Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
2 Май 2020, 21:55

Әгәр айырылышмаһаҡ, мин әлеге кимәлдә ултыра ла алмаҫ, бөтөр инем

Беҙҙең айырылышыу аяҙ көндә йәшен атҡандай ҡабул ителде.

Рәшиҙә Туйсина:
- Матур йәшәп, әлеге мәлгә тиклем ғаиләбеҙ һаҡланып ҡалһа, хаҡлы ялда булыуыбыҙға ҡарамаҫтан күптәргә өлгө булыр инек тә бит, тип уйлайым. Ныҡ бошонғаным шул. Ғаиләбеҙ бик ауыр көс менән тарҡалды, әлбиттә. Әммә, әгәр айырылышмаһаҡ мин әлеге кимәлдә ултыра ла алмаҫ, бөтөр инем. Халыҡтан да оят була башлағайны. Ул үҙен аҡлар өсөн мине бысратырға тотонғайны. Үҙе атайһыҙ үҫкәнгә күрә, улыбыҙға һәйбәт атай булыр тип өмөтләнгәйнем. Атай еҫе нисегерәк була икән тип өҙәләнә инем, тип һөйләгәне лә бар ине. Төндәр буйы китап уҡып сыға торғайны. Уйлайым да аптырайым: шул хәтлем күп китап уҡыған кеше шундай хәлгә төшә аламы икән? Беҙҙең айырылышыу аяҙ көндә йәшен атҡандай ҡабул ителде. Бер кем белмәне ғаиләбеҙҙәге хәлдәрҙе. Бала хаҡына тип кире араларҙы ялғап та ҡараныҡ. Хатта Нурмөхәмәт хәҙрәтте саҡырып яңынан никах уҡытҡайныҡ. Һыҙланыуҙарымдың башы һиндә бит, тип әрнеп әйткән саҡтарым да булды. Әрнеп бейегәнемде аңланы, шикелле, халыҡ. Йәш ҡатыш сәхнәгә сыҡҡан саҡтарымды һиҙәләр ине. Үткәндәргә ҡайтырға тура килһә, Әнүәр менән аңлашып йәшәгән булһаҡ, бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем.
Читайте нас: