Мостай Кәримдең әҫәрҙәр йыйынтығы Зыя Нури улы Нуриевтың китап шкафында Пушкин томлыҡтары менән бер рәттән тора. “Мостай Кәрим – беҙҙең Пушкин”, – тип белдерә уңайлы эш кабинеты хужаһы, минең ҡарашымды тотоп һәм дуҫы 1958 йылдың 28 июлендә автограф менән бүләк иткән китапты ҡулына ала. “Һин бик сығынсаҡ атты ауыҙлыҡланың! Уны тотор өсөн тәнеңә, ҡулдарыңа көс бир! Башыңа, йөрәгеңә бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам бир!” – шағирҙың дуҫына каллиграфик почерк менән яҙылған теләгенең мәғәнәһен шулай аңланым мин.
“Мостай менән мин 1957 йылда, КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһына тәғәйенләнгәс, дуҫлаштыҡ, – тип хәтерләй Зыя Нури улы, – ә бер йылдан һуң ул миңә китабын бүләк итте, шунан бирле уны Пушкин менән рәттән тотам”.
...Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зыя Нури улы НУРИЕВ менән уның Мәскәүҙәге фатирында беҙҙең осрашыу шулай башланды. Беҙ нигеҙҙә Мостай Кәрим тураһында һөйләштек...
– Һеҙ Мостай Кәрим менән Пушкинды бик уңышлы сағыштыраһығыҙ. Мостай Кәрим шағир ғына түгел, ул – беҙҙең йәмғиәттә берләштереүсе, нығытыусы башланғыс та. Уның ижадын баһалаусылар “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”ты, пьесаларын, шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡый ала, ләкин республиканың иң уртаҡул уҡыусыһы ла уның “Донъя картаһында ерем / Бер япраҡ саҡлы ғына” тигән легендар юлдарының тәрән мәғәнәһен ғорурлыҡ менән телгә ала. Һеҙҙеңсә, Зыя Нуриевич, халыҡ шағирының феномены нимәлә?
– Мин аныҡ әйберҙәр тураһында һөйләйәсәкмен. Ул мин етәкселек иткән осорҙа 12 йыл буйы республика Яҙыусылар союзының рәйесе булды. Ә был, билдәләп үтергә кәрәк, ябай ғына ижади берләшмә түгел, уның эсендә һәр ваҡыт ялҡын дөрләй. Ижади мөхит ул. Мостай ҡәләмдәштәренә әҙәпле булды, йәштәргә ныҡышмалы юл асты, баҙнатһыҙҙарҙы, ҡыйыуһыҙҙарҙы хупланы.
Уға йыш ҡына этлек эшләргә, уны хаҡһыҙға ғәйепләргә тырыштылар. Ләкин күңеле таҙа кешегә бер ниндәй ҙә бысраҡ йоҡмай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Мостай Кәрим һәр саҡ бик лайыҡлы, әҙәпле кеше булып ҡалды.
Ә уны башҡорт халҡының улы ғына түгел, йәнәһе, татарҙыҡы тип әйтергә күпме тырыштылар! Алыҫтағы саф башҡорт районында тыумаған өсөн, ә Өфө янындағы Келәш ауылында тыуған өсөн. Мин дә Башҡортостандың көньяғында тыуып үҫмәгәнмен, төньяҡ-көнсығыштанмын, Бөрө районынан, унда берҙән-бер башҡорт ауылы Үрге Ыласынтау тороп ҡалған, ул минең бәләкәй ватаным. Бынан бер ваҡытта ла зыян күрмәнем, үҙемде башҡа халыҡ улы тип иҫәпләмәнем. Киреһенсә, быуындан-быуынға башҡорттарҙың рухын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы яҡташтарым алдында башымды эйәм.
Мостай бер ваҡытта ла күкрәк ҡаҡманы, халыҡ һәм халыҡсанлыҡ хаҡындағы ялған патриотик темаларға сафсата һатманы, ҡәләмдәштәренең ижадын тотош СССР-ға даими пропагандаланы. Уны ул саҡтағы оло илдең йәмәғәтселеге белде һәм хөрмәт итте. Рәсүл Ғамзатов, Давид Кугультинов, Юстинас Марцинкявичюс, Михаил Дудин, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматовтар уның дуҫтары булды. Ул даими рәүештә ижади осрашыуҙар, алмашыуҙар, тикшереүҙәр ойошторҙо, уның тырышлығы арҡаһында башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәре СССР халыҡтарының бөтә телдәрендә лә нәшерләнде. Ул ҡәләмдәштәренә өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалырға юл ҡуйманы, тотош Башҡортостаныбыҙҙы күтәрҙе, унда көн иткән халыҡтар тураһында Советтар Союзының бөтә мөйөштәрендә лә хөрмәт менән һөйләргә мәжбүр итте, башҡорт мәҙәниәтен бөтә илгә асты. Башҡорт халҡына улдарса тоғролоғон бик һәйбәт иҫбатлауы ошо түгелме ни?
Милли мәсьәлә – бик нескә материя. Был хаҡта өндәшмәй ҡалыу һис кенә лә ярамай, ул быҫҡып яныусы, ваҡытында һүндерелмәгән усаҡҡа тиң, ажар милләтселәргә йүгәнһеҙләнергә мөмкинлек биреү йәмғиәт файҙаһына түгел. Бындай проблемаларҙы һәр ваҡыт бергәләп тикшерергә, тар даирәлә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан ҡасырға тырыштым. Хәтеремдә, бер заман бер ғилми институт директоры өлкә комитеттың идеология секретарына ҡаныға башланы, йәнәһе, ул татар, шулай булғас, бындай яуаплы эште уға ышанып тапшырырға ярамай. Бындай ялаларға, гәзиттәрҙәге мәҡәләләргә түҙҙем-түҙҙем дә, һуңынан теге директорҙы өлкә комитет бюроһына саҡырҙым, дәғүәләренең асылын бюро ағзаларына аңлатып биреүен һораным.
“Иптәш, һеҙ нимәнән ҡәнәғәт түгелһегеҙ?” – тип һораным.
“Миңә өс бүлмәле фатир бирегеҙ, – ти, – башҡаса был темаға яҙмаясаҡмын!”
Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Бюро ағзалары бындай асыҡтан-асыҡ һүҙҙәргә шаҡ ҡатты, ләкин беҙ уға шулай ҙа фатир бирҙек. Сәйәси дивидендтар эшләргә йәки милли мәсьәләлә үҙ файҙаһын ҡәнәғәтләндереүселәр һәр саҡ етерлек булды. Етәксенән, атап әйткәндә, милли ерлектән һәр төрлө файҙаланыуға юл ҡуймау талап ителде.
– Мостай Кәрим был мәғәнәлә һәр төрлө этник ҡурҡыу сиренән азат. Уның СССР дәүерендә 1954 йылда уҡ яҙған данлыҡлы “Рус түгелмен, ләкин россиян мин...” тигән юлдары айырым мәғәнәгә эйә! Минең ҡарашҡа, бөтә халыҡ танылыуына ул үҙенең ошо оҫта һүҙбәйләнеше менән генә түгел, шулай уҡ айырым гражданлыҡ позицияһы – татыулаштырыусы булараҡ та өлгәште. Күптәр ғауғалы осорҙа трибуналарға, майҙандарға атлыҡҡанда беҙҙең халыҡ шағиры үҙен тотанаҡлы тотто, эйфорияға бирелмәне. Ә ул йәш сағында нисек ине?
– Әлеге болалы осорҙа ғына түгел, шулай уҡ элекке йылдарҙа ла ижади мөхиттә үҙҙәрен ғәҙеллек яҡлылар тип таныусылар күп ине, ләкин улар ғәмәлдә кешеләрҙе талаштырҙы. Мостай иһә ғәжәйеп рәүештә һәр ваҡыт дәүерҙе һәм кешеләрҙе тойҙо. Борсоулы мәлдәрҙә лә ҡайһы берәүҙәр һымаҡ һөрән һалманы, ә көсөн иң мөһим нәмәгә тупланы, урынһыҙ ҡорбандарға, үпкәләргә, зыян килтереүгә юл ҡуйманы, ватандаштарын аңлы идеялар менән берләштерҙе.
Мостай бер ваҡытта ла ҡурҡаҡ, ике йөҙлө булманы. Хрущев Үҙәк Комитетты тарҡатҡас, ҡатмарлы хәл тыуыуын хәтерләйем. Йәберләнгән Молотов таш ҡалпаҡ аҫтында йәшәй, кисәге коллегалары һәм дуҫтары уның менән хатта телефондан һөйләшергә шөрләй. Тик Мостай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатовтың ғына уның хәлен белергә ҡыйыулығы етә! Мостай һуңынан минең янға килде, осрашыуҙары тураһында һөйләне, ә үҙе, һин нисек уйлайһың, беҙ дөрөҫ эшләнекме, тип һораны. “Һеҙ әҙәмсә эшләгәнһегеҙ”, – тип яуапланым.
Ғөмүмән, хәтеремдә ҡалыуынса, Мостай күптәрҙе яҡлап сыҡты. Әлбиттә, уларҙың милләтенә һәм социаль статусына ҡарамай. Быны һәр ваҡыт шау-шыу ҡуптармай, әҙәпле эшләне, тегеләр был хаҡта хатта белмәй ҙә ҡала ине. Бер мәл беҙҙең Композиторҙар союзында ғауға ҡупты, миңә бер-береһенә зарланып әле береһе, әле икенсеһе килде. Мостай Заһир Исмәғилевте яҡларға кәңәш итте, бының зарурлығын иҫбатланы. Уның кәңәшенә ҡолаҡ һалдым.
– Һеҙ Мостай Кәрим менән йыш кәңәшләштегеҙме?
– Бик йыш. Салауат Юлаев һәйкәленә урын һайлау хаҡындағы бәхәстәрҙе генә иҫкә төшөрәйек. Ҡаҙнала аҡса бер ваҡытта ла артыҡ булманы, әле лә, ул саҡта ла һаҡ тотонорға тура килде. Шуға күрә Салауаттың скульптураһын Совет майҙанына йәки Октябрь проспектында ҡала Советы алдына ҡуйҙырырға теләүселәр күп булды. Шулай ҙа һәйкәлдең авторы Тавасиев һәм ҡайһы бер мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Ағиҙел йылғаһының текә ярын һайланы. Һәйкәл бөгөн шунда тора ла инде. Мин күптәрҙе кабинетыма саҡырып, фекерҙәрен һораным. Кемдер асыҡтан-асыҡ түрәләргә ярарға тырышты, йәнәһе, һеҙ нисек хәл итәһегеҙ, шунда ҡуясаҡбыҙ, кемдер әңгәмәнән баш тартты, ҡойроҡ болғаны.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мин Ағиҙел ярына шунда уҡ ризалашманым. Был проект бик сығымлы – бихисап шәхси йорттарҙы һүтергә, барыһына ла фатир бирергә кәрәк, унан текә ярға һәйкәл ҡуйыу хәүефле лә, ҡиммәткә лә төшә ине. Икеләндем. Мостай Кәрим менән һөйләшкәс кенә һуңғы ҡарарға килдем. Ул мине Салауатты беҙ Ағиҙел ярына мәңгелеккә ҡуябыҙ, милли геройҙың скульптураһы ысынлап та Өфөнөң һәм Башҡортостандың символына әйләнһен өсөн бер тапҡыр ныҡлап аҡса тотоноу артыҡ түгел, тип ышандырҙы. Уға ошо кәңәше өсөн бөгөн дә рәхмәтлемен.
– Мостай Кәримдең “Арҙаҡлы түрәләр түрәләр һәм беҙ” тигән иҫтәлеге бар. Ул төн уртаһында Рәсүл Ғамзатов, Давид Кугультинов, Михаил Дудин һәм Мостай Кәримдең партия съезы ваҡытында “Мәскәү” ҡунаҡханаһында йәшәгән үҙҙәренең өлкә комитеттарының беренсе секретарҙарын рюмкалап сәй эсергә саҡырыуҙары хаҡындағы мәрәкәне яҙа. Был, бер яҡтан, дыуамаллыҡ, хулиганлыҡ, икенсе яҡтан, һынау була: секретарҙар яҙыусылары янына килерме? Барыһы ла килмәй. Ләкин һеҙ, Зыя Нуриевич, ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, ул һынауҙы уңышлы тотҡанһығыҙ, ап-аҡ күлдәк һәм энә-ептән сыҡҡан костюмда килгәнһегеҙ, әҙәп өсөн шағирҙарға мығырҙағанһығыҙ, уларҙы “Хужа Насретдиндар” тип атағанһығыҙ. Бәлки, Мостай Кәрим һеҙгә башҡа “тикшереүҙәр ҙә” ойошторғандыр?
– Ҡунаҡханалағы ул мәжлесте хәтерләйем, ысын күңелдән әңгәмәләштек, таң атҡансы ултырҙыҡ, ә иртән ултырышҡа киттек. Мин Мостайға миңә ышанған өсөн һәр ваҡыт рәхмәтле булдым, сөнки ижад кешеләре түрәләрҙе үҙ даирәләренә индерә һалып бармай, уй-ниәттәре менән уртаҡлашмай. Был, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Әммә беҙҙең Мостай Кәрим менән мөнәсәбәттәребеҙ, минең статусҡа ҡарамаҫтан, башҡаса булды. Был, ысынлап та, эскерһеҙ дуҫлыҡ ине.
– Мостафа Сафич әңгәмәләшкәндә миңә бер нисә мәртәбә, һәр ваҡыт үҙ урынымды белдем, тине. Быны һәйбәт кәңәш тип ҡабул иттем, хәҙер йыш ҡына ҡырҡыу хәлдәргә юлыҡҡанда шағирҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, үҙемдең хистәремде тыям. Мостай Кәрим иһә – тотанаҡлы һәм әҙәпле. Поэтик осоштоң шау-шыулы йылдарында уның “уңышһыҙлыҡтары” булманымы?
– Мин быны уның тәбиғи сифаты тип уйлайым. Ул бер ваҡытта ла бер кем менән көсләп дуҫлашманы, ҡунаҡҡа килергә үтенмәне. Ә бит күптәр уның менән дуҫлашырға ынтылды. Ә бына кемгәлер эскерһеҙ ярҙам – уның стихияһы. Минән дә мохтаждарға фатир, ярҙам һораны. Үҙе өсөн бер ҡасан да һораманы.
“Уңышһыҙлыҡтары булманымы” нимә һуң ул? Әгәр был һүҙҙәр аҫтында үҙ принциптарыңдан баш тартыуҙы, ике йөҙлөлөктө, йәмһеҙ эш-ҡылыҡтарҙы, йүнһеҙ ир-егеттәрҙе күҙ уңында тотһаҡ, Мостайҙың бындай уңышһыҙлыҡтары булманы, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Ул, әлбиттә, һынташ, мөнафиҡ булманы, сағыу тормош менән йәшәне, кешеләрҙе, тәбиғәтте, ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратты, уларҙан илһам эҙләне. Юғиһә, ул шағир булмаҫ ине!
– Һеҙ бер-берегеҙҙә ҡунаҡта булдығыҙмы, мунсаға бергә йөрөнөгөҙмө? Мостай Кәрим был һорауға Үҙәк Комитеттың мәҙәниәт бүлегендә былай тип шаяртып яуап бирә: “Обкомға килһәм, батшаға инәм. Быныһы тәбиғи. Ә инде өйөмә саҡырһам, ҡунағым – батша, уға барһам, хужам батша буласаҡ. Бер үҙемә өс батша. Күберәк бит…” Һеҙ бындай шаяртыуҙарға үпкәләмәнегеҙме?
– Яҙыусыға нисек үпкәләйһең инде? Нәфис һүҙҙә, билдәле булыуынса, фактура уйҙырмаға һыйыша. Мин мунсаға беҙҙең опера театрының басы Ғабдрахман Хәбибуллин менән йөрөнөм. Икебеҙ ҙә эҫе мунсала сабынырға ярата инек. Өлкә комитеттың икенсе секретары булып эшләгәндә халыҡ “гарнизон” тип йөрөткән Крупская менән Чернышевский урамдары мөйөшөндәге мунсаға йөрөргә яраттым. Мостай әллә ни мунса инергә яратманы. Ә өйҙә бер-беребеҙҙә булдыҡ, ләкин йыш түгел.
Һуңынан, минең Мәскәүҙәге фатирға һәм дачаға килгәндә, Мостай минең менән мунса инде. Мунсанан һуң уның менән бильярд уйнағаныбыҙҙы хәтерләйем. Мин бер нисә партияны рәттән оттом. Яныбыҙҙа бөтөрөлгән ейәнем беҙҙең уйнағанды күҙәтә, Мостай өсөн көйәләнә. Ул һуңынан былай тине: “Иҫәрҙәргә һәр ваҡыт уңыш юлдаш”. Әлбиттә, мине күҙ уңында тотоп әйтте. Беҙ Мостай менән һаһылдап көлдөк...
– Зыя Нуриевич, шулай ҙа, “арҙаҡлы түрәләр” темаһына ҡағылып, һеҙҙең матбуғаттағы тәнҡиткә ҡарашығыҙҙы белгем килә, был проблеманы берәй ваҡыт Мостай дуҫығыҙ менән тикшерҙегеҙме?
– Нимәне тикшерергә? Беҙҙең осорҙа, хәҙер әйтергә яратыуҙарынса, тоталитар осорҙа бындай проблемалар булманы. Тәнҡит түгел, ә проблемалар, сөнки мөхәррирҙәр кемде тәнҡитләргә, кемде маҡтарға икәнен үҙҙәре хәл итте. Мин ниндәйҙер тикшереү йәки эш ҡушыу өсөн мөхәррирҙәрҙе келәмгә саҡырғанымды хәтерләмәйем. Теләһәгеҙ ышанығыҙ, теләмәһәгеҙ юҡ – редакциялар үҙ иркендә эшләне. Бәлки, мөхәррирҙәр үҙҙәре яуаплылыҡты өҫтәренән төшөрөргә тырышҡандыр, тәнҡиткә һаҡ ҡарағандыр, быныһы – икенсе мәсьәлә.
Отчеттарҙа өҫтәп яҙыуҙарҙы асыҡлау осоро булды. Ул ваҡытта “Рязань эше” тип аталған эш бөтә илде шаулатты. Беҙ ҙә республикала бөтә ерҙә лә тикшереү башланыҡ һәм “Раевка” совхозы директорының өҫтәп яҙыуҙар менән шөғөлләнеүен асыҡланыҡ – яза бирҙек. Был мәғлүмәтте бер карьерист, күрәһең, юғарыраҡ урын биләргә хыялланғандыр, бик үк тәртипле булмаған журналисҡа хәбәр иткән. Һөҙөмтәлә “Советская Россия” гәзитендә “Башҡортостанда өлкә комитет ҡурсалауы аҫтында күҙ буяусылар” тигән мәҡәлә баҫылды. Был республикаға яла яғыу ине. Хрущевҡа шылтыратып, комиссия ебәреүҙәрен үтендем. Тикшереүселәр бригадаһы бик ентекле эшләне, улар 20 көн буйына бөтә райондар буйлап йөрөнө – бер генә өҫтәп яҙыу ҙа тапманылар. Гәзиттә кире ҡағыу баҫылды.
Рәсәй матбуғатының бөгөнгө хәле, әйткәндәй, иҡтисад, социаль мөхит хәле лә, миндә хәүеф тыуҙыра. Был хаҡта, әлбиттә, беҙ Мостай менән бер генә мәртәбә әсенеп әңгәләшмәнек.
Башҡортостан президентын һайлауҙарҙағы һуңғы кампанияла нимәләр генә булманы! Ҡот осҡос, ниндәйҙер тәртипһеҙлек! Мин Рәхимовҡа шылтыратып: “Бирешмә! Быларҙың барыһы ла заказ менән эшләнә, кешеләр аңлар”, – тинем.
– Мостай Кәрим һеҙҙең Мәскәүгә министр булып күсеүегеҙгә нисек ҡараны, үҙегеҙҙең урында ҡаласаҡ кеше тураһында уның менән кәңәшләштегеҙме?
– Ул, әлбиттә, бындай осраҡтарҙа була торғанса, мине үрләүем менән ҡотланы. Шул уҡ ваҡытта минең күңелдә ниҙәр булып ятыуын бик яҡшы аңлағандыр, тип уйлайым. Ҡатыным Алһылыу Хәбировна ҡырҡа ҡаршы төштө, күңелем дә был күсенеүгә ҡаршы баш күтәрҙе, тормошҡа ашыраһы күпме пландар бар ине. Ләкин Хрущев бер ниндәй ҙә ҡаршы төшөүҙәрҙе ҡабул итмәне, кандидатураны атарға ҡушты.
Аҡназаровтан башҡа йүнле кандидатура юҡ ине. Бюро ағзалары һәм Мостай уның яҡлы булды. Әммә Аҡназаров ғаиләһендә бер “ләкин” бар ине, был мине үҙ урыныма Шакировты ҡалдырырға мәжбүр итте. Алдан уйлауымса, һуңынан ул көслө хужалыҡ итеүсе, ләкин рәхмәтһеҙ кеше булып сыҡты. Мин башлаған һәм Мәскәү менән килешенгән проекттарҙы ул туҡтатты. Шул уҡ Өфө метроһын алайыҡ – Госплан менән килешенгән үтенесемә Хрущев виза һалғайны. Проект документтары менән шөғөлләнергә кәрәк ине. Шөғөлләнмәнеләр, кәрәк эш тип тапманылар. Ул Аҡназаров менән Солтановҡа Мәскәүҙә минең янға инеп йөрөүҙе тыйҙы. Әйткәндәй, мәрхүмдәрҙе насар яҡтан иҫкә алмайҙар. Алмайыҡ...
– Зыя Нуриевич, оло йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙ Башҡортостанға ҡайтып йөрөйһөгөҙ. Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы ултырыштағы сығышығыҙ барыһын да таң ҡалдырҙы. Республика етәкселеге менән хәҙерге заман проблемалары тураһында һөйләшәһегеҙме?
– Кәңәш бирергә республиканың әлеге хужалыҡ эштәрен бик белеп бөтмәйем. Президент Рәхимов емерелеүгә юл ҡуйманы. Республикаға ҡайтҡан һайын яңы юлдарға, яңы мәктәптәргә, яңы дауаханаларға тап булам. Рәхимовтың һис һүҙһеҙ ҡаҙанышы – курорттар, социаль мөхиттең генә түгел, шулай уҡ иҡтисадтың да бөтөнләй яңы тармағы. Сөнки мин эшләгәндә берҙән-бер “Йоматау” шифаханаһы ғына бар ине, ә хәҙер донъя кимәлендәге курорттар тиҫтәнән ашыу. Яңыраҡ “Янғантау” курортының баш табибы менән һөйләштем. Республика шифахананы киңәйтеү өсөн 100 миллион долларға яҡын аҡса бүлде, ти, уның ҡарауы, һөҙөмтә лә бар, ҡаҙнаға курорттан 40 миллион һум һалым инә. Курорттар – Рәхимовтың бик уңышлы проекты. Хәҙер экологияға етди тотонғандар – бик дөрөҫ эш. Беҙ сәнәғәт бумының эҙемтәләре хаҡында уйлап тормай, төҙөнөк кенә. Ә хәҙер беҙҙең уникаль башҡорт тәбиғәтен ҡотҡарыу хаҡында хәстәрлек күреү өсөн иң уңайлы ваҡыт.
Республикала йәшәгәс, Мостай Кәрим проблемаларға яҡыныраҡ тора. Әлеге етәкселектең уның фекерҙәренә ҡолаҡ һалыуына шатмын. Уның абруйына тиңдәр бөгөн юҡ, ул – беҙҙең халыҡтың рухы, намыҫы. Һаман да сафта ҡалһын өсөн 85 йәше тулыр алдынан уға һаулыҡ теләгем килә.
– Һеҙгә лә, Зыя Нуриевич, шуны уҡ теләге килә, һеҙҙең 90 йәшегеҙҙе, Алла бирһә, бик тиҙҙән, 2005 йылдың мартында билдәләйәсәкбеҙ. Һеҙ Мостай Кәрим менән, минең аңлауымса, дуҫтар ғына түгел, яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡәрҙәштәр ҙә. Һеҙҙең һәр берегеҙ оло юлығыҙҙы юҡҡа ғына уҡытыусы һөнәренән башламаған, беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә бөгөн дә уҡытыусы булып ҡалаһығыҙ...
– Уҡытыусы – минең өсөн иң изге һөнәр. Тормошомдоң эшен яңынан һайларға тура килһә, фәҡәт уҡытыусы булыр инем. Әле булһа күңелемдә һинең күҙ алдыңда кисә генә грамотаһыҙ кешенең үҙенең исем-шәрифен беренсе мәртәбә яҙғанда перо шығырлатҡандағы тетрәнеүе һаҡлана. Һуғышҡа тиклем үк әле уҡытыусы булып эшләнем, крәҫтиән балаларын ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә уҡыттым. Ул осорҙа бөтә ерҙә “Грамотаһыҙлыҡ бөтһөн!” тигән йәмғиәт ойошторолдо. Ике йыл ошо изге эш менән шөғөлләндем, шунан Ҡыйғы районының мәғариф бүлегенә етәкселек иттем. Миңә ул ваҡытта 20 йәш ине.
Беҙ Мостай Кәрим менән йәмғиәттә уҡытыусының роле хаҡында бер нисә тапҡыр әңгәмәләштек, уҡытыусыларыбыҙҙы хөрмәт менән иҫкә төшөрҙөк. Һуғышҡа тиклем беҙҙең илдә уҡытыусы статусы бик юғары ине, бөтә ерҙә лә фәҡирлек һәм емереклек хөкөм һөрөүгә ҡарамаҫтан, дәүләт уның хеҙмәтенә лайыҡлы түләне – үҙемдән хәтерләйем. Бөгөн башҡа ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелә. Йәл.
– Зыя Нуриевич, һеҙ, баҡтиһәң, йәш саҡта Мостай Кәрим һымаҡ уҡытып ҡына ҡалмағанһығыҙ, ижад та иткәнһегеҙ икән. Бына һөйөклө Айһылыуға бүләк иткән фотографияла һеҙҙең ҡулдар менән уның хөрмәтенә шиғыр яҙылған. Шағир дуҫығыҙ һеҙҙең мауығыуығыҙ хаҡында белдеме?
– Йәш сағында кемдәр генә шиғыр сығарып ҡарамай икән? Мин дә яҙҙым. Өҫтәлгә яҙҙым, бер нисә ҡәҙерле дәфтәрем бар ине. Күсенгәндә юғалдылар. Ул дәфтәрҙәрҙе бер кемгә лә күрһәтмәнем, Мостайға ла күрһәтмәнем. Был етди ижад түгел ине, ә ҡысҡырып әйтелмәгән фекерҙәр һәм тойғолар. Әммә был һөнәрҙең тәме миңә таныш, бәлки, шуға күрәлер ҙә Мостайҙың оҫталығын яратам һәм баһалайымдыр. Уңышлы юлдар ҡағыҙға үҙенән-үҙе төшмәй, ғазапланырға кәрәк, бала кеүек ҡарында йөрөтөргә кәрәк. Мостай Кәрим быны һәр ваҡыт оҫта эшләй.