерҙең, төнгө шартлауҙар, түккән ағыуҙар яфалағандан һуң таң атыуға уны сабыйылай күреп ҡосағына алып дауалаусы Ҡояштың яҙмышы беҙҙең ниндәй булыуыбыҙға ла бәйле шул.

Йомабикә Ильясова.

Читайте нас: